RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хоккей өс осорҙан тора ла ул...

06.03.2012 Хоккей өс осорҙан тора ла ул...

Хоккей өс осорҙан  тора ла ул...
Көнсығыш конференцияһының иң көслө командалары, ҡаҙанда үҙ-ара берәр еңеү яулап, инде Өфөгә көс һынарға килде. Һәм сценарий буйынса һымаҡ, беренсе уйында ҡунаҡтар көслөрәк булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, овертаймда уңыш әлегә күберәк «Аҡ барс» хоккейсыларына йылмая. Улар ике осрашыу рәттән өҫтәмә ваҡытта уңышлы уйнап, «Салауат Юлаев»тан еңеүҙе тартып ала алды. Тәүгеһендә ярай инде, үҙендә бер ҙә еңеү яулай алмаһа, бигерәк яҙыҡ булыр ине. Ә инде Өфөләге бәйгелә юлаевсылар үҙҙәренең һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында ҡунаҡтарға өҫтөнлөк бирҙе. Оҫта, тәжрибәле уйынсы Александр Свитов, үҙенең эмоцияһын тыя алмай, юҡ-барға тәртип боҙоп, биш минутлыҡ штраф ала. Ошо мәл уйынды һындырҙы ла инде. Владимир Крикуновтың тәрбиәләнеүселәре ошо ваҡытты тулыһынса файҙаланып, ҡапҡабыҙға ике яуапһыҙ гол сәпәне. Өфөләр иҫәпте тигеҙләүен-тигеҙләне, тик әлеге лә баяғы Игорь Мирновтың хаталаныуы йәнә голға килтерҙе. Ярай әле төп ваҡыт тамамланыуға бер минут тирәһе ҡалғанда өфөләрҙең беренсе звеноһы тырышлығында осрашыуҙы овертаймға күсереп өлгөрәбеҙ. Һәм нимә?.. Еңелдек. Серияла «Аҡ барс» командаһы дөйөм 2:1 иҫәбе менән алға сыҡты. Кисә кис улар йәнә сәкәләште.
ҡалған плей-офф уйындарына килгәндә, Мәскәүҙең «Динамо»һы Минскиҙың «Динамо» уйынсыларына өмөт ҡалдырмай, дүрт осрашыуҙа ла еңеү яулап, Гагарин кубогының 1/4 финалына сыҡты. Белоруссия хоккейсылары дәғүәсенән бигерәк еңел отолдо һымаҡ. Шулай уҡ «Авангард» та, «Амур» командаһын дүрт рәт отоп, киләһе стадияға сығып, үҙ дәғүәсеһен көтә. Ә бына ЦСКА СКА-ға ҡаршылашып маташа. Ике тапҡыр ҙур иҫәп менән унан отолғас, данлыҡлы хәрбиҙәр өсөнсө уйында овертаймда пан Ржиганың тәрбиәләнеүселәрен еңде. Дүртенсе осрашыуҙа ла ныҡышып ҡараны, тик был юлы өҫтәмә ваҡытта бәхет СКА яғында була. Унда дөйөм иҫәп СКА файҙаһына – 3:1. «Барыҫ» аптырата. Беренсе уйында «Металлург» (Мг.) хоккейсылары, был төркөмдәге лидер икәнен иҫбатлап, ҡунаҡтарҙы отҡас, икенсеһендә көтмәгәндә ҡаҙағстан уйынсыларына 1:4 иҫәбенә еңелә. Был «Барыҫ» командаһы өсөн тарихи ваҡиға булып һанала. Сөнки уларҙың КХЛ беренселеге башланғаны бирле плей-оффҡа сығып, бер тапҡыр ҙа еңеү шатлығы кисергәне булмай. Был ғына ла түгел, өсөнсө бәйгелә лә өҫтөнлөк улар яғында була. «Барыҫ» йәнә еңеү яулай һәм дөйөм серияла алға сыға. Ханты- Мансиҙың «Югра»һы Силәбелә даими беренселек еңеүсеһе – «Трактор»ҙан бер еңеүҙе тартып ала алғас, үҙендә лә шуға яҡын була. Өсөнсө осор башланыуға майҙан хужалары «Трактор»ҙы 6:2 иҫәбенә отоп, ҙур айырма менән еңеп килгән була һәм Белоусовтың тәрбиәләнеүселәре, ҙур батырлыҡ күрһәтеп, иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалмай, ә еңеүҙе тартып ала. Уйын ҡунаҡтар файҙаһына 6:7 иҫәбенә тамамлана. Үәт, исмаһам, уйын. Унда дөйөм иҫәп – 2:1, «Трактор» файҙаһына. «Север­сталь» хоккейсылары ике тапҡыр «Атлант»ҡа отолғандан һуң, үҙҙәрендә, яуап итеп, ике рәт уларҙы еңде. «Торпедо» менән «Динамо» (Рига) араһында ла әлегә тигеҙлек.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына