RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шашка менән мауыҡһаң, баш ҡалаға кил!

19.07.2011 Шашка менән мауыҡһаң, баш ҡалаға кил!

Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса ярыш дауам итә
Шашка менән мауыҡһаң, баш ҡалаға кил!
Донъя спортына Тамара Танһыҡҡужина кеүек талантлы, сағыу шашкасыларҙы биргән Башҡортостандың был спорт төрө буйынса заманса, ҡеүәтле үҙәк булып китәсәге тәбиғи күренеш кеүек. Ысынлап та, Өфө 16 июлдән 24-енә тиклем донъя­ның иң сағыу, билдәле шашкасыларын ғына түгел, был өлкәлә тәүге аҙымдарын яһаған йәш спортсыларҙың да тупланыу урынына әүерелде. Үткән шәмбелә беҙҙә халыҡ-ара шашка буйынса бер юлы ике ҙур ярышҡа − тиҙ программа буйынса донъя чемпионатына һәм классик программа буйынса Донъя кубогына старт бирелде.
Бөтә донъя шашка федерацияһы, Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә башҡа ойошмалар ҙа ойошторған сараны асыу тантанаһында Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин ҡатнашты.

Ярыш башланырҙан алда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Республика башлығы донъя кимәлендәге ярыштың тап беҙҙә үткәрелеүе менән ғорурланыуын белдереп кенә ҡалманы, артабан да ошондай сараларҙың әүҙем ойоштороласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Гарри Оттен, үҙ сиратында, 2013 йылда Өфөлә ирҙәр араһында шашка буйынса донъя чемпионатын уҙғарырға тәҡдим итте.
Өфөгә донъяның төрлө мөйөштәренән − ҡытай, Гаити, Латвия, Монголия, Голландия, Нигерия, Сенегал, АҡШ, Бразилия, Камерун, Конго, Үзбәкстан һәм башҡа илдәр­ҙән йыйылған спортсылар араһында төрлө йәштәге кешеләр­ҙең булыуы һөйөндөрҙө. Шашка буйынса донъя чемпионатында 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: улар араһында 10 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге кешеләр бар ине.
Әле блиц программаһы буйынса халыҡ-ара шашка чемпионаты тамамланды. Тәүге урындарҙы ирҙәр араһында рәсәйҙәр бүлеште. Беренсе урынды – 21 мәрәй менән Александр Шварцман, икенсене 19 мәрәй менән Александр Георгиев яуланы. Ә бына ҡыҙҙар һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшә алманы: беренсе урынды – Латвия спортсыһы Зоя Голубева, икенсене Украина шашкасыһы Дарья Ткаченко алды. Башҡортостан егеттәре араһында иң шәп һөҙөмтә Айнур Шәйбәковта. Ул етенсе урында килә. Тамара Танһыҡҡужина ла һигеҙенсе урынға ғына ҡалды.
Билдәләп үтеүебеҙсә, шашка буйынса ярыштар 24 июлгә тиклем дауам итә. Әле донъяның иң шәп спортсылары Өфөлә классик программа буйынса көсөн һынай.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына