RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

05.02.2013 Теләк

Теләк
Иң һуңғы булып атлаған балаларының аҙымдары алыҫлашып ишетелмәҫ бул­ғас та Әсә ҡалҡынып ултырҙы, тирә-яғындағы ҡараңғылыҡтан ап­тыраны. Йә, хоҙай, ҡайҙа һуң ул, ни­ңә балаларын ҡыуып етерлек хәле юҡ, бөтөн тәне ауы­рай­ған?.. Күрә­һеләрен күрмәй ке­ше гүргә инмәй, тиҙәр, әллә... ҡот осҡос хәҡиҡәтте аңланы Әсә – ул тәне менән идара итмәй, ул – ер аҫтында! Ғәжәп, ә ер өҫтөндәге­ләр­ҙе күрә ала! Тимәк, йәне тәненән айырылған.
Эйе, уға яҙмыштың төрлө емештәрен татырға тура килде: әсеһен дә, сөсөһөн дә, изгелектәр ҙә эшләне, яуызлыҡтарҙы ла күп күрҙе. Эскән, бер сәбәпһеҙ көнләшеп һуғышҡан ире менән айырылышҡандан һуң, әсәһе янына ҡайтып, бәлки, хаталанғандыр ҙа. Яңғыҙ ҡатынды ауылда ситләтеп кенә торҙолар. Ә ҡарт әсәһе уны, ирҙән айырылғас, китер ере юҡ, тип бөтөнләй еңеп алды. Егәрленең ҡулы етәү, ти бит халыҡ, тормошҡа зарланып, ҡул ҡаушырып ултырманы: атаһынан ҡалған ярым емерек донъяны бөтәйтеп, мал-тыуарын ишәйтеп, балаларын бағып, гөрләтеп йәшәй башланы. Ирҙәр ҡатарынан утын, бесән әҙерләп йәшәүсе һылыу алсаҡ ҡатындың ишеген тәҡдим яһаусылар йыш ҡаҡты. Ләкин әсәһе гел ҡаршы төштө, килеүсе ирҙәр­ҙең етешһеҙлеген табып: «Бала­ларыңды ҡыйырһытырын уйла!» − тип, ҡыҙының яҡты киләсәгенә кәртә ҡорҙо (Хоҙай әҙәмде парлы итеп яралтҡан, парһыҙҙар ҡанаты яралы ҡош һымаҡ бит шуға ла, ни тиклем уңыштарға өлгәшһәләр ҙә).
Ә балалары, әкиәттәгесә, ай үҫәһен көн үҫеп тигәндәй, мәктәпте тамамлап, уҡырға инделәр. Шунан инде юғары белемгә лә эйә булдылар. «Өс таған таймаҫ, бер-берегеҙгә терәк булығыҙ, балаҡайҙар!» − тип, кәңәштәрен биреп, тәмле ҡоймағы, буҙаһы менән һыйлап, инде үҙ аллы осҡан ҡошсоҡтарына һоҡланып туя алманы үҙе. Шулай булмайынса! Һәр береһенең һөнәре лә, эше лә, ғаиләһе лә бар, ә ейән-ейәнсәрҙәре менән килһәләр, ниндәй күңелле була! Уларҙы һөйләндереп, һөнәр­ҙәрен күрһәттереп, мәж килә өләсәй кеше.
Үҙ әсәһенең мыжыҡ, уҫал, үҙен генә уйлаусы ҡарсыҡ булыуына күнеккән инде. Балалар менән йыйылып ултырғанда ла: «Өләсә­йе­геҙ йәшәһен әле!» − тип, уға оҙон ғүмер теләр ине. Шул әсәһенең йәшләй генә итәк тулы балалар менән йонсоған сағында: «Эй, Аллам! Ниңә бирҙең миңә был тиклем балаларҙы? Ал һин уларҙы үҙеңә!» − тип хоҙайға ялбарғанын ул белмәне. Үҙенең туғандарының сабый саҡта уҡ төрлө ауырыуҙан үлеп, бер ағаһы менән тороп ҡалыу­ҙарын ғына белә ине. Үҫмер саҡта ла, үҙ аллы тормош ҡорғас та, ағаһы ағайлығын күрһәтте, ә ул, туған булараҡ, гел еңелде. Ирле булһа, тырнаҡ менән дә сиртмәҫ ине лә бит...
Әсәгә улы яҡыныраҡ була, тиҙәр. Шулаймы был, түгелме, тик ҡарт әсә улының яғында булды. ҡалала йәшәүсе, ит-фәләнгә килеп китеүсе улын маҡтаны, үҙенә бөтә ғүмерен бағышлап тәрбиәләүсе ҡыҙын яманланы. Тиҫбе генә тартып ултырыр йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ейәндәренең дә араһын бутауҙан тартынманы − береһенә икенсеһен насарланы, улының улын ғына яҡын күрҙе... ҡатыны вафат булып, улы ауылға күсеп килгәс, мәхшәр башланды. Йәш саҡта эсеүен ташлаһа ла, ағаһы тупаҫ, ҡырыҫ, ҡаты булыуын ҡуйманы. Үҙ улы эсһә, шундуҡ ҡайҙалыр сығып олаҡты, бөтөн ауырлыҡ тағы яңғыҙ ҡатын башына төштө. Үҙ балаларынан күрмәгәнде, ишетмәгәнде йүнһеҙ был егеттән күрҙе, ишетте. Ул үҙе кеүектәр менән һуғышып, күгәренеп, күҙенә шайтандар күренгәнсе эсә ине. ҡатын «Тиҙ ярҙам» саҡыртып, саҡ кеше хәленә ҡайтарып ала ағаһының ни эшләмәгән, ни өйләнмәгән апаруҡ йәштәге улын. Шунан ағаһы пәйҙә була ла: «Һап-һау баланы сирле итеп, кешегә рисуай итеп бөттөң!» − тип ғәйепләй. Үҙе меңәр һумлап аҡса тотоноуҙан туҡтамай, бирәм, тигәнен ҡатын саҡ өлөшләтә ҡайтарып ала... Нисәмә йыл ат урынына егелеп, ауыр эштәр эшләне, тир түкте, балалары ҡул араһына ингәс кенә уға еңел булып ҡалды. Уның балалары бесәнгә киткәндә ағаһының улы йоҡлай – уятырға ҡушмай атай кешеһе. Ә әсәһе, елек майын һурып, эшләгән һайын эшләтте: «Һин көслө бит!» − тип ҡайыҙланы. Һуғым һуйғанда үгеҙҙең бер һаны − улына, ҡаҙҙар­ҙың иң ҙуры − улына, тине лә ғауғалашты. Уныһы, исмаһам, ярҙам итһә... Һаулығы ныҡ ҡаҡшаны ҡатындың, тынғыһыҙ ҙа ине шул... Эшенең осона сыҡмаһа, тыныслана алмай ине...
«Холҡо шул уҡ быларҙың!» − Әсәнең уйы, үҙе кисә генә йәшәгән өйөнә ҡайтҡас, ялғанды. Ана, ҡайғыларынан ҡатып ҡалған ғәзиз балаҡайғыналарының эргәһендә, ҡайһылай ярамһаҡланып, ҡан-йәш түгеп ҡылана ағаһы менән әсәһе! Әйтерһең дә, ихлас ҡайғыралар! ҡапыл шул ике яуыздан ҡотолоуына ҡыуаныс кисереп, аптыраны Әсәнең йәне. Балалары ғына йәл. Улар һағыныр уны, өҙгөләнерҙәр, тик берүк алһыу йөҙҙәренә һары һағыш ҡара күләгә һалмаһын, ҡанаттары ҡайырылмаһын! Әсә йәне, фәрештә булып, бәләләрҙән ҡурсалар. Тик башҡаса ғәзиздәре менән һөйләшә лә, һөйә лә алмаҫ...
Әсә йәне шулай осоп өйрөлөп йөрөнө лә, ҡырҡ көнөн тултырғас, тынысланды. Балалары уның ож­махта булыуына шикләнмәне. Сөн­ки әсәләрен изгелек ҡылыусы, яҡшы күңелле, миһырбанлы кеше тип беләләр. Шул һүҙҙәрҙе йыназаға килгән кешеләрҙең күбеһе әйтте. Ул беҙгә бик ныҡ ярҙам итте, тип, рәхмәтен белдерҙеләр.
Ә бер көн өләсәләре үҙ теле менән йәш сағында Алланан ниндәй теләк һорауы хаҡында һөйләгәс, ейәндәренең йөрәктәре туң­ғандай булды. «Теләгең үтәлгән, өләсәй», − тип шыбырланы ейәнсәренең ирендәре...

Ә. ВӘЛИЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»