RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Александр Радулов өфөләр өсөн йөҙөнсө шайбаһын индерҙе

03.02.2012 Александр Радулов өфөләр өсөн йөҙөнсө шайбаһын индерҙе

Александр Радулов өфөләр өсөн йөҙөнсө шайбаһын индерҙе
Ауыр, әммә кәрәкле еңеү яуланы юлаевсылар. КХЛ беренселегенең сираттағы уйынында «Салауат Юлаев» командаһы ҡаҙағстанда «Барыҫ» хоккейсылары менән көс һынашты. Ғөмүмән, дивизиондаш күршеләр быға тиклем үҙ-ара өс осрашыу үткәргәйне инде. Береһендә «Барыҫ» уйынсылары өҫтөнлөк итһә, икәүһендә еңеү өфөләр яғында була. Хужаларға, турнирҙағы хәлен яҡшыртыр өсөн, еңеү ҡунаҡтарға ҡарағанда ла кәрәгерәк була. Шуға ла улар осрашыуҙы өҫтөнлөк менән башлай. Юлаевсылар күберәк хаталана һәм тәртип боҙорға мәжбүр була. Бер-бер артлы штраф эскәмйәһенә ултырып, «Барыҫ»тың һөжүмдәренә өлгөрә алмай, үҙ ҡапҡаһына гол үткәртәләр.
Икенсе осор алдындағы тәнәфес ҡунаҡтар өсөн файҙаға ғына була. Беренсе звенобыҙҙың һөжүмселәре берәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, өфөләрҙе алға сығара. Хужалар бер шайба менән яуап бирә, әммә Зиновьевтың дүртенсе голы беҙҙекеләргә еңелерәк тын алырға булышлыҡ итә. «Барыҫ»тар уйнауҙан туҡтамай, һөжүм артынан һөжүм ойоштороп, бар тырышлығын һалып, иҫәпте йәнә ҡыҫҡарта. Улар бының менән генә туҡтамай, һаман Эрсбергтың ҡапҡаһына ябырыла. Тик, нисек кенә булмаһын, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре, оҫта һаҡланып, ҡумтаһын тулы өс мәрәй менән байыта. Хәҙер улар 47 уйындан һуң 82 мәрәй менән үҙ дивизионында юғары урында нығынып, дөйөм таблицала бишенсе баҫҡыста килеүен дауам итә. Шуныһы мөһим: өфөләрҙең алтынсы осрашыу рәттән еңелеү белгәне юҡ. КХЛ беренселеге бомбардиры, «Салауат Юлаев» командаһы һөжүмсеһе Александр Радулов өфөләр составында уйнағаны бирле 100-сө шайбаһын индереп, үҙенсә рекорд ҡуйҙы. Әлеге уның тирәһендә йөрөгән имеш-мимештәр ҙә дөрөҫ түгел. Ул миҙгел аҙағынаса юлаевсылар сафында уйнаясаҡ.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына