RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙмыш түпәләһә лә, үпкәләмәҫкә!

26.09.2014 Яҙмыш түпәләһә лә, үпкәләмәҫкә!

Учалы районының Сораман ауылынан хеҙмәт алдынғыһы Маһикарам Ҡәләмова, зарланмай, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә кәрәк, ти.

Яҙмыш түпәләһә лә, үпкәләмәҫкә!Нисек бәхетле булырға? Айырыуса яҙмышың һиңә артыҡ рәхимлек күрһәтмәһә, түпәләһә, ҡыйырһытһа? Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, өлөшөңә төшкән көмөшкә үпкәләмәй, матур, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә тырышырға, тип үҙ рецебы менән бүлешә Учалы районының Сораман ауылында йәшәүсе Маһикарам Ҡәләмова: “Был сер түгел, барыһына ла мәғлүм хәҡиҡәттәр ҙә баһа: эш яратырға, тормошто һөйөргә, кешеләргә яҡшы булырға – шуларҙан бәхеткә юл башлана”.

Китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан уҡып түгел, ә үҙ башынан үткәреп сығарған тормош һабаҡтарын Ма­һикарам Ғибәҙәт ҡыҙы. Хеҙмәт һөйгәнгә Рәсәй Федерацияһының со­циалистик ярыш алдынғыһы миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән наградлан­ған. Ғүмерҙең һәр миҙгелен, һәр атҡан таңын оло ҡыуаныс менән ҡабул итеп, булғанына шөкөр ҡылып, яҙ­мышына рәхмәт йөҙөнән Ма­һикарам апай үҙенән һуң тик яҡты эҙ ҡалдырырға ынтыла. Шуға ла йәш сағынан һауынсы һөнәрен һайлап, эшенә тоғро ҡалған ҡыҙ гел активистар рәтендә йөрөй, тормош ҡайнаған ерҙән һис бер ҡасан ситтә ҡала алмай. Заманында район, ауыл советы депутаты булып һайланған аҡыллы, изге уйлы гүзәл зат, хаҡлы ялдамын, тип тормай, әлегәсә ауылдың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күңел тулы дәрт булғанда, паспорт­ҡа ҡарау ҡайҙа?! Үҙе лә, ире Хатип Ғәбит улы ла бейергә яратҡанға, сәхнәнән төшмәнеләр, ти ауылдаштары, улар менән ғорурланып. Кемделер рәнйетеү, кәмһетеү түгел, бер ваҡытта бер кем хаҡында насар уйламаған, көнсөллөктөң нимә икәнен белмәгән эскерһеҙ Маһикарам апайҙың күңел таҙалығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Эргә-тирәләгеләргә ярҙам итергә, терәк булырға, мохтаждарҙы эйәртергә, лайыҡлыларҙы алға әйҙәргә – был уның тәбиғи хәле. Ул, миңә гел дә яҡшы кешеләр осрап торҙо, ти. Бәлки, шуғалыр ҙа йөрәге яуызлыҡтан ҡаҡшамаған, ҡатмаған. Хәйер, һәр беребеҙгә ғүмер юлында төрлө-төрлө әҙәмдәр осрай бит ул. Маһикарам апайға ла алама бәндәләр менән күрешергә яҙғандыр, ләкин киң күңел уларҙы күрмәмешкә һалышҡандыр, насарлыҡтарын хәтере юйып, онотторғандыр. Түңәрәк донъяны ҡороп алғансы, матур тормошҡа аяҡ баҫҡансы уға бик нужа һурпаһы эсергә, ыҙа кисерергә яҙа. Әле йүнләп иҫ тә инмәҫ борон, ике генә йәшендә Маһикарам етем ҡала: уны һәм яңы тыуған сабый Абрарҙы ҡалдырып, әсәләре мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Алты йылдан аталары ла гүргә инә. Балаҡайҙар үгәй әсә ҡулында ҡала. Бәхеттәренә, ул бик мәрхәмәтле ҡатын була.

– Уныһын-быныһын йүнләп, ҡайҙа дарыу үләндәрен, ағас ҡайырыһын аҙыҡ-түлеккә алмаштырып, үгәй әсәйебеҙ беҙҙе асыҡтырмаҫҡа тырышты, – ти Маһикарам апай. – Беҙ ул саҡта Ғәлиәхмәрҙән Миндәк ҡасабаһына күскәйнек. Өйҙә ашарға тәғәм дә ризыҡ юҡ. Әпәкәйҙе талонлап ҡына бирәләр. Уны алыр өсөн һары таңдан сиратҡа баҫырға кәрәк. Шулай бер көн, ауыҙҙағы төкөрөктө йота-йота, тиҙҙән арыш икмәгенән ауыҙ итеремде уйлап, ҡыуанып сиратта торам. Ләкин был юлы беҙгә икмәк тәтемәне! Һатыусының, ғаиләгеҙҙә эшләүселәр юҡ, икмәк һеҙгә бирелергә тейеш түгел, тигән йән өшөткөс һүҙҙәрен сабый ғына йөрәгем нисек кенә күтәрҙе икән?! Башыңды түбән эйеп, сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, йәлләүес ҡараштар оҙатыуында магазиндан сығып китеүҙән башҡа сараң юҡ...

Астан ҡаҡлығып үлмәҫ өсөн балалар тамаҡ хаҡына күрше-күләнгә мал ҡараша, баҡса эштәрен башҡарыша, башҡа ҡара йомоштарҙа йөрөй. Ҡайһы бер изге кешеләр, етемдәрҙе йәлләп, үҙҙәренең ауыҙынан өҙөп булһа ла, ризыҡтары менән бүлешә – ауыл халҡы ауыр эш, һалым менән баҫылған осор... Эсәктәрҙе арҡаға йәбештергән, тамам елеккә үткән оҙон, һалҡын ҡыштарҙан һуң яҙ-йәйҙе зарығып көтә Маһикарам менән Абрар. Сөнки йәшел үлән морон төртөү менән тамаҡтары ялғанып ҡала: беттекәй, йыуа, һарына, балтырған – ашауға барыһы ла ярай! Еләк-емеш өлгөргәс тә ысын сауҙа башлана: кистән биҙрәләр тултырып еләк йыялар ҙа, таңдан егерме-ҡырҡ саҡрымда ятҡан Тирлән, Белорет, Үрге Урал баҙарҙарына юлланалар. Шыйыҡ ҡына билдәр, иңбаштар, аяҡтар тала, ләкин усҡа аҙ ғына аҡса инеп ятһа, бөтә арыу-талыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Кәйефтәре күтәрелгәнгә, йәйәүләп кире ҡайтыу ҙа бер мәлгә онотолоп тора. Ҡайтҡанда һине туйҙырған ергә мең тапҡыр эйелеп-бөгөлөп, яңынан биҙрәләрҙе тултыраһың... Еләк-емеш осоро тамам­лан­ғас, аслыҡтан урлашырға ла мәжбүр булалар: ҡайнатырға тип әҙерләнгән әсе ҡатыҡ, киптерергә ҡуйылған ҡорот иң тәмле аҙыҡ кеүек тойола. Ялан аяҡ балаларҙың тормошо артабан нисек китер ине икән, әгәр уларҙы, апалы-ҡустылы Ҡол­мөхәмәтовтарҙы, Сермән балалар йортона алып барып тапшырмаһалар? Әйтеүе ҡыйын... Һәр хәлдә, зирәк аҡыллы, ҡара эшкә шәп ҡыҙ менән малай юғалып ҡалмҫ, ләкин бәхеткә юлдары бигерәк урау булыр ине кеүек. Ә Сермәндә улар алдында, әйтерһең дә, бәхет ҡапҡалары асылып китә! Уҡыуға талпан кеүек теше-тырнағы менән йәбешә Маһикарам – шул тиклем дә танһыҡ була уға белем серҙәренә төшөнөү! Китаптарҙы һыу кеүек эсә, йота ғына – китапханала ул уҡымаған әҫәр ҡалмай. Иртәнән кискәсә шаулап-гөрләгән күңелле мәктәп тормошона ылығып китеп, ҡыҙыҡһыныусан бала үҙенә хас булған тартыныу, оялыуҙы еңә: ҡайҙа концерт – шунда ул ҡатнаша, ҡайҙа спорт ярыштары – шунда Маһикарам ярыша! Үҙен һәр өлкәлә һынап ҡарай: һүрәт тә төшөрә, шиғырҙар ҙа яҙа, ҡул эштәре менән дә булыша. Ҡайһы берәүҙәр ауыҙына сәйнәп ҡаптырғанды йота алмағанда, ҡыҙ уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең һәр һүҙен оторға тырыша, һәр кәңәшен хәтер һандығына һала бара. Мәктәп директоры Рәүф Хәлимов, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Камил Низам улы, уҡытыусы Эдуард Йәғәфәров, тегенсе Хәтимә апай, мәрхәмәтлек өлгөһө булып, уның йөрәгендә ғүмерлеккә урын алған. Яратҡан тегенсе апайы кеүек үҙен дә теген машинаһы артында күрергә хыялланған Ма­һикарам ҡанатланып кәләштәр ҡалаһына – Ивановоға бара. Әлдә медицина комиссияһы уны туҡыу фабрикаһындағы эшкә яраҡһыҙ тип таба, юғиһә шунда тороп та ҡалыр ине. Ә ул саҡта ҡанаттары ҡайырыл­ған ҡыҙ бик тә бошона. Үҙен башҡаларҙан бер ҡасан кәм итеп тоймаған Маһикарамдың һаулығы, ысынлап та, шәптән булмай шул: насар күрә, ҡолаҡҡа ла ҡатыраҡ...
– Бала сағынан данлыҡлы һауынсы Эльвира Гулина, Шәүәли Ва­хитов һымаҡтарҙы идеаллаштырған ҡыҙ бала Белорет районының “Заря” колхозына, Сосновка комсомол йәштәр фермаһына һыйыр һауырға килә, – тип һөйләй ауылдашы хаҡында “Тиләү” музейы етәксеһе Зөбәйҙә Ҡәләмова. – Мәк­тәптә уҡығанда йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереүҙә 1-се, 2-се урындарҙан ҡалмаған спортсыға яңы эше бик тә ҡулай күренә. Сослоҡ, тилберлек – йәш һауынсы өсөн иң кәрәкле сифаттар. Рәзилә Мөхәмәтйәрова, Гөлнур Ман­сурова, Зәйтүнә Хәлимова, Фәрхиза кеүек апайҙар – әле генә парта артынан килгән 15 йәшлек ҡыҙҙың тәүге остаздары. Һынау осорон уңышлы үтә ул, хатта ауыл хужалығы институтынан практика үтеүсе зоотехник ҡыҙға методист ролен дә үтәй. Йәш саҡ – дәртле саҡ. Тынғыһыҙ күңел үҙ урынында түгел, әхирәттәренең дә төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып бөтә. Радионан иртәле-кисле “Даешь пятилетку!” тигән өндәмәләр ылыҡтырғыс ауаз булып яңғырай, күңелдә романтик тойғолар уята. Комсомолдың саҡырыуына яуап итеп, йәштәр төркөмө Ҡаҙағстан еренә аяҡ баҫа – Турғай өлкәһендәге Костышев исемендәге игенселек совхозына.

– Бер ғауым климатҡа өйрәнә алмай ҡаңғырҙыҡ, – тип һүҙҙе Ма­һикарам апай үҙе ялғай. – Көндөҙгө эҫелек ҡырҡ градустан төшмәй. Һыуһата. Цистерна менән таҙа һыу килтерәләр ҙә килтереүен, ләкин ул бер-ике сәғәттән үк йылый, һыуһынды ҡандырмай ыҙалата. Ә ҡышын ҡарҙың күплеге ҡамасаулай. Бында элек-электән яҙылмаған ҡанун йәшәй: кем көрт ярып, өйөнән сыға ала, шул йәнәшәһендәге өйгә лә юл ярырға тейеш. Иң һоҡландыр­ғаны – яҙ! Икһеҙ-сикһеҙ далала сәскә атҡан ләләләрҙең аңлатып бөтөргөһөҙ матурлығынан күҙҙәр ҡамаша! Эргәлә генә хәрби ҡаласыҡ. Беҙ һауған һөттө гарнизонға илтәләр. Улары үҙ сиратында урып-һуғыу эштәренә йәлеп ителә. Тәртип хәтәр көслө булды. Беҙҙе тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгән ҡаҙаҡ егеттәренән дә, һалдаттарҙан да бик ныҡ ҡурсаланылар. Һәр ваҡыт көслө һаҡ аҫтында инек. Немец, украин, белорус, башҡорт ҡыҙҙары бер туғандар кеүек йәшәнек. Украинкалар күберәк – борщты, белорустар бәшмәкте үҙ итә, ә мин йомран майында тәмле итеп картуф ҡурам. Һыйыр һауып ултырғанда ҡатнаш аҙыҡ еҫенә аяҡ үрә баҫҡан йомрандар йыйылып китә. Һиҙҙермәҫтән генә теге мәхлүктәрҙе тимер ырғаҡ менән эләктереп алабыҙ. Ир-ат уларҙы салып та ебәрә. Майы иҫ киткес тәмле! Ҡаҙаҡтарҙың да йолалары менән таныштыҡ. Биғәшә исемле ҡаҙаҡ ҡыҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Төнө буйы һимеҙ иттән әҙерләнгән бишбармаҡ менән һыйландыҡ. Аша­ғанда беләгең буйлап һурпа ағыҙаһың икән, һин әрһеҙ һаналаһың, тип әхирәт алдан иҫкәрткәйне, әйткәндәрен теүәл үтәнем. Табындағы ризыҡты тәүҙә ололар тәмләй. Ҡунаҡты үҙ ҡулы менән һыйлау улар өсөн оло мәртәбә. Һый шыйығайтылған ҡатыҡ эсеү менән тамамлана. Думбыра моңон да тәүләп шунда ишеттем.

– Тыуған яғына ҡайтҡас, айырыу­са ҙур дәрт, ҡомар менән элекке эшенә тотона ауылдашым, – тип Маһикарам Ҡолмөхәмәтова тура­һында әллә күпме мәғлүмәт туп­лаған Зөбәйҙә Ҡәләмова һүҙҙе тағы эләктереп ала. – Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй: 1970 йылда – “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн”, 1971 йылда “Хеҙ­мәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. 1975 йылда партияға инә. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы булараҡ танылыу яулаған ҡыҙ ВЛКСМ-дың XXVI конференцияһында ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта киске мәктәптә уҡып, унынсы синыфты тамамлай. Хеҙмәт һөйгән – хөрмәт ҡаҙанған, тиҙәр. Мәскәүҙәге халыҡ-ара йәштәр лагеры “Юлдаш”та ике тапҡыр 24-әр көн ял итеү бәхетенә ирешә уңған ҡыҙ. Латвия, Белоруссия, Алтай крайынан килгән үҙе кеүек эшһөйәрҙәр төркөмөндә онотолғоһоҙ сәйәхәттәр, күңелле осрашыуҙар, иҫтәлекле урындарҙа фото төшөү – барыһы ла Маһикарам Ғибәҙәт ҡыҙының күңеленә хуш килә. Ә ресторанда ул барыһын да таң ҡалдыра: күңеле тулышып, ихласлап “Зәйтүнәкәй”ҙе (“Катюша” йырының башҡортсаһын) йырлап ебәрә. Шул рәүешле алмаҡтан-һалмаҡ, йәғни бер куплет русса, икенсеһе башҡортса, йырлашыу оҙаҡ ҡына дауам итә. Һөҙөмтәлә Маһи­карамға көслө алҡыштар аҫтында иҫтәлекле бүләк тапшыралар. Күкрәк көсө менән үҙенә-үҙе юл ярып, сәмләнеп йәшәгән ябай ауыл ҡыҙы өсөн ошонан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме һуң?!

Тап шул мәлдәрҙә, алдынғы һауынсының фотоһы республика матбуғаты биттәренән төшмәгән саҡта, тағы бер иҫтәлекле ваҡиға була: фотоһы буйынса Маһика­рамды танып, затын эҙләп, Тәғзимә Насирова фермаға килә. Етәксе­ләрҙән рөхсәт һорап, ул ҡыҙҙы өс көнгә Тирләнгә, әсәһе янына алып ҡайта. Ағай-ҡустылар менән таныштырыу маҡсатында уны Мунса ауылында йәшәгән Фәррәх ағаһы Уральскиға, Уйылдан Исламовтарға алып бара. Ишетеп кенә белгән, хәҙер килеп бер табын артына йыйыл­ған ағай-ҡустылар янында башта үҙен нисектер уңайһыҙыраҡ тойһа ла, Маһикарам тора-бара улар­ға эҫенә. Ағала­рының саҡырыуын кире ҡағырға ҡыймай, Яңы Байрамғол фермаһында эш башлай. Элекке эш урынынан уны эҙләп килеп еткән етәкселәрҙең өгөтләүенә бирешмәй, тыуған төбәктә ҡала. “Алма беш, ауыҙыма төш” тип, әҙер­ҙе көтөп ятҡандарҙан түгел Ма­һикарам, сәмләнеп, бар көсөн биреп эшләй, һис тә һынатмай.

Буласаҡ тормош иптәше Хатип Ҡәләмов менән улар тәүҙә йыйылыштарҙа ғына күрешә, эш буйынса ғына аралаша (егеттең йәйләүгә ҡалдырып йөрөгән мотоциклына атланып, Маһикарамдың кистәрен Сәнсәр, Рафиҡ ауылдарына тансыға сапҡаны тураһында өндәшмәҫкә лә мөмкин). Сораман мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Рәшиҙә Сабур ҡыҙы ике буйҙаҡты яҡындан таныштырып, ҡауыштырмаһа, йәштәр тағы әллә күпме йөрөр ине бер-береһенә күтәрелеп тә ҡарарға ҡыймай... Бер алманың ике яртыһы булып сыға Маһикарам менән Хатип – гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. Өс тиҫтәнән ашыу татыу ғүмер иткән Ҡәләмовтар ике бала үҫтергән. Айгөл менән Азат инде үҙҙәре оя ҡорған, ҡыҙҙар үҫтерә. Олатай-өләсәй булыуҙың тәмен тойған, йәшәүҙән туймаған Ҡәлә­мовтар, донъялар имен торһон, балалар ҡыуаныста-шатлыҡта йәшәһен, тип әйләнгән һайын ҡабатлай.

... Маһикарам Ғибәҙәт ҡыҙына күп йылдар элек яҙылған бер ҡылыҡһырламала, хеҙмәттә һәм тормошта башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ, тигән һүҙҙәр бар. Был, ысынлап та, шулай. Ул һаманғаса, ғүмер көҙөндә лә, башҡаларға өлгө булырлыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»