RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

29.03.2013 һорау-яуап

Түләргә тура киләсәк
1994 йылда йорт төҙөп сыҡтым. Унда әле лә бөтә ғаиләбеҙ менән йәшәйбеҙ. 2005 йылға тиклем шул йорт торған урындың ере өсөн генә һалым түләнем. Тик унан һуң Техник инвентаризациялау бюроһынан (БТИ) бер егет килеп, йортто тулыһынса үлсәп китте. Әммә миңә бер ниндәй ҙә документтар тапшырманы. Өйөбөҙ һаман да дәүләт теркәүен үтмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, күп тә үтмәй, йорт өсөн һалым түләүҙе талап итеп иҫкәрмәләр килә башланы. Аңламайым – мин нишләп дәүләт теркәүенә ҡуйылмаған йорт өсөн һалым түләргә тейеш?
Айнур ҡӘҘЕРБАЕВ.

Рәсәй Федерацияһының “Физик шәхес­тәр­ҙең милкенә тәғәйенләнгән һалымдар тураһында”ғы Законына ярашлы, төҙөлөш объектына һалынған һалымды түләүсе итеп милек хужаһы булып теркәлгән физик шәхестәр билдәләнә. Ә һалым һалыныусы объекттар булып торлаҡ йорттар, фатир, гараж һәм башҡа төҙөлөш объекттары, ҡоролмалар тора.
РФ Граждандар кодексы буйынса, физик шәхестәр торлаҡты дәүләт теркәүенә ҡуйғандан һуң шәхси милке тип билдәләй ала – һеҙҙе, моғайын, ошо факт аптыраталыр. Тик тағы ла бер законға иғтибар итегеҙ – күсем­һеҙ милекте дәүләт теркәүенә ҡуйыуҙы көйләүсе закон 1997 йылда ҡабул ителде. Ә һеҙҙең йорт 1994 йылда төҙөлгән. 1997 йылға тиклем төҙөлгән объекттар автоматик рәүештә, дәүләт теркәүен үтмәһәң дә, рәсми рәүештә шәхси милек тип ҡабул ителә. Икенсе төрлө әйткәндә, йортҡа булған хоҡуғығыҙҙы теркәһәгеҙ ҙә, теркәмәһәгеҙ ҙә, һалым түләргә тейешһегеҙ.

һөтөн эсергә яраймы?

Ветеринарҙар һыйырымда лейкоз сире тапты. Берҙән-бер һыйырымды һуйырға тура килә инде, аҙыраҡ һимертеп, бер-ике айҙан һуйырға тип планлаштырам. Бик һөтлө тоҡомдан. Тик хәҙер һөтөн дә эсмәҫкә ҡуштылар. Минеңсә, һөтөн яҡшылап ҡайнатҡандан һуң бер зарары ла ҡалмайҙыр?
Миңниса ҒӘФҮРОВА.

Лейкоз менән ауырыған һыйырҙарҙың һөтөндә кеше организмына ҙур зарар килтереүсе матдәләр табылған. Үкенескә күрә, был матдәләр һөттө ҡайнатҡанда ла юҡҡа сыҡмай. Шунлыҡтан ауырыған малды һуйыуҙан башҡа бер сара ла юҡ. Уны көтөүгә лә сығармайҙар.
Сирле мал һуйылған урынды яҡшылап дезинфекциялайҙар. Лейкоз яман шешкә әүерелгәндә, сире һуңғы стадияға еткән малдың итен ашамайҙар. Шуға ла малға ныҡлы тикшереү үткәрергә кәрәк.

Май ҡуңыҙы баҫты

Һуңғы өс йылда баҡсамда май ҡуңыҙының артыуын тоям. Элек уларҙың ҡарышлауыҡтарын тиреҫтә генә күрә инем, хәҙер бөтә донъямды баҫып алып баралар. Иҫке ҡыуаҡлыҡтарҙың аҫты бөтөнләй мыжғып тора. Был хәл миңә бер ҙә оҡшамай, май ҡуңыҙҙарын нисек бөтөрөргә икән?
Илгизә СОЛТАНОВА.

Май ҡуңыҙҙары баҡсалағы бөтә йәшелсә-емеште, еләкте юҡҡа сығарырға һәләтле. Улар бик көслө, 4 – 5 йыллыҡ ағастарҙы ла кимереп бөтөрә ала. Май ҡуңыҙы баҡса еләген ныҡ ярата.
ҡуңыҙ йомортҡанан ҡортҡа әүерелгәнсе 4 – 5 йыл үтә. Улар бер нисә көн күп итеп ашай һәм үҙҙәренә иш табып алғас, аталандырыу процесы башлана. Бынан һуң инә ҡуңыҙ ер аҫтына тәрәнерәк төшөп ята һәм 70 – 130 йомортҡа һала. ҡуңыҙҙар ҡомлораҡ урынды хуп күрә.
30 – 40 көндән йомортҡаларҙан ҡарышлауыҡтар сыға башлай, улар күпселек осраҡта тиреҫ менән туҡлана. ҡарышлауыҡтар тупраҡ эсендә 3 – 4 йыл буйына ята. Улар менән көрәшеүе бик ауыр, сөнки улар тәрәндә. Шуға ла ер һөргән ваҡытта ҡарышлауыҡтар күренә икән – шундуҡ юҡ итергә кәрәк. Ләкин был әллә ни файҙа килтермәҫ – тупраҡта йүнләп күренмәгән йомортҡалар барыбер ҡаласаҡ.
ҡағиҙә булараҡ, ҡарышлауыҡтар 10 йыл һайын тиерлек теге йәки был урынға һөжүм итә. Яҡын тирәлә йүнләп ҡаралмаған, һөрөлмәгән, ашланмаған ерҙәр бар икән – унда ҡарышлауыҡтар рәхәтләнеп арта.
ҡарышлауыҡтарҙан ҡотолоу өсөн еләк үҫкән ерҙе 10 – 20 мл нишатыр спиртын 10 литр һыуға һалып эшләнгән иретмә менән эшкәртергә була. Шулай уҡ 0,1 – 0,2 процентлы Децис иретмәһен дә ҡыуаҡлыҡтар эргәһенә һибеп сығырға мөмкин.
ҡарышлауыҡтар ғына түгел, ҡуңыҙҙар менән дә көрәшергә кәрәк. Уларҙы иртән емеш ағастарынан һелкетеп төшөрөп, йыйып яндыралар. ҡорттарҙы юҡ итеү өсөн баҡсаға ҡоштар йәлеп итергә кәрәклеге тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Әле лә ошоно иҫегеҙгә төшөргө килә. Баҡсала тағараҡтар элегеҙ, ҡоштар һеҙҙе һайрап та ҡыуандырыр, башҡа файҙа ла килтерер.

Парниктан уңманым

Парникта үрсетмә үҫтерә алмайым. Орлоҡтарҙы яҡшылап ебетеп, шыттырып сәсһәм дә, зәғиф кенә булып сығалар ҙа, йүнләп үҫмәйҙәр. Ошо уҡ орлоҡтарҙан шытҡан үрсетмәләр асыҡ түтәлдә гөрләп үҫә. Парникка сәселергә тейешле орлоҡтар башҡасараҡ буламы икән әллә?
Ләйлә ҒАФАРОВА.

Проблема шунда – парникка орлоҡтарҙы ҡоп-ҡоро көйө сәсәләр. Моронлай башлаған орлоҡтар тиҙ шытып ҡыуандыра, әммә был ысул парникка тура килмәй. Сөнки парникта температура тәбиғи түгел. Асыҡ түтәлгә орлоҡтарҙы көндәр тулыһынса йылынғандан һуң нисек сәсһәң дә була – орлоҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре тәбиғи шарттарға яраҡлаша. Ә парникка сәскәндә орлоҡтарҙы түгел, ерҙе яҡшылап дымлайҙар.

Сысҡандан нисек ҡотолорға?

Баҡсам ялман һәм сысҡан менән тулды. ҡапҡан да ҡуйып ҡараным, ләкин бер ҙә кәмегәндәй түгелдәр. Шул ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға икән?
Рәмилә ЛОТФУЛЛИНА.

Сысҡан, ялман һәм башҡа кимереүселәр һәр бер баҡсасыны тиерлек йонсота.
Бөтә тармаҡтағы кеүек үк, кимереүселәр менән көрәштә лә профилактика сараларынан да яҡшырағы юҡ. ҡарҙан асылыр-асылмаҫтан баҡсаны бысраҡтан, төрлө сүп-сарҙан таҙартырға кәрәк. Сүп-сарҙы көҙҙән үк йыйыу яҡшыраҡ булыр. Сысҡандарҙы ҡыуыу өсөн ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарға бөтнөк майы һипкеләйҙәр, кимергестәр уның еҫен яратмай. Шулай уҡ әрем еҫе лә уларҙың дошманы. Әремде баҡсала үҫтерергә мөмкин, бер нисә урында уларҙы ҡалдырыу бик шәп буласаҡ. Уның төнәтмәһе лә, яндырғанда еҫе лә сысҡандарҙы ҡурҡыта.
Шулай уҡ һатыуҙа ультратауышлы ҡорамалдар ҙа бар – улар был хайуандарҙы ҡурҡытыусы еҫтәр тарата. Ләкин был ҡорамалдар ҡиммәт тора һәм ҡойма-фәлән аша йөрөгән сысҡан-ялмандарға барып та етмәй.


















Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»