RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көрәшселәр, келәмгә баҫығыҙ

03.02.2012 Көрәшселәр, келәмгә баҫығыҙ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милли көрәште үҫтереүгә иғтибар йүнәлтә
Көрәшселәр, келәмгә баҫығыҙ
РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов башланғысы менән БДБҡ тарафынан 2011 йылдың сентябрендә «Һау-сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы иғлан ителә. Акция барышында республика ҡала-райондарында көрәш буйынса асыҡ турнирҙар, психологтар, наркологтар ҡатнашлығында «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тип аталған «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелә. Бындай саралар Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Ауырғазы, ҡырмыҫҡалы райондарында ойош­торолдо ла инде. Киләсәктә Мәләүез, Учалы, Ейәнсура, Стәр­лебаш райондарында уҙғарыу күҙаллана.
Акция сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты милли спорт төрөн үҫтереү, пропагандалау маҡсатында милли көрәш түңәрәктәре эшләп килгән ауыл мәктәптәренә, башҡорт гимназия-лицейҙарына көрәш өсөн келәмдәр тапшыра. Әлегә тиклем 30-ҙан ашыу мәктәп ошондай бик кәрәкле бүләккә лайыҡ булған. Ошо көндәрҙә Салауат районында биш район өсөн көрәш буйынса асыҡ турнир ойошторола. Унда мәктәптәргә тағы ла 18 келәм тапшырыласаҡ.
Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа милли спорт төрөн үҫтереүгә иғтибар артып, республикабыҙҙың күп кенә мәктәбендә көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса түңәрәктәр, секциялар уңышлы эшләп килә. Республика иҡтисад лицей-интернаты ла шулар иҫәбендә. Сираттағы бүләк келәм уларға тапшырылды. РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов исеменән депутат ярҙамсыһы Гөлнур ҡолһарина уҡыусыларҙы тәбрикләп, келәмгә сертификат тапшыр­ҙы һәм илебеҙҙең киләсәк быуынына һау-сәләмәт булып үҫеүҙәрен теләне. Лицейҙың йәш көрәшселәре тренерҙары Ха­жиәхмәт ҡотошов етәкселегендә милли көрәш алымдарын күрһәтеп, шунда уҡ яңы келәмде һынап та ҡараны.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына