RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яуап алғығыҙ килһә, исемегеҙҙе атағыҙ

07.09.2012 Яуап алғығыҙ килһә, исемегеҙҙе атағыҙ

«Йәшлек»тең дежур телефоны бер генә көн дә тынып торғаны юҡ. Уҡыусыларыбыҙ үҙ хоҡуҡтарын аңлатыуҙы һорап, ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәй. ҡайһы берәүҙәре ауыл халҡы исеменән теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итеүҙәрен үтенә. Урындағы власть вәкилдәренә шылтыратып, уларҙың үтенестәрен еткерә алыуыбыҙға, проблемаларын хәл итергә ярҙамлашыуыбыҙға шатбыҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең, исемдәрен әйтмәй, йә икенсе ауылдашының исемен атап, үҙҙәренең һорауҙарына яуап алырға маташыуҙары ғына аңлашылмай. Шуны аңлаһын ине шылтыратыу­сылар, бер генә етәксе лә аноним рәүештә дәғүә белдереүсегә яуап бирмәй, исемһеҙ хаттар ҙа ҡаралмай.

Миңлегөл ЯКУСОВА, Ғафури райо­ны, Оло Үтәш ауылы:
– Икенсе ярты йыллыҡҡа «Йәшлек»кә яҙылғайныҡ. Июлдә уның ике номеры килмәне. 19 авгус­ҡа тиклем бер гәзит тә алманыҡ. Почтальонка, Талбазыла гәзиттәрҙе сортировкалағанда еткерә һалмай­ҙар, тип аңлатты. Ауылда миңә генә түгел, башҡаларға ла шулай яҙылған гәзиттәрен еткереп килтермәйҙәр. Ниңә беҙ, ябай подписчиктар, яҙыл­ған ваҡытлы матбуғат баҫмаларын теүәл алып уҡымаҫҡа тейеш әле?

Һеҙҙең дәғүәгеҙ буйынса Федераль почта элемтәһенең БР идаралығы − «Рәсәй почтаһы» федераль унитар предприятиеһы директоры Ирек Миңлевәли улы Ғәлимовҡа шылтыраттыҡ. Етәксе һеҙҙең мөрәжәғәтте тикшерергә вәғәҙә бирҙе.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Әгәр ҙә яҙылған гәзит-журналдарығыҙ теүәл килмәй икән, (34747) 276-66-44 телефоны буйынса почта хеҙмәтенең «ҡыҙыу линия»һына шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ дәғүәләрегеҙҙе яҙма рәүештә идаралыҡ етәксеһенә лә ебәрергә мөмкин.

Ләйлә:
− Быйыл мәктәбебеҙ ябылып, эшһеҙ ҡалдым. Яңғыҙым дүрт бала ҡарайым. Өфөлә ятағы булған берәй мәктәптә эш юҡмы икән?

Өфө ҡала мәғариф идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәселәргә, музыка белгестәренә, балалар- үҫмерҙәр клубтары өҫтәмә белем биреү педагогтарына, башланғыс синыф уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерә. Вакансиялар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе мәғариф идаралығының www.ufa-edu.ru сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ. Улар ике ай һайын яңыртылып тора.

Рәсимә, Учалы районы:
− Ике бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән балама − 3 йәш, кесеһенә йәш ярым. Инвалид бала булараҡ, ҙурына реабилитация үҙәгенә 21 көнгә юллама бирҙеләр. Бәләкәйен ҡалдырырға кеше юҡ. Реабилитация курсы үтеүселәргә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирмәүҙәре дөрөҫмө?

Эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тик сирләгәндәргә генә бирелә. Реабилитация үтеүсене тәрбиәләгәндәргә был документты биреү ҡаралмаған.

Флүрә ТАЙФУРОВА, Учалы райо­ны, Миндәк ҡасабаһы:
− Киленем Учалы районының халыҡты социаль яҡлау бүлеге аша бала тыуғас бер мәртәбә бирелә торған пособиены ала алмай. Барлыҡ документтарҙы ла йыйып тапшырғас, аҡса иренең эшенән бирелергә тейеш, тип яуапланылар. Улар хаҡлымы?

Һеҙҙең һорау буйынса райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге етәксеһе Лидия Мостафинаға шылтыраттыҡ.
«Сабый тыуғас бер мәртәбә бирелә торған пособие ҡатын эшләмәгән осраҡта иренең эшенән түләнергә тейеш. Әгәр ҙә улар икеһе лә эшһеҙ булып һаналһа, беҙҙең аша түләнә. Милә Тайфурованың тормош иптәше Учалы цемент-эзбиз заводында эшләй. Пособиены ойошма бирергә бурыслы. Әгәр ҙә улар быны башҡарыуҙан баш тарта икән, ойошманы судҡа бирергә кәңәш итер инек», − тип яуапланы ул.

Ә. ХӘКИМОВА, Әбйәлил районы:
− ҡыҙыма 13 йәш. Ирем менән ете йыл йәшәмәйбеҙ. Ошоға тиклем 150 һум алимент түләп килде. Хәҙер ирем үҙе 300 һум һала. Бигерәк аҙ бит. Алимент аҡсаһы нисек түләнә?

Алимент күләме алиментсының дөйөм килеменән алып түләнә. Һеҙҙең осраҡта тормош иптәшегеҙҙең эш хаҡынан бер балаға 25 процент алимент түләнергә тейеш. Һеҙгә алиментты тикшертеү өсөн ирегеҙ йәшәгән райондың өлкән суд приставына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәңәш бирер инек.

Дежур телефонға
шылтыратыуҙарҙы
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА тыңланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»