RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Студенттарҙың күңелендә гел яҙ булһын

22.05.2012 Студенттарҙың күңелендә гел яҙ булһын

Студенттарҙың күңелендә гел яҙ булһын
Өфөлә “Студент яҙы – 2012” фестивале үтте
Студент тормошо – төрлө күңелле ваҡиғаларға һәм саралар­ға бай осор. Бер нисә йыл ғына дауам иткән ошо ваҡыт эсендә дәртле йәштәр уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла үҙҙәрен күрһәтергә тырыша. Мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн көҙ көндәрендә студентлыҡҡа бағышлау тантаналарын үткәреү күптән инде йолаға әйләнгән. Шул уҡ йәштәр оҙайлы ҡыштан һуң өлкән дуҫтары менән берлектә “Студент яҙы” тип аталған күркәм сарала ҡатнаша.
Быйыл да был саралар республика вуздарын гөрләтте һәм уҡыу йорттары студенттарының иң сағыу сығыштары 42-се республика “Студент яҙы – 2012” фестиваленең йомғаҡлау гала-концертына һайлап алынды. Тантанала Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө ҡалалары вуздары ҡатнашты. ҡабатланмаҫ концерт номерҙарын, ҡыҙыҡлы ижади проекттарҙы ҡарарға баш ҡаланың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына халыҡ эркелеп килде.
Фестивалдә ҡатнашыусылар­ҙы һәм тамашасыларҙы тәбрикләргә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Проф­союздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, юғары уҡыу йорттары етәкселәре килде.
–“Студент яҙы” һәр ваҡыт байрам булып ҡала. Ул − йәшәү, йәшлек, мөхәббәт һәм матурлыҡ байрамы. Йыл дауамында беҙ төрлө мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Әле беҙҙең республика етәкселеге һәм уҡыу йорттары алдында юғары белем биреүҙе модернизациялау бурыстары тора. Беҙ дәғүәселеккә һәләтле уҡыу йорттарын булдырырға тейешбеҙ.
Мин студент булған йылдарҙа, студентлыҡ – ул уникаль ваҡыт, тиҙәр ине. Быны йылдар үткәс кенә аңлайһың. Студенттарға һәр ваҡыт студент булыуҙарын теләйем, ә күңелдәрендә гел яҙ булһын, − тине ҡотлау һүҙендә Салауат Тәлғәт улы Сәғитов.
Беренсе тапҡыр 1970 йылда уҙғарылған сарала бары өс уҡыу йорто ғына ҡатнаша, ә бөгөн улар һаны филиалдар менән бергә – 20. Улар барлығы 56 мең кешене берләштерә. Ике ай дауамында вуздарҙа көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле эш алып барылып, гала-концертҡа үткән 33 сығыштың һәр береһе студенттарҙың иҫ киткес оҫталығын, талантын сағылдырҙы.
Халыҡ моңдары, йөрәктәрҙе елкендерерлек бейеүҙәр, иҫ киткес матур тауышлы йырсылар, акробатика һәм цирк номерҙары, хатта тынлы оркестр коллективтарының сығыштары тамашасының күңелен арбаны. Сит илдәр­ҙән килеп уҡыусылар ҙа фестивалдән ситтә ҡалманы. Өфө дәүләт авиация техник һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттарында белем алған Африка илдәре вәкилдәренең дә сығыш яһауы сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Фестиваль дауамында һәр сығышты ҡарап баһалаған жюри ағзалары уҡыу йорттарын дипломдар менән тәбрикләне.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!