RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыныслыҡ яулашҡан инәйҙәр

25.10.2013 Тыныслыҡ яулашҡан инәйҙәр

Тыныслыҡ яулашҡан инәйҙәрБаймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылындағы оло йәштәге тыл ветерандарының фиҙакәрлегенә һәйкәл ҡуйырлыҡ
“Беҙҙең ауылда шәп, лайыҡлы тормош юлы үткән, хөрмәтле апайҙар йәшәй бит ул. Мин уларға ҡарап һоҡланып туя алмайым. Барыһы ла матурҙар, ә һуғыш йылдарында нисек янып эшләнеләр! Нәҡ ошо апайҙар илебеҙгә Еңеү яуларға ярҙам итте лә инде”.
Икенсе Этҡолдан Сәлимә инәй Хәсәнова – Әлмөхәмәтованың күҙҙәре, һәр саҡтағыса, нур сәсә, үҙе ауыр яҙмышты лайыҡлы кисерә алған инәйҙәр тураһында һөйләүен дауам итә. Эйе, данлыҡлы Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә инәйҙең районда түгел, ә республикала үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашыуы, буйҙаҡтарҙы димләп ҡауыштырыуы, һәр ауылдашы өсөн янып-көйөп йәшәүе билдәле. Ә инде уның сәсән телле булыуы, күп осраҡта шиғыр менән һөйләүен тыңлап туйғыһыҙ. Ауылдаш апайҙарын гәзит биттәрендә күреү теләге менән дә күптән яна ул.
Көҙҙөң матур көнөндә Икенсе Этҡол ауылына юл алдым. Алтын төҫкә мансылған урман әҙәм балаһының ғүмер көҙөн хәтерләтә. Эйе, мин осрашасаҡ оло йәштәге инәйҙәр­ҙең миҙгелен. Өммөниса Юныс ҡыҙы Әлмөхәмәтова уңған килене Мәрйәм Әхиәр ҡыҙы менән мине ихлас ҡаршы алды. Килен кешенең ҡәйнәһен шул тиклем ихтирам итеүе, уны ҡарашынан аңлауы хайран ҡал­дыр­ҙы. Йорттоң таҙа, матур, ҡотло булыуы ла һиҙелеп тора. 1919 йылғы Өммөниса инәйгә Сибай ҡалаһынан фатир бирһәләр ҙә, ул тыуған тупрағынан оҙаҡҡа айырыла алмай. “Әллә бер тылсымы бар инде, күңелем ошо йортома, ауылыма тартыла”, – ти ул. Өммөниса инәй тормош иптәше менән Рәмзиә, Рәмил, Рәил, Рәшиҙә, Альбина, Морат исемле алты балаға ғүмер биргән.
Эйе, Өммөниса Юныс ҡыҙы – үҙе бер тере тарих. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, “Ҡыҙыл байраҡ” колхозының Икенсе Этҡол бригадаһының бригадиры була ул. Бар ир-егеттәр һуғышта. Ауыр эштәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар башҡара. Ер һөрөү, иген урыу, мал аҙығы әҙерләү, мал көтөү һ.б. Арып-талып өйөнә ҡайтҡан әсәләрҙе өйҙәрендә аслыҡтан тилмерешкән балалары көтә. Һәр кемеһендә кәм тигәндә дүрт бала бар. Икмәк һорап илаған сабыйҙарын әсәләр нисек кенә ты­ныс­ландырҙы икән! Ә закондар аяуһыҙ, ҡаты. Биш балаһын йәлләп бер ус ҡына бойҙайҙы кеҫәһенә һалып алған ауылдаштарын өс йылға төрмәгә хөкөм иттеләр бит. Өммөниса Юныс ҡыҙы, бригадир булараҡ, хөкүмәт талаптарын ғына үтәп ҡалмай, ә ауылдаштарына ла хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Шуға күрә уның тураһында әле лә: “Талапсан, әммә ғәҙел һәм кешелекле бригадир булды”, – тиҙәр. Хәйер, уның ҡулында эшләгәндәр Өммөниса инәйгә ҡарата булған ихтирамын юғалтмаған. Уның янына йыйыл­ған Йәмилә Әхмәт ҡыҙы Сирғәлина (1924 йылғы), Миңлебикә Абдрахман ҡыҙы Сир­ғәлина (1926 йылғы), Файза Ғабдулла ҡыҙы Мөхәмәтйәрованың (1925 йылғы) ҡарашында элекке бригадирҙарына булған ихтирам-хөрмәт сағылды.
Сәй табыны янында хәтер йомғағын һүткән инәйҙәрҙе тыңлап, күңелемде берсә һоҡланыу, берсә әрнеү тойғолары биләне. Ни тиклем ауыр, ҡурҡыныс йылдарҙы кисерергә тура килгән уларға. Һуғыш йылдары. Аслыҡ. Төрлө яҡтан килгән кешеләр ҙә ауылға килеп йығыла. Үҙҙәре ыҙа сигеп йәшәүгә ҡарамаҫтан, уларға ла ярҙам итәләр. Балалар һөт фермаһының мейесен көн дә һырып ала. Уларға берәр көрөшкә һөт эсереп, йән өрөп сығаралар. “Барыһы ла Еңеү өсөн!” лозунгыһы аҫтында аслыҡтан йығылып барған ҡатындар, ҡарттар, үҫмерҙәр хөкүмәт биргән планды арттырып үтәргә тырыша. Сәлимә инәй Хәсәнова: “Мин ул саҡта бала инем. Шулай ҙа колхозға эшкә сыҡтым. Һөтлө биҙрәләргә көсөм дә етмәй ине. Шул саҡта ошо апайҙарым мине йәлләп, ауыр йөгөмдө күтәрешә торғайны”, – ти күҙҙәре йәшкәҙәп.
Эйе, был инәйҙәрҙең хеҙмәт юлының һәр көнө батырлыҡҡа тиң. Йәмилә Әхмәт ҡыҙы Сирғәлина алты бала үҫтергән. Илдус исемле бер улы, алдынғы тракторсы, яҡындарын ҡайғыға һалып, баҡыйлыҡҡа күскән. Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Исҡаҡ Ғәбит улы 1974 йылда, яу яраларынан мандый алмай, вафат була. Инәй ҡыҙы Нурзиә менән йәшәй. Ә инде өлкән ҡыҙы Шәрифә апай әсәһен ҡасандыр бергә эшләгән әхирәттәре менән осрашыуға алып килде. Йәмилә инәйгә иң ауыр эштәрҙә эшләргә, көтөү көтөргә тура килә.
Миңлебикә Абдрахман ҡыҙы Сирғәлина – алдынғы һауынсы. Ул да бала саҡтан эшкә егелә. Хеҙмәт юлын быҙау ҡараусы булып башлай. Тормош иптәше, һуғыш ветераны Мөхәмәтша Ирғәле улы менән үҙҙәренең биш һәм һеңлеһенең балаһын ҡарап үҫтерә. Ауыр һуғыш йылдарын кисереү Миңлебикә инәйҙе теҙ сүктермәгән, ул әле лә тормоштан йәм-тәм табып йәшәй. 7 октябрҙә 87 йәшен билдәләгән инәйгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет кенә теләге килә.
Файза Ғабдулла ҡыҙы Мөхәмәтйәрова ла ил кисергән ауырлыҡты күреп, колхозда бил бөккән. Туҡһанға етеп барған инәй бер үҙе донъя көтә. Уның бер ҡыҙы Үзбәкстанда йәшәй, ҡалғандары вафат булған. Туғандары уны яңғыҙ ҡалдырмай, ярҙамлаша, хөрмәт итә.
Был осрашыуға тағы бер хөрмәтле хеҙмәт кешеһе – 1926 йылғы Бибинур Уйылдан ҡыҙы Мәжитова килә алманы. Заманында алдынғы һауынсы булған инәй хәҙер ныҡ ауырый. Шу­ныһы ҡыуаныслы, ул уңған, аҡыллы, кешелекле, матур өс ҡыҙ үҫтергән һәм Бибинур Уйыл­дан ҡыҙы балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә генә йәшәй. Ә бит заманында ул бик күп ауырлыҡ-ыҙа күрә. Хеҙмәт армияһына ебәрелгән Бибинур инәй ауылына аяҡтан яҙып, имгәкләп ҡайтып инә. Уны бар ауыл менән тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыралар.
Эйе, был инәйҙәр кисергәнде, эшләгәнде һирәк кеше күтәрә алыр ине. Күрәһең, Хоҙай Тәғәлә шуға күрә уларға бүләк итеп оҙон ғүмер биргәндер. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамаҫтан, тапҡыр, йор һүҙле, күңелсәк булыу­ҙары менән айырыла улар. “Фашисҡа үс итеп, күҙ йәштәре аша көлөп, дошмандарға әсе таҡмаҡтар яңғыратыр инек. Һуғышта йөрөгән ирҙәребеҙҙе, атайҙарыбыҙҙы, ағай-ҡустыларыбыҙҙы уйлап ут йотһаҡ та, балаларыбыҙҙы йөрәгебеҙгә баҫып, теш ҡыҫып түҙҙек. Хәҙер бына ошо өҫтәлгә ҡарайым да, бәхеттән илағым килә. Иҫләйһегеҙме, ҡыҙҙар: “Берәй ваҡыт туйғансы икмәк ашап булырмы икән? Был мөмкин түгелдер ул”, – тип һөйләшә инек. Ә хәҙер икмәкте ҡәҙерләмәйҙәр, аяҡ аҫтына ташлайҙар. Әҙәм балаһы рәхәтлекте күтәрә алмай, хаттин аша. Тормош именлеге, ҡото – ҡатын-ҡыҙҙа. Быны беҙ һуғыш йылдарында барыһына ла күрһәттек. Сөнки ирҙәребеҙ яуҙа булһа ла, баҫыуҙа иген ятып ҡалманы, һалдаттарыбыҙҙы өҙлөкһөҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин иттек, сәстек-урҙыҡ, балаларыбыҙҙы яҙмыш ҡосағына ташламаныҡ, күҙ ҡараһындай һаҡланыҡ. Йорт-ил тыныс булһын, ошо рәхәт тормоштоң ҡәҙерен белһәгеҙ ине, кешеләр!” – тине йөрәк әрнеүе менән Өммөниса инәй Әлмөхәмәтова.
Эйе, яныбыҙҙа ғына бөгөн үк һәйкәл ҡуйыр­ҙай оло йәштәге инәйҙәр йәшәй. Уларҙың бала сағын, йәшлеген, сәскәләй матур мәлен һуғыш урлаған. Ирҙәре, атайҙары яуҙан ҡайт­ҡас та иркенләп, ҡәҙер ителеп йәшәү теймәй уларға. Сөнки улар һаулығы ҡаҡшаған яугир­ҙар һәм балалары өсөн көн-төн эшләүен дауам итә.
Әйҙәгеҙ, бөгөн ошо инәйҙәребеҙгә иң йылы йөрәк хистәрен еткереп, уларға барыһы өсөн дә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәйек. Сөнки уларҙың башҡарған хеҙмәтен һүҙ менән дә, иң аҫыл таштар менән дә баһалап бөткөһөҙ. Көслө ихтыярлы, сыҙам, сабыр, тәрән аҡыл эйәһе булған инәйҙәр! Тормош өлгөһө, беҙҙең намыҫыбыҙ көҙгөһө булып, бәхеттәргә сорналып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»