RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.09.2013 Һуңғы могикан

Һуңғы могиканКүгәрсен районының Дүңгәүер ауылында тыуған төйәк нигеҙен Ибраһимовтар ғаиләһе генә һыуытмаған
Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Иҫәнғолға тиклем оло юл трассаһын бер яҡтан Эйек йылғаһы оҙата килһә, икенсе яҡтан осо-ҡырыйы күренмәгән тауҙар һуҙымы ҡышҡы һепертмә буран­дар­ҙан, ыжғыр елдәрҙән һаҡлай. Йылға ярындағы туғайлыҡтарға ла, шулай уҡ тауҙар араһына ла һыйынып ултырған ауыл һәм утарҙар байтаҡ ошо арауыҡта. Элегерәк улар күберәк тә булған, әммә дәүләт әһелдәренең ауылдарҙы аяныс яҙмышҡа дусар итеүсе һөмһөҙ сәйәсәте һөҙөмтәһендә күбеһе ер йөҙөнән юйылып, рәсми иҫәптән төшөп ҡалған. Йомшаҡ, әммә яңғырауыҡ исемле Дүңгәүер ҙә, райондың ауылдар исемлегендә әлегә тиклем һаналып килһә лә, социаль-иҡтисади сәйәсәт йәһәтенән бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел инде. Унда хәҙер элекке һауын фермаһын хәтерләткән бер генә бағана-таяу ишараты ла, ауыл хужалығы техникаһы йораты ла юҡ һәм ул, ғөмүмән, йәшәү сүрәтен һуңғы ике-өс тиҫтә йыл эсендә бөтөнләйгә юғалтҡан. Хәйер, бөтөнләйгә тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ. Ата-бабаһының ғына түгел, ә бөтә ауылдаштарының нигеҙ-ырыҫына тоғролоғон һаҡлап ҡалған, Дүңгәүер исеменең тел-тештән генә түгел, ә рәсми ҡағыҙҙарҙан да һыҙып ташлау форсатын бирмәгән берҙән-бер ир, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ-ҡытыршылыҡтарға ҡарамаҫтан, йәнтөйәгендә көн итеүен дауам итә. Ошо “һуңғы могикан” менән осрашып һөйләшеү, тормош-көнкүрештәре менән танышыу теләге йыр кеүек яңғырауыҡлы исемле Дүңгәүергә әйҙәне.
Ҡайҙа һин, Дүңгәүер?

Дүңгәүер... Оло юлдан һулға бо­рол­ғас, баҫыу юлына төштөк. Ямғырҙан һуң берләм юл иҙелгәнлектән, артабан бара алыуыбыҙға ышанып та етмәй инек. Әммә түңдән түңгә артылыуы артыҡ ауырға тура килмәне. Ни тиһәң дә, тау юлы ҡаты, ташлы һәм хатта ҡойма ямғырҙарҙан һуң да тиҙ һурығыусан.
Бер аҙ барғас, ике юл сатында аптыраңҡырап ҡалдыҡ: тауға борол­ған юл Дүңгәүергәме, әллә һулдағыһы, баҫыу уртаһынан киткәнеме? Тойомлау тигән нәмәгә барыбер ышанырға кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инандым: бара торғас, бәләкәй генә йылға буйына килеп сыҡтыҡ – уның үрендә ауыл кеүегерәк нәмә һүрәтләнде. Алан-йолан ҡаранам: ауыл исеме яҙылған берәй табличка-фәлән күренмәҫме?
Көҙгө көн араларҙы-саҡрымдарҙы боҙоп күрһәтә тигәндәре раҫ икән: яҡын ғына, ус төбөндә кеүек кенә күренгән ауылға барып ҡына етеп булһасы! Бер аҙҙан һалдат кеүек теҙелгән электр бағаналарын күргәс, эскә әҙерәк йылы инде: тимәк, бында тормош бар!
– Ырымбур өлкәһенә килеп сыҡтыҡ булһа кәрәк. Был-тирәлә урыҫтар йәшәй шикелле, – тип икеләнеп ҡуйҙы водителем. – Ауыл да ҙур ғына күренә. Ә Дүңгәүерҙә бер генә өй, тигәйнеләр бит...
Ауылға килеп инеүебеҙ булды, уң яҡтан стеналары әйешеп-таралып төшә башлаған өй өңшәйгән һуҡыр тәҙрәләре, өңрәйгән ишеге менән шыҡһыҙлығын күрһәтте. Күңел шомланып китте. Был ерҙән, әйтерһең дә, берәй афәт үткән, йә булмаһа, Америка фильмдарындағы шикелле, сит планетанан килеп, халҡын алып киткән!
Алты мөйөшлө был өйҙөң ултырған урыны бик матур: бейек ағастар араһына инеп урынлашҡан йортта ҡасандыр гөрләп торған тормош күҙ алдына килеп, сырылдашып уйнаған бала-саға тауышы ҡолаҡҡа салынғандай булды. Гүйә, велосипедҡа атлан­ған малайҙар, сыр-сыу килеп, йылғаға табан китте... Урамдағы эскәмйәлә ултырған инәйҙәр, ҡулдарын маңлайына ҡуйып, беҙҙе сырамытырға итте...
Тик... Күпме эҙләһәң дә, көтһәң дә, бер кем дә йүгереп ҡаршы сыҡмаҫ та, әйҙүк тә әйҙүк, тип, түргә саҡырмаҫ инде үткенселәрҙе. Зар илашып, ҡайҙа таралышты икән уның хужалары?!
Ун-ун биш метр үтеүгә һулдан шундай уҡ хәлдәге икенсе йорт килеп төртөлдө... Өсөнсөһө... Быныһының бер бүлмәһен һүтеп, ҡайҙалыр күсереп алғандар, күрәһең. Элекке хужаларылыр. Ә, бәлки, ҡарауһыҙ ҡалған йортто ни, теләгән бер кеше үҙенә һеңдерә ала инде ул...
Буш урам буйлап үрләй торғас, алда, һул яҡ ситтә, ике өр-яңы комбайнға юлыҡтыҡ. Урам уртаһындағы йөк машинаһының номерҙарына мин иғтибар ҙа итмәйем, ә “ушлый” водителем:
– Номерҙары беҙҙеке. Тимәк, Дүңгәүер, – тигән һығымта яһап ҡуйҙы.
...Төптө ят, шомло ергә аяҡ баҫыр­ға шөрләтә. Машинабыҙҙы күпме генә пипелдәтһәк тә ҡаршы сығыусы булманы. Эт абалап сыҡһа, тиҙ генә машинаға инеп ултыра һалырмын тип, ишеген асыҡ ҡалдырҙым да һаҡ ҡына ихатаға ыңғайланым. Бәй, ҡойма-фәләне булмаған ихатала бәләкәй балалар велосипеды, уйынсыҡтар аунап ята. Балалары бармы икән ни? Ике бағана араһына тағыл­ған бәүелсәк елгә яй ғына бәүелә. Кәртә тирәһендә тауыҡтар сапсына. Таҡта ҡойма артында ҙур эҫкерт өйөлгән. Һул яҡта тәпәш кенә умарталар теҙелеп киткән. Уларҙан арыраҡ ҙу-у-ур йөк машинаһы, бында мин хужа, тип ҡуҡырайып ултыра...
Ергә батып ингән таҡта тупһа яңыраҡ ҡына йыуылған – кибеп тә етмәгән. Эт-фәлән юҡлыҡҡа инанып, хужалар өйҙәме икән, тип тауыш биреп ҡараным. Юҡ, бер яуап та юҡ. Һорауымды тағы ҡабатланым да, аяғымды сисеп, тупһаға баҫтым. Шул саҡ өй ишеге асылды ла, өлкән йәштәге ҡатындың аҡ башы күренде. Миңә һағайып текәлгән ҡатынды ҡурҡытмайым тип, башҡортса һүҙ ҡуштым. Йәнләнеп китте апай. Минең дә эскә йылы инде.
– Хужа өйҙә юҡ шул. Минең мырҙам ул. Малдары янына сығып киткәйне. Хәҙер кейенеп сығам да, барып алып ҡайтырмын, – тип, апай кеше кире эскә инеп китте.
Шул саҡ өй эргәһенә килеп туҡтаған машина тауышы ишетелде. Ҡаршы сығыуыма унан илле-илле биш тирәһендәге ир менән ҡатын төштө. Үҙем менән таныштырып, ниндәй маҡсат менән йөрөүемде белгәс, хужа, аптыраңҡырап:
– Ҡайһы юл менән килдегеҙ? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ниңә, бында тағы ла башҡа юл бармы? Беҙ аҫтан, оло юлдан мендек, – тип яуапланым.
– Ә-ә-ә, тимәк, Туғыҙғыр аша килгәнһегеҙ. Туғыҙ тау аша үтергә кәрәк бит Дүңгәүергә эләгер өсөн, шуға Туғыҙғыр тип атағандар, – тигән аңлатмаһын бирҙе лә өйөнә саҡыр­ҙы. – Әйҙәгеҙ, үтегеҙ өйгә.
Ауылдың бөтөүе
мәктәпте ябыуҙан
башланды

Дүңгәүерҙең Күгәрсен яҡтарында ҡасан барлыҡҡа килеүе тураһында хужаның апаһы – Мәләүездән ҡунаҡ­ҡа килгән баяғы 60 йәшлек Әминә Ибраһимова ҡартатаһы Ҡотлобай Ибраһимовтың һөйләүе буйынса ғына белә:
– Үткән быуат башында был яҡтар­ға Исмаҡ Дүңгәүер тигән кеше күсеп килеп, нигеҙ ҡора. Ауылдың исеме лә шуға бәйле, – тигән версияһын кил­терҙе.
Ә мин, гел түң (тәпәш тау) аша үрләгәнгә күрә, Түңгә үрләү һүҙенән килеп сыҡҡандыр тип уйлағайным. Әйткәндәй, ауылдың русса исеме тап шулай – Тунгаур – яңғырай.
Ауыл тулы ҡанлы тормош менән йәшәгән саҡта ҡырҡлаған йортта Ибраһимовтар, Йәрмөхәмәтовтар, Яппаровтар, Ваһаповтар, Ишкил­дин­дар, Аллағоловтар, Йомағоловтар тереклек иткән. Башланғыс мәктәбе, райпо магазины, клубы булған. Почтальон көн дә гәзит-журнал, хат таратҡан. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, иртә менән тороп, гөрләшеп совхоз эшенә – һөтсөлөк һәм сусҡасылыҡ фермаларына, ат һарайына, МТМ-ға, иген ырҙынына эшкә барыр булған. “Исем” совхозының бер бүлексәһе булған Дүңгәүер. Һәр иртә һайын сыбыртҡы шартлауы аҫтында, мөңрәшеп, һыйыр, баҡырышып кәзә-һарыҡ көтөүе ауылдан сығып киткән. Баҫыу-ҡырҙарында трактор­ҙар геүләгән, иген тейәлгән машиналар үрле-түбәнле ҡымйыған. Ыҫпай кейенгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар мәктәпкә йүгергән. Кисен бөтә дүңгәүерҙәр байрам кисәһенә клубҡа йыйылған. Ҡыҫҡаһы, ысын тормош ҡайнаған был ерҙә.
– Балалар булмағанлыҡтан, 2001 йылда мәктәпте яптылар. Халыҡтың ауылдан, үләттән ҡасҡан шикелле, таралыша башлауы һыуһыҙлыҡтан йонсоуҙан, юлһыҙлыҡтан ыҙа сигеүҙән дә булды, – тип һөйләй ирле-ҡатынлы Тәлғәт Ибраһимов менән Гөлсирә Йәрмөхәмәтова. – Кемдер өйөн һүтеп, күсереп алып китте, кемдер һатты. Унлаған ғаилә, тыуған ауылыбыҙҙы ташламайбыҙ тип, байтаҡ йылдар йәшәне әле бында. Тик йәш тә үҙенекен итә, ҡәҙимге кешесә лә йәшәге килә бит. Камил ағай менән Шәүрә апай Йәрмөхәмәтовтар ун йыл элек Мораҡҡа күсте. Элекке бригадир Усман менән Зәйтүнә Ибра­һимовтар, баҡса үҫтереп, мал, ҡош-ҡорт тотоп йәшәп яталар ине. Тик йәштәре етмеште уҙғас, Исемгә күстеләр. Нуриман бабай менән Рафиға әбей Йәрмөхәмәтовтар ҙа китергә мәжбүр булды ауылдан. Хәтирә Вафина менән Зоя Ишкилдиналар, илаша-илаша, иң аҙаҡ булып күсте Дүңгәүерҙән. Шулай ҙа тыуған нигеҙен онотмай яҡташтарыбыҙ. Йәй булһа, машинаға тейәлеп, күмәкләп килеп туҡтайҙар беҙгә. Зыяратҡа барып, таҙартып, аят уҡытып, унан бала саҡтары, йәшлек йылдары үткән тауға менеп, тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап, хәтирәләргә бирелеп, күңелдәре тулып, ҡайтып китәләр. 2008 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрҙек, былтыр Шәжәрә байрамы күңелле итеп үтеп китте. Ҡайынлыҡта ашап-эсеп, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Наза”, “Йөҙөк һалам” уйындарын уйнап, рәхмәт әйтеп таралышты йәше-ҡарты. Ярар, Тәлғәт бар әле, Дүңгәүерҙе ҡоротмаған, тип ҡыуаныша яҡташтар. Һеҙ ҙә күсеп китһәгеҙ, килеп төртөлөр кеше лә булмаҫ инде, тип ҡайғырыша улар.

Тыуған ил – кендек менән береккән ер

Беҙ генә ҡалдыҡ еребеҙ-өйөбөҙҙән айырыла алмай. Китһәк, йөрәгебеҙ өҙөлөп төшөр төҫлө. Әлегә көсөбөҙ барҙа йәшәрбеҙ ул бында. Һыу проблемаһы юҡ хәҙер – 25 мең һум түләп, һыу быраулаттыҡ. Мал, ҡош-ҡорт аҫрап, картуф сәсеп, баҡса ултыртып көн күрәбеҙ, – ти Гөлсирә ханым. – Байрамдарҙа Санъяп, Ырымбур өлкәһенең Ал­малы ауылдарына ҡунаҡҡа, аят аштарына йөрөшәбеҙ. Туй, юбилейҙарҙан да ҡалмайбыҙ. Икебеҙ ҙә эсмәйбеҙ. Яңы йылды, ишек алдына шыршы ултыртып, дүрт йәшлек ейәнсәрем Диана менән өсәүләп ҡаршылайбыҙ. Исемгә күсһәк, бәлки, тибеҙ ҙә, унда мал аҫрап булмаҫ шул. Ана, һеңлем Нәжиәнең быҙауы йәй буйы арҡанда торҙо. Ә беҙҙең малдар тиҫтәләгән саҡрым ер гиҙһә лә бер ни түгел...
– Сит ауылда һин сит инде ул барыбер. Тыуған ауылымда, исма­һам, мин үҙемде хужа итеп тоям. Йәнтөйәгемдең һәр һуҡмағы, һәр ташы таныш һәм яҡын. Мин уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, – тип, Тәлғәт Мәхмүт улы күҙҙәрен тауҙарға төбәне.
Ауылға беренсе булып килеп төпләнеүсе уҙаман, ысынлап та, тауҙар араһындағы ышыҡ ҡына урынды үҙ иткән. Ситтән ул күҙгә бик бәрелеп тә бармай, сөнки тауҙарҙы урмандар уратып алған. Бәләкәй генә Туҡмаҡ һәм Айыры тигән йылғасыҡтары ла бар. Элек дүңгәүерҙәр һыуҙы шулар­ҙан көйәнтәләп, феләк менән ташыр булған.
Әйткәндәй, элегерәк Дүңгәүерҙән ике-өс саҡрым тирәһе алыҫлыҡта Ивановка тигән хутор ҙа булған. Шундай уҡ, йәғни Дүңгәүерҙәр йәшәгән шарттарҙа рустар ҙа йәшәгән. Ауырлыҡҡа түҙмәгәндәр – китеп бөткәндәр. Хәҙер уның урынын да табып булмайҙыр. Ә аҫаба башҡорт Тәлғәт Ибраһимов, ауырлыҡты бер үҙе күтәрһә лә, ата-бабалары нигеҙен етемһерәтмәгән. Сөнки ул килмешәк түгел, ә нисәмә быуын ата-бабалары, туған-ырыҫы йәшәгән ғәзиз еренә кендеге менән, төбө-тамыры менән береккән. Тыуған төйәктең ҡышҡы селләһе лә, ыжғыр бурандары ла, ҡойма ямғырҙары ла, томорҡо эҫеләре лә ҡурҡытмай уны. Тәбиғәт биргән һәр күренештән, хәл-ваҡиғанан йәм-тәм таба белә илле йәштәге уҙаман.
Ихтыяр яғы самалыраҡ берәйһе булһа, яңғыҙлыҡтан, сараһыҙлыҡтан күптән төшөнкөлөккә бирелеп, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәҫ ине. Ә ул бер ҙә аптырап ҡалмаған: кәртә тултырып эре мал, ат, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай. Ун һыйырҙан һауған һөттө йәйен Мораҡтан һөт ташыусы машина килеп, алып китеп тора. Ямғырлы, бысраҡ көйһөҙ көндәрҙә ул машина ауыл осондағы фермаға тиклем килеп етһә, “Нива”һына тейәп, үҙе алып барып еткерә. Айына шулай 20 мең һум аҡса шып итеп кенә килеп инеп тора. Малына бесәнде Һарат ауылында йәшәгән ҡәйнеше Иршат Абдрахманов Т – 16 тракторы менән килеп, әҙерләп китә. Элекке ауылдың сабынлыҡ, көтөүлек ерҙәрен яңғыҙаҡ хужа үҙ исеменә юллап алған. Иш янына ҡуш, тип, “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының комбайндарын ҡарауыллағанға хеҙмәт хаҡы урынына иген фуражын алып тора.
– Үткән йыл алты баш малымды һатырға уйлағайным, тик алыусы табылманы. Өсәүһен генә һаттым. Ҡалған таналар быҙауланы. Ғәҙәттә, ырымбурҙар килеп, килограмын 170 һумға һатып ала. Бигерәк арзанға төшә тип, малдарымды тереләй һатмаҫҡа тырышам, ә алыусыларҙың күҙе алдында йығып һуйып, итләтә һатыу файҙалыраҡ, – тип уртаҡлаша замана “сир-сырхауҙарына” бирешеп бармаған хужа үҙенең көн итеү серҙәре менән. – Ҡышын Исемгә “Буран”да төшәм. Ондо, шәкәрҙе картуфҡа алмаштырып алабыҙ. Әле ейәнсәремде көн дә Исемгә балалар баҡсаһына машинала илтеп ҡуям да, барып алам...
Цивилизация уңайлыҡтарына ныҡ өйрәндерелгән хәҙер. Беҙ Ибраһимовтар әле йәшәгән ҡырағай шарттарҙа йәшәй алыр инекме икән? Ай-һай...
– Бүре-мүре аптыратмаймы? – тип һорауыма аҫабалар көлөп ҡуйҙы.
– Яҙ төлкөләр килеп, эттәр менән алышып йөрөнө. Икәүһен атырға тура килде, – тип, үҙенең һунарсы ла булыуын таныны башҡорт улы. – Мылтығым, һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙым бар. Ҡоралһыҙ ҙа булмай. Бер йылды ҡышын бүреләр яҡын килеп, олоп ултырҙы. Мылтыҡтан атҡайным, киттеләр. Уларҙың да аң тигәне бар бит, ҡорал булыуын белгәс, башҡаса килмәнеләр.
– Былтыр ялбыр ҡойроҡтар тауыҡтарымды, күркәләремде ташып бөттө, – тип һүҙгә ҡушылды хужабикә. – Йыш ҡына ҡабан сусҡаһы, мышылар ҙа килеп сыға.
– Ике аяҡлылары йөҙәтмәйме һуң? Хәҙер, йыртҡыстарҙан бигерәк, яман әҙәмдәр ҡурҡынысыраҡ бит...
– Шөкөр, быға тиклем ундай-бындай хәлдәр булғаны юҡ. Тирә-яҡта, көҙ етһә, ырымбурҙар мал урлай тигән хәбәр сыға. Сиктәш йәшәһәк тә, улар яғынан бер ҙә талау-урлау кеүек күренештәргә дусар булғаныбыҙ юҡ. Киреһенсә, дуҫлыҡ ептәре ныҡ. Бына Ырымбурҙан танышыбыҙ Володя Еремин менән биш йылға умарталығын ҡарауға килешеү төҙөгәнбеҙ. Ике яҡ шарттарын да теүәл үтәргә тырышабыҙ. Ҡайһы саҡ, үҙеңдекеләргә ҡарағанда, сит ҡәүемдәр менән уртаҡ тел табыуы еңелерәк. Шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ, - тип, хужа, әңгәмәбеҙҙе йомғаҡлауға ишара яһап, тәмәкеһен тоҡандырҙы.
“Нива”ға тейәлеп, Дүңгәүер хужаһының малдары көтөлгән тауға йүнәлдек. Машина яҡынлашыу менән бер ҙур үгеҙ, һыйыр көтөүенән айырылып сығып, беҙгә табан үкереп килә башланы. Ярһыуына түҙмәй, айбарланып, ерҙе тырнап, муйынын дуғаландырып, мөгөҙө менән тояҡтары аҫтын сапсып, был ерҙәргә һәм өйөрөнә кем хужа булыуын белдерергә тырышты. Уға яҡын бармауың хәйерлерәк, тип, Тәлғәт Мәхмүт улы беҙҙе ситкәрәк әйҙәне. Бына бит, аҫабалыҡ, баш булыу әҙәм балаһына ғына түгел, ә аҡылы, аңы юҡ тигән хайуандарға ла, рефлекс кимәлендә генә булһа ла, хас сифат. Кешелек йәмғиәте генә быуындан-быуынға, ҡандан-ҡанға тапшырыла килгән ошондай күркәм тәбиғи халәттәрҙе төрлө йүнһеҙ сәйәсәттәре, эҙемтәләре насар булған эш-ғәмәлдәре менән юҡҡа сығарырға тырыша йәки инҡар итеп маташа. Әммә илаһи тәбиғәтте һәм уның көстәрен еңеп булмай һәм булмаясаҡ та. Кеше ҡайҙа тыуған, шунда йәшәргә тейеш. Меңдәр, миллиондар араһынан сыҡҡан Тәлғәт Мәхмүт улы ишеләр нәҡ шуны раҫлай ҙа.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»