RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йә бөгөн, йә ...

15.03.2011 Йә бөгөн, йә ...

йәки «Салауат Юлаев» бер аяғы менән үҙ Конференцияһы финалында
Зиннәтулла БилАлетдинов, «Аҡ барс» командаһының баш тренеры:
Йә бөгөн, йә ...– Хәлдәр мөшкөл булһа ла, өмөтөбөҙ әле юғалмаған. Серия дауам итә. Көрәшергә әҙербеҙ. Әлеге уйында ла тәрбиәләнеүселәрем тырышты, әммә уйын уйын булып ҡала...
Эйе, ике йыл рәттән Гагарин кубогына эйә булған ҡаҙан хоккейсыларына ауыр мәл етмәксе. Тик улар былай ғына өфөләргә бирешмәҫ, моғайын. Бәйге бөгөн ҡот осҡос буласаҡ. Йә, юлаевсылар, эште оҙаҡҡа һуҙмай, үҙ юлын дауам итәсәк, йә «Аҡ барс», теше-тырнағы менән һуңғы мөмкинлеккә йәбешеп, булған тиклем өмөтөн оҙайтасаҡ. Әлеге уҙған осрашыуҙа ла ҡунаҡтар хужаларға үҙ уйынын бәйләп, инде өсөнсө уйын алдынғы хоккейсыларыбыҙға уйнарға ирек бирмәй. Аҫылынып йөрөй тиерлек. Бына ошо мәлдә инде башҡа уйнаусыларға асылырға мөмкин. Һәм улар, беҙҙең бәхеткә күрә, бар. Шул уҡ Петр Счастливыйҙы алайыҡ, хәҙер килеп, Олег Сапрыкин. Бигерәк тә һуңғыһы. Миҙгел буйы башҡа хоккейсылар араһында күләгәлә генә йөрөгән Олег тотто ла хәл иткес мәлдә юлаевсыларға кәрәкле еңеү килтерҙе. Афарин! Ғөмүмән, Вячеслав Быков­тың тәрбиәләнеүселәре, бер дөйөм йоҙроҡ булып, хоккей һөйөүселәребеҙҙе ҡыуандыра килә. Тағы бер аҙым ҡалды. Әммә беҙ уларға ышанабыҙ.
Олег Сапрыкин, һөжүмсе:
Йә бөгөн, йә ...– Еңеү шайбаһын кем индергәне мөһим түгел, иң мөһиме – беҙ оттоҡ. Был еңеү иң мөһиме булды. Һуңғыһы тағы ла ауырыраҡ буласаҡ. Уңышҡа өлгәшеүемә килгәндә инде, һуҡҡан саҡта мин күреп шайбаны сойорғоттом һәм төбәгән ергә уңышлы эләктем.
ҡапҡасыбыҙ Эрик Эрсберг та маҡтауға лайыҡ. Ул күп осраҡта ҡапҡабыҙҙы ҡотҡарҙы. Команда өсөн уның беҙгә килеүе бик уңдырышлы күренеш.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһының ярымфиналында өс еңеү яулап, уңышлы юлын дауам итте. Икенсе ярымфиналында Магнито­горскиҙың «Металлург»ы, Омскиҙа урындағы «Авангард»уйынсыларын ике рәт отҡас, өсөнсө осрашыуҙа үҙендә ҡунаҡтарға 3:6 иҫәбенә еңелде. Даими беренселек еңеүсеһе әлегә бирешергә теләмәй.
Көнбайыш конференцияһында ла көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. СКА хоккейсылары өсөнсө уйында «Атлант»ты 3:0 иҫәбенә отоп, серияла алға сыҡты. Иҫәп улар файҙаһына – 2:1. «Локомотив» менән «Динамо» командалары араһында ла иҫәп 2:1 һәм тәүгеһе файҙаһына.
* * *
Юғары лига командалары араһында ла плей-офф уйындары дауам итә. Нефтекаманың «Торос»ы, «Зауралье» хоккейсыларын еңеп, үҙ дивизионында ярымфиналға сыҡты. Шулай уҡ йәштәр лигаһы командалары ара­һында ла хәл иткес алыш бара. Өфөнөң «Толпар» үҫмерҙәре беренсе уйында Силәбенең «Белые медведи» уйынсыларын 4:2 иҫәбенә отһа, икенсеһендә уларға 2:3 иҫәбенә еңелде.

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына