RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡман-тоҡмандың тотош төбәктәрҙе солғағаны

12.03.2013 Аҡман-тоҡмандың тотош төбәктәрҙе солғағаны

Аҡман-тоҡмандың тотош төбәктәрҙе солғағаны
Өс көндә Башҡортостанда 830 авария булған
Тәбиғәттең, ысынлап та, үҙенсәлекле, ҡайһы берҙә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ булыуын һеҙгә һөйләп тороу кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа айырыуса көтөлмәгән сюрприздар күрһәтә бит ул. Быға ғүмерҙә лә ҡар яумаған илдәрҙә бурандар уйнауын, йылдан-йыл нығыраҡ ҡабат­лан­ған ҡоролоҡто, һыу ба­ҫыу­ҙарҙы, ер тетрәүҙәрҙе индерергә була. Шуныһы бар: күп осраҡта кеше тәбиғәт алдында көсһөҙ. Ғөмүмән, алдынғы технологияларҙы ғалимдар көн һайын тиерлек уйлап сығарып ғәмәлгә индерһә лә, иртәгә ни булырын тулы ышаныс менән берәү ҙә фаразлай алмай.
Көн торошон әйтәм, март, һәр ваҡыттағыса, үҙенең бурандары менән килде. Яҙ айы, тигән булып, ҡар яуыуға артыҡ иғтибар итмәһәк тә, беҙҙең яҡта март әле ул ҡыштың дауамы. Был айҙың аҡман-тоҡманы булмаған йылы юҡ, тип ололар дөрөҫ әйтә. Үткән көндәрҙә быны күрҙек инде – байрам мәлендә юлға сығыусылар һәр дүрт тарафта ла көрт баҫҡан трассала ҡамалып тиерлек ултыр­ған. Өфө – Ырымбур, Өфө – Екатеринбург, Өфө – Белорет, Сибай, Силәбе юлдарында авария­лар байтаҡ булды. Әле бурандың һуңғыһы сыҡты, тип әйтә алмайбыҙ.
ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, 8, 9, 10 мартта республика юлдарында 830 авария булған. Был хәтле аварияның булғаны юҡ ине.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡар яуа икән, тимәк, буран булыуы ла ихтимал. Шуға ла юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ашығыс булмаһа, оҙон юлға сыҡмай тороғоҙ.

Әйткәндәй

Рәсәйҙә генә түгел, Европа, хатта Төньяҡ Америкала ҡар-бурандар ҡотора. Беҙҙең Себерҙә, мәҫәлән, бер тәүлектә рекорд кимәлендә ҡар яуған, Новосибирскиҙа ғына ла йөҙәрләгән автомашина юлда буран тотҡоно булып ҡалған, ҡорбандар күп.
Башҡортостандың Дыуан районында ике бала көрт аҫтында ҡалып һәләк булған. Уларҙы сана шыуып йөрөгәндә тауҙан ишелгән ҡар баҫҡан. Төбәктә яуым-төшөм көслө булған. Синоптиктар был аҙнала ла, киләһе аҙнала ла ҡар яуасағын фаразлай.
Фажиғәләрҙе һанамайыҡ, бары тик бер-беребеҙҙе иҫкәртәйек, мөмкин тиклем һаҡ булайыҡ. Тәбиғәттең матур көндәре алда әле.

Ташҡын да етер…

Быйыл ташҡындың да үҙенсәлекле булыуын юрай ҡайһы берәүҙәр.
Нисек кенә булмаһын, йыл һайын етә торған күренешкә әҙер булырға кәрәклеген аңлай­һығыҙҙыр. Ташҡын темаһы төрлө ведомстволар ултырышында күтәрелә. Өфө янында, мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһының тәрәнлеге 7 метр­ҙан да ашыуы мөмкин икән. Бигерәк тә Нижегородка менән Затон биҫтәһе тирәһендәге йорттарға хәүеф янауы ихтимал. Урамдарҙан тыш, бәләкәйерәк автомобиль юлдары, баҡсалар ҙа һыу аҫтында ҡалыуы бар. Фаразлауҙарынса, Нижегородкала Карьер урамы, Затонда Әхмәтов урамының бер өлөшө, шундағы баҡсалар, Фирғәнә, Дон, Ҙур Яр урамдары ла шул исемлектә.
Тышта ҡар яуыуына ҡарамаҫтан, ташҡынға әҙерлекте оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Яҡын көндәрҙә күҙәтеүсе органдар ташҡынға ҡаршы ҡоролмаларҙы, дамбаларҙы тикшереп сығасаҡ, халыҡҡа ла әҙерләнергә кәңәш ителә. Был, әлбиттә, Өфөгә генә ҡағылмай. Халыҡ әйтемендәгесә, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»