RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эсер инем туйғансы!.. Һыу !

20.07.2012 Эсер инем туйғансы!.. Һыу !

Эсер инем туйғансы!..  Һыу !
ҡала ерендә, бигерәк тә офистарҙа халыҡтың күпселеге эсәр һыуҙы крандан түгел, пластик шешәләрҙә һатып алырға күнегеп бара шикелле. ҡайһы бер илдәр өсөн эсәр һыуҙы һатып алыу, таҙаһы-сифатлыһы булмағанлыҡтан, мәжбүри булһа, беҙҙә был бәрәкәтте өҫтәмә рәүештә һатып алыу-алмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Һәр хәлдә, крандан аҡҡан һыуыбыҙҙың да сифаты яҡшы. Тик был һөйләмдең аҙағына “ине” тип өҫтәргә тура килмәгәйе. Сөнки һуңғы көндәрҙә республикала эсәр һыуҙың аҙайыуы тураһында йыш һөйләнелә башланы. Редакцияға килгән хаттар, шылтыратыуҙар буйынса ла белеп торабыҙ – республиканың әле теге, әле был ауылы халҡы эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә. Йә йәндәй күргән шишмәләр ҡороп ҡуя, йә урындағы идаралыҡ органдары халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрмәй. Үкенескә күрә, һыуһыҙ интегеүселәр беҙҙә лә бар һәм улар аҙ түгел.
Эсәр һыуҙың аҙайыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, халыҡ араһында паника ла булып алды тип әйтергә кәрәк. Ни тиһәң дә, бынауындай эҫе көндәрҙә рәхәтләнеп һыу ҙа эсеп туя алмаһаң, сыралай янып бөтөргә генә ҡала. Мәскәүгә бара торған һыу транспортының Ағиҙелдең Өфөләге портына инә алмауы, бер стакан таҙа һыу эҙләп йөрөү менән сағыштырғанда, сүп кенә мәсьәлә булып тойола ул. Мәскәүгә нисек тә барып етерһең, ә бына һыу эсмәй бер көн дә йәшәп булмай!
Эсәр һыуҙың бөтә барыуына бәйле имеш-мимеш хәбәрҙәргә аныҡлыҡ индереү өсөн баш ҡала хакимиәтендә “Өфөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Вячеслав Гордиенко журналистар менән осрашты. Был осрашыу­ҙы халыҡты тынысландырыу сараһы тип тә атарға булалыр, сөнки директор әйтеүенсә, миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡалабыҙҙа һыуға бәйле ул тиклем ҡурҡыныс проблемалар юҡ. Ямғыр быйыл бөтөнләй яумаһа ла, тупланған һыу запасы халыҡты был бәрәкәт менән тулыһынса тәьмин итергә етәсәк. Ә синоптиктар, ысынлап та, бер ниндәй ҙә ямғыр вәғәҙә итмәй, көндәр сентябрь урталарына тиклем эҫе һәм ҡоро киләсәк, тип вәғәҙәләй (йонсотто инде эҫеһе лә).
– Вячеслав Гордиенко хәлдәр ғәҙәттән тыш насар булмаһа ла, камил да түгел икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Икенсе төрлө әйткәндә, һыу быйылға бөтөргә йыйынмаһа ла, ныҡ ҡына кәмегән. Барыбыҙ ҙа һуңғы ваҡыттағы иң көслө ҡоролоҡ 2010 йылда күҙәтелде тип билдәләргә күнектек. Был, ысынлап та, шулай. Тик быйылғы йыл, шул ҡоролоҡтан һуң ҡалған эҙемтәләрҙе лә үҙ өҫтөнә алып, айырыуса ауыр килә. 2010 йыл тәбиғәттең бик күп байлығын ысын мәғәнәһендә ҡоротоп китте. Уңышлы килгән 2011 йыл ғына уның эҙемтәләрен ҡаплап өлгөрмәне, әлбиттә. Шуға ла хәҙер икеләтә ауырға тура килә. Вячеслав Гордиенко билдәләүенсә, беҙҙәге һыу сығарыу ҡорамалдары ҡеүәтле һәм заманса. Кәрәк булһа, улар әллә ҡайҙа аҫта ятҡан байлыҡты ла һурып аласаҡ. Тик ҡайҙан ғына һурып сығар­һаң да, бер нәмә лә мәңгелек түгел. Шуға ла көслө ямғырҙар кәрәк, бик кәрәк.
Дөйөмләштереп шуны әйтергә була – Өфөлә эсәр һыу быйылға етә. Артабан нисек булыры тәбиғәттән һәм, әлбиттә, кешеләрҙең үҙҙәренән тора. Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы һыуҙы юҡҡа исраф итмәй генә ҡулланырға саҡырҙы. Был саҡырыу юҡтан ғына түгел. Көнбайыш илдәре күптән һыуға ҙур бәрәкәт, оло байлыҡ итеп ҡарай, беҙгә лә был тәбиғәт байлығының әкиәттәгеләй икһеҙ-сикһеҙ булмауын аңларға ваҡыт. Һыйлағанда һыу ҙа һый, тигән бит халыҡ. ҡайһы бер илдәрҙә был, ысынлап та, һый тиһәң дә һый. Беҙгә лә шундай көндәр килеп етмәгәйе.

Эсәр һыуың бармы,
ауылым?

Гәзит уҡыусыларыбыҙ дөрөҫ аңлаһын өсөн ошоно билдәләге килә – һыу запасы беҙҙә күп ул, тик ул республика буйынса тигеҙ бүленмәгән. ҡайҙалыр һыуға бәйле проблемалар киҫкенләшә икән, уны бер урындан икенсеһенә цистерналар менән ташыясаҡтар. Ләкин һыуҙы “йөҙөп йөрөп” ҡулланырға яратҡан беҙҙең халыҡ өсөн был бер ҙә күңелле хәл түгел.
Башҡортостанда Аҡбирҙе, Нагаев, Волков, Чесноковка ауылдарында, аэропорт тирәһендә, Архангел районында эсәр һыу запасы аҙ тип билдәләнә. Тәтешле, ҡалтасы, Асҡын, Балтас райондарында һыу мәсьәләһе киҫкен генә тора. Тәтешле райо­ны үҙәгендә, мәҫәлән, тиҙ генә ваҡыт эсендә крандарҙан һыу юҡҡа сыҡҡан. Тирә-яҡтағы шишмәләрҙең ҡороуына ла байтаҡ ваҡыт үткән. Шуға ла урындағы халыҡтың транспорты булғаны һыуҙы алыҫыраҡ ерҙән булһа ла ташырға мәжбүр. Һыу менән бәйле ваҡиғалар тиҙ генә үҙгәреп тора, ҡайҙалыр ул крандарҙан ағыуҙан туҡтай ҙа, тиҙ генә килеп сыға, ҡайҙалыр сәғәтләп кенә бирелә.
Баймаҡ менән Сибай ҡалалары, ул тирәләге ауылдар халҡы эсәр һыуға интегә тип билдәләү артыҡ. Һыу етерлек унда. Шулай ҙа айырым ауылдарҙа проблемалар бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында таҙа һыу тәүлегенә бер нисә сәғәт кенә бирелә. Шул ваҡыт эсендә биҙрәләреңде тултырып ҡалырға тейешһең. Һәм бындай проблемалы ауыл республикала яңғыҙ ғына түгел.
Халыҡ араһында йылға-күлдәрҙең һайығыуында һуңғы ваҡытта төҙөлгән һыу һаҡлағыстар ғәйепле тип һанаусылар ҙа бар. Тик белгестәрҙең был хәлгә ҡарата аныҡ ҡына фекере әлегә рәсми рәүештә билдәләнмәгән.
Дөйөм алғанда, республикала эсәр һыу етерлек. Шулай ҙа республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондары эсергә яраҡлы ер аҫты һыуҙары запасына ҡытлыҡ кисерә.

Исраф – гонаһ

Торғаны бер тере энциклопедияға тиң әхирәтем бар, етмәһә, үҙе бик ғәҙел һәм уҫал. Ул мине студент саҡта ятаҡта һыу кранын ябыр-япмаҫ йөрөгәнем өсөн 15 минут әрләгәйне. Имеш, Африкала балалар һыуһыҙлыҡтан үлә, ә мин бында һыуҙы бушҡа ағыҙып, тәбиғәт дошманы булып йөрөп ятам. Африкалағы балаларҙы ғүмеремдә күргәнем булмаһа ла, әхирәтемдең һүҙҙәре йөрәккә үтеп инеп ҡалды. Шул ваҡыттан, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һыу кранын ябыусы, утты һүндереүсе, ҡулланылмаған техниканы розетканан алыусы булып “хеҙмәт” итәм. Кеше үҙе коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡса түләп йәшәгән урында һыуға, утҡа һаҡсыл ғына ҡараһа ла, дөйөм алғанда, уның бөтөнләй ҡәҙерен белмәй. Булған байлыҡты тәләфләү гонаһ, исраф икәнлеге хаҡында ислам динендә лә әйтелгән. Тимәк, был мәсьәләне төрлө яҡлап ҡарарға ла урын бар.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»