RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"

31.07.2017 Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"

Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"Баймаҡ районында үткән"Башҡорт йәштәре йыйыны"н данлыҡлы баһадир, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин үҙенең сығышы менән биҙәне.

.. Шәмбе кисе. Ҡояш ҡыҙҙыра, күп кенә саралар уҙҙып та китте, ләкин кешеләр таралышмай әле. Бына Силәбе өлкәһе номерҙары менән "Шкода" автомобиле килеп туҡтаны. Кем ул тиерһегеҙ - Эльбрус Ниғмәтуллин үҙе!
Бындай мөмкинлекте беҙгә, журналистарға ҡайҙан ҡулдан ысҡындырыу ти! Артынан йүгерҙек. Алыҫ юлдан килгән кешене борсомай торҙоҡ, ситтән күҙәтәбеҙ.
Бына Эльбрус Хәмит улы сәхнә алдына йүнәлде. Өс автомобиль килеп туҡтаны. "Былай ҡуйһаҡ, һөҙәктән уйһыуға машина үҙе китәсәк. Әйҙә ошолай ҡыяраҡ ҡуяйыҡ, тауға ҡарай тартырмын", - ти батыр. Күбә арҡаны кеүек йыуан канат, бер яҡ ситтә йөк машинаһының тәгәрмәсен ҡаҙыҡтар менән нығыталар - батыр уға аяғын терәйәсәк.
Әңгәмәләшәбеҙ. "Егерме йылдан ашыу пауэрлифтинг менән шөғөлләнәм. барыһы ла бала саҡтан килә. Үҙегеҙҙең хыялды бала саҡтан үҫтерегеҙ", - ти баһадир. "Әле ошо сығыш минең киләһе аҙнала үтәсәк рекорд өсөн күнекмә буласаҡ. Мин һауа шары -аэростатты 50 метр бейеклектән ергә тартып төшөрөргә ниәтләйем", - тип һөйләне ул.
... Кешеләр яҡынға йыйылды, батырҙы уратып алды. "Һай-һай!" тигән ҡеүәтләү аҫтына Эльбрус Ниғмәтуллин тамашаны башланы. Тәүҙә бер автомобиль... Батыр бирешмәй, арҡанды еңел генә итеп һөйрәтә. Бил биртенмәһен өсөн яҫы күн ҡайыш быуған.
... Бына икенсе автомобилде тағалар. Водителдәре тормозға баҫып ултырһа ла, Ниғмәтуллин бирешмәй.
... Бына өсөнсө машина - ләкин Эльбрус батыр ҡеүәтле паровоз һымаҡ өсәүһен дә дөрмәкләтеп һөйрәтә!

Бик фәһемле тамаша булды был. Кеше ихтыяры көсө, хыял маҡсаты күренде... Эльбрус Хәмит улы менән иҫтәлеккә фотоға төшөүселәр байтаҡ булды. Батыр үҙе инәлтеп тормай, бик ихлас кеше икән...
Был көндө шулай уҡ билдәле бокссы Денис Шафиҡов, каратэ буйынса Рәсәй чемпионы Илфат Әмиров һәм ADCC грэпплинг Федерацияһы президенты Динар Аҡмырҙин да сығыш яһаны, автографтарын таратты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына