RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Учалылар елле уйнай!

28.02.2012 Учалылар елле уйнай!

Өҫтәренән кабинет саңын ҡағып, бер елләнеп ярышып ҡайтырға тип, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһының идара органдары хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Уларҙы, 12-се башҡорт лицейының спорт залында йыйылған көр кәйефле спортсыларҙы, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтхуллин сәләмләп, барыһына ла уңыштар теләне. Былтырғы еңеүселәр – Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм ярыш майҙаны хужалары − Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев флагты күтәргәс, ярыштар рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителде һәм барыһы ла тырышып тәндәрен яҙа башланы. Күп тә үтмәй, спорт залында волейбол уйыны ҡыҙып китте. Һәр команда өсәр тапҡыр үҙ-ара көс һынашты. Мәҫәлән, учалылар Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр командалары менән булған тәүге өс уйынды тел тейгеһеҙ итеп уйнап еңде. Унан һуң өсөнсө урын өсөн көрәшкән Ейәнсура менән Йылайыр волейболсылары матур ғына уйын күрһәтте. 1:2 иҫәбе менән йылайырҙар еңеп, үҙҙәренең «бронза» миҙалға лайыҡ икәнен раҫланы. Беренсе һәм икенсе урын­дар­ға дәғүә иткән учалылар менән баймаҡтар араһында волейбол ысын алышҡа әйләнде. Мин Баймаҡ районынан, шуға ла үҙемдең яҡташтар өсөн уйнайым, тигән Мирхәйҙәр Фәт­хуллинға бер кем дә ҡаршы килмәне. Ләкин уйында уға айырым яҡлау күрһәтелмәне − һәр спортсы еңеүҙе ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн бирелеп уйнаны.
Учалыларҙың яҡшы волейболсылар тигән данын яҡларға район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев та сыҡҡайны. ҡунаҡтар, ысынлап та, һеҙҙең башлығығыҙ үҙе уйнаймы, күрһәтегеҙ әле уны, тип һорап, Фәрит Фәтих улының туп менән оҫта эш итеүенә һоҡланып баш сайҡаны: «Елле һуға тупҡа!» ҡомарлы ярыш һөҙөмтәһендә Учалы волейболсылары беренсе урынды яуланы, Баймаҡ райо­ны − икенсене. Үпкәләштән булманы, сөнки учалылар берҙәмерәк тә, оҫтараҡ та ине.
Атыу буйынса ярыш күтәренке кәйефтә башланды. Туп менән бәреп бөттөләр, хәҙер инде мылтыҡтар менән беҙҙе атып бөтөрҙәрме икән, тип хужаларға төрттөрөргә маташҡан шаяндар бер аҙҙан телен тешләргә мәжбүр булды. Сөнки 59 мәрәй йыйған Учалы командаһы тағы алға сыҡты. Икенсе урында − 50 мәрәй менән әбйә­лилдәр, өсөнсөлә − Ейәнсура районы мәргәндәре (43 мәрәй). Бәйгеләрҙән бер аҙ арыһалар ҙа, ярышсылар «Дельфин» бассейнына сәмләнеп килде. Һыу шаптырлаған тауышҡа эстафетала ҡатнашҡан йөҙөүселәрҙе дәртләндереп ҡысҡыр­ған тауыштар ҡушылды − бассейн күңелле ауаздарҙан яңғырап торҙо. Был төр ярышта, әллә күлдәр илендә үҫкәнгәме, әллә үҙҙәренең бассейндарында күнекмәләрҙе йыш үткәргәнгәме, әбйәлилдәр алдынғылыҡты бирмәне. Учалылар менән хәйбуллалар икенсе һәм өсөнсө урынға тороп ҡалды.
Ярыштар бөткәс, бүләкләү тантанаһында спартакиадаға йомғаҡ яһалды: Учалы районы хакимиәте командаһы бәйгенең еңеүсеһе тип танылды, Әбйәлил районы спортсылары − «көмөш» призер, Баймаҡ районы хакимиәтенең хеҙмәткәрҙәренә өсөнсө урын тәтене. Командалар кубок һәм дипломдар менән бүләкләнде. Шәхси зачетта еңеүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Мирхәйҙәр Фәтхуллин, Илшат Хәмитов, Рафаил Ғәлиев (Баймаҡ райо­ны), Юлиан Даянов, Илдар Әхмәтвәлиев (Учалы районы), Нурзилә Ғөбәйҙуллина (Йылайыр районы) волейбол буйынса иң көслө уйынсылар тип аталды. Атыу буйынса ярыш лидер­ҙары – Нурзилә Ғөбәйҙуллина (Йылайыр районы), Айгөл Кәримова (Хәйбулла районы), Айҙар Мөхә­мәтйәнов (Ейәнсура районы), Илдар Әхмәтвәлиев, Рәшит Нурбаҡыев, Филүзә Хәсәнова (Учалы районы).
Спортсылар киләһе спартакиадала осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты. Бәлки, уларға киләһе ҡышҡа тиклем көтөргә лә кәрәкмәҫ − спорт һәм һаулыҡ байрамын йәйен дә үткәреү форсаты бар бит әле.

Баныу ҡаһарманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына