RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Данлыҡлы ЦСКА дандан мәхрүм ҡалырмы?..

29.01.2011 Данлыҡлы ЦСКА дандан мәхрүм ҡалырмы?..

Быйылғы миҙгелдә «Салауат Юлаев» командаһының турнир таблицаһының үрендә бер ҙә торғаны булманы шикелле. Ә бына һуңғы арала еңеү артынан еңеү яулап, бигерәк тә ситтәге өс ауыр осрашыуҙа 100 процентлы һөҙөмтәгә өлгәшеп, ваҡытлыса булһа ла өйрәнгән урынын тикшереп ҡараны. Өйрәнгән, тибеҙ. Сөнки юлаевсылар һуңғы өс миҙгел рәттән даими беренселектә еңеүсе булып, тәүге урындан төшкәне булманы. Ваҡытлыса, тигәненә килгәндә, юғарылағы командалар шул хәтлем тығыҙ урынлашҡан, бер команданың еңелеүе уны шунда уҡ икенсе, йә булмаһа, бишенсе урынға төшөрөүе ихтимал. Әлеге турҙа өсөнсө баҫҡыста килеүсе «Аҡ барс» хоккейсылары үҙ майҙанында «Югра»ға 1:2 иҫәбенә отолоп, өфөләрҙе ҡыҫырыҡлай алманы. Ә бына һуңғы арала тигеҙ уйнауы менән хайран иткән «Авангард», йәнә еңеү яулап, юлаевсыларҙы бишенсе урынға төшөрҙө. Ярай, үрҙәгеләрҙең хәле шөкөр булһа, бына аҫтағылар үҙ-ара сәкәләшеүен дауам итте. Плей-оффҡа эләгер өсөн саҡ ҡына булһа ла өмөтө булған данлыҡлы ЦСКА командаһы уҙған турҙа принципиаль дәғүәсеһе – «Спартак» уйынсыларына 1:3 иҫәбенә еңелеп, үҙ тарихында тәүге төп бәйгенән мәхрүм ҡалды. Шулай уҡ аҫта килеүсе «Автомобилист», «Витязь», «Амур» һәм «Металлург» /Нк./ командалары өсөн быйылға беренселек тамамланды тиһәк тә була. Улар рәтендә урын алған «Трактор»ҙың да эштәре әллә ни һәйбәттән түгел. Әммә өмөттәре бар. «Торпедо» уйынсылары, «Витязь» командаһын 4:0 иҫәбенә еңеп, «Нефтехимик»ты 16-сы урындан ҡыҫырыҡлап төшөрҙө. Бына бында, исмаһам, көрәш буласаҡ. Шул уҡ Минскиҙың «Динамо»һы ла хәлен мөшкөлләйтте. Улар, «Динамо» /Рига/ хоккейсыларына 4:3 иҫәбенә отолоп, 15-се баҫҡыста саҡ эләгеп тора. ҡалған командаларға әллә ни ҡурҡыныс юҡ. Улар, хәлдәренән килгәнсә ҡалған уйындарҙа ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеп, нисек тә булһа юғары урындар яулауҙы маҡсат итеп ҡуя.
«Салауат Юлаев» командаһына даими беренселектә биш кенә осрашыу үткәрәһе ҡалды. Икәүһе үҙ майҙанында буласаҡ. Иртәгә «Динамо» /Мәскәү/ уйынсылары беҙҙә ҡунаҡ булһа, 1 февралдә «Витязь» киләсәк. Аҙаҡтан беренселек бер аҙ тәнәфескә туҡтарға мәжбүр. Сөнки 11–13 февралдә Евротурҙың сираттағы этабы уҙасаҡ. Һуңғы өс осрашыуын өфөләр Рига, Минск һәм Мәскәү маршруттары менән КХЛ чемпионатының даими беренселеген тамамлаясаҡ.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына