RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иртәгә зыян күрмәҫ өсөн бөгөн иғтибарлы булығыҙ!

26.10.2012 Иртәгә зыян күрмәҫ өсөн бөгөн иғтибарлы булығыҙ!

Иртәгә зыян күрмәҫ өсөн бөгөн иғтибарлы булығыҙ!
йәки Өфөлә һәм башҡа төбәктәрҙә фатирлы булырға теләгән халыҡты төп башына ултыртыусылар табылып тора
Фатир төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу... Ошо рәүешле торлаҡҡа эйә булыу тәү ҡарашҡа ымһындырғыс тойола, ни тиһәң дә, барлыҡ сумманы бер юлы түләү талап ителмәй. Тик намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең юҡҡа сығыуы, төҙөлөштөң туҡтап ҡалыуы хаҡында һуңғы йылдарҙа бик күп ишетәбеҙ, күрәбеҙ. Алданған өлөшсөләр бер ни ҙә эшләй алмай. Сөнки юридик адрес буйынса теркәлгән төҙөлөш фирмаһы ла, етәксеһе лә, төҙөүселәр ҙә зым-зыя юҡ булған. Һыуға һалынған аҡса менән бергә яңы фатир хаҡында өмөт тә көндән-көн һүнә бара. Асыҡланыуынса, халыҡты күберәк юридик яҡтан белемһеҙлеге арҡаһында төп башына ултырталар. Шуға күрә был аҙымға барыр алдынан ҡағиҙәләр һәм документтар менән танышып сығыу, белгес менән кәңәшләшеү үтә мөһим. Сөнки, статистика күрһәтеүенсә, алданған өлөшсөләр һаны һис кәмемәй.

«Бисәмә – косметология клиникаһы, үҙемә – нефть бизнесы...»

Өфө ойошмаларының береһендә белгес булып эшләүсе Рәйсә ханым фатир төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыуҙы рекламалаған гәзит күҙенә салынған көндө ҡәһәрләп ҡуя. «СтройПроектЦентр» фирмаһы бер квадрат метрын 35 мең һум менән генә «ҡояшлы» (хәҙер «Баҡалы») биҫтәһендә, ысынлап та, ҡояштың көлтә-көлтә нурҙарына күмелеп ултырған ерҙә 12 − 17 ҡатлы йорттарҙың береһенән фатир тәҡдим итә! Бындай тәҡдимгә ризалашмаҫ ереңдән ризалашырһың. Оҙаҡ уйлап тормай, 2007 йылдың апрелендә Рәйсә Исаева төҙөләсәк йорттар комплексында өс бүлмәле фатир хаҡының яртыһын – 1 миллион 400 мең һум аҡса түләй... Ә бер йылдан һуң, йортто төҙөргә лә уйламауҙарын белеп, аптырап ҡала. Көйәләнеп, аҡсаһын кире таптырмаҡсы булып, «СтройПроект­Центр» ойошмаһына йүнәлә.
– Аяҡ тибеп генераль директор­ҙы һорағас, мине үткәрҙеләр. Асыуланып, аҡсамды һорай башлағас, ул, мин яңы ғына эшләй башланым, тип тынысландыра һалды. Баҡһаң, мин килешеү төҙөгән директор эштән киткән икән. Яңы хужа, элеккеһе вазифаһын насар башҡарғанға күрә ҡыуылды, тип аңлатты. Ысынмы-бушмы, үҙен, эске эштәр министрлығы ветераны, тип таныштырҙы, Маҡтау ҡағыҙҙарын күрһәтте. Ышаныслы, матур һөйләгән генерал күңелгә үтеп инде. Төҙөлөштә тулыһынса тәртип булдырасаҡмын, тип вәғәҙәләне, киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Уның ауыҙынан төҙөләсәк күрше йортта квадрат метрына 25 мең һум өлөш индереү тураһында ишеткәс, күп тә үтмәй, мин был ойошмаға тағы ла бер фатир өсөн 410 мең һум аҡсамды килтерҙем.
Тик «генерал» һис тә төҙөлөштө тиҙләтергә уйламай, ә үҙе яңынан-яңы өлөшләтә ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә. Халыҡтың сабырлығы шартлап һына: хоҡуҡ һаҡлау органдарына «һаҡаллы» төҙөлөш хаҡында бер-бер артлы ғаризалар яуа башлай.
БР Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшереү барышында түбәндәгеләрҙе асыҡлай. Был фирманың генераль директоры, уның урынбаҫары бухгалтериянан даими рәүештә тиҫтәләгән миллион һумлап аҡса заем­дары алып торған, бик ҙур суммалағы аҡса билдәһеҙ маҡсаттарға сарыф ителгән һәм кире ҡайтарылмаған. Төҙөүселәргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған («Мутлыҡ, йәки алдаҡ юл менән ҙур күләмдә кеше милкен урлау»).
Тик был хәл Рәйсә ханымды һис тә шатландырмай.
– Беҙҙе кәкре ҡайынға терәтеүселәр язаһын алыр ҙа, ә кем аҡсабыҙҙы ҡайтарыр йәиһә фатир төҙөп бирер? – тип борсола апай.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауға бер кем дә аныҡ яуап таба алмай. Ә бит «СтройПроектЦентр» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә бәтәһе 930 өлөшсө 2,2 миллиард һум аҡсаһын күсергән. төҙөлөшкә был сумманың 60 процент тирәһе генә күскән – 1,3 миллиард һум. ҡал­ғаны «СтройПроектЦентр»ҙың етәк­сеһе контролләгән «ойошмалар» аша төҙөлөштән «оса». Оятһыҙлыҡтың сигенә сыҡҡан әҙәм өлөшсөләрҙең аҡсаһын нисек теләй, шулай туҙҙыра. Мәҫәлән, 126 миллион һум аҡсаны нефть бизнесын ойоштороуға тотона, 21 миллион һумға ҡатынына швейцар косметологияһы клиникаһын һатып алып бүләк итә һ.б.

Осһоҙ хаҡҡа ышанма, ыштанһыҙ ҡалыуың бар

Алданған өлөшсөләрҙең барыһы ла фатирҙың арзан булыуына ҡыҙығып, ҡара эсле бәндәләрҙең тоҙағына эләккән. Хатта объектты төҙөүсе фирманың шикле булыуын белеп тә, килешеү төҙөгән кешеләр бар. Алданғандар араһында бер нисә фатирға дәғүә итеүселәр күп кенә, хатта 15 фатир өсөн түләгәндәр ҙә бар. Быны инде ҡомһоҙлоҡ бәләһе тип ҡарарға кәрәктер, фатир алыпһатарлығы менән шөғөлләнергә теләгәндәр һис йәл түгел. Ә бына барыр мөйөшө булмағандар, кредитҡа батып, таныштарынан бурысҡа алып, йә йылдар буйы йыйған аҡсаһын тығыусылар­ҙың хәлен еңеләйтеү өсөн ниндәй һүҙҙәр табырға белмәйһең.
Әңгәмәселәрем – сығыштары менән башҡорт ауылынан булған апалы-һеңлеле гәзиттә исемдәрен күрһәтмәүҙе үтенде. Ике йыл элек, олоғайған ата-әсәһе вафат булғас, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөгән ҡыҙҙар ауылдағы өйҙәрен һатырға ҡарар итә. Йәнәһе, был суммаға кредит аҡсаһын ҡушып, төҙөлә башлаған йортта фатир алалар. Ике бүлмәле фатир өсөн улар 1 миллион 50 мең һум аҡса түләй һәм алдана.
– Һаман да түләүле фатирҙарҙа кеше тупһаһында көн итәбеҙ. Исмаһам, ҡайтып йөрөргә атай йорто ла юҡ хәҙер. Нигеҙҙе ҡоротмағыҙ тип, туғандар ҡаршы сыҡты, ә беҙ ҡул ғына һелтәнек. Их, алда ниҙәр көткәнен белгән булһаҡ! Был хаҡта туған-тыумасаға бер һүҙ өндәшмәнек, әйтеүе лә оят, – тип ҡайғыра ҡыҙҙар.
БР прокуратураһында белдереүҙәренсә, республиканың 17 проблемалы төҙөлөшөнөң 11-ендә эштәр бара, башҡалары туҡтап ҡалған (17 «һаҡаллы» төҙөлөштөң 13-ө – Өфө ҡалаһында, өсәүһе – Салауатта һәм береһе – Шишмәлә). Һәр осраҡта төҙөүсе фирма 214-се Федераль законды тупаҫ боҙған – проект декларацияһында үҙҙәре һәм объект хаҡында мәғлүмәтте йәшергән, квартал һайын граждандарҙың аҡсаһы нисек тотонолоуы тураһында отчет яһамаған, килешеүҙәге шарттарҙы үтәмәгән, шул иҫәптән бинаны ваҡытында шәхси милеккә тапшырыу тураһындағы пунктты боҙған.

Өмөттәр аҡланырмы?

Законға ярашлы булмаған юл менән граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеү схемалары буйынса эшләгән төҙөүселәрҙең ҡара эштәре һаман да асыҡлана. Мут әҙәмдәр заем, инвестициялау, алдан төҙөлгән һатып алыу-һатыу килешеүҙәре өсөн халыҡтан аҡса йыйған. Бындай ҡағыҙҙар бер ниндәй ҙә юридик көскә эйә түгел, ә аҡса һығыу өсөн генә уйлап табыл­ған. Закон буйынса ни бары бер документ талап ителә – торлаҡ төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү. Алданып ҡалмайым тиһәң, тап ошо килешеүҙе төҙөргә кәрәк.
Күптән түгел Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ҡояшлы», «Күктең етенсе ҡаты», «Йәшел яр» торлаҡ комплекстарына ингән «һаҡаллы» төҙөлөштәр менән танышты. Президент әйтеүенсә, Баҡалы урамындағы «ҡояшлы» биҫтәһендә, бигүк йылдам булмаһа ла, эш бара, ҡайһы бер йорттар буйынса аныҡ ҡарар бар, шуға ла бында төҙөлөштөң 2013 йылда тамамланырына ышанырға мөмкин. Иң тәүҙә йәшәр урыны булмағандар­ҙы өйлө итеү хәстәре күреләсәк, власть алданғандарҙың мәнфәғәте һағына баҫасаҡ. Ябай кешеләрҙең хоҡуғын яҡлау өсөн иң ҡаты сараларҙы ла ҡулланырға әҙербеҙ, тип белдерҙе ул. Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып алданғандарҙың инициатива төркөмө вәкиле Андрей Столяров Президентҡа былай тине: «Торлаҡ төҙөлөшө фондының, йорттарҙы һалып бөткәс, беҙгә фатирҙарҙы баҙар хаҡына ярашлы тәҡдим итеүе ихтимал, тип тә хәүефләнәбеҙ».
– Был фонд килем алыуҙы төп маҡсат иткән коммерция ойошмаһы түгел. Беҙҙең бурыс – һеҙҙең мәсьәләне хәл итеп, фатирҙарығыҙҙы ҡайтарыу. Проблеманы яйға һалыу өсөн күп сығым түгелә, шул иҫәптән ҡаҙна аҡсаһы тотонола, – тип яуапланы Президент. – Өфөләге ун йортто төҙөүҙе тамамлауға яҡынса 2 − 2,5 миллиард һум талап ителә.
Алданған өлөшсөләр дөрөҫлөктө даулап нисәмә тапҡыр пикеттарға сыҡты, аслыҡ иғлан итте, судтан-судҡа йөрөнө. Ғөмүмән, был проблема төбәктә әллә ҡасан уҡ, 2002 − 2006 йылдарҙа килеп тыуһа ла, федераль властар ҡыҙыҡһына башлағас ҡына уға иғтибар иттеләр. Алданған өлөшсөләр – барлыҡ Рәсәй буйынса дөйөм күренеш. Белгестәр әйтеүенсә, 2007 − 2008 йылдарҙан Һамар өлкәһендә һәм Татарстанда намыҫһыҙ төҙөүселәргә ҡаршы көрәш алып барыла. Финанс көрсөгө арҡаһында Баш­ҡортостанға был бәлә һуңғараҡ килеп етте.
Көн дә эшкә барышлай «ҡояшлы» биҫтәһе янынан үтеп китәм. Дөрөҫөн әйткәндә, был тирәлә унлаған төҙөүсенән башҡа эт тә күренмәй. Илке-һалҡы йөрөгән төҙөүселәр, барыһы ла Урта Азия кешеләре, ике тиҫтә самаһы ҡатлы йорттарҙа әллә ни оло эш ҡыйрата ла алмай. Яртылаш төҙөлгән, киң биләмәлә урынлашҡан сауҙа-күңел асыу үҙәге, таяуҙары һынып, бына-бына ишелергә тора. 2013 йыл башланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалды, алданған өлөшсөләрҙең өмөттәре аҡланырмы – күҙ күрер.

«ҡара исемлек»кә ингән төҙөүселәр

Һатып алыу-һатыу килешеүе төҙөргә тәҡдим иткән фирмаларҙан һаҡ булығыҙ, тип киҫәтә Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселеге. Был килешеү дәүләт теркәүен талап итмәй, ә бындай документтың булмауы төҙөлөшкә рөхсәт бирелмәгәнлеген аңлата. Бөгөн баш ҡалала рөхсәтһеҙ торлаҡ төҙөүселәр – «ҡариҙел» биҫтәһендә 1-се йортто һалыусы яуаплылығы сикләнгән «Ағиҙел-Сервис» йәмғиәте (Киров районы), Баязит Бикбай урамындағы 27/1 һанлы йорт – яуаплылығы сикләнгән «Бриз» күп профилле» йәмғиәте (Октябрь районы), Менделеев, Кувыкин һәм Баҡалы урамдары менән сикләнгән ерҙәге административ-торлаҡ биләмәһендәге 5-се йорттоң «Л» секцияһы – яуаплылығы сикләнгән «Меркурий» йәмғиәте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»