RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ришүәтселек. Нәфсеме, әллә сараһыҙлыҡмы?

15.02.2013 Ришүәтселек. Нәфсеме, әллә сараһыҙлыҡмы?

Ришүәтселек. Нәфсеме, әллә сараһыҙлыҡмы?
Береһе – ауылда, икенсеһе ҡалала көн иткән ике таныш һөйләшә, ти.
ҡалала торғаны:
− Их, һин шундай бәхетлеһең – иртән тораһың да малың араһына инеп китәһең. Яҡшыраҡ йәшәр өсөн берәүгә лә ришүәт бирмәйһең…
− Эйе һиңә, бирмәй, ти! Ә беләһеңме, ул малдар ниндәй ҡомһоҙ? Торған һайын күберәк, һутлыраҡ, йәшелерәкте һорай улар!
− Һы-һыы, тап беҙҙең ҡаланың эреле-ваҡлы түрәләре икән дә…
Был, әлбиттә, йор телле ябай халыҡ араһынан сыҡҡан “йомро һүҙ” генә. Ә төптәнерәк уйлаһаң, тап өҫтөнә баҫҡан да ҡуйған кеүек.
Бөгөн үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ришүәт бирмәүсе, алмаусы кеше һанаулы ғыналыр әле. Бөгөн түрә булыуы еңел түгел. Һуң, кем килмәй ҙә, кем ярҙам һорамай?! Шул саҡта береһе “түңәрәк” сумма, бик шәп әйбер йә хәтәр тәмле ризыҡ тәҡдим итһә, ә? Аҙаҡтан әлеге бүләкте алып та, ярҙам итмәй сараң юҡ. Ә алдыңа бигүк контролләнмәгән һумдар килеп ятһа? Әрләүе рәхәт, үҙең түрә булып ҡара!
Түбәндә “Ни өсөн ришүәтселек үҫә, уны нисек еңергә?” тигән һорауға яуап эҙләп ҡарарбыҙ.

Көн һайын яңы “асыш”

Рәсәй Оборона министрлығы тирәләй барған коррупцион ғауға тураһында бөгөн яҙып тороу кәрәкмәй. Әле нисә миллион һум дәүләт аҡсаһы урланғанының иҫәбе-һанына сығып етә алмайҙар. Бары тик ғәйепле табылырмы ла кем төрмәгә ултыртылыр? Бына ошо һорау иң ҡыҙыҡһындырғаны.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә ришүәтселеккә ҡаршы көрәштең “тығылған боҙ” һүрәтенән ташҡынға әйләнеүе бик мөмкин дә ул, әммә, кем әйтмешләй, барыһын да “Күк” хәл итә шул, йәғни юғарынан сигнал көтөлә барыбер. Ә әлегә халыҡҡа көндән-көн баш әйләндергес факттар тарала тора.
Һуңғыларының береһен генә алайыҡ. "Сколково" тигән заманса фәнни ҡаласыҡ тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ил етәкселәре уға ҙур өмөттәр бағлай бит. Иғтибар шул тиклем көслө, хатта ки, ҡайһы берәүҙәр уны ниндәйҙер буй етмәҫлек бөйөк һәм бейек нәмә тип күҙ алдына килтерә. Юҡ шул, бында ла бюджеттан бүленгәнде урлау факты бар. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре 24 миллион һум аҡсаның “осон” эҙләй.
Тәфтишселәрҙең “Эшкәртмәләр һәм яңы технологияларҙы коммерциялаштырыу үҙәгенең үҫеш фонды” департаменты директоры Кирилл Луговцевҡа, “Сколково”ның таможня-финанс компанияһының генераль директоры Владимир Хохловҡа һәм башҡа бер нисә чиновникка һорауҙары бар. Енәйәт эшен тикшереү барышында байтаҡ ҡына етәксе һәм РФ Финанс министрлығының вазифалы белгестәре эшмәкәрлеге ҡараласаҡ.
ҡыҙыҡ, “Сколково”нан аҡса һурғанда ришүәтселектең ниндәй төрө ҡулланылды икән – көнкүреш коррупцияһымы (ябай граждандар менән чиновниктарҙың алыш-биреше), эшлеклеме (власть һәм бизнес бәйләнеше), әллә юғары власть коррупцияһымы (юғары суд менән юғары сәйәси власть). Ришүәтселектең бына шундай төрҙәрен билдәләп сығарғандар бит. Бөгөн күп ғалим ошо өлкәгә хеҙмәттәрен бағышлай.

Ысынлап та, ниңә ришүәтселек үҫеп китте һуң?

Байтаҡ белгестең түбәндәге фекере тап килә − сәйәси институттарҙың камил булмауы, закондарҙың мәғәнәһен аңламау сәбәпсе. Халыҡ законды белмәй икән, вазифалы кешеләр рәхәтләнеп бюрократик кәртә ҡуя, үҙҙәренә ҡулай түләүҙәр булдыра, хаҡтарҙы арттыра. Власть органдары структураһының ҡатмарлылығы, аппарат эсендә контролдең көсһөҙлөгө, ойоштороу булмауы, теүәлерәге, дәүләт хеҙмәткәренең эшмәкәрлеген комплекслы тикшермәү ҙә − коррупция факторы. Хеҙмәткәр йыш ҡына нимә өсөн яуаплы икәнен дә аңламай.
Әле шундай фекер яңғырай: йәнәһе, түрәләргә эш хаҡын арттырһалар, улар урлашмаясаҡ, һөҙөмтәлә илдә ришүәтселек күләме кәмейәсәк. Ә ҙур аҡса менән бергә ихтыяж, нәфсе лә артһа? Тап һуңғыһы бәғзеләрҙә самаһыҙ һәм нимәлер буш килгән һайын “ҡабара”.
Әлбиттә, беҙҙә ришүәтселек бөгөн генә бар булмаған. Ә шулай ҙа үткән быуаттың 80-се йылдары башынаса СССР-ҙа коррупция темаһы асыҡ рәүештә күтәрелмәй. Ябай совет халҡына, социалистик ҡоролошҡа ришүәтселек хас түгел, ул буржуаз йәмғиәткә ҡағыла, тигән фекер һеңдерелә.
Ә бөгөнгө күрһәткестәрҙе күреп, һорау тыуа: коррупцияның үҫеүе коммунистик идеялар менән алға барыусы СССР заманында уҡ башланғанмы, әллә был держава тарҡалып, яңы Рәсәй капиталистик маҡсаттар солғанышында ҡалғандамы? Һәр хәлдә, Бөйөк Британияның “The Guardian” гәзите Борис Ельцин президентлыҡ иткәндә илдең тарихта бығаса булмаған күләмдә ришүәтселек һәм бандитизм һаҙлығына батыуы хаҡында яҙып сыға.
Осраҡлы әҙәмдәр, бары тик шәхси файҙаһын ҡайғыртыусылар яуаплы вазифаға, депутат корпусына ни тиклем күп килә, ришүәтселек тә шул тиклем артасаҡ, тигән фекерен белдерә бәғзеләр. Был хәҡиҡәтте бер кем дә инҡар итә алмай.
Рәсәй һаман да бер туҡтауһыҙ реформалар, үҙгәртеп ҡороуҙар юлында. Ошо шау-шыуҙан яйын табып, һәр чиновник тиерлек үҙенә һарай ҡороу, сит илдә иҫәп асыу кеүек эште хәстәрләү яғында. Шул һорау ҙа тел осонда тора – Рәсәйҙә юғары вазифаға тәғәйенләгәндә кадрҙарҙы баһалауҙың реаль процедураһы бармы ул? Юҡтыр. Булһа, бер туҡтауһыҙ тәғәйенләүҙәр менән уйнамаҫ инеләр.
Бөгөн юғарыла ултырған түрәне Президенттан башҡа контролдә тотҡан механизм да юҡ. Президент та йыш ҡына күҙәтеп өлгөрмәй. Контроль юҡ икән, нимәгә фантазияң етә, шуны эшләй алаһың. Һөҙөмтәлә миллионлаған һумды урлаусыларҙы тотоуы ла еңел түгел. Ундай уғрылыҡтың осо әллә нисәмә ҡат уратылған йомғаҡ эсендә. Сисеп ҡара. Ҙур суммаға дәүләт аҡсаһын үҙләштереүҙә әлеге енәйәтте тикшереүселәр үҙҙәре үк ҡатнашҡан булмаһа әле.
Рәсәйҙә коррупция ойошҡан енәйәтселектең үҫеүенә килтергән. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, ошондай енәйәтселек шәхси фирмаларҙың яртыһын тиерлек, һәр өсөнсө дәүләт предприятиеһын, банкыларҙың 50 – 85 процентын контролләй.
Ришүәтселек һайлау һәм бюджет процесында ла ауыр эҙемтәләргә килтерә. Сәйәси коррупция тап һайлауҙарҙа башлана. Ошонда власҡа халыҡтың (кешеләр бит һуҡыр түгел) ышанысы кәмей. Социаль тармаҡта иһә ришүәт һөҙөмтәһен маҡсатһыҙ тотонолған һумдарҙа, властарҙың социаль проблемалар­ҙы хәл итә алмауында күрәбеҙ.

Сит илдәрҙә?

Дәүләттәр коррупцияға ҡаршы төрлө саралар ҡулланып ҡарай. Әммә йыш ҡына түбәнәйтеү кимәле бик әкрен бара, йә бөтөнләй һиҙелмәй. Шулай ҙа ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән илдәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Сингапур, Гонконг, Швеция, Португалия.
Айырыуса Сингапурҙа ришүәтселеккә яза стратегияһы ҡаты һәм эҙмә-эҙлекле. Үҙал­лылыҡ яуларҙан алда, 1965 йылға тиклем, был илдә коррупция көслө була. Көрәш саралары иҫәбендә түрәләрҙең эшен, һәр аҙымын регламентлаштырыуҙы, бюрократик процедураларҙы ябайлаштырыуҙы, юғары этик ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен ныҡлы күҙәтеү аҫтында тотоу­ҙы күрәләр. Ришүәтселекте тикшереү бу­йынса автономлы бюро асып, унда кешегә дәүләт хеҙмәткәрҙәре өҫтөнән ялыу яҙыу, зыянды ҡаплауҙы талап итеү мөмкинлеге лә бирелә. Бынан тыш, ҡануниәтте ҡәтғиләштерәләр, суд системаһын, судьяның эш хаҡын арттырып, бойондороҡһоҙ итәләр. Чиновник­тарҙың хеҙмәт хаҡы ла күтәрелә.
Ә Израилдә чиновник коррупцияла бер тотолһа, ул дәүләт органдарында эшләү мөмкинлегенән ғүмерлеккә яҙа икән. Бында әхлаҡ яғынан ришүәтсе ил дошманы кеүек ҡарала, имеш.
ҡытай Халыҡ Республикаһында “ҡыҙыу телефон” эшләй. Уның буйынса һәр кем аноним рәүештә теге йәки был түрәнең ришүәт алыуын йә вазифаһы менән артыҡ файҙаланыуын еткерә ала. Илдең коррупцияға ҡаршы комитеты төрлө рангылағы 1200 чиновникка ҡаты яза сығарған да инде. Ришүәтселәрҙең күбеһе үҙ-үҙен үлтергән. Өҫтәүенә, тағы бер һигеҙ меңләбе илдән китергә мәжбүр булған. Бәлки, тап ҡытайҙан өлгө алырғалыр?

Әйткәндәй

Гоголдең “Ревизор”ын иҫләйһегеҙҙер әле. Иң түбән рангылағы түрә ишараты Хлес­та­ковты, “үрҙән” килгән ревизор тип уйлап, ни­сек “һыйлайҙар”?! Ә ул бит береһенән дә бер нәмә лә һорамай. Бары тик кәрт уйнап, булған аҡсаһын оттора ла, сит ҡалала көн итеү яйын күрергә тырыша. ҡала етәкселеге иһә, городничийҙан башлап һәр түрә һәм бай быға ришүәт бирә башлай. Тик торғандан. Гонаһ­тарын йәшерергә, “ревизор”ға ярарға тырышҡылары килеүҙән. Тегегә нимә, хатта тәүҙә ришүәт икәнлеген аңламаһа ла, бурысҡа икән тип уйлап, ала ғына. Аҙаҡ кире ҡайтармаһа ни, уның ҡарауы, тамаҡ туҡ! Бөгөнгөнө хәтерләтәме был күренеш?
Шуныһы ла беҙгә таныш − ваҡ түрәләр һинән тура һорауын-һорамай, әммә ниҙер өмөт итеп, ҡаңғыртып, йомошоңдо йомошлау­ҙы һуҙып, йөрөтә лә йөрөтә. Сараһыҙҙың көнөнән ришүәт биреүсегә әйләнәһең дә ҡуяһың.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»