RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зайцеваға «ҡуян»дар ярҙамға килде...

15.01.2011 Зайцеваға «ҡуян»дар ярҙамға килде...

Зайцеваға «ҡуян»дар ярҙамға килде...Германияла старт алған биатлон буйынса донъя кубогының бишенсе этабы Рәсәй командаһына, ниһайәт, күптән көткән юғары уңыш килтерҙе. Билдәле спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Ольга Зайцева (һүрәттә) 15 саҡрым араға шәхси ярышта, дүрт атыу рубежында ла оҫта атып, икенсе урын яулаған Германия спортсыһын 15 секунд­ҡа артта ҡалдырҙы һәм финишҡа беренсе килде. Светлана Слепцова, ике тапҡыр хаталанып, алтынсы урын яулаһа, Яна Романова унынсы булды.
Бер көн алда ир-ат та ошо уҡ бәйгелә көс һынаш­ҡайны. Бында иһә һөҙөмтәләр күңел генә йыуатырлыҡ. Евгений Устюгов – етенсе, Иван Черезов – унынсы, яҡташыбыҙ Максим Чудов, ике тапҡыр сәпкә яҙа атып, бәйгене 15-се булып тамамланы. Допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, ике йыл ярыштарҙан ситләтелгәндән һуң, составҡа Дмитрий Ярошенко ҡайтты. Ул да стартҡа сыҡты һәм 100-гә яҡын спортсы араһынан әлегә 68-се һөҙөмтәгә өлгәште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына