RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Битлек, мин һине таныным!»

05.02.2019 «Битлек, мин һине таныным!»

2018 йылдың аҙағында “Йәшлек” гәзите интернет ҡулланыусылар өсөн конкурс иғлан иткәйне. Бала саҡта Яңы йыл кисәһенә кейенәсәгең тураһында хыял­ланаһың. Кем булып ҡына кейенмәнек беҙ – Айыу, Бүре, Ҡуян, Ҡар бөртөгө, Буратино, Украин ҡыҙы һ.б. Фантазияға бай бәләкәстәр маскарадҡа бөгөн әллә ниндәй костюмдар һорайҙыр әле! Магазин кәш­тәләрендә әҙерҙәре лә тулып ята, әлбиттә. Ҡай саҡта шыршы тирәләй бер төрлө унышар эт, бесәй, төлкө һәм башҡалар йыйылып китә торған. Синтетик тауарҙан тән тын алғыһыҙ итеп тегелгән әҙер костюмдарҙа балалар шыршы байрамынан һуң хәлһеҙләнеп, кәйефһеҙләнеп ҡайта. Ә бына ҡул йылыһын, күҙ нурын һалып үҙең теккән костюмға бер ни ҙә етмәй, эйеме? «Яңы йыл ҡунағы» тип аталған бәйгелә ҡул эше булған костюмдар ғына ҡатнаша алды.

Ата-әсәләр, балаларын ир­тәлектәргә, маскарад балына әҙерләгәндә, уларҙы фотоға төшөрөп беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмгә ебәрҙе. Иң матур костюмдар һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр, тибеҙ.
Башҡорт егете булдым,
Һеңлемә батыр ағай,
Бер аҙ аптырашта ҡалды

Себерҙән ҡайтҡас атай! – тип яҙа Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Ильяс Яҡупов. Әсәһе теккән милли кейемгә ҡыуанған бәләкәс Ҡыш бабайға әҙерләгән шиғырын да һалып ебәргән.

Ишембай ҡалаһынан 6 йәшлек игеҙәктәр Дилара һәм Динара Ғүмәроваларҙың ҡу­лынан килмәгән эш юҡ. Йыр-моңға маһир ҡыҙҙар ата-­әсә­һенең терәге булып буй еткерә. “Тыуған көнөнә теген машинаһын һатып алғас, апайым игеҙәктәренә күлдәктәрҙе үҙе тегә башланы, – тип яҙа Розалия Бағышаева. – Балалар баҡсаһындағы Яңы йылда сығыш яһау өсөн ҡыҙҙарына көнсығыш костюмдарын күңел йылыһын һалып текте. Апа­йымдың ҡул оҫталығы һәр саҡ һөйөнөстәр генә килтерә!”

Салауат районының Малаяҙ ауылы ҡыҙы Алина Шәйәх­мәтова һәм Баймаҡ ҡалаһынан Шәүрә Әминева Ҡыш бабайға ҡунаҡҡа Ҡар­һылыу һәм Бу­ранбикә булып йыйынған икән. Ҡайһы бер балалар баҡса­ларының бәләкәй төр­көм­дәрендә, сценарийға һыл­­­танып, бала­ларға бер иш костюмдарҙа килергә ҡуша­лар. Бына Инсан Йәһүҙин да, Санта Клаус кейеменә “заказ” бир­гәстәре, әсәһенән Яңы йыл хужаһының кейемен бына тигән итеп тектергән. Ә заманса әкиәт геройҙарының ниндәйе генә юҡ – Бэтмен, Леди Баг, Смешарик, Мөгөҙлө пони, Зорро һәм башҡалар.

– Исмәғил улым өсөн уҙған йыл бик һөҙөмтәле булды. Төрлө шахмат турнирҙарында ҡатнашып, еңеп сыҡты, ни бары 9 йәш булыуына ҡарамаҫтан, өсөнсө разрядҡа эйә булды, – тип яҙа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ғә­лиевтар ғаиләһе. Малайға ошо еңеүҙәре хөрмәтенә Шахмат короле кейемен теккәндәр. Афарин, Исмәғил! Һәр саҡ ата-әсәйеңде уңыштарың, тәртибең менән ҡыуандырып тор!
Шулай итеп, маскарад костюмдары парадын башлай­быҙ. Матур һәм зауыҡлы милли орнаменттар һалынған кос­тюмға өҫтөнлөк бирҙек – гран-при Сибай ҡалаһынан Алһыу Ғәбитоваға (Ҡурай костюмы) тапшырыла!

Беренсе урынға лайыҡ булыу­сылар – Клоун (Данил Һөйөн­дөков, Сибай ҡалаһы), Төл­­кө­бикә (Айһылыу Арыҫ­ланғужина, Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылы), Смешариктар (Гүзәлиә, Ғәлиә һәм Камила Садиҡовалар, Баймаҡ райо­нының Өмөтбай ауылы), Ҡуянҡай (Сафия Исхаҡова, Өфө ҡалаһы) һәм Шахмат короле (Исмәғил Ғәлиев).

Сағыу һәм оҫта тегелгән костюмдар араһынан түбәндә­геләр икенсе урынға лайыҡ булды: Гусар (Вилдан Хәмитов, Сибай ҡалаһы), Бал ҡорто (Рәлиә Арыҫланғужина, Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылы), Ҡыҙыл Башлыҡ (Сөмбөл Һибәтова, Әбйәлил районының Яңауыл ауылы), Сусҡа (Руслан Аҡҡужин, Йылайыр районының Йомағужа ауылы), Көнсығыш ҡыҙҙары (Дилара һәм Динара Ғүмәровалар), Мөгөҙлө пони (Рената Халиҡова, Сибай ҡалаһы).

Әбйәлил районының Рысҡу­жа ауылынан ағайлы-һеңлеле Ислам менән Сулпан Яҡуповтар Бэтмен һәм Леди Баг, Әзизә Даушева Ҡуян костюмдары менән өсөнсө урынды яуланы. Шулай уҡ өсөнсө баҫ­ҡыста – Йондоҙ һанаусы ҡыҙ Регина Зәбитова (Сибай ҡалаһы), Панда (Сыңғыҙ Билалов, Бөрйән районының Кил­деғол ауылы), Сусҡа кос­тюмындағы апайлы-ҡус­тылы Айгизә һәм Динислам Латиповтар, Йондоҙ һанаусы малай Илгиз Теләүсин (Бөрйән районының Байназар ауылы) һәм Илйәнә Дәүләтова (Сибай ҡалаһы). Конкурстың еңеү­селәре һәм ҡатнашыу­сылары маҡтау һәм дәрт­ләндереү ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Юл төшкәндә, беҙҙең редакцияға һуғылып үтеүегеҙҙе һорайбыҙ.













Сираттағы балалар бәйгеһе геүләп үтеп тә китте. Бәлә­кәстәрҙең күңелен күреүсе оҫта ҡуллы әсәй-инәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт. Тормош йәме – ул-ҡыҙҙарыбыҙ зиһенле, сәләмәт, тырыш, тәртипле булып үҫһен!




Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!