RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һынауҙар Әбйәлилдәрҙе һындырманы

05.09.2013 һынауҙар Әбйәлилдәрҙе һындырманы

һынауҙар Әбйәлилдәрҙе һындырманыКөтөлмәгән ташҡын халыҡтың мал-мөлкәтен ағыҙып алып китһә лә, етеш, матур йәшәүгә дәртен, дарманын һис тә йыуа алмаған
Берәү ҙә көтмәгән-юрамаған ташҡын булды был. Әбйәлилдәрҙең күпереп үҫкән бесәнде мул сабып ҡалыуҙарына һәм картуф-йәшелсәнең яҡшы уңасағын күҙаллап, йылдың матур килеүенә һөйөнөп йөрөгән мәлдәрендә оло һыу бәкәлгә һуҡты. Бер көн “Азатлыҡ” радиоһынан: “Әбйәлилдәр һыу баҫыуҙан зыян күреү арҡаһында эскелеккә бирелгән, суицид­тар һаны артҡан”, – тигән хәбәрҙе ишетеп, үҙ ҡолағыма үҙем ышанманым. Булмаҫ, был район халҡы һис тә ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшә торғандарҙан түгел. Киреһенсә, бәлә килгән ваҡыттарҙа әбйәлилдәр бер төптән билде бишкә быуып тырыша һәм тағы ла сәмләнеберәк донъя көтә башлай. Яҡташтарымдың хәлен үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтырға тигән маҡсат ҡуйҙым. Тап ошо көндә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһынан Азия апай Күсемова шылтыратып, Әбйәлилгә йүнәлгән ылауға ҡушылырға тәҡдим итте һәм мин ҡушҡуллап риза булдым.


Ылауҙы һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм Өфөлә йәшәүсе әб­йәлилдәрҙең яҡташтар ойошмаһы ярҙам йөҙөнән йыйған булып сыҡты. Ғәрәсәттән ыҙа сиккән халыҡты хәстәрләп, беҙгә Башҡортос­тан Республи­каһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Башҡортостан һуғыш хәрәкәттәре ветерандары союзы ағзалары ла ҡушылды.
– Шөкөр, ауыр ваҡытта ярҙам итеүсе, хәлебеҙгә инеүсе кешеләр күп булды. Күршеләребеҙ – Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы райондары, шулай уҡ Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Баш ҡаланың күп ойошма-предприятиеһынан гуманитар ярҙам ойошторолдо. Ә Президент Рөстәм Хәмитовтың һыу аҫтында ҡалған районға килеүе ҙур роль уйнаны, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәйлә Солтанова һәм аналитика-мәғлүмәт бүлеге начальнигы Лениза Сәғәҙиева, ылауҙы ҡаршы алып.
Гуманитар ярҙам килтереүселәр иң тәүҙә район мәғариф бүлегенә уҡыу кәрәк-яраҡтары менән 185 портфелде тапшырҙы. Артабан улар халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәгенә ҡатын-ҡыҙҙар советы, социаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуға саҡырҙы. Август айындағы ташҡын үҙенең артынан, бысраҡ-емереклектәрҙән тыш, халыҡтың күңелендә ауыр психологик һәм социаль эҙемтәләр ҡалдыра. Тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙыу­сылар, зыян күреүселәр менән аралашыусылар ҙа – тап социаль хеҙмәткәрҙәр. Уларға һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзаларына көсөргәнеш һәм стресс кисереүселәр менән бәйләнешкә ингәндә үҙеңде нисек тоторға һәм башҡа кәңәштәр биреүсе юғары категориялы табип, психиатр-нарколог Рәмилә Әбделғужинаның сығышын барыһы ла оҡшатты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева, һынаулы осорҙо сабырлыҡ һәм аҡыл менән үткәрергә тырышығыҙ, халыҡта, иң мөһиме, өмөт һүнмәһен, тине. Шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина, Башҡортостан һуғыш хәрәкәттәре ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов йыйылыусылар менән әңгәмәләште. Сара һуңында түшәк-ҡаралты, көнкүреш техникаһы, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәгенә тапшырылды.
Ылау килтереүселәрҙең күстәнәстәре бының менән генә бөтмәне. Маршруттың һуңғы туҡталышы Ҡужан ауылы янындағы Ишмырҙа Һиҙиәтов исемендәге хосписта (паллиатив бүлектә) булды. Ҡунаҡтар ауырыуҙарға килтергән бүләктәрен бирҙе һәм мәрхүм Ишмырҙа Хәйернур улының яңы ойошторола башлаған музейын ҡараны.
***
Ошо көндө ҡаза күреүсе Әбйәлил районына республика бюджетынан Сибай ҡалаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы иҫәбенә күсерелеп, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре район үҙәге Асҡарға 15 миллион 625 мең һум аҡса килтергәйне. Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, район хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәренән төркөмдәр ойошторолоп, полиция оҙатыуында улар төрлө ауылдарға йүнәлде, был эште идаралыҡ начальнигы Азамат Юлдашбаев тулыһынса шәхси контролендә тотто.
Район хакимиәте күрһәткестәренә ҡарағанда, ташҡын Буранғол, Үтәгән, Рысҡужа, Рауил, Тәпән, Ишҡол, Ишбулды, Әбдрәш, Сиҙәм, Яңауыл, Таштимер ауылдарын баҫҡан. Бар­лығы 3125 кеше зыян күргән, 956 йорт-ҡура һыу эсендә ҡалған, шул иҫәптән 27 йортҡа ныҡ зыян килгән, 75 кеше үҙенең мөлкәтен юғалтҡан. Республика ярҙамы кеше башына 5 мең һумдан тура килә, тик бер ғаиләгә 25 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
Аҡса таратылған көндө Байым ауылы халҡы менән күрештем. Ауыл хакимиәте бинаһы был көн умарта күсен хәтерләтә ине. Шуныһы ҡыуаныслы, чиновниктар ил һәм республика президенттарының күрһәтмәләрен бик тиҙ бойомға ашырҙы. Быға илебеҙҙә ай башында көтөлгән сәйәси ваҡиғалар ҙа сәбәпсе, күрәһең.
– Ҡоҙоҡ ишелеп төштө, өйгә ремонт талап ителә, картуф бөтөнләй юҡ, – тип һөйләй Гөлнара Хөснөтдинова. – Ғаиләлә дүрт кешебеҙ, барлыҡ сығымдарҙы ҡапламаһа ла, ярҙам аҡсаһы бик тә ярап ҡалыр ине.
– Телевизорҙан Хабаровск крайын ҡарап, тәүбә итәбеҙ, бына ҡайҙа ул йырып сыҡҡыһыҙ бәлә! Уйламаған-нитмәгән ерҙән килеп баҫҡан һыу, бер уйлаһаң, кемдең кем икәнлеген күрһәтте. Бөтөнләй аралашмаған кешеләрең ауыр саҡта иңен ҡуйһа, яҡын туғандар бер-береһен белмәмешкә һалышты. Шула-ай, кеше бәлә килгәндә һынала! – тип көрһөнә ауыл старостаһы Ғәҙел Моратов. Үҙе минең менән һөйләшкән арала документтарҙы барлап өлгөрә – ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл советы депутаттары, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары – барыһы ла гөж килеп ауылға килтерелгән ярҙам аҡсаһын алыу өсөн халыҡтың документтарын теүәлләү менән мәшғүл.
– Хәҙер компьютер заманы, хатта ҡулдан яҙып тороу кәрәкмәй. Ә бына ҡағыҙ арта – төрлө-төрлө документтар йылдан-йыл күберәк уйлап табыла. Һөҙөмтәлә ҡағыҙ волокитаһын йырып сығырлыҡ түгел! – был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар. Сөнки беҙҙең халыҡ быға тиклем бер ҡасан да тәбиғәт стихияһынан зыян күргән өсөн хөкүмәт ярҙамын алмағанға күрәме, талап ителгән документ-справкалар хаҡында мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек өҫтән үҙгәртелеп тора. Мәҫәлән, аҡса күсереү өсөн зыян күреүсе ғаиләнең һәр ағзаһына банкыла иҫәп асырға ҡушыла, ә был ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыуға тиң була. Сөнки иң яҡын банк бүлексәһе тик 70 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгендә генә. Икенсе көнөнә, ғариза яҙыусыға асылған иҫәп тә етә, тигән күрһәтмә килә.
– Мин исемлектә бармы?
– Пропискам бында түгел, миңә аҡса юҡ, тиҙәр…
– Мин бөгөн ғариза яҙһам, аҡсаны бөгөн үк аласаҡмынмы?
– Йорт-ҡурамды килеп ҡарағыҙ, һаман да кисеп сығырлыҡ түгел!
Һәр кем үҙ хәсрәте менән килә – ишек ябылмай ҙа тиерлек. Шул саҡ әсе телле берәү: ”Аҡса алырға тигәндә йүгерешеп килеп еттеләр, ә ташҡындан ҡалған сүп-сарҙы йыйырға ауыл буйлап кеше йыйып булмай”, – тип ысҡындырҙы.
Ауыл биләмәһендә барлығы өс ауыл ғәҙәттән тыш хәл зонаһына индерелгән – улар Байым, Яңы Балапан һәм Мораҡай ауылдары. Әйтеүҙәренсә, аҡсалата ярҙам һорап ғариза тапшырыу өсөн бик аҙ ваҡыт бүленә. Мәҫәлән, Байым ауыл хакимиәтендә райондан күрһәтмә булыу менән үк, киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә ҡабул ителә башлай.
– Мораҡай ауылын һыу ныҡ баҫты, утын, бесән менән бергә мал-тыуар аҡты. Бөгөн картуф баҡсаларында, урамдарҙа ҡом-таш ҡына ятып ҡалды. Аҡсаға ғариза яҙырға кәрәклеген ишеткәс, төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алмаған йәки белмәй ҡалған ауылдаштарым өсөн документтарҙы хакимиәт бинаһында төндә үҙем тултырып тапшырҙым, – тип һөйләй Мораҡай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәмирә Фәтхуллина. – Сөнки икенсе көнөнә үк төшкә тиклем документтар­ҙы туплап, районға илтеп тапшырҙылар. Ваҡыт бик аҙ бирелгәнгә күрә өлгөрмәгәндәр, әлбиттә, күп булды. Ит изгелек – көт яуызлыҡ, үҙеңдекеләр өсөн генә документтар тултырған­һың, бөтә ауыл халҡын бер юлы яҙа алманыңмы ни, тип әрләп китеүселәр ҙә бар. Хәлемдән килгәнсә ярҙам итһәм дә, насар булып ҡалдым, ә бәғзеләр миңә бының өсөн күп аҡса түләнә тип һанай.
Эйе, ташҡын эҙемтәләрен юҡҡа сығарыуҙа ҡатнашыусыларҙы ғәйепләүселәр күп була. Мәҫәлән, өйҙәрҙе тикшереп йөрөгән комиссия вәкилдәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла, йәнәһе, миңә был оҡшай, ә теге оҡшамай, тигән принцип менән зыян күреүселәр исемлеген төҙөгән. Ә ысынында иһә, документтар йыйыуға бик ҡыҫҡа ваҡыт бирелгәнгә күрә ҡайһы бер ауыл советтарында был төндө эш туҡтамай. Әйткәндәй, Байым ауыл биләмәһе халыҡтан иң күп ғариза йыйыусыларҙың береһе, бында барлығы 641 кеше ярҙам аласаҡ. Һөйләүҙәренсә, халҡы өсөн тырышып эшләгән тағы бер ауыл хакимиәте башлығы, белгестәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен эйәртеп, хатта ҡулына ксерокс аппаратын тотоп, төнө буйы өйҙән-өйгә йөрөй һәм бик күптәрҙән ғариза йыйып өлгөрә. Кешеләрҙең мәнфәғәтен уйлап, төн йоҡоларын йоҡламай йүгергән бындай түрәләрҙең күберәк булыуын теләргә генә ҡала!
– Аптырарһың, ата-әсәһе йәки бер туғаны ғариза яҙып өлгөргән, ә ҡыҙы йәки ағаһы был хаҡта бер ни белмәй ҡалған. Кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте бик ҙур роль уйнаны был ауыр ваҡытта, – тине Байым ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Зәйтүнов. – Беҙҙең яҡтарҙа бындай ташҡын һуңғы тапҡыр 1991 йылда булды. Ул осорҙа колхоз бар ине, шуға күрә техникаға ҡытлыҡ кисерелмәй. Ә был юлы ташҡын мәлендә шәхси техникаһы менән үҙе теләп ярҙамға сығыусылар булды, шуныһы ҡыуаныслы. 8 августа Мораҡай ауылын баҫты, мин район үҙәгенә кәңәшмәгә китеп барғанда ярты юлдан кире боролдом. Ауылға инеп килешләй, оло һыуҙың тәүге йортҡа нисек ингәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ваҡиғалар таңғы сәғәт 5-тә ҡуйыра төштө – халыҡты шунда уҡ эвакуациялай башланыҡ. Ауыл активы, депутаттар, старосталар, ауылдар халҡының тырышлығы менән барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыҡтыҡ.
Йәлил Насип улы һөйләүенсә, ташҡында халыҡ һис тә үҙ теләге менән йорт-ерен ташлап китергә теләмәй, өйҙән сығыуҙан ҡырҡа баш тарта. Әрләп-янауҙар ҙа ярҙам итмәй хатта, ғәзиз ғүмере һәм һаулығына ҡарағанда әсе тирен түгеп тапҡан мал-мөлкәтен өҫтөн ҡуя – был тотош Рәсәй халҡының менталитеты, күрәһең. Хабаровск крайын алып ҡараһаҡ та, өйҙәрен ташлап китергә теләмәгән, хатта һыу баҫыуҙан бер ни ҙә ҡалмаһа ла, нигеҙенән баш тартмаған кешеләр бихисап. Бындай ҡазаны башҡаса күрергә яҙмаһын, тип теләйек. Район хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Өфө тирәһендәге райондар менән килешеп, көҙгөһөн арзан хаҡҡа картуф килтереләсәк. Әлегә килограмын 12 һум менән картуф алыр­ға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү бара. Ошо көндәрҙә федераль ҡаҙнанан түләүҙәр – кеше башына 10 мең һум, тик бер ғаиләгә 50 мең һумдан артмаясаҡ, иҫәпкә күсереләсәк, тип вәғәҙә итәләр. Әбйәлилдәр, ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса дәррәү эш алып барабыҙ, мал аҙығы әҙерләйбеҙ, йорт-еребеҙҙе нығытабыҙ, ти. Көтөлмәгән ташҡын халыҡтың мал-мөлкәтен ағыҙып алып китһә лә, етеш, матур йәшәүгә дәртен, дарманын һис тә йыуа алмаған!

Р. S. Шулай ҙа аҡса темаһы ҡуҙғатылғанда, ялыуҙар, бер-береһен төрлө енәйәттәрҙә ғәйепләүселәр табылмай тормай. Командировканан ҡайтыуым булды, тап Байым ауыл биләмәһе кешеһенән: “Ауыл хакимиәте башлығы, уның бухгалтеры зыян күреүселәргә тәғәйенләнгән аҡсаны ашап ята. Килегеҙ, фаш итегеҙ”, – тигән хәбәр алдым. Ағайға ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең был аҡсаға бөтөнләй йоғона алмауын аңлатырға тура килде. Сөнки был түләмдәрҙе райондың собес хеҙмәткәрҙәре генә тарата, ә улар, үҙ сиратында, был сумманың һәр тиненә ҡәҙәр яуаплы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»