RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Ниһайәт, мин инженер!”

27.06.2014 “Ниһайәт, мин инженер!”

Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар үҙҙәренең белемен эштә һынаясағына ышана.

“Ниһайәт, мин инженер!”Июнь – имтихандар, сығарылыш балдары мәле, мәктәп, студент йылдары менән хушлашыу айы. Был мәлдә күңел моңһоулыҡ менән дә, шатлыҡ менән дә тула.
21 июндә Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетын тамамлаусыларға диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Һәр йыл һайын был минуттар студенттар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә берҙәй үк тулҡынландырғыс. Йола буйынса, сара университеттың байрамса биҙәлгән алтынсы корпусында уҙғарылды. Студенттарҙы ҡотларға уҡыу йортоноң белем биреү буйынса проректоры Р. Авзалов, аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты деканы Н. Ғөбәйҙуллин, кафедра мөдирҙәре, уҡытыусылар һәм университеттың башҡа хеҙмәт­кәр­ҙәре килгәйне. Факультет деканы үҙ ҡотлауында диплом алғас та, тамам­лау­сы­лар­ҙы вузда тағы ла күп тапҡыр күрергә теләүен белдерҙе, ҡыҙыл диплом алыусыларҙы БДАУ-ҙа фәнни эшмәкәрлектәрен дауам итергә саҡыр­ҙы.

Диана АБДРАХМАНОВА:
– Бөгөн иң бәхетле көндәремдең береһе. Был байрамды биш йыл буйы көттөм. Ниһайәт, мин инженер һәм бының менән иҫ киткес ғорурланам. Ни бары университеттан китергә кәрәк булыуы ғына күңелемде төшөрә. Мотлаҡ үҙ һөнәрем буйынса эш табасаҡмын, сөнки бөгөн республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү предприятиелары йәш белгестәргә мохтажлыҡ кисерә. Тормошта үҙ урынымды тапҡым килә һәм быны барлыҡ курсташтарыма ла теләйем.

Артур ХӘБИБУЛЛИН:
– Хәҙер беҙҙең һәр кемебеҙҙең аҡсалы эшкә урынлашырға, үҙебеҙҙе күрһәтергә һәм яратҡан эшебеҙ менән шөғөлләнергә тигән хыялы һәм маҡсаты бар. Эш табыу менән ауырлыҡтар килеп сыҡмаҫ тип ышанам. Сөнки кешегә һәр ваҡыт, көн дә ашарға кәрәк, ә аҙыҡтың сифатына күптәр иғтибар итә. Вузыбыҙ уҡытыусыларына беҙгә һалған потенциал өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Биш йыл тиҙ генә үтеп китте. Әммә алда беҙҙе тағы ла яңы һәм ҡыҙыҡлы эштәр көтә.

Эльвина БИКМӨХӘМӘТОВА:
– Университетта уҡыған йылдарым – ғүмеремдең иң сағыу миҙгеле. Туп­ланған белемдән тыш, унда яҡшы дуҫтар таба алыуым өсөн дә рәхмәтлемен.

Александр МИРОНОВ:
– Мин тап ошо өлкәне, һөнәрҙе һайлауыма бер тапҡыр ҙа үкенмәнем. Студенттарға уңыштар теләйем. Һеҙҙең дә вузда белем алыу йылдарығыҙ беҙҙеке кеүек үк сағыу хәтирәләргә бай булырлыҡ үтһен!
Дилә ҒӘЙФУЛЛИНА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!