RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауыл хужалығында миллион һумһыҙ ғына нисек эш башларға?

30.04.2013 Ауыл хужалығында миллион һумһыҙ ғына нисек эш башларға?

Ауыл хужалығында миллион һумһыҙ ғына нисек эш башларға?Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Йәшлек” гәзите ойошторған “тура бәйләнеш”тә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин яуап бирҙе
“Йәшлек” гәзитендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин менән “тура бәйләнеш” ойоштороласағы тураһында хәбәр иткәйнек. Сара бик ҡыҙыу үтте, шылтыратыуҙар ҙа, алдан хат яҙыусылар ҙа күп булды. Бөгөн Азат Салауат улына килгән һорауҙарға бирелгән яуаптарҙы гәзит битендә баҫабыҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ күтәргән ҡайһы бер мәсьәләләр өҫтәмә асыҡлау талап итә, шуға ла тағы ла тулыраҡ яуаптарҙы гәзиттең киләһе һандарында уҡыр­һығыҙ.

Фәриҙә ВӘЛИЕВА, Балаҡатай районы:
– Быйыл улым Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Ауыл еренә эшкә ҡайтам, тип дәртләнеп йөрөй. Ләкин тыуған ауылыбыҙҙа бер эш тә юҡ, тип асыҡ әйтә алам – ауыл хужалығы үҫешкән урындан түгелбеҙ. Улым республиканың башҡа берәй районына эшкә барырға ла риза. Тик тура килерлек эште нисек табырға белмәйбеҙ – ауыл хужалығы тармағында вакансиялар базаһы юҡмы ул? Тағы ла бер һорауым – юғары уҡыу йортон тамамлап, ауылға эшкә ҡайтҡандарға ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр барлығын ишеткәйнем – улар бөтөрөлмәнеме әле?
– Өҫтәмә түләүҙәр әле лә бар. Юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан ауыл хужалығы белгестәре бер тапҡыр 100 мең һум аҡса ала. Артабан уларға ай һайын эш хаҡына өҫтәп 7 мең һум аҡса түләнә башлай. Йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында 2009 йылда ҡабул ителгән программа буйынса башҡарыла был эш.
Урта махсус белем алып ҡайтыусыларға бер тапҡыр 70 мең һум һәм ай һайын 4 мең һум аҡса бирелә. Программала ҡатнашыу өсөн белгес ауыл хужалығында кәмендә өс йыл эшләргә тейеш. Әгәр ҙә үҙ теләге менән эшенән китә икән – аҡсаны кире ҡайтара. Хужалыҡ бөтөрөлһә, икенсе урынға, районға күсергә хаҡы бар.
Ауыл хужалығына белгестәр кәрәк. Ләкин бөгөнгө проблема – юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтыу менән, барыһы ла етәксе генә булып ултырырға теләй. һәр ваҡыт улай ғына булмай бит. Мин үҙем 1995 йылда юғары уҡыу йортон тамамлап, фермала веттехник булып эшләй башланым. Был – училище тамамлағандар башҡарырға тейешле эш. Өс йыл тирәһе ошо эште алып барҙым. Һөҙөмтәлә был минең өсөн бик һәйбәт булды – хәҙер ниндәй генә фермаға барып инһәм дә эште төптән беләм. Еңел булды, тимәйем. Ләкин сабырлыҡ төбө – һары алтын. Кадрҙар базаһына килгәндә, ул бар, министрлыҡҡа һәр кем мөрәжәғәт итә ала, минең исемгә лә яҙырға мөмкин. Йәштәрҙән инициатива көтәбеҙ. Ә эш бар.

– Һаумыһығыҙ, Азат Салауатович! Мин – Таһир Хисамов исемле фермер. 2012 йылда фермер булып теркәлдем. Был көнгә тиклем бер ниндәй ҙә субсидия ала алғаным юҡ. Шуға ла, кредит һорап, “Россельхозбанк”ка мөрәжәғәт иткәйнем, ләкин мин теләгән сумманы бирмәйҙәр. Ҡуртымға 100 гектар ер алғанбыҙ, үҙебеҙҙең 12 гектар пай еребеҙ ҙә бар. Шул тиклем ерҙе эшкәртеү өсөн техника күп кәрәк. Малыбыҙ ҙа күп, йыл һайын 100 ҡаҙ, 400 – 500 бройлер себеш үҫтереп һатабыҙ. Тырышабыҙ инде, ауылда тик ятҡы килмәй. Ләкин бына шул эште артабан да йәнләндереп ебәреү өсөн аҡса етеңкерәмәй, ә банк кредитты етерлек бирмәй. БР Ауыл хужалығы министрлығы беҙгә 1500 000 һум кредит алырға ярҙам итмәҫме икән?
– Алдан уҡ шуны анлатҡым килә: бөтә банкылар ҙа кредиттарҙы үҙҙәренең схемаһы буйынса бирә, бер ниндәй министрлыҡ та, башҡа ведомство ла уларҙы граждандарға кредит бирергә мәжбүр итә алмай. Әлбиттә, министрлыҡ тарафынан ҡайһы бер ҙур проекттарҙы финанслау кеүек эштәр башҡарыла, ләкин был шәхси хужалыҡтарға, бәләкәй ауыл хужалығы объекттарына ҡағылмай. Былтыр субсидия ала алмағандар, ярҙам һорап, яңынан мөрәжәғәт итә ала. Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн ҡабул ителгән программалар етерлек, улар менән танышырға, күҙәтеп барырға ғына кәрәк.

– Салауат районының Ҡарағол ауылынан 75 йәшлек Самат Сәғитов булам. Өс улым бар, улар менән бергәләп ауыл хужалығы йүнәлешендә берәй эш асырға ине. Әле еребеҙ ҙә, техникабыҙ ҙа юҡ. Ләкин нисек тә булһа тырышып, берәй эш башлағы килә. Әлеге ваҡытта техника-фәләне булмаған кешеләргә эште нимәнән башларға кәңәш итерһегеҙ?
– “Башлаусы фермер” тигән программа тураһында иҫкә төшөргө килә. Ул – былтыр старт алған бик шәп программа. Ауылда йәшәйһегеҙ икән, тимәк, шәхси хужалығығыҙ бар, тип аңлайым. Ауыл хужалығында эште миллионлаған һум тотоп ҡына башламайҙар, төрлө юлдар табырға мөмкин. Мәҫәлән, 30 мең һум аҡсағыҙ булған хәлдә, “Башлаусы фермер” программаһы буйынса 300 мең һум аҡса алыу мөмкинлегегеҙ бар. Аңлатып үтәм, программа буйынса, фермер эшен башлаусылар 10 процентына үҙенең аҡсаһын ҡулланып, ҡалған сумманы республика бюджетынан алыу хоҡуғына эйә. Бер хужалыҡҡа 1 миллион 500 мең һумға тиклем аҡса бирелә. Шул уҡ 300 мең һум да аҙ аҡса түгел, уға бер нисә һыйыр алып, эш башларға мөмкин. Тырышҡан кеше артабан да хужалығын үҫтерәсәк.
Эре мал аҫрау ғына түгел, ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнергә була. Был эште яҡшы ғына башларға шарттар бар. Миҫал итеп “Башкирский гусь” тигән ойошма башҡарған эштәр хаҡында әйтеп үтке килә. Улар яҙын халыҡҡа бушлай бәпкәләр бирә, үҙҙәре килтерәләр. Теләһәң – 100, теләһәң, 1000 бәпкә ал. Бер нисә айҙан, август аҙаҡтарында тип әйтергә кәрәк, бәпкәләр үҫеп, ауырлығы 5,5 килограмға еткәс, 100 бәпкәнең 20-һен кире алып китәләр. Быны яҙын биргән бәпкәләр һанының 20 процентын кире килеп алалар тип аңларға кәрәк. Теләгәндәргә ҡаҙҙарға аҙыҡ та килтерелә. Әлбиттә, был осраҡта ҡаҙҙарҙы күберәк алып китәсәктәр.

– Азат Салауатович! Беҙҙең ҡайғыға иғтибар итегеҙсе, зинһар! 2006 йылда беҙҙе, 30 кешене – 7 600 000 һум күләмендә кредит алырға мәжбүр иттеләр. Был аҡса Баймаҡ районының “Ирәндек” совхозын ҡотҡарыу өсөн алынды. Кредитты алған ваҡытта бухгалтерҙарыбыҙ эш хаҡыбыҙҙы арттырып күрһәтте, беҙҙең ғаилә ағзаларын поручителдәр иттеләр. Башҡа ваҡытта банк кредит бирер алдынан әллә күпме мәшәҡәт тыуҙыра – был юлы барыһы ла шыма ғына барҙы. Алдан һөйләшеп ҡуйғас ни. Кредитты совхоз түләйәсәк, тип ышандырҙылар. Ләкин был улай булып сыҡманы – түләмәйҙәр.
30 кеше араһында пенсионерҙар ҙа, инвалидтар ҙа бар. Барыбыҙҙан да ай һайын ҡайырып аҡса алалар. Аҡсаның совхоз кассаһына күсеүе тураһында документ бар, ләкин был ғына мәсьәләне хәл итмәй. Артыҡ ышаныусанлыҡ күрһәтеп, совхоз өсөн кредит алғаныбыҙ өсөн ғәйеплебеҙ, эйе. Әммә ниәтебеҙ изге ине, ышандыҡ шул... Илдә миллиардлаған һумды кире ҡайтарып биргән эштәр буйынса тикшереүҙәр бара, беҙҙең менән хәлдең ысынында нисек булғанлығын һәр кем аңлай. Ярҙам һорап, ил башлығына ла мөрәжәғәт иттек. Белеүебеҙсә, хәҙер хатыбыҙ БР Ауыл хужалығы министрлығында тикшереү көтөп ята. Министрлыҡ аҡсабыҙҙы кире ҡайтарырға, кредит түләүҙән ҡотолорға ярҙам итерме икән?
– Проблема менән танышбыҙ. Был юҫыҡта эш алып барыла. Әле тикшереүҙәр бара. Кешеләр проблемаһы менән үҙҙәре генә ҡалмаясаҡ, ярҙам итәсәкбеҙ.
Ҙур хужалыҡтарға ярҙам итеү өсөн кредит алыусылар бер Баймаҡта ғына түгел, башҡа райондарҙа ла шундай уҡ хәлдәр күҙәтелде. Күпселек осраҡта кредит алыу мәшәҡәттәре халыҡ өсөн ыңғай тамамланды. Был юлы ла шулай буласаҡ тип өмөт итәбеҙ. Урындағы етәкселәр менән бергәләп эшләйбеҙ, аҡсаны халыҡҡа кире ҡайтарып биреүгә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Халыҡ та абайыраҡ булһа ине – бындай эштәрҙә урлаған бер ғәйепле булһа, урлатҡан мең ғәйепле бит.

– Пай ерҙәре мәсьәләһе менән шылтыратабыҙ. Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында йәшәйбеҙ. Исемем – Марат Янбаев. Күрше-тирә ауылдар халҡы пай ерҙәрен алып, межалап бөттө, рәхәтләнеп файҙаланалар. Ә беҙ пайҙы күргән дә юҡ. Ерҙе урындағы бер ҙур хужалыҡҡа ҡуртымға биреп ҡуйыу тураһында ниндәйҙер килешеү төҙөгәйнек. Әммә бер файҙаһын да күрмәнек әле, һаламды ла һатып алабыҙ. Тиҙ арала еребеҙҙе межалап алмаһаҡ, унан ”елдәр иҫәсәк” тип тә ишетелгеләй. Үҙ еребеҙҙә үлән булһа ла сәсергә ине, юҡһа башҡаларҙан бесән алып мал аҫрайбыҙ ҙа баһа. Пай ерҙәрен нисек межалап алырға икән? Беҙгә бер кем дә ярҙам итмәй…
– Бының бер проблемаһы ла юҡ – эште, бөтә пайсылар тупланып, дөйөм йыйылыш үткәреүҙән башлайҙар. Бер кем дә пай ерҙәрен межалап алыуға ҡаршы килә алмай. Улар – һеҙҙең мөлкәт. Йыйылышты урындағы етәкселәр, был осраҡта ауыл хакимиәте башлығы ойошторорға тейеш. Пайға ниндәй ерҙәр ингәнлеге алдан билдәле, уны махсус төҙөлгән комисcия хәл итә. Йыйылыш нигеҙендә беренсе сираттағы баҫыуҙар билдәләнә һәм шул пайҙар тәү сиратта бирелә башлай. Бер граждан пайын межалап алып, айырылып сығырға теләй икән, комиссия рәйесенә ғариза яҙа. Эш шулай башлана, артабан инде ерҙе межалау кеүек мәшәҡәттәр китә. Бер кем дә пай хужаларына килеп, ерҙәрен межалап бирмәйәсәк, был һәр хужаның үҙ инициативаһы менән башҡарыла. Ә инде дөйөм йыйылыш ойоштороу – туранан-тура урындағы етәкселәрҙең эше.
– Учалы районының Ишмәкәй ауылынан борсолоп шылтыратам әле. Ваҡ йылғаларыбыҙ ҡороп бөтөп бара. Республикала һыу ятҡылыҡтары эшләргә йыйынғандарын ишеткәйнем. Ауылыбыҙҙан Яйыҡ йылғаһы аға. Элек шул матур йылғаны быуалар ине, һыу тирмәндәре ни тиклем файҙа килтерҙе. Үҙемдең дә быға тиклем һыуҙы быуҙырғаным булды. Ләкин йүнле генә торбаһы булмағас, быуа йырыла ла китә. Хәҙер ҙә ҙурыраҡ йылғаларҙы быуып, ауылдар эргәһендә быуалар эшләһәк, яҡшы булыр ине. БР Ауыл хужалығы министрлығы шул йылғаларҙы быуырға ярҙам итмәҫме икән? Артыҡ һыу ағып ятһын өсөн торбалар булһа ла бүленһен ине.
– Һыу ятҡылыҡтары проблемаһы бар. Был юҫыҡта эшләйһе эштәр бик күп әле. Һорауға яуап итеп шуны әйтергә була – йылғаларҙы быуып, урындарҙа һыу ятҡылыҡтары эшләү тыйылмай. Был – ауыл хакимиәтенең эше. Хәҙер, аҡса юҡ, тип әйтәсәктәр бит инде, был һүҙҙәр ҙә дөрөҫ. Республикала быуалар эшләргә ярҙам итерлек программалар бар, мәҫәлән, ярҙарҙы нығытыу өсөн тәғәйенләнгәндәре һәм башҡалар. Улар менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына мөрәжәғәт итегеҙ. Һәр эштә инициатива кәрәк, ысынлап та файҙалы эш менән булышырға теләүселәргә ярҙам һәр ваҡыт буласаҡ. Эште урындағы ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итеүҙән башлағыҙ.

– Өфөнән шылтыратам, исемем Заһир. “500 ферма” тигән программа менән ныҡ ҡыҙыҡһынам. Уның хаҡында бик күп ишетергә тура килә. Киң матбуғат саралары теманы әүҙем яҡтырта. Аңлатып үтегеҙсе, программа буйынса ниндәй эштәр башҡарыла, уның файҙаһы бармы?
– Республикала ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләгән ойошмалар бик күп. Беҙ улар­ға мониторинг үткәрҙек. Нисек эшләүҙәрен тикшереп сығыу тармаҡтың проблемаларын асыҡларға, пландар төҙөргә нигеҙ бирә. Бөгөн республикала эшләгән фермаларҙың күпселеге үткән быуаттың 60-сы, 70-се йылдарында төҙөлгән. Күпселегендә малдар өсөн дә, эшләгән кешеләр өсөн дә шарттар ныҡ насар. Тағы ла бер ун йылдан уларҙы ремонтлау ҙа мөмкин булмаясаҡ, барыһын да ер менән тигеҙләп, яңыларын төҙөргә генә ҡала. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, республика етәкселегенең ҡушыуы буйынса, бергәләп фермаларҙы реконструкциялау, модернизациялау өсөн программа төҙөнөк. Уның буйынса, фермаларҙы сафҡа индереү өсөн республика бюджетынан аҡса бүленә. “500 ферма” программаһында ҡатнашыусылар хужалыҡтарына яңы ҡорамалдар ала, биналарын ремонтлай һәм башҡа эштәр башҡара икән, тотонолған аҡсаның яртыһы республика бюджетынан ҡаплана. Субсидия бүленә, тип аңларға кәрәк.
Былтыр ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан ғына 385 миллион һум аҡса бүленде. Ғөмүмән, әлеге тема буйынса айырым мәҡәлә эшләргә кәрәктер. Был – ҙур һәм күптәргә ҡыҙыҡлы булырлыҡ йүнәлеш.

– Азат Салауатович, шылтыратыуҙар бик күп, “Йәшлек” гәзите журналистары әҙерләгән һорауҙарҙы бирергә ваҡыт та юҡ хатта. Әле яҙғы сәсеү эштәре башланды. Ауыл хужалығы белгестәре нисек фаразлай – быйыл уңыш нисек буласаҡ? Көҙөн буралар иген менән тулырмы?
– Белгестәр, май айы уртаса күрһәткестәр­ҙән бер градусҡа йылыраҡ булыр, тип билдәләй. Ә яуым-төшөм нормаға ярашлы буласаҡ. Июнь – июль уртаса күрһәткестәрҙән эҫерәк буласаҡ, яуым-төшөм дә әҙерәк яуасаҡ, тип фаразлана. Шулай ҙа йәй былтырғынан һәйбәтерәк килергә тейеш. Былтыр апрель уртаһынан июнь урталарына тиклем ямғыр яуманы тип әйтерлек. Ә быйыл ямғыр етерлек булды – был ҙур өмөттәр уята. Ужым бик яҡшы ҡышлаған. Был да беҙҙе бик ҡыуандыра.
Йыл яҡшы ғына килер, тип өмөтләнергә нигеҙ бар.

Лилиә СИРАЕВА.
Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»