RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көрәштә сыныға үҫмерҙәр

21.02.2012 Көрәштә сыныға үҫмерҙәр

Көрәштә сыныға үҫмерҙәр"Таусы» боҙ аренаһының көрәш залында Советтар Союзы Геройы Ж. Сөнәғәтуллиндың иҫтәлегенә 1996 – 1998 йылғы үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса XXII асыҡ зона турниры үтте
Хәлдәребеҙ яҡшы, әсәй, – кеҫә телефоны аша һөйләшкән Дим ҡоланбаев һүҙ араһында ғына кеүек әйтеп ҡуйҙы, – мин былай үҙемдең ауырлыҡ категорияһында еңдем.
Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылынан килгән был мыҡты кәүҙәле үҫмер турнир барышында үҙен өлкәндәрсә сабыр, диҡҡәтле, тыныс тотто. Ә шулай ҙа иң һуңғы ярышташын, Учалы көрәшсеһен еңгәс, балаларса эскерһеҙ йылмайыу йөҙөн яҡтыртты.
– Бөгөн беренсе тапҡыр еңдем, – тип аңлатты Рәмил Байегетовтың тәрбиәләнеүсеһе. – Һигеҙ йәштән көрәш менән мауығам, ләкин ошоғаса тик икенсе, өсөнсө урындарҙы ғына яулағаным булды.
Уға бил биргән яҡташыбыҙ Замир Гәрәевҡа көмөш миҙал менән хушһынырға тура килде. Ошо иң етди 75 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Әбйәлил районынан Ильяс Тимерйәнов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Хәйер, алдан үткәрелгән көс һынашыуҙа уҡ кемдең призлы урындарға дәғүә итере күренде. Әммә ярыш ваҡытында бар нәмә күҙ асып йомғансы үҙгәреүе ихтимал, ниндәйҙер осраҡлылыҡ та берәүҙе артта ҡалдырып, икенсене алға сығарыуы бар. Ярыш барышында көйәрмәндәр бер-береһенә бил бирмәй яғалашҡандарҙы: «Ал да ырғыт инде, күпме тансыла кеүек өйрөлөп йөрөргә мөмкин!» – тип дәртләндерһә, күҙ асып йомғансы ярышташын салҡан һалғандарҙы: «Үәт, исмаһам, батыр!» – тип маҡтаны. Межгорье ҡалаһынан килгән ун алты йәшлек Вадим Мораҙымов та шундай маҡтауҙы ишетте, сөнки ярышташын ике секунд эсендә еңеп ҡуйҙы. Ул көрәш менән беренсе йыл шөғөлләнә икән. Тренеры – Александр Неклюдов. Утыҙ ете йыл буйына балаларға самбо һәм дзюдо серҙәрен өйрәткән тәжрибәле тренер дүрт йыл элек көрәш секцияһына ла балалар йыйған.
– Көрәш менән күптән ҡыҙыҡһынам, – тине спорт мастеры. – Әле Әлмәт ҡалаһында уҡығанда һабантуйға барғайныҡ, шунда ҡыҙығып китеп, майҙанға сыҡтым. Ике көрәшсене еңдем, өсөнсөһөнән еңелдем. Миңә ҡул сәғәте бүләк иттеләр. Шунан бирле көрәш күңелемә яҡын. Хәйер, Башҡортостанда йәшәгәс, беҙ милли көрәште популярлаштырыуға мотлаҡ үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Бөгөн беҙ ярышҡа иң йәш спортсыларҙы килтерҙек, көстәрен һынап ҡараһындар әйҙә.
Үкенескә күрә, Межгорьеныҡыларға приз­лы урындар тәтемәне. Ләкин балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Галина Четвертакова, буш ҡул менән ҡайтмайбыҙ, тип һөйөндө – Дәүләт Думаһы депутаты М. Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур ҡолһарина ҡоролтай исеменән уларға көрәшселәр келәменә сертификат бүләк итте.
– Мин келәмде 25 йыл көттөм һәм, ниһайәт, көтөп алдым, – тип Сәфәр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Раян Әхтәмов та сертификат алыу ҡыуанысы менән уртаҡлашты. – Хәҙер балалар рәхәтләнеп көрәшкә әҙерләнәсәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә шулай уҡ урындағы спорткомитетҡа һәм Иманғол ауылы көрәшселәренә, Әбйәлил, Баймаҡ спортсыларына ла сертификат тапшырылды. Гөлнур ҡолһаринаның һүҙе буйынса, яңыраҡ ҡына ошондай сертификаттар Учалы районының Миндәк һәм Ахун спортсыларына, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарына ла бирелгән, сиратта – Белорет районы көрәшселәре.
Асыштарға, бүләктәргә бай турнирға йомғаҡ яһап, ярыштың баш судьяһы, Силәбе өлкәһенең көрәш федерацияһы президенты Морис Йосопов, көрәшселәрҙең әҙерлек кимәле төрлө, тип билдәләне.
Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты командаһын әҙерләгән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Жәлил Йосопов, турнирҙа ҡатнашыусылар исеменән Учалы районы хакимиәтенә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына, спорткомитет­ҡа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына ярыштың юғары кимәлдә ойошторолоуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ярыш тамамланғас, ҡайһы берәүҙәр кәйефһеҙ генә ҡайтып китте, ә призлы урындарҙы яулаған үҫмерҙәр ҡәнәғәт таралышты – еңеүҙәре маҡтау һүҙҙәре, алҡыштар менән генә түгел, ә ҡиммәтле приздар менән дә баһаланды бит. Шулай ҙа иң ҡыуанғандары Р.Ғарипов исемендәге гимназия-интернат көрәшселәре булды, буғай – заманса телевизорҙан тыш, турнирҙың төп бүләге – тәкә лә уларға эләкте.

Әйткәндәй...

Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияһында Зиннур Әлибаев, Ридан Хажиморатов (Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты), Замир Вәлиев (Бөрйән районы) һәм Максим Павлов (Златоуст ҡалаһы) еңеүсе булды. «Көмөш» миҙал – Артур Талипов (Әбйәлил районы), Айгиз Яҡшыбаев, Алмас Хужин (Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты) һәм Шамил Низамовта (Учалы районы). Өсөнсө урында – Айнур Носратуллин, Эльдар ҡотломәтов (Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты), Вәсил Ғүмәров (Учалы районы), Илдус Мырҙабаев (Әбйәлил районы). Ко­мандалар араһында Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты – беренсе, Учалы районы – икенсе, Әбйәлил районы өсөнсө урынды яуланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына