RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Милли байлыҡ” өсөн көрәш – 2

26.02.2013 “Милли байлыҡ” өсөн көрәш – 2

“Милли байлыҡ” өсөн көрәш – 2
Газ, электр уты кеүек уңайлыҡтар менән ҡулланыу барышында төрлө проблемалар сығып ҡына тора. Бер яҡ ҡуйылған хаҡтар, йә булмаһа, сифат буйынса ризаһыҙлыҡ белдерә, икенсе яҡ ҡулланыусыларҙың килешеүҙәрҙең ҡайһы бер пункттарын боҙоуына иғтибар итергә саҡыра. Һәр хәлдә, беҙҙең гәзит уҡыусылар араһында ла ошо уңайлыҡтарҙы ҡулланыу барышында тыуған һорауҙар бик күп. “Йәшлек”тә быйыл 11 ғинуар­ҙа һәм 5 февралдә сыҡҡан мәҡәләләр ҙә был тармаҡта аңлашылмаусанлыҡтарҙың күп булыуының күрһәткесе. Уларҙа газ менән ҡулланыу­сыларҙың ҡайһы бер проблемалары күтәрелде.
Күптәрҙе борсоған мәсьәләләргә “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре лә битараф ҡалманы. Килеп тыуған һорау­ҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында “Йәшлек” гәзите менән һөйләшеү ойошторҙолар. Беҙҙең һорауҙарға “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дәғүә эше бүлеге башлығы Наталья Рәжәпова яуап бирҙе.

– Наталья Владимировна, “Йәшлек”тә ба­ҫыл­ған, һеҙ эшләгән тармаҡтағы проблемалар тураһында яҙылған мәҡәләләр менән таныш­һығыҙ. Әле беҙҙе ошо һорау борсой – гәзит уҡыусыларыбыҙ газ ҡулланыу буйынса мәсьәләне ғәҙел күтәрәме?
– Беҙ, “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре, “Йәшлек”тә күрһәтелгән факттар менән танышып сыҡтыҡ һәм гәзит уҡыусыларға түбәндәгеләрҙе аңлатырға теләйбеҙ:
“Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте контролеры Әхмәт Моратовтың (газ ҡулланыу буйынса ризаһыҙлыҡ белдереүсе абонент – авт.) йортон ҡарау барышында ундағы газ иҫәпләү приборының ватыҡ булыуын асыҡлаған. Был фактты теркәгән акт менән Әхмәт Моратов үҙе лә танышҡан һәм уға ҡул ҡуйған. Эшләмәгән приборҙы алмаштыр­ғандар. Әммә Моратов газды ҡулланыу өсөн билдәләнгән нормативтар буйынса һанап сығарылған хаҡ менән риза булмаған һәм судҡа мөрәжәғәт иткән. Әбйәлил районы прокуратураһының тикшереүе һөҙөмтәһендә шул асыҡлан­ған: “Газпром межрегионгаз Уфа” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте закон сиктәрендә эш иткән. Шуға ла суд Әхмәт Моратовтың ҡарарын үтәмәҫкә тигән ҡарар сығарған. Бынан тыш, шуныһы ла бар – газ иҫәпләү өсөн яңы прибор ҡуйғандан һуң, был йортта газ, үткән йылдар менән сағыштырғанда, күпкә күберәк ҡулланыла башлаған.
– Ә Солтангилдиндарҙың дәғүәһе буйынса нимә әйтер инегеҙ?
– Солтангилдиндар менән дә шундай уҡ хәл. Улар йәшәгән йортта ла газ иҫәпләү приборы эшләмәгән. Газ плитаһының өс конфоркаһын тоҡандырған ваҡытта ҡулланылған газды иҫәпләү приборының күрһәткесе эше бөтөнләй үҙгәрмәгән. Был йортта газды ҡасан күпме ҡулланғандарын асыҡлау өсөн махсус анализ да үткәрелгән – әле уларҙың газды 2009 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға аҙыраҡ ҡуллана башлағанлығы асыҡланған. Газ приборын ҡарау актына Нурғәле Солтангилдин ҡаршы килмәй генә ҡул ҡуйған. Артабан ул газ ҡулланған өсөн ҡуйылған хаҡ менән риза булмай прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Бында ла һығымта шул уҡ – “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте закон сиктәрендә эш иткән.
– Иҫәпләү приборҙарының төҙөклөгөн кем ҡарап торорға тейеш һуң?
– Закон буйынса, приборҙың эшләү-эшләмәүе өсөн хужалары яуап бирә. Газды иҫәпләү приборы һанау сараһы булып тора һәм техник талаптарға яуап бирергә тейеш. Һәр приборҙың яраҡлылыҡ ваҡыты ла бар һәм уны ла хужаһы тикшереп торорға бурыслы. Приборҙар менән берәй проблема килеп сыҡҡан осраҡта хужа уны алмаштырырға тейеш.
Граждандарҙы газ менән тәьмин итеүселәр абоненттарҙың приборҙарын кәмендә ярты йылға бер тапҡыр тикшереп торорға бурыслы. Тикшереү барышында контролерҙар газ счетчигының күрһәтмәләрен алырға, абоненттың газ ҡулланыу ҡорамалының номенклатураһын, һанын тикшерергә, приборҙың төҙөклөгөн, пломбаларҙы ҡарарға хоҡуҡлы.
Үҙ сиратында, абоненттар газ иҫәпләүсе прибор, пломбалар ватылған саҡта был хаҡта шундуҡ газ менән тәьмин итеүсегә хәбәр итергә бурыслы. Был ваҡытта газ хаҡын абоненттан проблемалар тураһында хәбәр иткән көндән башлап дөйөм нормативтар буйынса түләтә башлаясаҡтар.
Ә инде хужалар үҙ бурыстарын үтәмәгән – проблемалар хаҡында хәбәр итмәгән икән – абонент өсөн эҙемтәләр икенсерәк буласаҡ. Приборҙың эшләмәүе, пломбаларҙың имен булмауы “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре тикшергән ваҡытта асыҡланһа, газдың күләме газды ҡулланыу нормативтары буйынса иҫәпләнәсәк. Был хаҡ быға тиклем контролерҙар килгән көндән алып пломбалар ҡайтанан төҙөкләндерелгән көнгә тиклем арауыҡты иҫәпкә алып билдәләнә. Әммә арауыҡ 6 айҙан артып китмәҫкә тейеш.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Күреүебеҙсә, бөтә бәлә үҙебеҙҙең – ҡулланыусыларҙың вайымһыҙлығы, әлеге лә баяғы – килешеүҙәр­ҙе ентекләп уҡымауы кеүек ябай ғына, әммә йыш осрай торған хәлдәр арҡаһында килеп сыҡҡан. Ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте түбәндәге күрһәтмәләрҙе бирә: газды иҫәпләүсе приборҙы йылы урында тоторға, уға һыуыҡ, ҡар, ямғыр, ҡояш кеүек факторҙар зыян килтермәһен. Шулай уҡ газды күпме ҡулланыуығыҙҙы үҙегеҙ ҙә анализлап тороғоҙ, бының өсөн:
1) иҫәпләү механизмының һандары нисек үҙгәреүен ҡарарға кәрәк, һандар талғын ғына, тауышһыҙ күсергә тейеш;
2) газ ҡулланылған ваҡытта һандар үҙгәрергә тейеш.
Әгәр газ янып торғанда ла һандар үҙгәрмәй, прибор эшләгәндә сит тауыштар сыға икән, шундуҡ “Газпром межрегионгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең абоненттар участкаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Шул саҡ аңлашылмаусанлыҡтар ҙа булмаҫ.
Газ, ут, һыу кеүек хеҙмәттәр өсөн билдәләнгән хаҡтар, был уңайлыҡтарҙың сифат кимәле проблемаларын күтәреүсе мәҡәләләр “Йәшлек” битендә артабан да баҫыласаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа – яҙығыҙ, дуҫтар, беҙ һеҙгә ярҙам итергә тырышырбыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»