RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атың ҡайҙа аҡһаны, «Салауат»?

13.03.2012 Атың ҡайҙа аҡһаны, «Салауат»?

«Аҡ барс» егеттәре еңеүҙе сәм менән яуланы
Көтөп алған яҙҙың матур байрамы күңелгә наҙ бирһә лә, шул көндәрҙә спорт өлкәһендә үткән ярыштар Башҡортостан һәм шулай уҡ Рәсәй көйәрмәндәре өсөн көйөнөслө булды. Тәүгеһе өсөн яратҡан «Салауат Юлаев» командаһының чемпион булараҡ тәүге стадияла уҡ плей-оффтан төшөп ҡалыуы булһа, Рәсәй биатлонсыларының донъя чемпионаты тарихында уңышһыҙ сығышы бар спорт һөйөүселәрҙе хафаға һалды.
«Салауат Юлаев» тигәндән, нишләй­һең, еңелде инде. Ти­мәк, бөгөн «Аҡ барс» юлаевсы­лар­ҙан көслөрәк булып сыҡты. Бә­хет тә күберәк улар­ға йылмайҙы. Был еңелеүҙе күп сәйнәүҙән хәҙер еңеллек алып булмаҫ, оноторға кә­рәк. Башҡа­ларҙың уйыны менән булһа ла күңелде йыуа­тайыҡ. Әйтәйек, һуңғы сирекфинал өсөн Магнито­горскиҙың «Метал­лург»ы үҙендә етенсе хәл иткес бәйгелә «Барыҫ» хок­кейсыларын ҡа­бул итте. Һәм батырлыҡ күрһәтеп, тәжрибәһе арҡаһында овертаймда еңеү яулап, Гагарин кубогына юлын дауам итте. Ә бит ҡаҙағстан командаһы серияла улар­ҙы 3:1 иҫәбенә еңеп килгәйне. Өс осрашыуҙа өс рәт отолоп, көйәрмәндәрен ҡыуандырырға насип булманы. Хәҙер сирекфиналда «Трактор» уйынсылары «Аҡ барс» менән уйнаһа, «Металлург» командаһы «Авангард» менән сәкәләшәсәк. Көн­байыш конференцияһында СКА «Атлант» хоккейсыларына ҡаршы һынау тотһа, «Динамо» (Мәскәү) клубы «Торпедо» менән ярымфиналға сығыу өсөн көрәшәсәк.
Ошо уҡ көндәрҙә Германияла биатлонсылар донъя беренселегендә көс һынашты. Үкенескә күрә, тәүге бәйгелә үк яулаған ике бронза миҙал Рәсәй командаһы өсөн һуңғыһы булды. Эстафетаға булған бар өмөт юҡҡа сыҡты. Ир-егеттәр командаһы ике этап буйына миҙалға өмөт иткән сүрәттә лә, өсөнсөһөндә уныһын да юҡҡа сығарҙы. Һөҙөмтәлә фи­ништа алтынсы булдылар. ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тырышып-тырмашып ҡараны, әммә әлеге лә баяғы ҡайһы бер спортсыларыбыҙ арҡаһында подиумға эләгә алманылар. Һөҙөмтә – етенсе урын. Был чемпионатта дебют яһаған яҡташыбыҙ Ольга Вилухина маҡтауға лайыҡ. Бер ул ғына, Шипулиндан тыш, Рәсәй командаһына бронза миҙал килтерҙе. Ғөмүмән, башҡа ярыштарҙа ла Межгорье ҡыҙы һынатмай, ун көслө спортсы исемлегенә инде. Шулай итеп, дөйөм һөҙөмтә буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ике бронза миҙалы менән командалар араһында етенсе урынды яуланы. Беренселә – Норвегия, улар иҫәбендә дүрт алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал. Франция спортсылары өс алтын, биш көмөш миҙал менән икенсе булһа, чемпионат хужалары – немецтар, ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яулап, өсөнсө булды.

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына