RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмерҙең сикләнгән булыуы уның мәғәнәһеҙлеген аңлатмай

14.05.2013 Ғүмерҙең сикләнгән булыуы уның мәғәнәһеҙлеген аңлатмай

Ғүмерҙең сикләнгән булыуы уның мәғәнәһеҙлеген аңлатмайЫсынлап та, һыу ағымын аҡрынайтып булмаған кеүек, ғүмер ағышын да үҙең теләгәнсә йүнәлтеп булмай. Йылғалар диңгеҙгә ҡойғандай, кеше ғүмере лә мәңгелек тип аталған ваҡыт диңгеҙенә инеп юғала. Әҙәм затын балалыҡтан – йәшлеккә, ҡартлыҡҡа, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсереүсе тормош ҡануны нисек кенә үкенесле тойолмаһын, яҙмышыңа яҙғанынан ҡотолоу юҡ. Әммә ғүмерҙең сикләнгән булыуы уның мәғәнәһеҙлеген аңлатмай.
Шулай ҙа Хоҙай биргән ғүмерҙе үҙ теләге менән өҙгәндәр, үҙенә ҡул һалыу­сылар барыбыҙҙы ла борсоуға һала. Үҙ-үҙеңде үлтереү – иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Ҡәһәрле бәлә – йәмғиәтебеҙҙе һағайырға мәжбүр иткән оло проблема.
Был заман афәте кешеләрҙе яҡты донъянан һуғыш һәм енәйәт ҡорбандарына ҡарағанда ла күберәк алып китә. Сөнки тыуымға ҡарағанда үлем өҫтөнлөк итә. Уйлап ҡараһаң, ата-бабаларыбыҙ ниндәй аяуһыҙ, ауыр замандарҙа йәшәгән, тик берәү ҙә үҙ-үҙенә ҡул һалмаған. Аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш ҡырған бәндәләрҙе, әммә үҙ ғүмеренә ҡул һалыусылар булмаған тиерлек. Ундайҙарҙы мәңгелек тамуҡ көтә, унда иһә бындағы ауырлыҡтар ожмах кеүек кенә тойолор, тип белгәндәр.
Һуңғы осорҙа бигерәк тә үҫмерҙәрҙең һәм 25 – 35 йәшлек йәштәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу күренеше шаҡ ҡатырлыҡ хәл. Әле яңы ғына уйынсыҡтарын йыйып ҡуйып, мәктәп тупһаһын тапай башлаған балаларға, яңы тормош ҡорған, типһә – тимер өҙөрҙәй аҫыл ир-егеттәргә һәм дәрт-дарманы ташып торған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡайҙан килә донъянан ваз кисеү уйы?
Ярай, ирендәрендә әсә һөтө лә кипмәгән йәштәр ғүмерҙең ҡәҙерен белмәй, уларҙа үлемдән ҡурҡыу тойғоһо ла булмай, ти. Йәнәһе, үлһә, кемделер үкенергә мәжбүр итә, үс ала! “Әгәр үлһәм, барыһы ла мине йәлләйәсәк, үкенәсәк”, – тип уйлай ундайҙар. Улар ошо юл менән башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итергә, үҙҙәрен ҡыҙғандырырға теләй. Әммә ул, йән биргәс, инде был хаҡта белмәйәсәген, мәрхүмдәрҙе кире терелтеп булмағанын аңламай. Яҡындары ваҡыт уҙыу менән мәрхүмдең донъянан китеүенә һыҙланып булһа ла күнә. Бына ошоно аңлап етмәй үҫмерҙәр. Шуға психологтар, хәүеф төркөмөнә ингән үҫмерҙәргә нисек тә ярҙам итеү маҡсатында, өлкәндәргә балаларҙың тышҡы ҡиәфәтенә, тәртибенә, күңел торошона һәр саҡ иғтибарлы булырға ҡуша. Мәҫәлән, үлергә ниәте булғандар әкрен генә һөйләшә, бойоҡ йөрөй, яуапты бик ҡыҫҡа ғына бирә, йә бөтөнләй өндәшмәй. Тағы ла һәр ваҡыт йәбер күреүселәр, үҙ-үҙенә саманан тыш тәнҡит күҙлегенән ҡараусылар ғүмерен ҡыйыу юлына бара. Балаға үҙенең һеҙгә кәрәк икәнлеген яҡшылап төшөндөрөгөҙ, уға һеҙҙең иғтибарығыҙ, күңел йылығыҙ бик кәрәк. Ҡәҙерле­ләрегеҙ менән эскерһеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ.
Йәш үҫмерҙәрҙең һәм бәлиғ булмағандарҙың үҙенең ғүмерен өҙөү сәбәптәре тағы ла нимәлә һуң? Мөхәббәттә уңмау, мине яратмайҙар, тип уйлау, ата-әсәнең саҡ ҡына әрләүе, барырға теләгән еренә ебәрмәүе, һанап китһәң, юҡ ҡына һылтауҙар туп-тулы.
Баймаҡ районында былтыр атаһының үҙ-үҙенә ҡул һалыуынан һуң 14 йәшлек үҫмер ҙә донъянан китеүҙең ошо ысулын һайлай. Мәктәпкә бармайынса, өйҙә ҡалып, үҙ ғүмерен ҡыя. Үҫмер быға тиклем үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә, бокс менән шөғөлләнә, яҡшы уҡый. Бындай юлға баҫыуының сәбәбе билдәһеҙ.
Әле яңы ғына, Ишембай районының бер ауылында 16 йәшлек егет аҫылынып үлгән, тигән ҡот осҡос хәбәр таралды. Сәбәптәре билдәһеҙ.
Эйе, йәш-елкенсәктең шулай итеп үлеүе үкенесле, ә 25 – 35 йәштәгеләр­ҙең дә теге донъяға китеүе һирәк күренеш түгел бит. Шундай ахмаҡ аҙымға барып, балаларға насар өлгө күрһәтәбеҙ түгелме? Ошо хаҡта муйынына элмәк һалыусы уйланамы икән?
Суицид юлына баҫыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙур дозала дарыу йәки башҡа препараттар ҡулланһа, ир-егеттәр әлеге мәсьәләне муйынына арҡан кейеп хәл итеүҙе хуп күрә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалыу юлын һайлаған ир һәм ҡатындар йыш ҡына спиртлы эсемлектәр ҡулланыусылар, ир-аттарҙың күпселеге – ғаиләһеҙ, йә айырылған, даими эш урыны булмағандар.
Ә хәҙер аҫылынып үлгән кешенең мәйетен күҙ алдына килтерәйек. Ҡот осҡос, ҡурҡыныс күренеш: аҡайған күҙҙәр, арҡыры сыҡҡан тел, күгәргән йөҙ, тәне шыҡырайып ҡатҡан бар ергә ауыр еҫ таралған... Ысынлап та, мәйет ерәнеү тойғоһонан башҡа бер ни ҙә уятмай. Һәр кемебеҙ үҙебеҙҙе ошондай хәлдә күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Уйлауы ла ҡурҡыныс...
Бөгөн сыҙай алмаҫлыҡ булып тойол­ған ауырлыҡ ваҡыт уҙыу менән юҡҡа сыға, онотола. Тормош – һынау ул. Сабырлыҡ төбө – һары алтын, тигән халыҡ. Әле бәләнән сығыу юлы күренмәй икән – түҙегеҙ. Үҙегеҙҙән ауырыраҡ йәшәгәндәрҙән фәһем алығыҙ, ҡояшлы көндәр һеҙгә лә килер.
Ғүмер – әсә ҡарынынан ҡәбергә тиклемге бик ҡыҫҡа ара. Нимә генә эшләргә уйлаһағыҙ ҙа, иң тәүҙә атай-әсәйегеҙҙе, балаларығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы хәтергә төшөрөгөҙ. Һеҙ был донъянан китһәгеҙ, уларҙы яҡлар кеше булырмы? Етем-яңғыҙ ҡалғандарҙың былай ҙа күңелдәре китек бит. Улар һеҙҙең юлды ҡабатламаҫмы? Тормош ауырлыҡтары һеҙгә тиклем дә булған, тимәк, һеҙ киткәс тә була. Яҡындарығыҙҙы ғүмер буйына оятҡа һалған ҡара тап – һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ҡул һалыуығыҙ ҡалыр. Ошо хаҡта уйланһағыҙ ине. Шулай булғас, тормошто яратайыҡ, уның ҡәҙерен беләйек, оптимистик рухта йәшәйек! Ваҡытһыҙ үлемдең артыуына юл ҡуймайыҡ!

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»