RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеше матур эше менән

12.07.2013 Кеше матур эше менән

Мөхәммәт Рәхмәтуллин…
Был исем 70 – 80-се йылдарҙа Рәсәй күләмендә лә билдәле ине. Баш ҡалҡытмай, бил яҙмай, арыу-талыуһыҙ эшләне был осорҙа Мөхәммәт Сибәғәт улы.
“Байрамғол” совхозының данлыҡлы чабаны намыҫлы хеҙмәтенә ҡарата хөкүмәт тарафынан оло хөрмәтен дә күрҙе.
Бөгөн 70 йәшенә артылғанда Мөхәммәт Рәхмәтуллиндың күкрәген III, II дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике көмөш, өс бронза миҙалы, 1978 – 1980 йылдарҙа өс тапҡыр социалистик ярышта еңеүсе, 11, 12-се биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре биҙәй, тиҫтәнән ашыу район, республика, Союз күләмендәге Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. 1979 йылда ул оло күргәҙмәнең “Москвич” еңел машинаһы менән бүләкләнде. 24 йыл буйына түккән әсе тир тамсыһы тамған изге тупраҡтан яралды был уңыш һәм еңеүҙәр.
Учалы районының Ташҡыя ауылы малайы Мөхәммәттең бала сағы еңелдән булманы. Иҫ белгәндән бергә үҫкәс, ауылдашымдың тулы биографияһы бөгөнгөләй күҙ алдымда…
Бына-бына өҫкә ишелеп төшөрҙәй ҡая-таш аҫтында, Яйыҡ йылғаһы яры ситендә генә самандан ҡоршалған ҡыйыҡһыҙ өй пәйҙә була. Аталары Сибәғәт бабай яҡты донъянан иртә китте. Итәк тулы бала менән тороп ҡалды Хөсниямал әбей. Зөбәйҙәһе, Аһылы ҡул араһына инер саҡ. Ете сабыйҙы аяҡҡа нисек баҫтырғандыр әсәйҙәре Ғәшүрә инәй менән әсәһе – үҙҙәре генә белә инде. Оло инәйҙең теремеклеге, һаҡсыллығы иҫтә ҡалған. Ул, бик оло булыуына ҡарамаҫтан, зирәк аҡыллы ине, күҙҙәре осҡор, уҫаллығы ла етерлек булды. Кәкре таяғы һәр саҡ ҡулынан төшмәне, йорт тирәһендә туҡ-туҡ килеп йөрөп ятты, ҡаралтыларға, әйбер-төйәккә һиҙгер ҡарауыл да ине. Күмәс-икмәгенең һәр валсығын йыйнап-төйнәп, ейән-ейәнсәрҙәренә өләшер булды. Тырымыс булып үҫте улар, ҡулдарынан эш төшмәне. Йыл һайын ауыл көтөүен алдылар. Малды һәйбәт көттөләр, халыҡ риза булды. Әсәһенә яҡын ярҙамсы булып эшләп йөрөгәндә, Верхнеурал тирмәненән он һалдырып ҡайтып килгән Аһылдың ғүмерен Ҡара йылға ташҡыны өҙөп ҡуйҙы. Ауылдың өлкән кешеләренән күреп, Хәйбулла менән Мөхәммәт мурҙалар, ҡаҙ, тауыҡ оялары иште, ситән үрергә, утын урынына тиҙәк баҫырға, мейес сығарырға, ҡуян, төлкөләргә тоҙаҡ ҡорорға, бүреләргә ҡапҡан һалырға оҫтарып алдылар. Балыҡ ҡармаҡлауҙа, суртан мәскәүләүҙә, шамбы сәнсеүҙә, уҡ-һаҙаҡтан атыуҙа Мөхәммәттән уҙҙырғандар булманы шикелле. Бигерәк тә текә ярҙан ишелеп кәҫтәр аҫтынан шамбы аулауҙа уның теше сыҡты булһа кәрәк. Тиҫтерҙәре уға тиккәгә генә “шамбы” ҡушаматын йәбештереп ҡуймағандыр әле. Иртә таңдан, оҙон сыбыртҡыһын шартлатып, ай-һайлап малдарын ике Ҡарағас үҙәгенә йәйләтә егет. Ғәжәйеп бер һағыш менән йыр башлар. Көр ҡалын тауышы Әбей батша юлы аша Тәпәкбил, Ҡуянташ, Ҡараташ, Ташҡыя тауҙарына, Мөкөш буйҙарына иңләй. Эҫе көндәрҙә мал урынында тороп сыҙамай. Йыр онотолоп тора. Маҙаһыҙ сәғәттәр башлана. Был мәлдә уға Зәйтүнә, Флүрә апайҙары ярҙамға килә. Мөхәммәт йәйҙәрен ялан тәпәй йөрөй торғайны. Тау-таштар араһында, ҡылғанлы яландарҙа йылан бар тип тормай, аяҡ кейеме кеймәне. Уға ҡарап беҙ ҙә, малайҙар, модала булған сандалиҙарыбыҙҙы кеймәй йөрөр булып киттек. Сынығабыҙ, йәнәһе. Көнө буйы аяҡ өҫтөндәге егет физик яҡтан көслө үҫте. Уны йүгереп тә, ҡул көрәштереп тә алдына сыға алманы тиңдәштәре. Көсөнә маһайып, үҙенән көсһөҙҙәрҙе ҡыйырһытманы, ярҙамсыл булды. Ауылда улар ғаиләһендә инсафлы, кесе бәйелле балалар тәрбиәләнде. Гел генә эш менән мәшғүл булғас, насар ғәҙәттәргә урын да ҡалмағандыр, ваҡыт та етмәгәндер. Әле булһа Мөхәммәттең ғаиләһенән, Хәйбулла ағай, Зәйтүнә апайҙарҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Белорет, Тирлән урыҫтары ла, Нөғәйбәк керәшендәре лә уларҙың йылы һүҙенән, тәмле сәйенән мәхрүм түгел.
Мөхәммәттең ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә килеү юлы башҡаларҙан айырылмаған да кеүек. Тик бер әтнәкәһе лә бар бында. Ошо юлды кем нисек үтә бит?! Маңлайға яҙылған яҙмыш кеүектер инде ул кешенең үтер юлы. Ауылда йәшәгәс, малдан, ҡош-ҡорттан башҡа хәл юҡ, улар йәшәү өсөн берҙән-бер сығанаҡ. Егет быны бала саҡтан күңел төбөнә һалды. Механизатор һөнәрен дә үҙләштерҙе. Арыу ғына эшләп алды. “Тимер (ҡорос) айғыр” ни тиклем көслө булмаһын, уға үҙләшеп китә алманы. Мөхәммәт техниканы күңеле менән үҙһенмәне, малсылыҡтан башҡа эшен күҙ алдына ла килтермәне.

Үҙе бер китап яҙырлыҡ

1970 йылдарҙың икенсе яртыһында Учалы районы Ставрополь тарафтарынан “совет мериносы” тоҡомло һарыҡтар ҡайтарҙы. Улар хужалыҡтарға бүленде.
Һәр яҡтан гөрләп торған, иҡтисади өлкәлә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән “Байрамғол” совхозына меңәрләгән баш көтөүгә алынды. Ташҡыя ауылы эргәһендә Иван ташында тиҙ арала түңәрәк ҡыйыҡлы тирмәгә оҡшаш ҙур кочарҙар ҡалҡып сыҡты. Мәҫкәү, Ташҡыя, Йәндек (Йәһүҙә) ауылдарын берләштергән 9-сы ферма малсыларынан егәрле коллектив тупланды. Үҙ эшен һәр саҡ мөкиббән үтәгән Мөхәммәт Рәхмәтуллин да әлеге күҙгә ят, ялбыр оҙон һәм ҡалын йөнлө һарыҡтар комплексына чабан итеп тәғәйенләнде. Хужалыҡ директоры Мөждәбә Барый улы Сафин, баш зоотехник Нина Ефимовна Гаврилова, тоҡомсолоҡ буйынса зоотехник Закир Мансур улы Зәйнетдинов, ферма управляющийы Ҡамса Закир улы Ғайсин һәм башҡа белгестәр хәстәрлеге арҡаһында эш яйға һалынып китте. Контроль да көслө барҙы. Һәйбәт сифатлы йөн алыу өсөн ҡыҙыу һәм көсөргәнешле эш башланды. Ярыш сәме һәр чабанды көндәлек хеҙмәттә һынаны. Эш шарттарын тәьмин итеүҙә, өс ай һайын ярыш йомғаҡтарын халыҡҡа еткереүҙә, агит-масса эштәрен ойоштороуҙа партия һәм эшселәр комитеттары етәкселәре Икадим Шакир улы Баймөхәмәтов, Үзбәк Мофассал улы Ғибәҙәтов яҡындан ярҙам итте. Районда һарыҡсылыҡты үҫтереү мәсьәләһе Учалы ҡалаһы партия комитетының иғтибар үҙәгендә булды. Хужалыҡ директоры Әҙһәм Ғәни улы Шәрәфетдиновтың эшлекле тәҡдиме буйынса аҙна һайын һарыҡсылыҡ комплексында эшлекле рейдтар ойошторолдо, уңыштар һәм етешһеҙлектәр көндәлек матбуғатта сағылыш таба килде. Был йылдарҙа, әйтергә кәрәк, Учалы районы малсылыҡтың төрлө тармаҡтарында республика күләмендә иң алдынғы сафтарҙа атланы – һарыҡсылыҡ тоҡомон үрсетеү буйынса район Рәсәй масштабында лайыҡлылар исемен яуланы ла инде. Ҡыҫҡа ваҡытта Мөхәммәт Рәхмәтуллин үҙенә беркетелгән малдарҙан иң сифатлы йөн алыуға өлгәште. Уның йылдың-йылы яулаған уңыш серҙәрен һорағас, йылмайып ҡына:
– Сер тип ни, эшләнем дә йөрөнөм инде. Уңыштарым хаҡында, уның сере хаҡында әйт, тиһең бит әле. Малдарҙы яратыуымдандыр тип уйлайым…
Был һүҙҙәргә тәжрибәле чабандың мал телендә һөйләшә белеүен дә өҫтәп ҡуйырға ине теләк.
Әлбиттә, Мөхәммәт Сибәғәт улының хеҙмәт уңыштары үткән йылдарға, көтөү артынан һалынған берләм оҙон һәм урау-урау юлдарға барып тоташа. Ул әңгәмә барышында бер нисә тапҡыр Закир Мансур улы Зәй­нетдиновтың исем-шәрифен телгә алды. Эйе, Закир Мансур улы һарыҡсылыҡ тоҡомон үҫтереүҙә районда алмаштырғыһыҙ белгес булып танылғайны.
Уның чабандар менән берлектә һарыҡтар­ҙан үрсем, йөн алыу тәжрибәһен Украинанан, Латвиянан, Ҡаҙағстандан һ.б. өлкәләрҙән килеп өйрәнделәр. Өфө, Мәскәү ғалимдары ла Байрамғол ерендә үҙ кеше булды, ә ҡымыҙы хаҡында ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре ишетмәне, алтын-көмөш миҙалдар яуланы – үҙе бер китап яҙырлыҡ!
Закир Зәйнетдинов – тоҡомсолоҡ эшен фәнни нигеҙгә ҡороп ебәреүселәрҙең береһе. Иң мөһиме – фән күрһәткән алымдарҙы практик эштә ҡулланыу, һөҙөмтә алыу. Тоҡомсолоҡ технологияһына хужаларса айыҡ ҡараш һәм көндәлек хеҙмәт, ең һыҙғанып эшләү, ә улар тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ҡырҙа көтөү. Иген ерҙәре уңыштан йыйылғас, ҡамыл төптәрендә йөрөтөү, тау битләүҙәрендә йәйләтеү һарыҡтарҙың көрлөгөнә, йөндөң сифатына ифрат тәьҫир итеүсән. Мөхәммәт һәр йылын көтөүен кочарҙарға иң һуңынан ябыусан булды. Май айында ул “банжировка” (һарыҡтарҙың дөйөм сәләмәтлеген тикшереү) башлай. Эш рәтен белгән чабан тәүҙә һәр һарыҡтың тояҡтарын, тештәрен ҡарай, күҙен ҡаплаған оҙон йөндәрен ҡырҡа, уҡмашып төйнәлгән бөргәктәрҙән, батҡаҡтан, талпандарҙан таҙалай, крәлин ҡушылған һыулы быуала ҡойондора, йөндәренең оҙонлоғон үлсәй, айырым бер диҡҡәт менән йөндөң өлгөргәнлеген тикшерә.
Ҡыҫҡаһы, иң кәрәкле процедураларҙы үткәрә. Июнь айҙарында йыллыҡ эш һөҙөмтәһен күрһәтәсәк йөн ҡырҡыу башлана. Иң яуаплы осор – мериностарҙың йөнөн алыу. Ошо мәлдә чабандарҙың үҙ эшенә мөнәсәбәте тулыһынса асыҡлана ла инде, һөҙөмтә шунда күренә. Мөхәммәттең хеҙмәт күрһәткесе, һәр ваҡыттағыса, иң юғары – һәр һарыҡтан 4,5 кг йөн алыуға өлгәшә ул. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында был уңыш рекордҡа тиң. Үрсем алыуҙа ла ул алда булды. Йөҙ һарыҡтан 100 – 103 бәрәс алыуға һәм шулар­ҙың 89 – 92-һе иҫән-һау аяҡҡа баҫтырыла. Был уңыштар, әлбиттә, ныҡышмалылыҡ, оло хәстәрлек талап итә. Оҙайлы ҡыштарын кочар­ҙарҙа, йәйҙәрен – Мөкөш ҡойоһо йәйләүендә... Көндәр, айҙар, йылдар үтеп тора. Мөхәммәт Рәхмәтуллиндың хеҙмәттәге еңеүҙәре ысын мәғәнәһендә үҙ эшенә хужаларса ҡараштан, оло яуаплылыҡтан яралғандыр.
Данлыҡлы чабандың көрәнһыу ҡаты сәстәренә сал ингән бөгөн. Тынғыһыҙ крәҫтиән хеҙмәте билдәһе ул. Киң яурындары ярым дуғалай бөгөлә төшкән, ә ҡыҫынҡы ҡуңыр күҙҙәр мөләйем, айырым бер өмөт менән ҡарай. Етмеш йылдың дүрт тиҫтәнән ашыуы хеҙмәткә арналған. Яҙмышына уҙышып йәшәмәне, юҡҡа намыҫ йыртманы, эшен генә белде, уны белеп, күңелен биреп, ихлас эшләне. Шуға ла ғаилә усағы дөрләп яна, хәләл ефете, Земфира Ишкен ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлфәт улы һәм Зөлфиә ҡыҙы – ауыл хужалығында, Нурия – һатыу эшендә, Сәриәләре Учалы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Уҙған ғүмер аҡҡан һыу менән бер, тиҙәр. Мөхәммәт Сибәғәт улының бала сағы, йәшлеге, билен биштән быуып эшләгән 70 – 90-сы йылдары гел кешеләргә, тыуған еренә тоғро хеҙмәт итеүгә ҡоролдо.
Ауылдашымдың фиҙакәр хеҙмәт юлы уның күкрәген биҙәгән ордендар, миҙалдар йөҙөндә яҡтыра. Ошо яҡтылыҡ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, ауылдаштарына, туғандарына һәм дуҫ-иштәренә йылылыҡ өҫтәй. Ир-уҙаман булараҡ, төп бурысын да аныҡ үтәне – ерҙә үҙ эҙен ҡалдырҙы: изге тупраҡҡа ағастар ҙа ултыртты, шыңғырлатып йортон да һалды, балалар ҙа үҫтерҙе. Тимәк, был тормош заяға үтмәгән, юҡҡа йәшәлмәгән…

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.

Учалы районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»