RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ҡара һыҙат» тиҙәр ҙә ул…

18.10.2011 «Ҡара һыҙат» тиҙәр ҙә ул…

Ғәйеп кемдә: уйынсыларҙамы, әллә уйынды йүнле ойоштормаған баш тренерҙамы, әллә...
«Ҡара һыҙат» тиҙәр ҙә ул…
Еңеләләр, түбәнгә тәгәрәйҙәр… Фамилия­ларын һорап та тормай, рәхәтләнеп оталар. Быныһы инде бишенсе уйын рәттән баш эйеү. Уйнаған һымаҡ та кеүек, тик һөҙөмтәһе күренмәй шул. Өфөләрҙең алдын­ғы уйынсылары Зиновьев менән Григоренконың юҡлығына ла һылтаныр­ға булыр ине лә, әммә составта уларҙы алмаштырырлыҡ хоккейсылар бөткәнме ни?.. Кемде генә атама, барыһы ла лайыҡлы. Бында сәбәп башҡа нәмәләлер ул. Юлаевсыларҙың баш тренеры Сергей Михалев, һуңғы осрашыуҙа ЦСКА-ға өҫтәмә ваҡытта еңелгәс, командаһындағы ҡара һыҙаттың бөтөрөнә инанды.
Уның әйтеүенсә, тәрбиәләнеүселәре тырыша, уйнай, тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында дәғүәселәрен еңә алмай ыҙалана. Киләһе уйында Григоренко менән Зиновьевтың составҡа ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп, һөҙөмтәнең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә өмөтләнә. Үҙгәрһен инде ул, юҡһа ваҡыт йылдам алға тәгәрәй. Беҙҙекеләр әле үк күпте юғалтты бит инде. Хәҙер хатта үҙ дивизионының аутсайдерына етергә лә күп ҡалманы. Әгәр башҡа дәғүәселәрҙең уҙғарған уйыны менән сағыштырғанда, өфөләр юғалтҡан мә­рәй­ҙәр иҫәбе буйынса дөйөм таблицала аҫтан дүртенсе-бишенсе баҫҡыста торор­ға тейеш. Мәсхәрә. Әгәр сағыштырһаҡ, ҡаҙандың «Аҡ барс» командаһы йыл да миҙгелде һүлпән башлап, һөҙөмтәлә ике йыл рәттән Гагарин кубогын яулағайны. Тик уларҙын, өфөләр шикелле, былай бик түбәнгә төшкәне булманы. Бәлки, юлаевсыларҙың да хәле яҡшырып, эштәре яйға һалыныр. Тик күңелдә барыбер ниндәйҙер шик бар.
Башҡа һөҙөмтәләргә күҙ һалғанда, «Амур» һаман лидерлыҡты ҡулынан ысҡындырмай, Хабаровск көйәрмәндәрен ҡыуандыра. Быға тиклем өфөләрҙе отҡан СКА хоккейсылары ла, 29 мәрәй яулап, «Амур» менән беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. «Трактор» клубы, «Атлант»ҡа абынһа ла, өсөнсө урынын һаҡлап ҡалды. Словакияның «Лев»ы, Түбәнге Каманан өс мәрәй яулап, яйлап өҫкә үрләүен дауам итә. «Динамо» (Рига) көрсөктән сыға алмай әле. Был юлы улар үҙ майҙанында «Барыҫ»ҡа 0:5 иҫәбенә еңелде.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына