RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡшы тойғолар алып...

18.01.2011 Яҡшы тойғолар алып...

Яҡшы тойғолар алып...Баш ҡаланың «Юность» спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендәге асыҡ һауалағы бассейнды күптәр хатта белмәйҙер ҙә әле. Ишеткән хәлдә лә, уның нисегерәк булыуын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайҙыр. Ә бына журналистар унда тәүге сирҡаныс алды ла инде. Нисек, тиһегеҙме? Бында Рәсәй матбуғаты көнөндә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәр­ҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтте.
Яҡшы тойғолар алып...Йәнле сарала гәзит-журналдарҙан, телевидение, радио һәм «Башинформ» агентлығынан биш команда ҡатнашты. Һәр командаға бишәр кеше – өс ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ ингәйне. Улар шәхси иҫәптә һәм команда эстафетаһында ярышты. Журналда эшләүсе коллегаларыбыҙ сәмле бәйгелә үҙҙәрен иң татыу һәм етеҙ команда тип танытты. Улар беренсе урынды яуланы. Икенсе урынға телевидение журналис­тары сыҡты. Ә республика гәзиттәренең йыйылма командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Яҡшы тойғолар алып...Шәхси беренселектә ҡатын-ҡыҙҙар араһында БСТ телеканалынан Лариса Данилова, ә ир-егеттәр араһында ошо уҡ коллективта эшләүсе Айҙар Фәйзрахманов еңеүсе тип табылды. Гүзәл заттар – 25, ирҙәр 50 метрлыҡ дистанцияға йөҙгәйне. Әйтергә кәрәк, коллегаларыбыҙ өсөн еңеүҙән дә бигерәк яҡшы кәйеф, берҙәмлек мөһимерәк ине. Шуға күрә ярышта ҡатнашҡан һәм уны тамаша ҡылған һәр кем яҡшы тойғолар алып таралышты.
Сара барышында журналистарҙы һөнәри байрамдары айҡанлы Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков тәбрикләне.

Р. КҮСЕМХАНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына