RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыуаныс өләшеүселәр

18.01.2013 Ҡыуаныс өләшеүселәр

Ҡыуаныс өләшеүселәр
Учалы районының Миндәк ауыл советы биләмәһен быйыл йыландар «баҫып» алған
– Ишек төбөндә тормағыҙ, үтегеҙ, үтегеҙ! – 82 йәшлек Харис Мөхәммәтов беҙҙе күреп тәүҙә аптырап ҡалһа ла, тиҙ үк үҙен ҡулға алды, йөҙөнә йылмайыу яҡтыртты, ҡатыны Фатима әбей ҙә йәһәтләп өҫтәл әҙерләргә кереште. Өшөгәйнек, шуға оҙаҡ ҡыҫтатып торманыҡ, түргә уҙҙыҡ. ҡыш һалҡынлығы аяҡ-ҡулдарҙы туңдырһа ла, бер аҙҙан оло кешеләрҙең күңел йылыһы беҙгә йән өрҙө – үҙебеҙҙе көттөрөп килгән ҡунаҡтарҙай хис иттек. Учалы районының Рафиҡ ауылында йәшәүсе бабайға атап килеүебеҙҙең сәбәбе иһә шунда – ул утыҙ йыл буйына Яңы йылда шыршы биҙәй! Һы, кем генә Яңы йылда шыршы биҙәмәһен, тиергә ашыҡмай тороғоҙ – Харис бабайҙың баҡсаһында үҫкән ылыҫлы һылыуҡай байрам ваҡытында бөтә ауылға йәм биреп, мең төрлө нур сәсеп ултыра.
Ҡыуаныс өләшеүселәр
– Шымып ҡына йөрөгәйнем, килгәс һөйләйем әле! – тине йорт хужаһы. – ҙур шыршыны ҡырҡ йыл элек ултыртҡайным, бәләкәсенә иһә – утыҙ йәш. Йыл да икеһен дә биҙәй торғайным, быйыл кәйеф булманы, сөнки өлкән улым яҡты донъянан китеп барҙы, бына яңы ҡырҡын уҡыттыҡ. Шулай ҙа, ауылдаштарымды уйлап, йоланы боҙмаҫҡа ниәтләнем. Шыршы йыл һайын бер метрға тиерлек үҫә, шуға гирляндалар элә торған ҡолғаны ла йыл һайын оҙонайтырға тура килә. Бынан тыш, баҫҡыс та ярап ҡала.
Харис бабайҙың «ауылдаштарымды уйлап» тиеүе матур һүҙ өсөн түгел. Совет власы осоронда ла намаҙ уҡып, дин тотҡан әсәһе уға, мәсеткә йөрөмәһәң йөрөмә, ләкин мәке уйып, юл таҙартып кешеләргә яҡшылыҡ ҡылырға онотма, тип васыят әйтеп ҡалдыр­ған. Шул һүҙҙәрҙе ғүмер буйы фатиха итеп йәшәйем, ти аҡһаҡал.
– Ауылым, ауылдаштарым, тип йәнен фиҙа ҡылған кеше ул, – тип, Фатима әбей бабайына яратып ҡараны. – Йыбанмай, йыл да ҡоҙоҡтарҙы, йылғаны таҙарта. Зыяратты, ауылдағы ҡоҙоҡто йәшелләндерҙе – тирә-яғына ағас-ҡыуаҡтар ултыртты.
– Зыяратты ипләгәндә, ниңә ыҙаланаһың, тип әйтеүселәр табылды, – ти бабай. – Миңә ҡарап йәштәр өйрәнһен өсөн, тип яуапланым. Юғиһә совет власы заманындағы кеүек әҙерҙе көтөп тик яталар. Әле быйыл шыршыны биҙәгән өсөн бүләк тапшырҙылар, ҡыуандыҡ инде, әммә бүләге ул тиклем мөһим дә түгел. Бына миңә эйәреп изгелек ҡылһалар – бик тә риза булыр инем!
Әсәһенең васыятын үтәп, юҡ ваҡытты бар итеп илле йыл ҡарағай сәсергә лә йөрөгән Харис Мөхәммәтов – Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған шахтеры. Миндәк шахтаһында утыҙ йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ауылдаштарының әйтеүенсә, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә йөрөгән, намыҫлы, эшкә талымһыҙ, шәп булыуы менән айырылып торған.
– Шундай кешеләр күп булһа ине! – юлдашым – Миндәк ауыл советы биләмәһе башлығы Ришат Ғибәҙуллин усы менән һауаны ярҙы. – Әйткәндәй, беҙҙең биләмәлә иғлан ителгән «Яңы йылға иң яҡшы биҙәү» конкурсында Харис Мөхәммәтов гран-при алһа, ошо уҡ ауылда йәшәгән ҡыҙы, фельдшер Вилиә Сәләхова ла мейес яғыусы Әнисә Яуымбаева менән бергә ҡарҙан һындар эшләп (Айболит, шыршы һ.б) фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары араһында беренсе урынды яуланы.
Илһамланып киткән Вилиә улы Йәмил, ҡыҙҙары Венера һәм Вилена менән бергә үҙҙәренең йорто алдында ла крокодил Гена менән Чебурашканы әүәләгән.
Ҡыуаныс өләшеүселәр
– Йәнһүрәт геройҙарын дүрт йәшлек һеңлем Вилена журналда күргән дә, әйҙә шуларҙы эшләйек, тип ҡаңғыртып бөтөрҙө, – тип аңлатты ун биш йәшлек Йәмил. – Һүҙен йыҡманыҡ, күмәкләп бөтә күңелде һалып эшләнек. Былай матур килеп сыҡты шикелле, һәр хәлдә, Виленаның күңеле булды.
Рафиҡ ауыл клубы мөдире Рита Ғәйнетдинова ла саранан ситтә ҡалмаған. Тормош иптәше Ғәзинур менән клуб алдында ҡыш бабай, ҡарһылыу, егерме метрлыҡ йылан һындарын эшләп, клубтар араһында конкурста беренсе урынды алыуға ирешкән.
Төпкөлдәге ауыл Илфат Латиповтың эштәре менән дә йәмләнгән: йорттары ҡаршыһында, юл аша, өс метрлыҡ йылан ҡарҙан «ҡупҡан», ҡыш бабай аждаһа менән ҡосаҡлашҡан.
– Илфаттың ҡулы оҫта, боҙ, ҡарҙан ғына түгел, ағастан да һырлап эшләргә ярата, – ти ҡатыны Нурия. – Былтыр ҡарҙан өс метрлыҡ ҡуян һынын эшләгәйне, быйыл да балаларҙы йыл символдары менән ҡыуандырҙы. Эш барышында ҡулын ҡырҡһа ла, башлағанын ярты юлда ташламаны, ике аҙна эсендә ниәтен атҡарып ҡуйҙы.
Урамда баҫтырышып, шыуып уйнап йөрөгән малайҙар оҫтаның ижад процесына битараф ҡалмаған икән, ҡыҙыҡһыныуымды күреп, бер-береһен бүлә-бүлә, миңә ҡар һын яһау серҙәрен өйрәтте.
– Иң тәүҙә тимер, таҡта менән көпләп, ҡар өйәһең, – тине Илдар Ғәлин, йыш-йыш тын алып.
– Ул ҡатһа, ҡоршауҙы алып, нимә теләйһең, шуны ҡырып, юнып эшләй башлайһың: теләһәң – ҡыш бабай, теләһәң – йылан, – тип танауын тартты Руслан Хисаметдинов. Вадим Әҙеһәмов та нимәлер әйтергә уйлап ауыҙын асҡансы, иптәштәре һөйләп бөтөп тә ҡуйҙы. Уға, эйе, шулай, тип кенә әйтергә ҡалды. Рәхәтләнеп йыланды «ауыҙлыҡлаған» малайҙарға көнләшеп ҡараным – беҙҙең бала саҡта ундай һын эшләүселәр юҡ ине...
Рафиҡта ғына түгел, Озерный ауылында ла балаларҙы ҡыуандырған кешеләр бар. Мәҫәлән, Әнсәр Ниғмәтуллиндың тырышлығы менән тотош уйын ҡаласығы хасил булған. Ундағы боҙ табаҡ, шыуғыс бала-сағаның күңеленә бик тә хуш килгән. Һәр ҡайҙағы кеүек бында ла йылан – төп герой!
– Әлбиттә, Әнсәр лайыҡлы рәүештә конкурста беренсе урынды алды, – ти Ришат Мөнир улы. – Ошо уҡ номинацияла Риф Байегетов менән Андрей Иванцов та бүләкләнде. Ғөмүмән, был сараны халыҡ шулай күтәреп алыр тип уйламағайныҡ. Әммә, күреүегеҙсә, ҡатнашыусылар һаны утыҙҙан ашып китте. Баттал, Килмәк, Миндәк клубтары һәм мәктәптәре, Миндәк дауаханаһы, ҡаҙаҡҡол фельдшер-акушерлыҡ пункты, Озерный, Миндәк балалар баҡсалары әүҙем ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Киләһе йыл был конкурсты ҙурҙан ойошторорға дәртләнеп киттек. Мәҫәлән, Миндәк стадионында ҡарҙан (боҙҙан) ҡаласыҡ эшләргә, тип янып йөрөйөм.
Миндәк биләмәһенә ҡараған мәктәптәр­ҙә белем алған иң яҡшы ун уҡыусыға Яңы йыл уңайынан үҙ исеменән бүләк әҙерләп тапшырған Ришат Ғибәҙуллиндың уй-ниәттәре тормошҡа ашыр кеүек. Сөнки яҡын тирәләге ауылдарҙа фантазияға бай, ҡулдары оҫта, ә иң мөһиме, әүҙем кешеләр күп икән – быны «Яңы йылға иң яҡшы биҙәү» конкурсы раҫланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»