RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшәү һәм үлем. Тоғролоҡ һәм хыянат

08.11.2013 Йәшәү һәм үлем. Тоғролоҡ һәм хыянат

Йәшәү һәм үлем. Тоғролоҡ һәм хыянат...Урамдан киләм. Ҡаршыма осраған һәр кемдең тиерлек йөҙө таныш. Ҡалабыҙ ҙур түгел, шуға ла ҡат-ҡат осрашып, бер-беребеҙҙе йөҙгә танып бөткәнбеҙ. Ошо таныш булмаған таныштар араһында нисәнсе көн инде Радмир исемле берәүҙе эҙләйем. Таба алмаҫымды, аңым менән киткәндәрҙең кире әйләнеп ҡайтмаҫын белһәм дә, һаман ҡараштарым менән уны эҙләйем. Уны әсәһе, һөйгәне, дуҫтары һөйләүе, фотолары аша ғына танып беләм, ә шулай ҙа ул миңә яҡын, беҙ уның менән мотлаҡ танышырға тейешбеҙ һымаҡ ине. Ул мине тормошҡа ҡарашы менән таныштырыр, хыялдары менән бүлешер, кешеләр хаҡындағы уйҙарын сисер кеүек... Әммә Радмир Хилажев әйләнеп ҡайтмаҫ ерҙәргә киткән, күпме эҙләһәң дә, табырлыҡ түгел, хәтер генә йәшәй бөгөн уның турала.

Һөйкөмлө һөйәк

– Минең Радмирым 1988 йылдың 6 июлендә беренсе бала булып донъяға килде, – тип һөйләй күҙ йәштәрен йотоп әсәһе Хәлисә апай. – Ул бәләкәйҙән шундай аҡыллы, теремек булды. Тик «дүртле», «бишле»гә уҡыны, ҡулынан килмәгән эш юҡ ине, нимәгә тотонһа ла, дан итеп эшләп ҡуйҙы. Хоҙай унан бер нәмәне лә йәлләмәгәйне: матурлығын да, буй-һынын да, һәләттәрен дә... Керпектәренең оҙонлоғона, ҡуйылығына хатта үҙем дә һоҡланып туйманым. Тик бала сағынан ҡараштары әллә ниңә моңһоу булды. Улым йырланы, бейене, гитарала, ҡурайҙа уйнаны, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Шулай сираттағы концерттан һуң бер апай миңә, Хәлисә, шул тиклем моңло бала, ғүмере генә ҡыҫҡа булмаһа ярар ине, йырлағанын ишетеп иланым, тине... Спортты ла үҙ итте, штанга күтәреп, еңеүҙәр яуланы. Бәләкәйҙән ҡыуандырып торғас, балам һәр ваҡыт шулай уңышлы юлдан атлар, тип уйланым, бәлә килеп тәҙрә сиртер, тип башыма ла индермәнем. Белһәм, үҙем торор инем ҡалҡан булып, әммә баламды бирмәҫ инем...

Йәшәү өсөн көрәш

Туғыҙынсы синыфтан һуң педколледжға уҡырға ингән Радмир, был минең эшем түгел, тип уҡытыусылыҡтан баш тартып, электрикка уҡып сыға. Кәләш ала, улы тыуа, комбинатта эшләй башлай. Бер көн сменанан ҡайтҡас, кинәт ауырып аяҡтан йығыла. Температураһы ҡырҡҡа етә, аяҡтары һыҙлай. «Тиҙ ярҙам» машинаһында уны дауаханаға алып киләләр, «тромбоз» диагнозы ҡуйып, эренле хирургия бүлегенә һалалар. Егерме көн дауалағандан һуң уны сығаралар. Тик ун көн дә үтмәй, Радмир тағы сирләп китә. Был юлы уға «рожа» диагнозы ҡуялар. Радмир шулай бер йыл этләнә: антибиотиктар курсын ҡаҙағас, уны сығаралар, әммә, күп тә үтмәй, ул ауыр хәлдә яңынан дауаханаға эләгә.
– Яҡшылап тикшермәнеләр улымды, – ти, үкенеп Хәлисә апай. –Дауалаған табип ике тапҡыр Өфөгә онкологҡа ебәргәйне, нишләп һеҙҙе бында ебәрәләр, һеҙҙең сирегеҙ беҙгә ҡағылмай, тип кире ҡайтарҙылар. Өсөнсөһөнә йүнәлтмә һорағайным, табип бирмәй ҡаңғыртты. Нимәгә һеҙ улығыҙ менән гел бергә йөрөйһөгөҙ, ул бәпәй түгел дәһә, тине ул миңә, асыу­ланып. Улыма нисә йәш булһа ла, ул минең өсөн һәр саҡ бала, тип яуапланым. Балам ыҙаланғанда нисек түҙеп, ни йәнем менән өйҙә ятайым мин?! Нисек шуны аңламаҫҡа мөмкин? Саҡ йүнәлтмә алып, 2010 йылдың октябрендә улымды тағы баш ҡалаға алып киттем. Республика клиник дауаханаһының ҡан тамырҙары бүлегендә улымды бер ай буйы тикшерҙеләр. Бөтә анализдары һәйбәт, ә аяҡтары барыбер шешә. Аптырағандан, ахыры, «лимфостаз» тигән диагноз ҡуйҙылар.
Уның араһында түләүле клиникаларға күпме йөрөнөк, һанап бөткөһөҙ! Учалынан тыш, Силәбе, Магнитогорск ҡалманы, тик бер табип та дөрөҫ диагноз ҡуя алманы. 2011 йылда Өфөгә барып, федераль программаға сиратҡа яҙылдым. Улым тағы бер ай ҡан тамырҙары бүлегендә тикшерелеп ятты, һәм документтарын Һаулыҡ һаҡлау министрлығына алып барып бирҙек. Бер аҙнанан Мәскәүгә, Вишневский исемендәге хирургия институтына барасаҡһығыҙ, йүнәлтмә почта аша киләсәк, көтөгөҙ, тип ҡайтарҙылар. Күпме көтһәк тә, йүнәлтмә килмәне, шул институттан, шуның менән, бының менән дауалағыҙ, тигән хат ебәрҙеләр. Йәғни шул уҡ дарыуҙар менән дауаланырға ҡушҡандар. Ә ул дауанан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ...
Һуңғы сик

Улы һауыҡһын өсөн, малдарын ғына түгел, йортон һатып ебәрергә әҙер булған Хәлисә апай инде ни эшләргә белмәй, Башҡортостанды арҡырыһына-буйына йөрөп, им-томсо әбей-бабайҙарға ла улын алып бара, хатта Төркостанға ла барып етә. Ләкин бер файҙа­һыҙға... 2012 йылдың 29 октябрендә Радмирҙың хәле тағы насарайғас, Хәлисә апай уны ҡабат Өфөгә алып бара. Ҡан тамырҙары бүлегендә, урын юҡ, ҡайтығыҙ, тип уларҙы кире бормаҡсы булалар, ләкин балаһын ҡурсалаған әсә үҙ һүҙен һүҙ итеп, улына урын таптырта. Бер көн Радмирҙы тикшергәс, табиптар уны тиҙ генә онкология диспансерына ебәрә. Унда тикшереү уҙғар­ғас, һеҙҙең улығыҙҙа дүртенсе стадиялағы яман шеш, үҙегеҙҙең район­ға ҡайтығыҙ, тиҙәр. Ҡайт­майбыҙ, ти Хәлисә апай, һәм һуңғы сиккә етеп, һаулыҡ һаҡлау министрлығына шылтырата. Яҡшы кешегә эләгә, уның арҡылы Радмирҙы диспансер­ҙа ҡалдыралар. Баламдың үпкәһенә һыу йыйылғанға тын ала алмай, зинһар, һыуын алығыҙ, тип инәлә бер медицина белеме булмаһа ла, әсә йөрәге менән хәлде тойомлап Хәлисә апай:
– Ә миңә, уның үпкәһендә метас­таз булғанға тын ала алмай, тиҙәр. Кеше йәнле бер табип мине тыңлап, пункция эшләне. Улымдың бер яҡ үпкәһенән – өс литр, икенсеһенән ике литр ярым шыйыҡса сыҡты. Шунан һуң баламдың рәхәтләнеп, иркенләп тын алыуҙары! Инде лә ҡыуанды улым, һуҙылып ятып алды. Табип Ринат Уразин Радмирҙың һуҙылып төшөп ятыуын күреп, үҙе лә аптыраны. Улым бит бер ай буйы ултырып йоҡланы, бөтөнләй ята алманы, ята башлаһа, шунда уҡ тыны ҡыҫылып, тонсоға ине. Тик оҙаҡ рәхәтләнә алманы, үпкәһендә һыу тағы йыйылды. Мин әйткән һайын һыуын алып торҙолар. Шулай ҙа, улығыҙға йәшәргә күп ҡалманы, тип иҫкәрттеләр. Бер аҙҙан беҙҙе Учалыға ҡайтарҙылар. Бындағы табиптар үпкәһендәге һыуын алманы. Күпме инәлдем-ялбарҙым, үпкәһендә һыу түгел, метастаз, тип кенә яуапланылар. Диспансерҙан тәғәйенләнгән антибиотикты ла ҡаҙаманылар, барыбер үлә, тигәндәрҙер инде. Бер табип­ҡа, хәҙер балам тонсоғоп үлә бит, һыуын алығыҙ, тип аяғына йығы­лыр­ҙай булып инәлдем. Аҙаҡ баш табиптың урынбаҫарына йүгерҙем. Ул реанимацияла дежурҙа ине. Мине иғтибар менән тыңланы, ярай, үпкәһенән һыуҙы алырбыҙ, тине. Пульмонологты саҡыртып, һыуын алғандар, әммә улымдың кинәт ҡан баҫымы төшкән. Шул ваҡытта улар ҡан баҫымын күтәрә торған укол менән әҙер генә торһалар, балам күпмелер йәшәр ине. Ә ул шунда күҙҙәрен мәңгегә йомдо. Өфөлә лә үпкәһенән шыйыҡсаны алғанда ҡан баҫымы төшкән булған, Радмир аҙаҡ миңә, инәй, саҡ үлмәнем, әлдә тиҙ генә укол ҡаҙанылар, тигәйне.
Минең өсөн баламдың яҡты донъяла бер көн, йә бер генә сәғәт булһа ла күберәк йәшәүе ҡиммәт, һәр тын һулышы ҡәҙерле ине. «Ыһ» тип тышҡа сыҡҡан һәр ыҙаһы йөрәгемде тереләй бысаҡ менән һуйыу­ға бәрәбәр ине. Үҙ балаһына йөрәген ярып бирергә әҙер булып та, ғәзизен һалҡын ер ҡуйынына индереп һалырға мәжбүр булған әсәләр мине яҡшы аңлар, ә башҡаларҙы был ҡайғыларҙан аралаһын, дошманыма теләмәҫ инем был ҡайғыны кисерергә...
Өс йыл табиптар менән осрашып йөрөп, шундай һығымта яһаным: хәҙер медицинала тик аҡсаға ҡаныҡҡандар күп, улар кешене бесәй урынына ла күрмәй. Балам үлгәс, бер шәфҡәт туташы, их, табиптарға аҡса тығырға кәрәк булған, тине...
Иң ауыр саҡтарҙа «Ирәмәл» балалар ижады үҙәге коллективы миңә оло терәк булды, ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡара ҡайғы донъяны ҡаплағанда бауырымды балаларыма баҫтым да бер аҙ тынысланған кеүекмен. Әммә етмәй бит, етмәй миңә бөгөн улым, ни эшләһәм дә, уны уйлайым, уның яҡты йөҙөн күрергә, яғымлы тауышын ишетергә зар-интизармын да баһа... Уны һағыныуыбыҙ үҙәктәрҙе өҙә! Ныҡ кәрәк ине ул беҙгә, минең баш балам...
Хәлисә апайҙың өҙгөләнеүҙәре... Ни тиергә белмәнем...

Бәхет өсөн хаҡ

– Гүзәл, һин ныҡ яраттыңмы Радмирҙы? – мәрхүм яҡташымдың хәләленә шул һорауҙы бирҙем дә, уңайһыҙландым – кеше шулай тип һорай торғаны бармы инде?!
– «Яраттым» түгел, мин уны һаман да яратам! – Гүзәл ипләп кенә мине төҙәтте. – Ул минең өсөн тере ҡалды...
Мостабаевтарҙың ғаиләһе Ис­там­ғол ауылына күсеп килгәндә, ҡыҙҙары Гүзәлгә ун дүрт йәш була. Шаян, көләс ҡыҙыҡай тәү күреүҙән үҙенән ике синыф түбән уҡыған Радмир Хилажевты оҡшата. Хәйер, тырыш, әүҙем, алсаҡ үҫмерҙе кем генә оҡшатмағандыр инде... Ә Гүзәлдең күңелендә балалыҡта башланған ошо тойғо үҙе менән бергә үҫеп нығына. Радмир менән дуҫлаша башлағас, Гүзәл үҙен иң бәхетле кеше итеп тоя, йөрәгендә ҡабынған һөйөү осҡондары бар донъяны яҡтыртыр һымаҡ тойола. Бәхетле, һөйгән-һөйөлгән пар өсөн барыһына ла ҡыуанырға ине лә бит, ләкин көнсөллөк уты ике йөрәкте айыра. Радмир, кеше һүҙен тыңлап, ҡыҙға ташлашырға, башҡа осрашмаҫҡа тәҡдим итә. Һөйөклөһөнә үҙенең буйға ҡалыуын хәбәр итергә йыйынған Гүзәл был һүҙҙәрҙән шаңҡый. Һөйөнөслө (көйөнөслө?) яңылыҡты эсенә йомоп, тәҡдимде ҡабул итә. Күп тә тормай, Радмир икенсегә өйләнә. Гүзәлдең ирһеҙ бала табыуы тураһындағы хәбәрҙе ишетһә лә, уларҙың өйө яғына әйләнеп ҡарамай, үҙемдең улымдыр, тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай. Йәш ғаиләлә лә ир бала донъяға килә. Радмир ҡайырып аҡса эшләй, кәләш бәпес баға – барыһы ла шулай һәүетемсә генә барғанда, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, билдәһеҙ сир егетте аяҡтан йыға. Ире дауаханала ятҡан саҡта йәш кәләш, әйберҙәрен йыйып, балаһы менән үҙҙәренә ҡайтып китә. Башҡа кире ҡайтмаҫ өсөн. Аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшкән Радмирҙың шул ваҡытта ниҙәр кисергәнен хәҙер бер Хоҙай ғына белә, һәр хәлдә, был ҡылыҡты арҡаға бысаҡ ҡаҙау менән генә тиңләргә булалыр кеүек миңә.
– Радмирҙың ауырып ятыуы тураһында ишеткәс тә үҙемә урын тапмай ҡаңғырҙым, шуға ла форсаты сығыу менән үҙем уға шылтыраттым, – тип һөйләй Гүзәл. – Ул тауышымды ишетеп, ныҡ ҡыуанды, арабыҙҙа бер ни булмағандай һин дә мин һөйләшеп киттек. Аҙаҡ, кеше һүҙен тыңлап, араларҙы өҙөүе өсөн үкенеүе хаҡында әйтте, өйләнешергә тәҡдим яһаны. Шатланып риза булдым, сөнки уртаҡ балабыҙ Данил атайһыҙ үҫә ине.
Кескәй Данил Радмирҙан ятһынып тормай, тәүҙән үк атаһының ҡосағына һырыла. Улар ошоғаса бер тапҡыр күрешмәһәләр ҙә, бик тиҙ бер-береһенә эҫенә. Атаһы өйҙә саҡта Данил уның ҡосағында йоҡларға күнегә, әйтерһең дә, ошоғаса етмәгән атай йылыһын алырға ашыға. Ә бәлки, кескәй һиҙгер йөрәге менән атаһының ғүмере ҡыҫҡа булырын тойоп, яратып ҡалырға ашҡынғандыр? Атай менән бала араһындағы бәйләнеш хайран ҡалдыра – тап Данил атаһының йәнен ҡырҡ көн буйына күреп, уның менән һөйләшеп йөрөй. Уйнап йөрөгән еренән әсәһенә йүгереп килеп: «Атайым һине ярат тип әйтә», – тип Гүзәлде ҡосаҡлаған бала, атайым һиңә, илама, ти, аҙаҡ барыбер бергә булабыҙ, тине, тип уны йыуатҡан...
Гүзәл менән Радмирҙың ғаилә бәхете бигерәк ҡыҫҡа: егерме беренсе сентябрҙә никах уҡыталар, ә ун өсөнсө октябрҙә Радмир йән бирә. Ә шулай ҙа ул әсәһенә, их, инәй, белһәң ине, нисек рәхәт миңә Гүзәл менән йәшәүҙәре, тип серен сисергә өлгөрә.
Радмир егерме дүрт йәшлек ғүмерендә һөйөүҙе лә, һөйөклө ул, ғәзиз атай булыу бәхетен дә, хыянатты ла, тоғролоҡто ла татый. Моғайын да, ғүмере ахырында ул үҙенең яңғыҙ булмауын тойғандыр: һуңғаса сиргә ҡаршы бергә көрәшкән әсәһе, һөйгәнен, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ташламаған Гүзәл, атаһын өҙөлөп һөйгән улы Данил, туғандары, дуҫтары... Хатта батшаларға тәтемәгән оло бәхет эләккән уға, ләкин ниндәй ҙә хаҡ түләнгән –тотош ғүмер. Ниндәй ҙә ғәҙелһеҙ, үкенесле был тормош...


Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»