RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киоскыла һыра һатыу тыйыла

03.07.2012 Киоскыла һыра һатыу тыйыла

Быйыл илебеҙҙә һыра һатыу, уны йәмәғәт урындарында ҡулланыуға ҡағылышлы закондар ҡабул ителде. Уларҙың бер өлөшө 1 июлдән үҙ көсөнә инде, ә ҡайһыһы 2013 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыласаҡ.

Бөгөндән йәмәғәт урындарында, урамда, паркта, подъезда, ихата алдында, баҙарҙа һәм башҡа ерҙә һыра эсеү тыйыла. Тик туҡланыу урындарында йәки өйҙә генә ҡулланырға мөмкин.
Һыраның ҙур градуслы сорттары менән тик стационар магазиндар­ҙа ғына сауҙа итергә була, ә киоскыла ҡатылығы 5 проценттан юғары булған һыраны һатыу рөхсәт ителмәй. Спорт, балалар һәм белем биреү учреждениелары янында уны һатыу ҡәтғи тыйыла.

2013 йылдың 1 ғинуарынан түбәндәге тәртип үҙ көсөнә инәсәк.
ҡатылығы 7 процентҡа тиклем булған һыраны күләме 0, 33 литрлыҡ шешәлә генә һатырға рөхсәт ителәсәк.
Был эсемлекте киске сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем һатыу тыйыласаҡ. Был ваҡытта уны тик кафе, ресторан, бар, күңел асыу урындарында ғына алырға мөмкин буласаҡ.
Һыра тик махсуслаштырылған магазиндарҙа ғына һатыласаҡ. Бинаның дөйөм майҙаны 50 квадрат метр­ҙан бәләкәй булырға тейеш түгел. Һыра магазинының сигнализация, сейф һәм касса аппараты менән йыһазландырылыуы мотлаҡ.
Радио, телевидение һәм йәмәғәт транспортында һыра рекламаһы тыйыла. Гәзит-журналдар-ҙың тәүге һәм һуңғы биттәрендә, бәлиғ булмаған балалар өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙа был эсемлекте рекламалау рөхсәт ителмәйәсәк.

Әлеге законға ҡарашығыҙ?
Был һыра алкоголизмын туҡтатыр 13
Хәҙер дуҫтар менән паркта һыра ла эсеп булмаҫ инде!.. 3
Был бары һыра етештереүселәрҙең тәгәрмәсенә таяҡ 5
Тиҙҙән илдә айыҡ кешеләр, моғайын, күбәйер 27
Закон нимәнелер үҙгәртер тип уйламайым 35

83 кеше тауыш бирҙе.
Тауыш биреү “Бәйләнештә” сайтында барҙы.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»