RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Айҙан түбән бер ни ҙә мәңгелек түгел

02.11.2012 Айҙан түбән бер ни ҙә мәңгелек түгел

Айҙан түбән бер ни ҙә мәңгелек түгел
йәки Миграция сәйәсәтендә элекке илебеҙ тәжрибәһен файҙаланыу дөрөҫ түгел
Күптән түгел Саранск ҡалаһында мордва халҡының Рәсәй дәүләте составында йәшәүенең 1000 йыллығын байрам иттеләр. Тантана, әлбиттә, үҙенсәлекле, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар тыуҙырыуы менән дә әһәмиәтле. Сөнки, беренсенән, донъяның бер илендә лә төп халыҡтар ниндәйҙер империяға ҡушылыуы менән бәйле ошондай тантаналар ойоштормай. Икенсенән, байрамда күтәрелгән проблема – милләт-ара һыйышып йәшәүҙә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыу үҙе үк тантананың урынлылығына шик уята. Байрамды ойоштороусылар ниндәй маҡсат ҡуйған һәм ул йәмәғәтселекте борсоған сетерекле проблемаларҙы хәл итәме?
Тәүге һорауға традицион яуап, әлбиттә, билдәле – күп милләтле ил халыҡтары араһында тыныслыҡты нығытыу, һис юғында, уны һаҡлап ҡалыу. Ошо күҙлектән ҡарағанда, РФ Президенты В. Путиндың элекке Советтар Союзы тәжрибәһенә ҡараш ташлауы тәбиғи, сөнки бындай традициялар тап коммунистик йәмғиәт ерлегендә яралды һәм, әйтергә кәрәк, совет халҡы тарафынан ҡабул ителде, уңышлы ғына ерегеп китте. Бында КПСС алып барған башҡа тәрбиәүи саралар, айырыуса көслө пропаганда ла хәл иткес дәрәжәлә булышлыҡ итмәй ҡалманы.
Әммә беҙ бөгөн бөтөнләй башҡа шарттар­ҙа, яңы дәүерҙә йәшәйбеҙ. Кремль башлығын ғына түгел, күп кенә министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәрен борсоған мигранттар мәсьәләһе һуңғы осорҙа йыш күтәрелеп сыға. Уның сәбәбе лә ябай түгел. Сөнки Рәсәйҙең әле бер, әле икенсе төбәгендә ошо ерлектә бәрелештәр булып тора. Үкенескә күрәме, әллә белә торопмо, күпселек даирәләр гастарбайтер (әммә эшсе ҡунаҡ түгел) проблемаһының ни сәбәптәр ерлегендә барлыҡҡа килеүен күрһәтмәй. Ә бит теге йәки был ауырыуҙы дауалау өсөн дөрөҫ диагноз ҡуйыу мотлаҡ.
Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тигәндәй, СССР тәжрибәһен хәҙерге ҡырағай капитализм шарттарында ҡабатларға маташыу, минеңсә, урынһыҙ. Сөнки, беренсенән, йәмғиәтебеҙ коммунизм төҙөргә ын­тыл­ған шарттарҙа көн итмәй. Икенсенән, бындай саралар үткәреүҙә элек күҙгә ташланып бармаған яһалмалылыҡ хөкөм һөрә һәм, өсөнсөнән, элекке тәжрибә нигеҙендә бер ниндәй проблема ла хәл ителмәй.
Дәлил сифатында мигранттар мәсьәләһенең тарихына туҡталыу урынлы. Уның сәбәптәре, кемдәрҙер фекер йөрөткәнсә, хәҙерге дәүергә генә бәйле түгел, ә күптән килә һәм XVIII быуат Рәсәй батшаларының империясыл сәйәсәтенә барып тоташа. Һәр кемгә мәғлүм, төрлө йылдарҙа бик күп урыҫ сәнәғәтте үҫтереү, сиҙәм ерҙәр үҙләштереү кеүек маҡсат менән Үҙәк Рәсәйҙән Урта Азия, Кавказ тарафтарына ағылған һәм быны барыһы ла ғәҙәти күренеш тип ҡабул иткән. Ул яҡтарҙа тыуымдың традицион юғарылығы менән бәйле эшһеҙлек проблемаһы элек-электән торҙо һәм Советтар Союзы хөкүмәте уны төрлө юлдар менән хәл итә алды. Әммә был республикаларҙа йәшәүселәр өсөн эш урындары булдырыу, күрәһең, киләсәкте хәстәрләп алып барылмаған һәм СССР тарҡалыу менән өҫкә ҡалҡып сыҡты. Был – бер. Икенсенән, теләһә ниндәй процестарға, ул сәйәсәт булһынмы, иҡтисадмы йәки демографиямы, кирегә боролоу күренеше хас. Батша Рәсәйендә, унан һуң Советтар Союзында урыҫтарҙың милли республика­лар­ға күпләп күсенеүе хәҙер тап ошондай уҡ йөкмәткеле кире процесҡа нигеҙ һалды. Хәҙер үҙәк Рәсәйҙең бушап ҡалған киңлектәренә күп һанлы әзербайжан, әрмән (хәйер, былары күптән ереккән), үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, чечен һ.б. халыҡтар вәкилдәре күсенеп ултыра. Мәҫәлән, Һамар өлкәһендә күп меңле ҡаҙаҡ, үзбәк, хатта Татарстанда әзербайжан диаспоралары йәшәй генә түгел, улар эргәһенә туғандарының да күсенеүе дауам итә. Был процесс киләсәктә ниндәй масштаб аласағын күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Айырыуса климат үҙгәреү менән бәйле күсенеүҙәр башланһа.
Әлбиттә, күскенселәр, элек ата-бабалары ерҙәренә килеп ултырған урыҫтар кеүек үк, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары буйынса көн итергә ынтыла. Был, күренеүенсә, урындағы халыҡҡа оҡшамай. Ә бит күп милләтле дәүләттә милли ерлектә килеп тыуған низағтар ҡотолғоһоҙ. Тап шуға күрә лә һәр халыҡ үҙ дәүләтен ҡороп, үҙ ғәмәлдәре буйынса йәшәргә тырыша. Әммә төрлө сәйәси-иҡтисади сәбәптәр арҡаһында һирәге генә был маҡсатҡа өлгәшә ала. Әлбиттә, эш эҙләп килгән сит илдәр вәкилдәре өсөн сикте ябып ҡуйыу аҡылһыҙлыҡ булыр ине. Сөнки юлға улар һуҡыр килеш, эш табылыр әле, тип ҡуҙғалмай, ә эш ысынлап та барлығын асыҡлағас ҡына сыға.
Һис шикһеҙ, илдә миграция мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе махсус дәүләт хеҙмәте булып та, уларҙы талап ҡуйылған дәрәжәлә хәл итә алмауы үкенесле. Әлбиттә, йыш ҡына проблеманың үҙ ағышына ҡуйылыуы, төрлө даирәләрҙең тик бер маҡсаттан – кеҫә ҡалынайтырға тырышыуҙан сығып эш итеүе асыҡлана. Хатта ҡайһы бер мигранттарҙы ҡолдар хәленә төшөрөүгә саҡлы барып етә.
Бар яраштыра, юҡ талаштыра, ти халыҡ. Белгестәр илдәге милләт-ара ыҙғыштарҙың сәбәбе иҡтисадта икәнлеген асыҡтан-асыҡ әйтә. Ысынлап та, Рәсәй граждандарының 10 проценты − илдәге байлыҡтың 90 процентына, ә ҡалған 90 проценты ни бары 10 процентына эйә булған шарттарҙа хәлдең яҡын арала һауығасағына ышаныс юҡ. Был өлкәлә хатта РФ Конституцияһының, Рәсәй Федерацияһы үҙ граждандарының лайыҡлы йәшәүе өсөн шарттар тыуҙырған социаль дәүләт, тигән положениеһы ла көсһөҙ.
В. Путиндың, элекке тәжрибәне файҙаланырға кәрәк, ләкин һайлап алып, сөнки ҡайһы берҙәренең кире һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал, тигән фекеренә, үкенескә күрә, асыҡлыҡ индерелмәгән. Президент нимәләрҙе күҙ уңында тотто икән? Кремлдең был йәһәттән шәхси тәҡдимдәре булмауы ла күпте һөйләй. Ысынлап та, Д. Медведевтың ил башлығы сағында әйтеп ысҡындырған, Миннацты (милли эштәр менән шөғөлләнеүсе министрлыҡ – М. Х.) тергеҙергә бер кем дә йыйынмай, тигән фекере, йоғонтоло даирәләрҙең урыҫ мәсьәләһен күтәреп, уны дәүләт ойоштороу­сы статусы менән тәьмин итеү тураһында һүҙ алып барыуы, ысынлап та, хәлдең ябай түгеллеге хаҡында һөйләй.
Инглиздәр әйтмешләй, Айҙан түбән бер ни ҙә мәңгелек түгел. Алдағы 50 йылда, бәлки, унан да иртәрәктер, Европа, шул иҫәптән Рәсәй картаһы ла тәрән үҙгәрештәр кисереүе ихтимал, ти белгестәр. Ысынлап та, Германия, Бөйөк Британия, Франция, хатта Швеция кеүек дәүләттәрҙә Көнсығыш халыҡтары арта бара. Был процесс, ҡасандыр булып үткән халыҡтарҙың бөйөк күсенеше кеүек үк булмаһа ла, Ер шары картаһына үҙ өлөшөн индерәсәгенә шик юҡ. Тимәк, уға ҡаршы тороп маташырға түгел, ә яраҡлашыр­ға, йәмәғәтселекте лә шуға көйләргә кәрәк. Әлбиттә, был һәр кемдең ҡулынан килерлек эш түгел, уның өсөн әҙерлекле кадрҙар, ҡаҙна сығымдары талап ителә. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, илдә был проблема буйынса ниндәйҙер тәҡдимдәр әҙерләнеүе, проекттар эшләнеүе тураһында ишетелмәй.

Мәхмүт Хужин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»