RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » НИСЕК БАЙЫРҒА ИКӘН?

08.02.2013 НИСЕК БАЙЫРҒА ИКӘН?

НИСЕК БАЙЫРҒА ИКӘН?
Быйыл яҙ ауылға күсеп, мал-фәлән аҫрай башларға ине. Үҙебеҙ өсөн генә түгел, һатырлыҡ та булһа, айырыуса шәп. Тик эште нимәнән башларға, нимәгә барып тотонорға белмәйбеҙ. Ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған кешеләр менән һөйләшеп, килемдең иң юғарыһын килтергән шөғөл тәҡдим итмәҫһегеҙме икән?

Марат ҒӘЛЛӘМОВ.
Өфө ҡалаһы.

ҡош-ҡорт аҫрау уңышлыраҡтыр, моғайын. Әлбиттә, был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе ҡыйын. Шулай ҙа, гәзит уҡыу­сыбыҙҙың үтенесенә ҡолаҡ һалып, был мәсьәләгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерергә тырыштыҡ.





Йорт ҡуяндарын аҫрау ауылға күскән генә ваҡытта шәп, әлбиттә. Әммә уларҙан әллә ни күп файҙа алып булмаҫ, тип уйлайым. Иң шәбе – йомортҡа һалыусы тауыҡ үрсетеү. Йомортҡа һәр ваҡыт һәм күпләп ашала торған аҙыҡ. Брой­лерҙар ҙа аҫрарға була, әлбиттә, тик − ҡатнаш аҙыҡ һатып алыуға аҡса күп кәрәк буласаҡ.

Айнур СӘҒИТОВ.
Иглин районы.

Сусҡаның итен дә, бәрәстәрен дә
һатырға була


Сусҡа аҫрау отошло. Уларҙы яҙын һатып алырға кәрәк. Тәүҙә ҡатнаш аҙыҡ, һуңынан үлән, йәшелсәләр бирергә була. Өҫтәлдән ҡалған нәмәләрҙе лә рәхәтләнеп ашай был хайуан. ҡышҡа әллә күпме бәрәсе тыуасаҡ. Шуныһы ғына – бигерәк иләмһеҙ тауыштары менән йонсоталар, етмәһә, мосолмандар уны хәрәм булғанлыҡтан ашамай. Беҙ аҫраныҡ, әммә үҙебеҙ әллә ни ашаманыҡ – килеп йыйып китеүселәргә тапшырып ҡына ҡотолдоҡ, ит комбинатына. Матди файҙаһы бар, быны инҡар итеп булмай. Балаларҙы уҡытҡанда һатыуға әллә нисә сусҡа аҫрай инек, бәрәстәрен бер айлыҡ сағында уҡ һатып ебәрә торғайныҡ. Сусҡаны үҙегеҙ беләһегеҙ – унышарлап бәрәсләй.
Һыйыр аҫрап та аҡса эшләп була, әлбиттә. Әммә уны ҡарауы ҡыйыныраҡ, һатып алғанда ла ҡиммәтерәккә төшә. Уның быҙауын бесәнгә алмаштырыр­ға мөмкин. Ә инде һөт-ҡаймағын үҙең дә рәхәтләнеп ашай­һың, һатырға ла була. Һөт аҙыҡтарын ҡиммәт кенә хаҡҡа һатабыҙ, шулай булырға тейеш тә – һыйырҙы аҫрау, һауыу, ашатыу бер ҙә еңел түгел. Һөттө эшкәртеү ҙә ваҡытты ала, ҡул көсө лә сарыф ителә. Ваҡ-төйәк ҡош-ҡорт менән булышмайбыҙ.

Тәғзимә АРЫҪЛАНОВА.
Дәүләкән районы.

ҡаҙ иң файҙалыһы

Иң яҡшыһы – ҡаҙ аҫрау тип һанайым. Әлбиттә, ҡош-ҡорт өсөн йортоңа яҡыныраҡ урында һыу ятҡылығы булыуы шарт. Улар өсөн үлән һәр ваҡыт табыла. Миңә ҡаҙҙарҙың шуныһы оҡшай: ‒ улар аҫралған йортона ныҡ ылыға, кәрәкле ваҡытта үҙҙәре теҙелешеп ҡайталар ҙа инәләр.
ҡаҙҙарҙы көҙөн һуйып эшкәртеү еңелдән түгел, өмә яһарға тура килә. Тик шулай ҙа уның ите етерлек була, ҡаҙ майы – үҙе бер байлыҡ, һалҡын тейгәндә балаларҙы, иремде шуның менән генә дауалайым. Ә мамығы һуң, мамығы! ҡаҙ мамығынан яһалған мендәр­ҙәргә, түшәккә ни етә?!

Лилиә МАЗҺАРОВА.

* * *
Май айында ун ҡаҙ себеше алғайным, өсәүһе үлде. ҡалғандары әллә ни проблемалар тыуҙырмай ғына үҫеп етте. Бигерәк ҡыуандырҙылар – үҙҙәрен-үҙҙәре ҡаранылар. Сығып китәләр, ваҡытында ҡайтып та инәләр. Етмәһә, баҡсамды сүптән таҙарттылар, шундуҡ ашламалары ла ятып ҡала бит әле. Иртәле-кисле берәр тапҡыр ҡатнаш аҙыҡ бирҙек, ҡалғанын үҙҙәре табып ашаны. Шөкөр, йылға яҡын бит беҙгә.
Көҙгә тиклем һәр береһе бишәр кило булып үҫте. Һуйғас, өсәүһен килоһын 300 һум менән һаттыҡ. Алыусылар шундуҡ табылды, ауылда үҫеп, хәҙер ҡалала йәшәүселәр итте, ҡош-ҡортто үҙҙәре танып белгән кешеләрҙән алып өйрәнгән бит. Үҙебеҙ ҙә кинәнеп ашаныҡ.
Быйыл яҙ себештәрҙе тағы ла күберәк алырға план ҡорҙоҡ.
Ирем менән йорт ҡуяндарын аҫрап ҡарағайныҡ. Тиҙ үрсенеләр, тиҙ үҫәләр. Тик ҡапыл ғына ауылда ниндәйҙер сир сығып, бөтә ҡуяндар ҡырылды ла бөттө. Эттәр генә туйып ҡалды инде. Етмәһә, ҡуяндарға күҙ тиҙ тейә, тиҙәр. ҡыҫҡаһы, күңелгә ятманы улар, бүтән бер ваҡытта ла аҫрамаясаҡбыҙ.

Ләйсән ВӘЛИТОВА.
Әлшәй районы.
Әйткәндәй

“Ниндәй мал, йә булмаһа, ҡош-ҡорт аҫрап файҙа алып була?” – тигән һорауға яуап бирер алдынан шуны аңларға кәрәк: малдың яҡшы үрсегәнен генә түгел, һорау менән файҙаланғанын да билдәләү талап ителә.
1. Йомортҡа. Тауыҡ аҫрау өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ти, мәҫәлән. Ләкин ғаиләне туйҙырырлыҡ күләмдә йомортҡа һатыу мөмкин булмаған эш тип һанайым. Көн һайын нисә йомортҡа һатырға тура киләсәк һуң? ҡайҙа һатырға мөмкин шул тиклем йомортҡаны?

2. Сусҡа. Был малды өҫтәлдән ҡалған аҙыҡ менән генә туйҙырып була, тип хыяллана күрмәгеҙ – туймаясаҡ. Шулай уҡ һимертәм тиһәң, баҡсаңдағы үлән, йәшелсә-фәлән дә етмәйәсәк. Шуға ла һимертеү өсөн ҡатнаш аҙыҡты күпләп һатып алыу талап ителә. Һуйғанға тиклем сусҡаны йыл буйы ашатырға кәрәк әле.

3. Һыйыр. Был малды һатып алыу ҡиммәткә төшә. Уның һөтөн һатып ҡына түләнгән хаҡты ҡайтарыу йылдарға һуҙыласаҡ. Һыйыр үлән ашап ҡына мул һөт бирмәй. Кәзәһе лә шулай уҡ.

4. ҡаҙ. Бында бөтәһе лә йәшәгән урынға бәйләнгән. Яҡында һыу ятҡылығы бармы-юҡмы, эттәр ашап китмәйме, урламайҙармы һ.б. ҡаҙ итен күпләп ашаған яҡтар бар, бөтөнләй тиерлек һатып булмаған урында ҙа етерлек. Етмәһә, миҙгелле эш, көҙөн ҡаҙ йолҡоуы ла еңел түгел.

5. Бройлерҙар. Минеңсә, ошо иң һәйбәт вариант. Себештәрҙе ике ай эсендә үҫтереп, һимертеп һатырға була, хәҙер халыҡ тауыҡ итен бик күп ашай. Тик себештәрҙе тикшерелгән, яҡшы урындарҙан ғына алырға кәрәк, юҡһа уларҙың берәм-берәм үлеп бөтөүе лә бар. Беҙ үҙебеҙ бройлер һатабыҙ, себештәрҙе 200 километр алыҫлыҡтан алып ҡайтырға тура килә. Нимә эшләйһең – яҡындағы тауыҡ фабрикалары яҡшы тауар тәҡдим итә алмай.

6. Кәзә. Кәзәнең үҙен генә аҫрамайҙар, ул мотлаҡ парлы булһын. Әлбиттә, кәзә һөтөн һатыу һыйыр­ҙыҡына ҡарағанда ҡыйыныраҡ. Нишләптер кешеләр һаман да был малдың һөтөнә, ҡымыҙына, сыр-фәләненә өйрәнеп китә алмай. Ул тыныс мал түгел, юҡһа кире кешегә: “Кәзәләнмә!” – тип әйтмәҫтәр ине, шулай бит? Баҡсаңды юҡҡа сығарыуы ла бар, һөҙөп тә ташлай. Кәзәнең яҡшыһын табыу еңел эш түгел. Ләкин яҡын киләсәктә кешеләр был малдың һөтөнән эшләнгән аҙыҡ-түлекте яратып, тәмен, файҙаһын белеп ашай башлар тип ышанғы килә.
ҡыҫҡаһы, минеңсә, иң шәбе – бройлер себештәр үҫтереп һатыу.

Гүзәл СӨНӘҒӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»