RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яратҡан командаға ышанабыҙ. ӨМӨТЛӘНӘБЕҘ

05.04.2011 Яратҡан командаға ышанабыҙ. ӨМӨТЛӘНӘБЕҘ

Уйнанылар, уйнанылар ҙа, мәсхәрәле хәлгә барып етһендәрсе әле...
Кем уйлаған? Оят. Ә бит дәғүәсене дөйөм 3:1 иҫәбенә отоп килгәндә, «Салауат Юлаев»тың финалға сығыр өсөн бер түгел, ике мөмкинлеге бар ине. Аңлашыла, һуңғы ике уйында ҡапҡасыбыҙ «швед стенаһы»нан «швед иләге»нә әйләнде. Һуң, һаҡсылар ҡайҙа булған? Улар ниңә ҡапҡасыбыҙға ярҙамға килмәгән? Ярай, тылда эштәр хөртәйгән икән, көстө ал яҡҡа ебәрергә кәрәк. Йәғни һөжүмселәр дәғүәсенең ҡапҡаһына ябырылырға тейеш. Юҡ шул. Ни бынан, ни тегенеһенән... Бахыр Радулов, сәкәнен болғай-болғай, алға әйҙәп ҡарай ҙа ул, килеп сыҡмай. Аптырап, судьялар менән дә ғауғалашып ҡарай, улары бит беҙ уйнамағанға күрәләтә ярҙам ҡулы һуҙа алмай. ҡыҫҡаса әйткәндә, «Салауат Юлаев»та команда рухы юҡҡа сыҡҡан һымаҡ тойғо ҡалдыра башланы.
Көнсығыш конференцияһының финалы башланғас, «Салауат Юлаев» командаһы Магнитогорскиҙың «Металлург»ына ҡаршы көрәште ең һыҙғанып башланы. Еңеүҙәре лә күптәргә еңел бирелгән һымаҡ тойолдо. Сөнки, ысынлап та, «Аҡ барс»тан һуң, «Металлург»тың көйәрмәндәре ғәйепкә бөкмәһен, улар өфөләр өсөн үтемле дәғүәсе булып төҫмөрләнде. Икенсенән, үткән юлдары ла һикәлтәле ине. Плей-офф башланғас, «Суйын ҡойоусылар»ға ҡаршы тешен сығарып маташһа, «Авангард» иһә бөтөнләй «Металлург»ты туҙҙырырға әҙер ине. Эштәре етенсе хәл иткес уйынға барып еткәс, «Авангард» ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында «һынды» һәм «Металлург» хоккейсыларына отолдо. Беҙҙә лә шул уҡ хәл ҡабатланмаҫ тимә... Тик, моғайын, Рәсәй командаһының баш тренеры, ике йыл рәттән донъя беренселегендә Канада командаһын нокаутҡа ебәргән белгес, «Салауат Юлаев» менән дә бер әмәлен табып, өфөләр­ҙе финалға сығарыр, тип ышанғы килә. Юлаевсылар әле һуңғы һүҙен әйтмәгән. Алда беҙҙе финал көтә. Тимәк, еңеү беҙҙеке буласаҡ. Был беҙҙең өсөн дә, бөтә Рәсәй өсөн дә мөһим тиһәм, шаштырыу булмаҫ. Әтеү бит ҡайһы бер белгестәр шашып бара. Пан Ржига тураһында һүҙебеҙ. Уны Вячеслав Быков һәм уның тәрбиәләнеүселәре генә баҫа аласаҡ.

Их, был хоккейсылар, белһә ине нисек итеп халыҡтың көйәләнгәнен... ҡайһы берәүҙәр бит яратҡан командаһының еңеүе өсөн хатта баштарын һалырға әҙер. Бер көйәрмән етенсе хәл иткес уйында юлаевсыларҙың еңеүе өсөн ғаиләһе алдында насар ғәҙәтенән баш тартырға вәғәҙә биргән. Икенсеһе ҡатынын ҡулында ғына йөрөтөргә ант иткән. Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан 80 йәшлек Шәүрә инәй Вәлиәхмәтова, Хоҙай Тәғәләнән именлек һорап, көнө-төнө юлаевсыларға доғалар уҡый.
Ул беҙгә яҙған хатын: «Салауат Юлаев исемен йөрөтөүсе сәкән уйнаусы уландарыма күп сәләм еткереүсе өләсәйегеҙ Шәүрә булам. Һәр бер уйынығыҙҙы ҡарап, күҙәтеп барам, береһен дә ҡалдырғаным юҡ. Рәхмәт төшкөр­ҙәре, алдын­ғылыҡты бирмәгеҙ! Һеҙгә һәр ваҡыт һаулыҡ теләп кенә ултырам. Һеҙ алда барһағыҙ, сәкән һуғыусы уландарым, мин ҡыуанам. Һеҙ уйлайһығыҙҙыр инде, был үлергә еткән әбейгә нимә ҡалған, тип. Юҡ, ҡабаланмай тороғоҙ әле. «Салауат Юлаев»тың еңеүҙәрен күреүем алда әле. Һеҙгә уңыштар теләйем! Алға, «Салауат»!» – тип тамамлаған. ҡыҫҡаһы, бөтөн Башҡортос­тан халҡы һиңә ышана, «Салауат Юлаев»!


Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына