RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңауылда – фажиғә

28.01.2014 Яңауылда – фажиғә

Яңауылда – фажиғәЙәкшәмбе кис Яңауыл ҡалаһының Совет урамындағы 2-се йортта газ баллоны шартлау арҡаһында биш кеше һәләк булған һәм тиҫтәләгәне зыян күргән.
Биш ҡатлы йортта ремонт өсөн алын­ған 12 литрлыҡ газ баллонынан сығып торған газ, һауа менән ҡатнашып, шартлаған, артынса янғын сыҡҡан. Фажиғә буйынса РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше асылған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов янғын урынында булып, ашығыс кәңәшмә үткәрҙе, зыян күреүселәр менән осрашты, һәләк булғандар­ҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
Республика башлығы әйтеүенсә, ошо фажиғәгә оҡшаш ғәҙәттән тыш хәлдәр­ҙәге кеүек үк, һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә бер миллион һумдан да кәм булмаған компенсация түләнәсәк. Башҡа зыян күреүселәргә компенсация күләме тән йәрәхәттәренә, матди юғалтыу күләменә бәйле буласаҡ. Шулай уҡ тән йәрәхәттәре алыусылар республика шифаханаларында бушлай дауалау курсы үтә ала.
Газ шартлау ваҡытында йәрәхәтләнеүселәрҙе Өфөнөң 18-се клиник дауаханаһының тән бешеүҙе дауалау үҙәгенә алып килгәндәр. Шартлау булған фатир­ҙың 39 йәшлек хужаһы һәм уның 15 йәшлек улы ла дауаханаға һалынған. Уларҙың торошон табиптар бик ауыр тип баһалай. Үкенескә күрә, бәпес табырға йөрөгән хужабикә менән биш йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған.
Яңауылда шартлау һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә ҡан Республика ҡан биреү станцияһында, шулай уҡ станцияның Нефтекама филиалында ла ҡабул ителә.
Ошо фажиғәгә бәйле Яңауыл ҡалаһы биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.
Зыян күргән граждандарҙың торлағын яңыртыу буйынса дәүләт заказсыһы булараҡ билдәләнгән Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына Яңауыл райо­ны хакимиәте менән берлектә 27 ғинуарға тиклем Хөкүмәткә торлаҡты яңыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә һәм 2014 йылдың 30 апреленәсә бөтә эштәрҙе тамамларға ҡушылды. Әле йорт халҡы ваҡытлыса урындағы интернатҡа урынлаштырылған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, газ баллоны дөрөҫ тултырылмаған, газ тултырыу станцияһы ла көнкүреш баллондары өсөн тәғәйенләнмәгән булған.
20 ғинуар Яңауылда матәм көнө тип иғлан ителде.

Битараф булмағыҙ

Районда янғындан зыян күреүсе ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн иҫәп асылған.
Реквизиттар:
«Наименование получателя: Янауль­ское финансовое управление (МАУ «Дворец молодежи», л/с 30070002120)
ИНН 0271002940 КПП 027101001
Банк получателя: филиал ОАО «Уралсиб» в г. Уфа,
к/с 30101810600000000770 БИК 048073770, р/с 40701810800053000001
КБК дохода 30399050057060000180

Кейем, башҡа кәрәк-яраҡ йыйыу ҙа ойошторолған: Яңауыл, Азин урамы, 9а, Йәштәр һарайы.
Бөтә һорауҙар буйынса (34760) 5-44-06, 5-01-22 телефондарына мөрәжәғәт итергә була.

* * *
«Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе» ойошмаһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе республиканың бөтә граждандарына зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.
Әйберҙәрҙе һәм аҡсаны Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 53-сө йорт адресы буйынса тура «Ҡыҙыл Тәре» йәмғиәтенә килтергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 251-64-11.
Зыян күреүселәргә ярҙам итеү өсөн иҫәп:
Расч/сч 40703810407250000037 в ОАО «Социнвестбанк», г. Уфа, Кировский доп. офис
Кор/сч 30101810900000000739
БИК 048073739
ИНН 0274037193
КПП 027401001
ОКАТО 80401000000
Назначение платежа: Благот­ворительное пожертвование пострадавшим от взрыва газа в г. Янауле.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»