RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Матур бит, ә, тормош...»

12.04.2011 «Матур бит, ә, тормош...»

йәки Ауыл көйәрмәндәре йәшәйешенән бер күренеш
«Матур бит, ә, тормош...»Йома көндө Әсҡәт эшенән ҡабаланып ҡайтты. Алыр әйберен алмай, урамда осраған һәр бер әшнәһенә баш һелкеп кенә иҫәнләшеп, өйөнә ашыҡты. Хатта көн дә юхаланып ҡаршы алған Аҡбайы ла, хужаһының иртә ҡайтыуын белмәй, ояһынан да сыҡмай ҡалды.
Ишектән килеп ингәс тә ҡатыны:
– Атаҡ, нимә булды ул һиңә бөгөн?.. – тине.
Әсҡәт, күҙен шарҙай итеп, тотлоға-тотлоға: «Һин нимә... Бөгөн бит хоккей, финал», – тип, өҫ кейемен яҙа-яҙа элеп, телевизор ултырған бүлмәгә ашыҡты.
ҡатыны, иҫе китмәй генә:
– Баяраҡ ҡайным килеп китте. Малына ашатырлыҡ бер һәнәк тә бесәне ҡалмаған. ҡар иреп бөтмәҫ борон, иртәгә барлы-юҡлы бесәнен алып килергә кәрәк ине, тип һиңә өндәшергә ҡушҡайны, – тине.
Әсҡәт, уның әйткәнен яҙа-йоҙа ғына ишетеп, сөнки «Салауат Юлаев» менән «Атлант» араһында уйын башланғайны инде, ярай, тип ҡыҫҡа ғына өндәште.
ҡатыны, һаман үҙ һүҙен һөйләп, форсат булғанда, мәшәҡәттәрен өндәшеп ҡалырға ашыҡты.
– Бая әбейемдәргә барғайным, әҙерәк ауырыңҡырап тора. Оло йәштә бит инде хәҙер, ҡан баҫымы юғары. Врач саҡыртҡан булған, уныһы, бөгөндән үк дауаханаға барып ят, тип ҡағыҙ яҙып биргән. Әсҡәт, ишетәһеңме ул мине? – тип бушҡа һөйләмәгәнен иҫбатлар өсөн ҡысҡырыбыраҡ өндәште.
– Эйе, эйе, гол!!!
Әсҡәт, йүгереп барып, телевизор­ҙы үбергә тотондо.
Аптырашта ҡалған ҡатыны, телевизорҙан көнләшепме инде:
– Мине улай итеп яратҡаның юҡ әле ул һинең, – тип һүҙен дауам итте.
– Мин әйтәм әбейемә, давление менән шаярма, бөгөндән үк барып ят, тип. Беләһеңме, ул нимә тип әйтте?
– Нимә? – тип тыңлағанын белдереп, ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәгән Әсҡәт ҡатынын ҡосаҡлаған булды.
– Бармайым, бөгөн уландарым хоккей уйнай, тип шаҡ ҡатырҙы. Үәт, алйот... Һаулығын уйламай, әллә ҡайҙағы сәкән һуғыусылар өсөн ауырыһын әле.
Әсҡәт, уны яҡлаусылар бар икәненә шатланып:
– Бына күрҙеңме?.. Дөп-дөрөҫ! Улар әллә ҡайҙағы түгел, ә беҙҙең «Салауат Юлаев», күптән белергә пора һиңә, – тип ҡәтғи генә әйтеп һалды.
– Һы... беләм дә ул, тик әбейемдең һаулығына борсолам.
Әсҡәт, үҙ фекерен ҡеүәтләп:
– Бына еңербеҙ ҙә, һәм әбейем иртәгә һап-һау буласаҡ, – тине һәм күҙен дә алмаған «йәшниге» янына ашыҡты.
Беренсе тайм тамамланды. Әсҡәт, ғаилә башлығы икәнен белдереп, балаларын иҫенә төшөргән булды.
– Арыҫлан менән Янбулат ҡайҙа йөрөй ул? – тип бисәһенә ымланы.
– ҡайҙа, ҡайҙа, билдәле инде. Алма ағасынан алыҫ төшәме ни, күрше дуҫтарына хоккей ҡарарға тип күптән сығып киткәйнеләр.
– Ә-ә... улай булһа, ярай. Малды ҡаранылармы икән?
– ҡаранылар. Мәктәптән ҡайтҡас та, тамаҡтарына ашыҡ-бошоҡ ҡапҡыланылар ҙа кискә хәтлем аҙбар тирәһендә булаштылар, – тигән булды Әҡлимә.
Хоккейҙағы тәнәфестең ҡыҫҡа булыуын күҙаллап, йорт хужаһы мал-тыуарын ҡараштырып алыр өсөн тышҡа сығырға булды. ҡура тирәһе ҡаралған. Бөтәһе лә урынында. Былай ҙа кәйефле йөрөгән Әсҡәттең суҡышы йәнә күтәрелеп китте. Эстән генә малайҙарҙың эшкә ингәненә ҡыуанып, урыҫсалап:
– Молодцы! Так держать! – тигән булды ла өйөнә ашыҡты.
– Әйҙә, аш беште, табынға ултыр, – тип өтәләнде ҡатыны.
– Тороп тор инде, әсәһе. Хоккей бөткәс, яйлап ашарбыҙ.
– Һуң, хоккейҙы һин уйнамайһың бит. Улар һинһеҙ ҙә еңер, – тип һаман ныҡышты Әҡлимә.
Шулай һүҙ көрәштерә торғас, икенсе тайм да «һә» тигәнсе үтеп китте.
– Эх, шул штанга... Бәләкәй генә шайба ҡалай итеп ҡапҡаның анау нәҙек кенә тимеренә барып эләгәлер ул, аптырарһың, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, Әсҡәт аш бүлмәһенә инде.
– Бошонма әле шул хәтлем. Еңәләр бит инде барыбер, – тип күңелен күрергә булды Әҡлимә.
– Еңһәләр, һиңә бер бүләк, – тип шарт-шарт ашай башланы Әсҡәт.
Бисәһе бирешмәй:
– Һин миңә теге «Металлург» менән уйнаған өсөн должен әле...
– Вәғәҙә иткәс, булыр. Икеһе өсөн ҙурҙан бүләк булыр, – тип, рәхмәт әйтеп, аш бүлмәһенән өсөнсө таймды ҡарарға ашыҡты.
– Әллә, әллә... – тип һаман бирешмәне ҡатыны.
– Бына күҙ тейҙерҙең. Булды һиңә бүләк, булмай ни... Тигеҙләнеләр бит иҫәпте.
Әсҡәт өйөнөң арҡырыһы-буйын һанай башланы. «ҡайҙан ғына сыҡтым икән аш бүлмәһенә... Сәй эсергә ултыр, сәй эсергә ултыр, имеш...» – тип эстән генә һүкмәксе булды Әсҡәт бисәһен.
– Тыныслан инде, һөйөклөм, – тип юхаланды Әҡлимә. – Бая әбейемә барғанымда, ул, «Салауат»тар еңә тип төш күрҙем, тигәйне. Һиңә өндәшмәйерәк торғайным. Уның бит төшө һәр ваҡыт дөрөҫ була. Һин быны беләһең дә инде.
Әсҡәттең йөрәгенә йылылыҡ инде.
– Ниңә уны бая уҡ әйтмәнең? – тип йәнә тынысланып, уйынды күҙәтергә тотондо.
Төп ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас, өҫтәмә ваҡыт башланды.
– Бәлки, әбейең өҫтәмә ваҡытты күҙаллағандыр, – тип бисәһен үсектермәксе генә булғайны...
– Гол-лл-л!!! Беҙҙекеләр еңде! Ур-ра! – тип бала-саға шикелле һикергеләй башланы Әсҡәт. – Еңделәр бит, еңделәр.
Әҡлимәһен күтәреп күккә сөйҙө. Уңарсы Арыҫлан менән Янбулат та йүгереп ҡайтып, атаһы менән әсәһен ҡосаҡларға кереште. Бире яҡтағы, күптән инде, олоғайып, яратҡан шөғөлө һунарсылыҡты ташлап, мылтығын түр яҡҡа элеп ҡуйған Мозафар ҡарт, шатлығынан урамға сығып, бер яһауын һауаға шартлатты. Бына һиңә байрам.
Иртәгәһен Әсҡәт әле ҡатыны менән балалары тормаҫ борон, сәй эсә һалып, бесәнгә барырға атын егергә ашыҡты.
Күпме генә ат санаһына бесәнде һыйҙырырға тырышмаһындар, барыбер бер күбәләй йөгө һыймай тороп ҡалды.
– Ярай, улым, иртәгә килеп алырбыҙ әле, әтү һин ял иткәндә килмәһәк, киләһе ялға ҡар бөтөр ул. Ана бит, ҡалай шәп иретә.
– Алырбыҙ, атай, – тигәндә, Әсҡәттең иҫенә ҡылт итеп иртәгә буласаҡ хоккей уйыны төштө. Ул яйлап ҡайтып еткәнсе бала-саға шикелле нисек тә бармай ҡалырға хәйлә ҡорҙо.
– Атай, мин үҙем дә, һине йонсотмай, бер генә күбә бесәнде барып алыр инем дә ул. Тик иртәгә хоккей була бит әле. Алыҫ бит, ҡайтып өлгөрөп булмаҫ, тим.
Белә ине атаһы малайының көйәрмән икәнен. Хоккейҙы бит бәләкәстән яратты. Көҙҙән боҙ туңыр-туңмаҫтан, йәйҙән әҙерләнгән ағас сәкәндәрен алып, иптәштәре менән ат тиҙәген ҡыуалап, сынығып үҫте улар. Ана, улы ниндәй бәһлеүән. Ул заманда әмәле сыҡһа, бәлки, ҙур спортсы ла булып киткән булыр ине. Нисауа, былай ҙа нисауа, тип эстән маһайҙы Фәйзулла ҡарт.
– Ярай, улым, ул ғына бесәнде үҙем дә барып алырмын,– тип күңелен йыуатты ҡарт.
Ял көнө тороу менән Әсҡәттең иҫенә Әҡлимәһенә вәғәҙә иткән бүләк төштө. Берәй нәмә алып бирәйем, тип ир эстән һөйләнде. Әтү, күҙ тейеп ҡуйыр ҙа, бөгөн еңелерҙәр, тип, сәғәт иртәнге ун тулмаҫ борон, юҡ-бар йомошон йомошлайым тип, үрге магазинға ашыҡты. Ял көнө булғанға күрә магазин алдында әбей-бабай, дуҫ-иш хоккей уйынын уртаға һалып, бәхәс ҡорған. Үткән уйынға һәм бөгөнгөһөнә, йәнәһе, үҙҙәренсә анализ яһайҙар. Магазин асылыу менән Әсҡәт йәһәт кенә Әҡлимәһенә күлдәк алды ла өйөнә ашыҡты.
Магазин артында йыйылышҡан әшнәләр тамаҡ сылатып, кәйефтәрен күтәреп ултыра ине инде. Береһе, тартҡылашып, йотмайым да йотмайым, ти, уҙған көндә үк, юлаевсылар еңеүенә ант итеп, бисәһенә насар ғәҙәттән ҡотолорға вәғәҙә биргән. Әсҡәтте күреп ҡалыу менән артынан йүгерҙе. Ауылдаштар һөйләшә-һөйләшә өйҙәренә таралышты.
Хоккей ваҡыты етеү менән Әсҡәт, ҙур эш башҡарған кеше һымаҡ, бисәһенә вәғәҙә иткән бүләген тапшырҙы. Өйгә йәнә йәм өҫтәлде. Тегенеһе шатлығынан түҙә алмай, күлдәген кейә һалып, килешәме лә килешәме, тип көҙгө алдында өйрөлдө.
– Бөгөн дә еңәбеҙ, улай булғас, бабаҡайым, – тип Әсҡәтенә иркәләнде.
– Бирһен, Хоҙай, – тигән булды тегенеһе.
Уйын башланды. Күп тә үтмәй, ҡунаҡтар уңышҡа өлгәшә. ҡапҡасыбыҙҙың ғәйебе юҡ бында, тип тынысландырҙы күңелен Әсҡәт. Иншалла, ваҡыт күп әле, тип өҙгөләнде иренә ярарға тырышҡан ҡатыны.
Икенсе тайм башланды. Һуңғы арала еңеүгә тос өлөш индергән Владимир Антипов дәғүәсенең вайым­һыҙлығы арҡаһында ауыр йәрәхәт алды, буғай. Үҙен носилка менән боҙҙан алып сығып китәләр. Судьялар уларға биш минут штраф бирә. Бына, исмаһам, мөмкинлек. Һәм беренсе звенобыҙ тырышлығында Игорь Григоренко уңышҡа өлгәшә. Гол!!!
Әле ваҡыт бар, тағы бер гол сәпәргә була, тигән булды Әсҡәт, Әҡлимәһенә боролоп.
– Эйе, эйе, – тигән булды уныһы, һаман көҙгө алдынан китмәй, борғаланып.
– Гол!!! Йәнә Григоренко! Ур-ра! – тип телевизорҙы үбергә тип торғанында, борола һалып, Әҡлимәһен үбергә тотондо.
– Бына әйттем бит мин һиңә. Еңәләрме? Еңәләр.
– Ашыҡмай тор, ашыҡмай тор, – тип урынына барып ултырҙы Әсҡәт.
Күп тә үтмәй, әлеге лә баяғы Александр Радулов, Виктор Козлов ойошторған матур комбинацияны Сергей Зиновьев уңышлы тамамлай. Гол!!!
Үәт, исмаһам, уйын, тип эстән ҡыуанды Әсҡәт. Эштең былай барыуын күреп, Әҡлимәһе лә иренең эргәһенә ултырып, хоккейҙы күҙәтә башланы.
– Инде еңерҙәр ул, ҡайҙа, атайымдың хәлен белеп киләйем, – тип Әсҡәт ҡуҙғалғайны ғына, бисәһе:
– Мин ҡәйнәмә шылтыратып, хәлдәрен белештем инде. ҡайным урмандан ҡайтҡан. Борсолмаһын, тине.
– Үәт, рәхмәт, Әҡлимәм, – тине лә, Әсҡәт тыныс күңел менән хоккей ҡарауын дауам итте.
Ниһайәт, көсөргәнеш бөттө. Беҙ еңдек.
– Әйттем бит мин һиңә, – һүҙен ҡеүәтләп, Әҡлимәһе йәнә иренә ҡарап ҡыуанды.
– Ярай, ярай, күҙең тейеп ҡуймаһын, – тип йорт хужаһы мал-тыуарын ҡарарға сыҡты.
Ауылды яңғыратып, йәш-елкенсәктең «Салауат!», «Салауат!» тигән һөрәндәре оҙаҡ ишетелеп торҙо.
– Матур бит, ә, тормош, – тигән булды Әсҡәт, күңелен йыуатып.

Нур ҡӘҘЕРБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына