RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡомлоҡта сәскә атыусы илдән үрнәк алһаҡ ине…

22.03.2013 Ҡомлоҡта сәскә атыусы илдән үрнәк алһаҡ ине…

Ҡомлоҡта сәскә атыусы илдән үрнәк алһаҡ ине…
Бисмилләһир – рахмәнир-рәхим!
Сит илгә сығыу алдынан ниндәйҙер кимәлдә уның тураһында хәбәрҙар булыуҙың мөһимлеген һәр кем аңлайҙыр тип уйлайым. Мәғлүмәт сығанаҡтарынан белеүебеҙсә, һуңғы йылдар­ҙа ғәрәп илдәрендә сәйәси ваҡиғалар ныҡ әүҙемләште, үкенескә күрә, улар яҡшы яҡҡа түгел. Шулай ҙа ғәрәп илдәре араһында, үҙҙәренең нейтраль сәйәсәттәре арҡаһында, тыныс тормошта һәм яҡшы йәшәгәндәре лә бар. Шуларҙың береһе – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре.
Бынан алты йыл элек «Российская газета – Неделя» гәзитендә Максим Макарычев атлы журналистың «Сказка Востока на востоке Аравии» тигән мәҡәләһен уҡып, был ғәрәп иленең нисек итеп бөгөнгө бейеклектәргә күтәрелгәненә бик ныҡ һоҡланғайным. Был илде үҙ күҙҙәрем менән барып күргем килгәйне. Ниһайәт, быйыл ғинуар айында, 16-һынан 22-һенә тиклем, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшөп, улым Азамат менән миңә ошо илдә туристик сәйәхәттә булыу бәхете тейҙе.

Мажаралы башланғыс

Ҡомлоҡта сәскә атыусы илдән үрнәк алһаҡ ине…
Беҙ юл башыбыҙҙы «Натали Тур» фирмаһына ышанып тапшырҙыҡ. Ғинуарҙың унына тиклем ниндәй генә ойошманы алһаң да илке-һалҡы эшләй бит инде. Шул сәбәптәнме, үҙемдең абайһыҙлыҡтанмы, сәфәр башында бер аҙ ҡытыршылыҡтар ҙа осраны.
Өфөнән «Айр Арабиа» авиакомпанияһының 320 һанлы аэробусында урындағы ваҡыт менән 2 сәғәт 55 минутта Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджа ҡалаһына остоҡ. Һәм 4 сәғәт ярымдан унда имен-аман барып төштөк.
Аэропортта барлыҡ туристарҙы ла компанияларҙың гидтары ҡаршы алды. Азамат менән мине ҡаршы алыусы юҡ ине. Аэропорт хеҙмәткәрҙәре беҙгә ҡаршы алыусыны түҙемлек менән көтөргә ҡушты. Бер сәғәттән икебеҙҙе генә алырға еңел машинала гид килде. Баҡһаң, беҙҙе икенсе исемдәге компания ҡаршы ала ҡунаҡханаға ла урынлаштыра, экскурсияға ла йөрөтә, имеш. Был турала көндәлектә яҙылған, әммә Өфөлә телдән аңлатманылар. ҡаршы алыусы гид Сергей исемле ине. Ул шоферға беҙҙе ҡунаҡханаға алып барырға ҡушты ла, үҙе юлда төшөп ҡалды, башҡаса күренмәне. Шофер беҙҙе Дубай ҡалаһының күп һанлы туристик ҡунаҡханаларының береһенә алып килде. Унда, башлыса, Һиндостан туристары урынлашҡайны.
Номерҙар бушағансы бер нисә сәғәт холда көтөп торорға кәрәк. Шул арала Азамат ваҡыт уҙғарыу өсөн магазиндарҙы күреп килергә йыйынды. Мин уға аҙашып йөрөү ҡурҡынысы хаҡында әйткәс, ул:
– Билдәле урын бит, бындай ерҙә аҙашыу мөмкин түгел, – тип урамға йүнәлде. Азамат оҙаҡлағас, ҡунаҡханала номер алып, әйберҙәр­ҙе урынлаштырып, төшкө ашты бер үҙемә ашарға тура килде.
Төштән һуң ныҡ ҡына борсолоп, ҡала телефоны аша ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренән полицияға шылтыраттырҙым. Сөнки, аҙашыуҙан бигерәк, Азаматтың полицияға эләгеүенән ҡурҡтым. Беҙҙе: «Урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға һүҙ ҡушып ҡуймағыҙ, быны дөрөҫ аңламай, бәйләнеү тип ҡабул итеүҙәре мөмкин, ул саҡта эш полицияға тиклем етеүе ихтимал», – тип иҫкәрткәйнеләр. Телефон аша: «Полицияла ундай кеше юҡ», – тигән хәбәр алдыҡ. Бындай хәл дә булмаҫ ине лә, беҙ кеҫә телефондарының сим-карталарын алмаштырып өлгөрмәгәйнек әле. Ғәрәп телен белмәйбеҙ бит инде, инглиз телебеҙ ҙә икмәк-тоҙлоҡ ҡына. Шулай итеп, тәүге көндә бер аҙ тулҡынланырға тура килде. Ә Азамат, ҡунаҡхананы таба алмағас, үҙе полицияға мөрәжәғәт иткән икән. Ул үҙебеҙ туҡтаған ҡунаҡхананың исемен дә ҡарамаған булған. Уны полиция машинаһында бер нисә ҡунаҡханаға алып барғандар, тик үҙебеҙҙекенә генә килтермәгәндәр. Сираттағы бер ҡунаҡханала рус телле гид – үзбәк егете, Һиндостан туристары йәшәгән ҡунаҡхананың яҡын ғына икәнен әйтеп, сәғәт киске 6-ла Азаматты оҙатып килде. Беҙҙең мажаралар, әлхәмдулиллә, ошоноң менән бөттө.

Әмирлектәр тарихынан

Сәфәрҙәге ҡалған биш көнөбөҙҙө тулы йөкмәткеле итеп үткәрергә ниәтләнек һәм тырыштыҡ. Иншалла, ниәтебеҙ үтәлде. Дубай ҡалаһының билдәле урындарын ҡараныҡ, сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа, пляждарҙа, парктарҙа булдыҡ. Әлбиттә, мәсеттәргә йөрөнөк. Иң ныҡ иҫтә ҡалғаны һәм күп мәғлүмәт биргәне Әмирлектәр буйлап уңайлы микроавтобуста сәйәхәт итеү, Оман Солтанаты аша Һинд океанына тиклем барып етеп, унда һыу инеү булды. һыу ингәндә хатта Владимир Жириновскийҙың: «Рус һалдаты Һинд океанында итеген йыуырға тейеш», – тигән һүҙен иҫкә төшөрөп, улымды көлдөрҙөм.
– Үәт, яҙмыш, улым, беҙ һинең менән, бик тыныс һәм изге теләкле Рәсәй һалдаттары булараҡ, итектәребеҙҙе булмаһа ла, Һинд океанында аяҡтарыбыҙҙы ла йыуҙыҡ, һыу ҙа индек, – тип шаярттым.
Был сәйәхәткә беҙҙе Рәсәйҙән сыҡҡан Олег исемле гид алып барҙы.
Ул Әмирлектәрҙә 14 йыл инде ғаиләһе менән йәшәй икән. Ике вуз тамамлаған тарихсы һәм сәйәсмән. Үҙенә әле башҡарған эше килешеп тора. Ул оҫта һөйләүсе, йор һүҙле олпат һәм мөләйем кеше булып сыҡты. Беҙгә бик күп мәғлүмәт бирҙе. Әмирлектәр аша үткән сәфәребеҙ ваҡытында айырым мөһим факттарға иғтибарыбыҙҙы йәлеп итеп, килгән илебеҙ хаҡында аҙ-маҙ белгәндәребеҙҙе тулыландырҙы.
Ғәрәбстан ярымутрауының Фарсы ҡултығы яры буйындағы әмирлектәр, беҙҙең Рәсәйсә әйткәндә, кенәзлектәр, 1970 йылға тиклем Бөйөк Британия колониялары булған. Әмирлектәрҙең иң ҙуры – Абу-Дабиҙан Шәйех Зәйед уларҙы берләштереү эшенә тотона. 1971 йылдың 2 декабрендә эреле-ваҡлы алты әмирлек инглиз колониализмынан ҡотолоп, үҙ-ара килешеп, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре тигән дәүләт төҙөй. Был ил тәүге көндән үк уникаль идаралыҡҡа эйә – ул федераль монархия. Етенсе әмирлек – Рас-Әл-Хәймә федерация составына 1972 йылда инә. Һәр әмирлек, ниндәй ҙурлыҡта булыуына ҡарамаҫтан, федераль закон сиктәрендә үҙ аллы булып иҫәпләнә һәм уны монархы (әмире) етәкләй. Әмирлектәр ҙә, уларҙың етәкселәре лә тиң хоҡуҡлы, әммә улар федераль власҡа буйһона.
Яңы ойошторолған илдең тәүге Президенты итеп шәйехтәр үҙҙәре араһынан Зәйедте һайлап ҡуя. Әйтергә кәрәк, колониаль иҙелеү һөҙөмтәһендә, ул осорҙа әмирлектәр йәмғиәт үҫеше буйынса феодализм кимәлендә йәшәй. Хатта ундағы ҡалалар ҙа тулыһынса электр энергияһы менән тәьмин ителмәгән була. Президент Шәйех Зәйед ошондай илде өр-яңынан аяҡҡа баҫтырыуҙы башлап ебәрә. Ул төрлө илдәрҙең иҡтисадын, сәнәғәтен, мәҙәниәтен, мәғариф системаһын һ.б. шул илдәргә барып өйрәнергә иренмәй. Алдынғы Европа илдәренең иҡтисадындағы юғары технология алымдарын үҙ дәүләте ҡоролошона ҡулайлаштырып индерә. Дәүләт һәм ғаилә ҡоролошонда мосолман традициялары һаҡланырға тейеш, тип иҫәпләй. Уның 1970 йылдарҙың башында уҡ әле, власҡа килгәс тә: «Халҡы ярлы һәм бәхетһеҙ булғанда бер генә ил башлығы ла бәхетле була алмай», – тигән һүҙҙәрен уҡығас, күҙҙәрем йәшләнгәйне. Сөнки мин: «Ниңә беҙгә лә Аллаһы Тәғәлә шундай фекер йөрөтөүсе ил башлыҡтары бирмәй икән?» – тип уйлағайным. Шулай уйламаҫлыҡмы ни? Илебеҙҙең иң юғары власть органдарында ултырған чиновниктар илебеҙҙе АҡШ ҡалыптарына яраҡлаштырырға тырыша. Уның һис кенә лә ярамаған эш икәнен аңлау өсөн сәйәсмән булырға ла кәрәкмәй бит. Беренсенән, АҡШ-та бөтә донъянан йыйылған халыҡ йәшәй. Уларҙың тарихы ла бер нисә йөҙ йыл ғына. Ә беҙҙең илебеҙҙең һәр төбәгендә, бигерәк тә республикаларҙа, меңәр йылдар буйына ерле халыҡ йәшәгән, әле лә шулар йәшәй. Икенсенән, беҙҙәге климат шарттары ла, кешеләрҙең психологияһы ла, йәмғиәт ҡоролошо ла уларҙыҡынан айырылып тора. Ошоларҙы иҫәпкә алмау арҡаһында СССР тарҡалды. Әле Рәсәйгә лә емерелеү ҡурҡынысы янай. Күп нәмә емерелде лә бит инде. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау системаһы ярым емерек хәлдә, мәғариф системаһы емерелә, сәнәғәттең күп төрҙәре ярым емерек. Бар байлыҡ ситкә оҙатыла. Илебеҙ халҡы бөлгөнлөккә төшә. Быларҙы һүҙ ыңғайында, үҙебеҙҙең илде бәхетле ил менән сағыштырып йөрәк һыҙлағанға әйтәм. Ирекһеҙҙән илдәрҙе генә түгел, уларҙың етәкселәрен дә сағыштыра башлайһың. Илебеҙ башлыҡтары бәхетлеме икән, тигән һорау килеп тыуа.

Ғәрәп Әмирлектәренең бөгөнгөһө һәм киләсәге
Шәйех Зәйед исеменән айырылғыһыҙ

ҡом-таш араһындағы бәләкәй генә мөғжизәләр илендә бер аҙнала күргәндәребеҙ, ишеткәндәребеҙ күңелдәребеҙҙә тәрән эҙ ҡалдырғас, уның тураһында өҙлөкһөҙ һөйләге килеп тора. Тик, нимәнән башларға икән, тип юғалып ҡалаһың. Илдең йылдам үҫеше донъяла күптәрҙе аптырата һәм һоҡландыра. Шуныһы көн кеүек асыҡ – илдең феодализмдан хәҙерге заманға һикереш яһауы, артабан үҫеше һәм киләсәге Шәйех Зәйед исеменән айырылғыһыҙ. Халҡы күңелендә ул Алла тарафынан ебәрелгән изге зат булып һаҡлана. Тәүге Президент үҙе дини кеше булыуы менән бергә халҡын да пак дингә ылыҡтырырға тырышҡан. Был турала уның бөтә муниципаль берәмектәргә дәүләт тарафынан бер төрлө (игеҙәк) мәсеттәр төҙөтөп биреүе әйтеп тора. Сөнки ул ваҡытта мәсеттәр бик ярлы булған. Был мәсеттәр әле лә бик матур булып ултыра һәм халыҡҡа хеҙмәт итә.
Зәйедтең ҡалаларға тағы ла бер кинәйәле бүләге тураһында әйтеп үтергә кәрәк. Кешеләр ваҡыттың ҡәҙерен белһен өсөн ул һәр ҡаланың геометрик уртаһында һәйкәл формаһында сәғәт ҡуйҙыртҡан. Ул сәғәттәр Ер шарының дүрт тарафына ҡаратып ҡуйылған.
Президент Зәйед инициативаһы менән 1998 йылда илдә гүзәл затҡа ҡарата хөрмәт йөҙөнән донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ университеты ойошторола. Дөрөҫ, Шәйех Зәйед исемен йөрөткән был университеттың Дубай һәм Абу-Даби ҡалаларында урынлашҡан филиалдарында хәҙер ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә уҡый. Университет сәйәсмәндәр, граждандарҙың социаль һәм ғаилә хоҡуҡтары буйынса белгестәр әҙерләй. Бынан тыш, илдең ғилемгә ынтылыусы әүҙем йәштәре донъяның иң абруйлы юғары уҡыу йорттарында белем ала.
Шәйех Зәйед 2004 йылда вафат була. Илде хәҙер уның улы Хәниф ибн Зәйед етәкләй һәм атаһының сәйәси, иҡтисади, дини һәм башҡа изге эштәрен дауам итә. Шуға күрә лә ил өҙлөк­һөҙ үҫеш һәм тәрәкиәт юлында.

Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»