RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Елдән етеҙ елеп

15.03.2011 Елдән етеҙ елеп

5 – 6 мартта «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы бәйгеһе үтте. Финал ярыштарында Өфө, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, ҡалтасы, Кушнаренко, Туймазы, Мишкә, Баҡалы, Салауат райондарынан 10 команда ҡатнашты.
Быйыл 1997 – 1998 йылғы 27 ҡыҙ һәм 50 малай үҙ-ара көс һынашты.
Елдән етеҙ елепЯрыш бәрәкәтле Кушнаренко ерендә уҙҙы. Тәүге көндә шәхси беренселеккә көс һынаштылар. Классик йөрөш менән ҡыҙҙар – 3, малайҙар 5 саҡрымға йүгерҙе. Былтыр 1-се урынды алған ҡалтасы ҡыҙы Аделина Тимиряева быйыл да һынатманы – финишҡа беренсе булып килде. Билдәләнгән араны ул 11 минут 41 секундта үтте. Аделинаның яҡташы Оля Чужекова 2-се урынды алды. 3-сө урынды Туймазынан Төхвәтуллиналар бү­леш­­те.
Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Трасса һәйбәт итеп әҙерләнһә лә, ауырлыҡтар етерлек. ҡыҙҙарҙың һөйләүе буйынса, бейек-бейек үрҙәргә артылыу, киҫкен боролоштарҙы үтеү бик еңелдән булмаған.
Стартҡа малайҙар баҫты. Беренсе булып Салауат районы егете Ридан Хажиморатов шыуып китте. Уның артынса – Кушнаренконан Марсель Хәнәфин. Шулай 30 секунд һайын малайҙар старт ала барҙы. Иң беренсе кем килер икән? Мишкә районынан Илья Байморатов, билдәләнгән араны 19 минут 2 секундта үтеп, чемпион булды. Белореттан Леша Лопухов – 2-се, Мишкәнән Кирилл Янситов 3-сө килде.
Икенсе көндө эстафета ярыштары уҙҙы. Унда һәр команданан 3-әр малай һәм ҡыҙ ҡатнашты. ҡыҙҙар – 2, малайҙар 3 саҡрымға йүгерҙе.
Бында ла ҡалтасылар иң көслөләре булды. Улар – 1-се, туймазылар – 2-се, салауаттар 3-сө урынды алды.
«Йәншишмә»нең бүләктәре бына кемдәргә эләгәсәк!
Ике көндөң дөйөм һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар араһында 1-се урын – ҡалтасы, 2-се – Туймазы, 3-сө урын Салауат районы вәкилдәренә бирелде.
Малайҙар араһында мишкәләр – 1-се, ҡалтасылар – 2-се, белореттар 3-сө урынды яуланы.
Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Х. ХӘСӘНОВА.
Кушнаренко районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына