RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ир-егеткәй менән ат башы...

28.09.2012 Ир-егеткәй менән ат башы...

Ир-егеткәй менән ат башы...
йәки Ғаилә аҫрайбыҙ, атай-әсәйҙәргә ярҙам итәбеҙ, тип эшкә ялланған ир-аттың бәләгә тарыуына кем ғәйепле?
Уҙған аҙнала Башҡортос­тандың матбуғат саралары Өфөлә булған ҡаза хаҡында хәбәр иткәйне: профилле ҡалай менән ҡыйыҡ ябып йөрөгәндә 16 йәшлек үҫмер биш ҡатлы йорт ҡыйығынан ҡолап төшкән. Ауыр тән йәрәхәттәре алған Алмас Фәйзуллин иҫенә килә алмаған, хоҡуҡ һаҡлау органдары иһә был хәлдең нисек килеп сығыуын асыҡлау менән мәшғүл. Етмәһә, асыҡланыуынса, был егет эшләп йөрөгән төҙөлөш ойошмаһы уның үҙҙәренең эшсеһе булыуын йәшереп маташа икән.
Хәлгә әҙерәк булһа ла асыҡлыҡ индереү өсөн Алмас менән бергә эшләгән егеттәр, улар аша төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре менән бәйләнешкә сығырға булдым.
Рәмзил Дәүләтбаев – сығышы менән Хәйбулла районының Байғусҡар ауылы егете, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй. ҡаза ул эшләгән объектта булған. Был хаҡта Рәмзил түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– 6 августа беҙ, йәғни бер төркөм эшсе, «Титан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тәҡдиме буйынса СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы биш ҡатлы йорттоң ҡыйығын реконструкциялау эшенә тотондоҡ.
ҡыйыҡты яңы профилле ҡалай менән яба инек. Тәүҙә, бер ай тирәһе, эш яҡшы барҙы: һәр беребеҙҙең төҙөлөш каскаһы булды, бригадаға бер страховка (һаҡланыу) билбауы тапшырғайнылар. Кем шөрөп борғос менән эшләй, билбау шуныҡы. Шуға күрә беҙҙең бригада өсөн эш артыҡ хәүефле түгел ине.
Шулай эшләп йөрөгәнебеҙҙә, Өфөнөң ҡайһылыр төҙөлөш фирмаһы эшсеһенең ҡыйыҡ башынан ҡолап төшөп, йәрәхәтләнеүе ха­ҡында хәбәр ишетелде. Төҙөлөш барған урындар­ҙа, шул иҫәптән беҙҙә лә төрлө тикшереү комиссиялары йышай­ҙы: киләләр, хәүефһеҙлек техникаһының нисек үтәлеүен тикшерәләр. Бер мәл «Титан»дың етәкселеге төҙөлөш каскаларыбыҙҙы, баяғы берәү генә булған страховкалау билбауын беҙҙең бригаданан алып, икенсе бригадаға бирҙе. Йәнәһе, беҙ ҡыйыҡ башында эшләгәс, артыҡ күҙгә ташланып бармайбыҙ, ә теге бригада йорттарҙың фасадын ремонтлай, һәр саҡ тикшереүселәрҙең күҙенә салынып бара. Әлбиттә, быға ҡаршы булдыҡ, тик прораб та, етәкселәр ҙә беҙҙе тыңлап торманы. Һәр көн страховка билбауын кире һорай инек, тик талаптарыбыҙ бушҡа ғына булды – уларҙы үтәүсе кеше булманы.
Эшкә беҙҙе бер ниндәй документһыҙ, яҙма килешеүһеҙ ҡабул иттеләр. Хеҙмәт кенәгәһендә яҙыу ҙа, стаж да, бойороҡҡа ҡул ҡуйыу ҙа юҡ – урамдан йыйып алынған ялланма хеҙмәт, ябай итеп әйткәндә.
Сентябрь башында, сирләп китеү сәбәпле, бер егетебеҙ эшкә сыҡманы, урыныма икенсе кешене ебәрәм, тип әйтте ул телефондан. Шулай итеп, беҙҙең арала Алмас Фәйзуллин барлыҡҡа килде. Йәш, студент ҡына. Эшләп, өйөндәгеләргә ярҙам итергә йыйынған егет. Беҙҙең арала эшләп китте.
8 сентябрҙә, төш мәле ине, ямғыр һибәләй башланы. Бер генә профнастилды һалырбыҙ ҙа, эште туҡтатырбыҙ, тип һөйләшеп, эште дауам иттек. Шул саҡ, көтмәгәндә, Алмасыбыҙ еүеш профнастилдан аҫҡа табан шыуҙы ла китте. Бер-ике мәртәбә ҡулдары менән тотонорға маташып ҡараны ла ул, тик профнастилдың ҡайһы еренә тотонмаҡ кәрәк?
Беҙ аҫҡа йүгереп төшөүгә, газон­ға осоп төшкән Алмаc янында табиптар бар ине инде: аҫҡы ҡатта медицина үҙәге урынлашҡан булған. Егет ҡыбырлап маташа, тик иҫендә түгел. ҡабырғаһы менән төшкән.
Ул арала «Тиҙ ярҙам» машинаһы килеп етте. Алмасты дауаханаға оҙаттыҡ. Барыбыҙ ҙа шок хәлендә.
Шулай аптырашып торғанда, беҙҙең бер эшсебеҙ күрше бригаданан Марсель исемле егеттең Алмас ҡолап төшкән урынға бер каска, страховкалау билбауы һалып торғанын күреп ҡалған. Йәнәһе, булған бит быларҙың хәүефһеҙлек саралары. Әлбиттә, беҙ уны шунда уҡ бөрөп алдыҡ: беҙҙә булманы был әйберҙәр, булһа, бындай хәлгә тарымаҫ инек. Әйберҙәрҙе үҙе менән алып, Марсель йәһәт кенә күҙебеҙҙән юғалды.
Был Марселдең беҙҙең ойошма етәкселәренең «күҙ-ҡолағы» икәнен белә инек. Күрәһең, уға кеҫә телефонынан ошо страховка сараларын ҡаза булған урынға һалырға ҡушҡандарҙыр, тип фаразлайбыҙ. Башҡаса булыуы мөмкин түгел. Бөтөнләй беҙҙең менән эшләмәгән кеше ни өсөн шулай ҡыланып йөрөһөн?
Шул көндө үк «Титан»дың етәкселәре миңә шылтырата башланы, кил, осрашайыҡ, был хәлдән сығыу юлын хәл итәйек, тип. Ни өсөн миңә шылтыраталар? Сөнки эшселәрҙең иң олоһо, эш хаҡын да минең аша тараталар. Прораб йә бригадир түгелмен, прораб булып Вадим Дмитриев тигән егет эшләй ине.
Осрашыуға, юристарҙың кәңәше буйынса, диктофон һалып алып барҙым. 10 –15 минут буйы барған һөйләшеүҙәр­ҙең аудиояҙмаһы бар: етәкселәр, асыҡтан-асыҡ булмаһа ла, төрлөсә итеп янап, беҙҙең менән уҙған дата менән хеҙмәт килешеүе төҙөп, ҡултамғаларыбыҙҙы алмаҡсы. Тағы ла, йәнәһе, беҙҙең менән хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрелгән, тигән ҡағыҙға ҡултамғалар алып ҡалмаҡсылар. Әлбиттә, бындай вариант беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, шуға ла бындай килешеүҙән ҡырҡа баш тарттыҡ. «Титан»дың етәкселеге менән уҙған һөйләшеүҙәрҙең яҙмаһын телевидение аша эфирға биргәс, минең телефоныма шылтыратып баҫым яһауҙар туҡтаны. Хәҙерге ваҡытта прокуратура, хеҙмәтте һаҡлау инспекцияһы, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре был ҡазаның нисек килеп сығыуын тикшерә. Ишетеүемсә, «Титан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге Алмас Фәйзуллиндың үҙҙәренең эшсеһе булыуынан ҡырҡа баш тарт­ҡан. Был эш нимә менән барып бөтөр, белмәйем.
«Титан»дың Алмас эшләгән бригадаһы прорабы Вадим Дмитриевҡа ла шылтыраттым. Тик, Вадим был хәлгә ҡағылышлы һорауыма яуап бирмәне.
– Мин «Титан»да прораб булып ҡына эшләйем, өҫтөмдән етәкселәр бар. Һеҙҙең телефонығыҙҙы уларға тапшырам, кәрәк тип тапһалар, бәйләнешкә сығырҙар. Ком­ментарий бирмәйем, – тине ул.
«Титан»дың етәкселегенән шылтыратыуҙы көтөп ала алманым.
Әлеге ваҡытта баш ҡаланың 21-се дауаханаһының реанимация бүлегендә ятыусы егет, бәхеткә күрә, команан сығып, иҫенә килгән. Ике урындан умыртҡа һөйәге һынған, баш мейеһе йәрәхәтләнгән, үпкәһе, үксәһе яраланған егет, һөйләшә алмаһа ла, туғандары, дуҫтарына күҙен асып-йомоп булһа ла хәлен аңлата, һорауҙарына ым менән яуап бирә башлаған. Ике аҙна иҫһеҙ ятып та, аңына килгәс, көнө бөтмәгәндер был егеттең, тип өмөтләнәйек. Әсәһенә ярҙам итәм тип кенә бәләгә тарыған егет, насип булһа, тулыһынса һауығыр, аяғына баҫыр, тип ышанғы килә. Былары – беҙ, бисараларҙың, хыялы. табиптар иһә әлегә бер ниндәй ҙә күҙаллау­ҙар яһарға баҙнат итмәй.
ҡаза шуның өсөн дә ҡаза, беҙҙән һорап килмәй. Тик был осраҡта производстволағы хәл өсөн кем яуап бирер? Һәр ваҡыттағыса, берәй «йөнтәҫ ҡул» кәрәкле кешеләрҙе «майлап», бар хәл өсөн килешеүһеҙ-ниһеҙ шундай эшкә тотонған егеттәр үҙҙәре ғәйепле, тип ҡуймаҫтармы? Һәр хәлдә, «Титан»дың етәкселеге, Алмастың үҙ эшсеһе булыуын инҡар итеүенә ҡарағанда, үҙҙәренең позицияһын йәшереп маташмай. «Юҡ беҙҙә бындай эшсе».
Алмас Фәйзуллиндың дуҫы Данил Шиһапов уның хәле хаҡында ошолар­ҙы һөйләне:
– Алмас менән бергә уҡыйбыҙ. Уҡыуыма түләйем, әсәйемә ярҙам итәм, тип, эшкә төшкәйне. Әле кесе йома көнө аңына килде: һөйләшмәй, ләкин үҙенә һүҙ ҡушҡанды аңлай, ымлап яуап бирә. Эшендәге етәкселәренә килгәндә, «Титан»дың етәкселеге дауаханаға килеп, бер тапҡыр ҙа уның хәлен белмәне, әсәһенә күңел өсөн булһа ла ярҙам тәҡдим итмәне. Хатта бөтөнләй уны белмәмеш булғандар, тип ишеттем.
Нимә-нимә, Алмастың бәхете бар: дуҫтары уға бар хәленсә ярҙам итеп тора. Социаль селтәр­ҙә («Вконтакте») уға ярҙам итеүҙе яйға һалыу өсөн махсус төркөм булдырғандар, уның янында дауаханала дежур ойошторғандар. Дауаханала иҫһеҙ ята, тип тормай, ошо көндәрҙә 17 йәшен тултырған дуҫын ҡотлап, видеояҙма эшләгәндәр. Айырыуса, совет осоро рухындағы белдереүҙәрен күреп, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙым:
«Шул-шул көндә, шул-шул сәғәттә бергәләп «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә барып, Алмастың һауығыуын һорап, күмәкләп доға ҡыласаҡбыҙ. Барығыҙҙың да килеүегеҙ һорала».

Заманаһы шулай: ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, ғаилә аҫрайбыҙ тип, төрлө тарафтарға сығып китә, төрлө эштәргә барып тотона. Ике ҡулым да һулаҡайҙай ипһеҙ булһам да, үҙем дә заманында кеше ыңғайына ҡыйыҡ ябып йөрөгәнем булды. Ул замандарҙан иҫтәлеккә газ горелкаһы ялҡынына эләгеп, терһәгемдең тиреһе өрөлөп уңалып тороп ҡалды. ҡыҙҙар баҫтыраһы түгел әле. Аҡыллыға – ым да ишара, тигәндәй, егеттәр һәм ҡыҙҙар, Алмас һәм уның коллегалары менән булған был хәлдән һабаҡ алайыҡ. Алды-артты ҡарап, хәүефле эшкә бер ниндәй документһыҙ, килешеүһеҙ, хәүеф­һеҙлек сараларыһыҙ барып йомолмайыҡ. Ғүмер тигәнең, ҡыҫҡа ғына, шуны нисектер имен үткәреп, аяҡ өҫтө йөрөп кенә, кеше көнлө булмай ғына тамамларға яҙһын ине барыбыҙға ла.

Илшат ҡАНСУРИН










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»