RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Себерҙә эшләү еңелме?

18.01.2013 Себерҙә эшләү еңелме?

Себерҙә эшләү еңелме?
Һинең ирең Себерҙә эшләй бит, һинән дә бай кеше юҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Айырыуса һуңғы осор­ҙа. Ундайҙарға, кредитым, ипотекам булмаһа, минән дә бай кеше булмаҫ ине, тип әйтке килгән саҡтар йыш була.
Тормошта ауыр саҡтар күп. Айырыуса яңы ғаилә ҡороп ебәргән йәштәр этләнә. Ярҙам итер кешең йәки хәлле атай-әсәйең юҡ икән, көн итеүе бигерәк ауыр. Беҙгә лә, башҡа ғаиләләр кеүек, үҙ аллы тормош көтөп китеүе еңелдән булманы. Журналистың эш хаҡын барыһы ла беләлер, хәбәр йыйып аяҡ кейеме туҙҙырғандың хаҡы ла сыҡмай. Әгәр ҙә эшеңде яратаһың икән, артабан да ижад ҡомарында янып эшләй бирәһең. Тормош иптәшең булһа, уға таянаһың, булмағандарға (хәҙер быға аптырарға ла ярамай) ҡатмарлыраҡ.
Ә минең ирем ҡалалағы бәләкәй заводтарҙа эшләп ҡараны. Тик ундағы эш хаҡы фатирға түләүгә, баланы үҫтереүгә лә етмәне. Былай булмай, тип, ул Себер яҡтарына сығып китте. Эш стажы аҙ, разряды бәләкәй булғас, ваҡытлыса килешеү менән ярты йылға ғына эшкә алдылар. Яҡутстанда “Сорғотнефтегаз” йәмғиәтендә ярты йыл буйы өйгә ҡайтмайынса эшләп, аҙмы-күпме аҡса алып ҡайтты. Был килем бурыстарҙы түләүгә, улыбыҙҙы дауалауға ярап ҡалды. Башта дүрт йәшлек улыбыҙ һаҡал-мыйыҡ баҫҡан атаһын танымай бер булды. Бер аҙнанан һуң ғына уға саҡ өйрәнеп китте. Балалар баҡсаһында: “Атайың һеҙҙе ташлап киткән”, – тип йәберләүҙәрҙе уға ла, миңә лә ишетергә тура килде.
Кеше фатирында ете йыл йәшәүебеҙ тамам ялҡытты. Етмәһә, фатир хужалары уның хаҡын көндән-көн арттыра, йә һатырға ҡуйһа, тағы ла яңыһын эҙләргә тура килә. Тормош иптәшем бер-ике ай тегендә-бында эш эҙләп йөрөгәндән һуң, танытма һатып алды ла тағы Себергә сығып китте. Ярай әле, Хоҙайға шөкөр, вахта юлы менән эшкә урынлашты. Бер йылдан һуң ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Алла бирһә, ай һайын эш хаҡының яртыһынан пенсияға сыҡҡансы түләп бөтөрбөҙ әле, тип ҡыуанып йәшәйбеҙ. Хәҙерге заманда машинаһыҙ ҙа ҡыйын, нисек тә булһа түләрбеҙ, тип кредитҡа “тимер ат” та алып ебәрҙек.
Бер беҙ генә былай ғүмер кисермәйбеҙ, улай уҡ төшөнкөлөккә лә бирелергә ярамай, тип үҙемде йыуатам. Хөкүмәттән йә иһә Хоҙайҙан көтөп ятып ҡына булмай. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Барыһы ла үҙеңдән тора, һаулыҡ ҡына булһын. Ә “Себерҙә эшләүе еңелме?” – тигән һорауға ирем: “Үҙең барып эшләп ҡара, барыһын да белерһең”, – ти ҙә ҡуя. Минең алда әсенеп ултыра торған кеше түгел ул. Аңлайым, 50 градус һалҡында ялһыҙ, 12-шәр сәғәт эшләүе еңел түгелдер. Байрамдарҙы, Яңы йылды өсөнсө йыл рәттән ғаилә менән ҡаршылағаны юҡ. Былар барыһы ла түҙерлек, йәшәргә, туҡланырға, кейенергә, бала үҫтерергә кәрәк. Ни тиһәң дә, аҡсаһыҙ йәшәп булмай.
Яңыраҡ телефон аша дуҫына әсенеп һөйләүен ишетеп ҡалдым. Бергә эшләгән 24 йәшлек егеткә инсульт булыуы, начальниктарының туҡтауһыҙ рухи яҡтан йәберләүҙәренән һуң ҡан баҫымы күтәрелеп, йәш ирҙе “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән алып китеүҙәре тураһында ла һүҙҙәр бар ине. Былар мине һағайта төштө.
Ирҙәребеҙ ниңә ҡалабыҙ предприятиеларында эшләмәй, тигән һорау бирерһегеҙ. Эйе, дөрөҫ һорау. Ирем үҙебеҙҙең редакцияға водитель булып урынлашты, унда эш хаҡы – айына 5 мең һум. “Жилпромстрой” йәмғиәтендә, “Салауаттөҙөлөш” тресында эшләп ҡараны, аҙаҡ улар банкрот­ҡа ҡалды. ҡаланы тотҡан “Салауатбыяла“, “Газпром Сала­уатнефтехим“ предприятиеларына барғайны ла, унда, эш стажың, разрядың бәләкәй, тип кире борҙолар.
Күп кенә танышым, туғаным Себер яҡтарында. Ике туған ағайым Муравленко ҡалаһында ун йылдан ашыу иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Ике ай эшләп, бер ай өйҙә ял итә. Тормош иптәше менән дүрт бала үҫтерәләр. Ағайыма бер сабыйын да бала табыу йортонан барып алырға насип булманы. Еңгәбеҙ, балаларыңдың үҫкәнен дә күрмәйһең, тип ҡайһы саҡ уға асыуланып та ҡуя. Ни эшләйһең, әлеге лә баяғы аҡса кәрәк. Оло йәштә булмаһа ла, ҡан баҫымы юғары, күҙе лә насар күрә башланы.
Кемдер минең яҙғандарым менән килешеп тә бөтмәҫ. “Себерҙә эшләү еңелме?” тигән һорауға, бәлки, гәзит уҡыусылар ҙа үҙ фекерен белдерер.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»