RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!

18.05.2012 Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!

Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!
йәки Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылы халҡы XXI быуатта һыуһыҙ интегә
Дим ярынан сыҡҡайны. Дан булып ташты быйыл йылғалар. Уйламағанда ғына тауыҡ кисеп сығыр йырындар ҙа көтмәгәндә оло даръяларҙай шашты. Үҙемдең баҙыма ла һыу сыҡты. Бар донъя һыуға ҡойонғанда һыуһыҙ интеккән ауылға китеп барыуым сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та.
Дежур телефонға: «Азат Шәфиев, пенсионер, Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында йәшәйбеҙ. Эсергә һыу юҡ. Димдән һыу алып эсәбеҙ. Ташҡын осоронда ул хәҙер бик бысраны. ҡышҡыһын колонкаларыбыҙ туңды. Нишләргә лә белмәйбеҙ. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?» – тигән хәбәр булғайны. Аптыратҡыс та, уйландырғыс та был хәбәр юлға сығарҙы.
Дәүләкәнде үткәс тә асфальт юл бөттө. Дим йылғаһы буйлап үрҙән, шоссейканан, бер аҙ саң борҡотоп барғайныҡ, ауыл да күренде. Ауылға инер алдынан емерек амбар ҡаршы алды. Ауыл ауыҙында гаражға оҡшаш мүк баҫҡан бер ҡатлы бинаның башын ике кеше һүтеп маташа. Артабан мәктәп балаларының урам таҙартып йөрөүе күҙгә салынды. Ике ҡатлы оҙон бинаның бер яғы һаҡланып ҡалған. Икенсе осоноң, ваҡыт һынауын үтеп булманы, тигәндәй, емерелә башлауы күңелгә шом өҫтәп ҡуйҙы. Заманында бик шәп бина булғанға оҡшай.
Машина тәҙрәһен генә асып:
– Был ниндәй йорт ул, емерек? – тип һораным осраған тәү кешенән. Нишләптер ул миңә артыҡ оҙон һәм олпат күренгәнгә күрә бер мини завод, йә фабриканы хәтерләтеп ҡуйғайны.
– Мәктәп ул, яртыһы эшләй әле, – тигән яуап ишеткәс, аптырап киттем. Бөтөнләй туҡтамағас, улай уҡ эш харап түгел әле. Ысын Рәсәй күренеше инде был мәктәп тә, яртыһы социализмда ҡалған, теге яртыһы капитализмға сығыр­ға маташа. Ни үле, ни тере...
Ауыл хакимиәтенә килеп туҡтаныҡ. Башлыҡ Рима Биктимер ҡыҙы Рәхимова ҡайҙалыр юлланырға сыҡҡан еренән, беҙҙе күргәс, кире әйләнергә мәжбүр булды.
– Килерегеҙҙе хәбәр иткәйнеләр, шуға көтөбөрәк тора инек, – тине мөләйем ханым, беҙҙең менән танышҡас. – Һыуһыҙлыҡ мәсьәләһе беҙҙә яңылыҡ түгел инде.
– Нисек?
– Борондан Димгә ятып, Димдән ташып һыу эскән атай-олатайҙарыбыҙ. Аҡҡан һыуҙан да таҙа һыу юҡ, тиҙәр беҙҙә.
Ата-бабалар йолаһына тоғро икән вариҫтары. Тик боронғо Дим менән бөгөнгөһөн сағыштырырлыҡмы һуң? Дүртөйлөгә 1765 йылда нигеҙ һалынған. Бөрйән ырыуы башҡорттары Талҡаҫ күлендә яуыз кенәз Брагинды уҡтан атып, бар мөлкәтен көлгә әйләндергәс, батша ярандарының эҙәрлекләүенән ҡасып, был тарафтарға килеп сыға. Дүрт бер туған Дим буйында үҙ төйәген табып йәшәп алып китә. Тимәк, тәүәккәл һәм батыр булғандыр ир-уҙамандар. Дәүләкән һәм Әлшәй районына ҡараған бер нисә ауыл Бөрйән ырыуына ҡа­рай хәҙер. Дүртөй­лөнән өс-дүрт саҡрымда ятҡан, йылғаның икенсе ярындағы Аҡ­ҡолайҙа, мәҫәлән, аҫаба халыҡ – меңлеләр.

Был хаҡта Президент та белә
Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!

– 31 декабрь көнө колонкабыҙ ватылды. Бюджет аҡсаһын мин уға сарыф итә лә алмайым, йылдың башында аҡса ла юҡ ине. Халыҡтан аҡса йыйғансы, һыу һурҙырғыс алғансы ай үтеп китте, – тип хәбәрен һүтте башлыҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ул колонка һыуын эсергә ярамай, бик ҡаты, йәғни юшҡынлы. Ярамай тигәс тә, тикшереүҙәр уның ҡатылығының тейешле норманан дүрт тапҡырға артыҡ булыуын күрһәтә. Йәйгеһен мунсаға ла тотонмайҙар уны. Үҙҙәре әйтеүенсә, һыуы бик татырлы, һабын да, кер порошогы ла күбекләнмәй хатта. Уны халыҡ хужалыҡ кәрәк-ярағына ғына ҡуллана. Әйтәйек, малға. Бигерәк тә ҡышын, яҙғы бысраҡта малға һыу ташып эсерсе әле. Быныһы бик ауыр. Күптәр эре малын йылғаға төшөрә.
Биш-алты йыл эшләгән һыу һурҙырғыс янып сыға. Була торған хәл. Яңы йылды ауыл һыуһыҙ ҡаршы ала. Тик аҡса оҙаҡ йыйыла. Кемдер һаран, кемдерҙең мөмкинлеге юҡ, кемдер ул һыуҙы ҡулланмай, йәнәһе... Ай үтә. ҡыш халыҡтың ҡыймылдағанын көтөп тормай, уның үҙ хөкөмдәре үҙ ҡулында (ғинуарҙа һыуыҡтар хәтәр булды) – бер ай эсендә торбалар туңып сыға. Һыу бөгөн дә юҡ. 17983 мең һумға алынған һыу һурҙырғыс әлегә эшһеҙ «интегә».
– ҡулдан килгәнде эшләргә тырышабыҙ инде. Хатта республика башлығына тиклем барып еттек. Был эш хәҙер Президенттың шәхси күҙәтеүе аҫтында, – тип һөйләй Рима апай.
Үткән йыл аҙағында ауыл халҡы йыйылып, Президенттың үҙенә мөрәжәғәт итергә була. Ауырғазыла халыҡ менән осрашыуында республика башлығы Дүртөйлө ауылының бер нисә кешенән торған делегацияһын ҡабул итеп, улар­ҙың хәсрәтен тыңлай, ниндәй варианттар бар, тип ҡыҙыҡһына. Хатта: «Ауылыбыҙҙа һыу менән тәьмин итеү системаһы үткән быуаттың етмешенсе йылдарында үткәрелгән. Уның да 80 проценты иҫкергән. Ләкин хәсрәтебеҙ ҙурыраҡ, колонкалағы һыу бик ҡаты, ризыҡ-аҙыҡ әҙерләүгә яраҡһыҙ. Шуға күрә яңы скважина быраулап, һыу үткәргес­те алмаштырырға ярҙам итһәгеҙсе», – тиелә. Республика етәкселеге хәлде аңлай һәм һыу мәсьәләһен сисеү юлдарын эҙләргә ҡуша. Февраль айында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан район хакимиәтенә, Президенттың по­ручение­һын үтәү ниәтенән, Дүртөйлө ауылы халҡын сифатлы һәм эсергә яраҡлы һыу менән тәьмин итер өсөн һыу эҙләү-тикшереү эштәрен үткәрергә һәм һыу менән тәьмин итеүсе система проектын ҡарарға кәрәк, тигән йөкмәткеле хат килгән. Бюджеттан аҡса проект-смета документацияһы булмайынса бүленмәйәсәк. Ә бөгөн был документация өсөн 100 мең һум аҡса кәрәк. Район хакимиәте ярҙам итергә әҙер был йәһәттән, тип белдерҙе Рима Биктимер ҡыҙы. ҡыҫҡаһы, урынды тикшерер өсөн тәүҙә ана шул ҡағыҙ «волокита»һы бар әле уның.

Һыу хәтере хәтәр
Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!

Эш башланды, ти. Тик бәлә шунда, ҡайҙа ғына быраулаһалар ҙа, ҡаты, эсергә яраҡһыҙ һыу сыға. Яңыраҡ ҡына ошо уҡ ауыл кешеһе ихатаһында, 80 мең һум түләп, 60 метр тәрәнлектә ерен быраулатҡан, тик һыу сыҡмаған. Ундай аңлата алмаҫлыҡ хәсрәт тә бар. Ғүмер буйы Дим һыуын ғына эсеп йәшәп булмай бит. Әлегә тиклем, Хоҙай күрһәтмәһен, йылғанан ул-был сир булғаны юҡ та. Тик барыбер йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған йылғаның таҙалығына кем гарантия бирә ала. Яңылыҡтарҙа һыуға йә нефть-мазут, йә минераль ашлама төшөп бысраныуы хаҡындағы хәбәрҙәр йыш булып тора. Ә кешеләр үҙҙәре әҙ бысратамы ни һуң тере шишмәләребеҙҙе. Алға китеп шуны ла әйтәйек, һуңынан Дим буйын ҡарап-иңләп йөрөгәндә, ауыл уртаһынан йылғаға төшкән урында түгелгән тиҙәк, сүп-сар күҙгә ташланды. Башҡортта сабый саҡтан уҡ балаға, эскән һыуыңа төкөрмә, ҡоһоро ҡайтыр, тип өйрәтәләр. Юҡ, бында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында ғына һүҙ бармай, ә зирәк халҡым аҡылы һыуҙың тере йән булыуын алдан, борондан, белеүен әйт. Эйе, ғалимдар һыуҙың хәтере булыуын иҫбатланы бит. Шуға һыуға изге йәнгә ҡараған кеүек мөнәсәбәт булырға тейеш тә.
Дим һыуы шифалылыр ҙа, бәлки. Оҙон ғүмер кисереүселәр әҙ түгел ауылда. Шәмсиә Әхмәтова әбей йөҙ йәшен билдәләп, былтыр мәрхүмә булған. Заирә әбей ҙә быуатты ваҡларға йыйына.
– Аҫта һыу булмаһа, Президент та ярҙам итә алмай түгелме? – тип һорайым.
– Ауылдан ситтә, 3 – 4 саҡрым китеп, эҙләргә кәрәк. Эҙләнеү эштәре алып барасаҡ ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, ер аҫты һыу картаһы буйынса эҙләп табырға мөмкин буласаҡ. Ауылдың оло кешеләре иһә, Димдең аръяғынан, туғай­ҙа ҡаҙып ҡарарға кәрәк, тип бара. Ул яҡта бер ҙә ҡаҙғандары юҡ. Ауылдан дүрт-биш саҡрымда шишмә бар ҙа, тик уның ағымы улай уҡ көслө түгел. Нисек кенә булмаһын, һыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкин. Тик сығым күп буласаҡ. Шуға беҙ республика ярҙамынан тыш был мәсьәләне хәл итә алмаясаҡбыҙ, – Рима апай тәҙрәгә ҡарап ҡуйҙы. Ә унда ҡояш, тышта яҙ бит.
Заманында, совет осоронда күп мәсьә­лә еңел хәл ителә ине ул барыбер. Бөгөнгө кеүек проект өсөн генә лә шунса сығымдар сығарып ултырыу ҙа, ҡағыҙ артынан йүгереү ҙә юҡ кимәлендә ине. Өҫтән ҡушылған – үтәгеҙ. Урындағы колхоздың сәскә атҡан осоронда әле лә бик маҡтап телгә алынған Хәмиҙуллин атлы рәйес, геодезистарҙы саҡырып, проектһыҙ-ниһеҙ, һыу ҙа эҙләткән. Ауыл осонан аҡҡан Ярыш йылғаһы (үҙҙәренең йылғалары күп, үҙҙәре һыуһыҙ – бына мөғжизә) тирәһендә лә соҡонғандар. Ауыл эсендә лә тикшергәндәр. Тик табылмаған тейешле йәшәү сығанағы.
Бар халыҡ Димдән һыу эсә, тигәндәре бигүк дөрөҫ тә түгел. Күптәр, бик күптәр һыуҙы Дәүләкән ҡалаһынан ташый. Эйе, кемдәрҙең еңел машинаһы бар. Ул машиналар тейешле һауыттар менән йыһазландырылған да инде. Үҙем күрҙем. Ә атлы-матайлылар, юл булһа, әлеге шишмәгә бара. Ә бына ололар, пенсионерҙар... йырҙағыса, «байҙар, байҙар бал эсә, ә ярлылар Димгә ятып һыу эсә». ҡоҙоҡ ҡаҙытҡандар ике ғаилә генә. Һәм шуныһы аптырата ла, ҡыуандыра ла – халыҡ бында зар­лана белмәй. Зар юҡ ысын Дүртөйлө кешеһендә. Ысын, тим, сөн­ки беҙгә шыл­тырат­ҡан Азат ағай Шәфиев бын­да ике-өс йыл элек кенә күсеп килгән.

Кемдер янырға тейеш
Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!

Беҙҙең килгәнде уға хәбәр иткәс, ағай үҙе хакимиәт бинаһына килеп тә етте. Яңы танышым үҙе Әлшәй районында йәшәгән, ҡырым ауылында ветврач булып эшләгән. Пенсияға сыҡҡас, иптәшенең тыуған ауылына килеп төпләнгән.
– Башҡа ерҙә һыуһыҙлыҡты күрмәгәс, аптырап ҡалдым. Мәрәкә хәл бит. Димдең һыуын эсеп ҡарағыҙ әле. Уны алып ҡайтаһың, оҙаҡ ваҡыт ултырып тона. Унда ла тоноп бөтмәй әле. Күҙгә күренгән бысрағы ярай ҙа, ә һыуҙың микрофлораһы ниндәй? Күпергә тиҙәк тултыралар. Уныһы ҡойолоп тора. Беҙ күперҙең был яғынан һыу алып эсәбеҙ, әҙер «зеленый чай». Шуға йәш күренәмме икән, – йылмайыу аша һөйләй ағай хәсрәттәрен. – Һыуын эсмәһәк тә, колонка эшләгәндә күңел тынысыраҡ ине. Малға эсерергә, йәшелсә-емешкә һибергә һәйбәт ине. Хәҙер белмәйем, Димдән, яр артылып, һыу ташыу еңел түгел.
Әлеге күпер бер кемдең дә балансында түгел. Халыҡҡа бесәнлегенә сығыр өсөн хеҙмәт итә ул. ҡасандыр ҡағылған свайҙар һәр ташҡынды имен-аман үткәрә, шунан асыҡ урындарына ҡырҡып кәртәләр һалып сығалар ҙа, соҡор-саҡырлы ерен тиҙәк һалып тигеҙләп ҡуя икән ауыл халҡы. Башҡа әмәл юҡ, тип аңлаталар. ҡом менән тигеҙләр инең, барыбер ҡойола.
– Хәҙер йылытҡас та ирер, һыу булыр. Фирҙәүес ташый, унан һауыттарығыҙға һалдырып ҡалығыҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Рима апай ҙа. Фирҙәүес Солтанов атлы тракторсы урындағы хужалыҡ техникаһында мохтаждарға ҡулланыу өсөн һыу ташый икән.
– Унан һуң йәйҙәр бигерәк эҫе килә, янғын ҡурҡынысы хәтәр. Фирҙәүес тә Йәмилгә бәйле, – аңлауымса, хужалыҡ етәксеһелер. – Ул ебәрһә, алып килә инде...
Эйе, һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Быныһы бигерәк тә ҡурҡыныс. Ой, һыу, һәр нәмәгә кәрәк шул. Ауылдың үҙенең янғын машинаһы юҡ, ул-был хәл була ҡалһа, тиҫтә ярым саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Дәүләкәндән килеп етергә тейештәр. Хәүеф бар шулай ҙа, юл асфальт түгел, күпме ваҡыт үтә.
– Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Мин Президентҡа ла хат яҙып һалдым әле, – Азат ағай ауылдың ил башлығына мөрәжәғәт итеүен, шуға ҡағылышлы ниндәй эштәр эшләнеүен белмәй сыҡты. Башлыҡ уны сходҡа йөрөмәүҙә ғәйепләп алды, ауылдың проблемаларын тәүҙә үҙебеҙ кәңәшләшеп хәл итеп ҡарайыҡ, һуңынан Өфөгә хат яҙырбыҙ, тип тә ҡуйҙы:
– Президентҡа яҙған хатығыҙ барыбер бында төшәсәк, шунан беҙ уға яуап яҙасаҡбыҙ.
Азат ағай асыуланып китте:
– Улайһа, ил етәксеһенә хат яҙыуҙың ни кәрәге бар? Президент әйтһә, министрлыҡтар, главалар, «Водоканал»­дар эшләп китәсәк, тип яҙам мин уны.
Уйҙарың дөрөҫ тә, Азат ағай, тик беҙҙәге «бюрократизм» мәсьәләне улай тиҙ хәл итмәй шул. Ысынлап та, хатығыҙ аҫҡа, тәүҙә районға, унан ауылығыҙҙың етәксеһе өҫтәленә килеп ятасаҡ. Бөтә Рәсәйҙә шулай. Мәскәүгә ебәрһәгеҙ ҙә. Унан һуң, эш бит башланған, Рөстәм Зәки улы әйткән икән, тимәк, эшләнәсәк. Ә «Водоканал»мы ул, «Буш канал»мы – аҡса түләһәң генә эшләйәсәк. Улар бушҡа ер тырнап, туңған торбалар ҡарап йөрөмәйәсәк. Халыҡтың быға аҡсаһы бармы?
– Колонка эшләйәсәк, борсолмағыҙ, зинһар, – тип тынысландырырға ашыҡты башлыҡ.
– Заманында мин Стәрлетамаҡта, Ишембай яҡтарында ла йәшәнем. Унда бит водозаборҙар аҡҡан йылғала эшләнгән. Беҙҙә лә шулай эшләп булалыр бит?
– Ул тәҡдимде лә Президентҡа еткерҙек. Таҙартыу ҡорамалдары менән Димдән һыу алыу вариантын да ҡарарға кәрәк, әлбиттә. Шуға әле эҙләнеү эштәре бара. Бәлки, Дәүләкән ҡалаһының һыу заборынан һуҙырға ла тура килер. Бергәләп иң уңайлы юлды эҙләйәсәкбеҙ. Күп сығымдар талап итә торған эш ул. Шуға Президент беҙҙе бик ихлас һәм аңлап тыңланы. Һөҙөмтәһе булыр.
– Республика масштабындағы эш был, – Азат ағай бер сама тынысланғандай итте.
Дүртөйлөгә бер ниндәй ҙә автобус йөрөмәй. Ауылдың яртыһынан күбеһе – пенсионерҙар. Улар район үҙәгенә барып ҡайтыр өсөн 400 һумға такси ялларға мәжбүр. Аңлатыуҙарынса, асфальт булмаған был төбәккә йөрөү килем килтермәй. Урындағы АТП шәхси ҡулдарға күскәндер, күрәһең. Сөнки аҡса культы, ҡайҙандыр килем алыу, отоу уйыны кеше факторын, уны хәстәрләүҙе юҡҡа сығара һәм беҙ шуны баҙар иҡтисады тип атарға мәжбүр булабыҙ. Шәхси «Газель»­дәр килеп йөрөгән ул, тик төшөм юҡ. Хәҙер халыҡ та күнеп бара, өс-дүрт кеше йыйыла ла такси саҡырта. Күпселектә халыҡ баҙарға бара, һатыу итә. Ә бына иле өсөн тоғро хеҙмәт итеп, дауахана юлын тапаған пенсионерҙарға ауыр бит әле. Улар баҙар иҡтисадын аңламай... Аңлатырға ла кәрәкмәй.
– Социализм осоронда бар нәмә кеше өсөн эшләнде. Ә хәҙер кеше яҙмышына бармаҡ аша ҡарайҙар, аҡса ла аҡса. Аңламаҫһың был Рәсәйҙе... – Азат ағай уфтанып ҡуйҙы.

Үҙем табам һыуын, йәшәү йәмен
Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!

Ике кеше ҡоҙоҡ ҡаҙытты, тигән хәбәр­ҙе бушҡа үткәреп булмай бит инде. Ринат Әминевтарға килдек. Тәпәш ағас йорт янында ҡыҙыл кирбестән һалынған олоһо, ике ҡатлыһы тора.
Ағай ҡоҙоҡто ҡарарға килгәнде белгәс, асҡыс алырға яңынан өйөнә инеп китте.
– Бикләп кенә тотаһың икән? – тим.
– Һыу ҡәҙерле бит, – тип йылмая үҙе, уның һәр хәрәкәтенән ҡәнәғәтлек сатҡыһы сағыла. Һаҡ ҡына асҡысын бора, кинәнеп ҡапҡасын аса. ҡоҙоҡҡа, аҫҡа, бағам. Ике метр тәрәнлектә яҫмаҡ таш менән нығытылған мөгәрәптән һуң башлана һыуға табан торба юлы. Шлангылар, электр сымдары менән тулған хужаның мөгәрәбе.
– ҡәлғә төҙөгән кеүек нығытып ҡуйған­һың йыбанмай, – тим, һоҡланып.
– Бынан ғына бөтмәй әле ул, шланг бына бында, – ике метрҙай ситтә ултыр­ған тыштан бүрәнәле япма менән ҡаплан­ған ҡар баҙына алып килде хужа, – ошо ҡар баҙына килеп сыға. Бында температура ноль тирәһе, ҡышҡыһын һыу туңмай. Ныҡ һыуыҡта лампа яндырып ҡуям, йылына. Шөкөр, һыу туңып этләнгәнем юҡ, ике йыл рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.
– Тәрәнлеге күпме?
– Бик тәрән түгел, 25 метр, – бына һиңә, бик тәрән түгел, ти. – Бына күршеләр алтмыш метрға еттеләр, һыу тәки сыҡманы.
– ҡыйбатҡа төштөмө?
– Дәүләкән егете ҡаҙҙы, метры –1 мең 100 һум. Һыуы сыҡҡас, ҡыйбат түгел инде, – зар белдермәй һөйләүен тыңлап, ағайға һоҡланып та ҡуйҙым.
– Ошо һыуҙы эсәһегеҙме?
– Юҡ, был малға, мунсаға, башҡа кәрәк-яраҡҡа. Ә һыуҙы... мин иптәшемде Өфөгә электричкаға сығарам да, ҡайтышлай Дәүләкәндән шишмәнән һыу алып ҡайтам.
– Иптәшегеҙ Өфөлә нимә эшләй? – тип һорайым, етмешен ҡыуған пенсионер ирҙең тормош иптәшенең баш ҡалаға йөрөп эшләүе аптырата.
– Аҙнаһына өс тапҡыр Өфөгә барып, һөт-ҡаймаҡ һатып ҡайта.
– Нимә?
– Үҙәк баҙарға барып, Зөлхизә тип һораһаң, күрәһең һин уны.
– Ул тиклем арала йөрөү үҙен аҡлаймы һуң? – ҡыҙыҡһыныуым шул тиклем артты.
Кирбес йортона төртөп күрһәтә ағай:
– Аҡламаһа, был йорт ҡалҡмаҫ ине.
Тырышлыҡтың төбө – уңыш, тигәндәре дөрөҫ икән, хайран итә ер кешеһе мине. Ябай ғына бизнес: Ринат ағай менән Зөлхизә апай 4 – 6 баш һыйыр аҫрайҙар. Һөтөн, ҡаймағын, эремсеген тейәп, уға ҡушып ауылдаштарынан да һөт һатып алалар ҙа таңғы сәғәт биштә юлға сығалар. Апай Өфөгә, йөҙҙән ашыу саҡрым алыҫлыҡта ятҡан мегаполисҡа, барып һата, ире ҡаршы ала. Ябаймы? Уның артында тир менән һуғарылған хеҙмәт ята. Һәм тәүәккәллек. Афари-ин. Ана шундай тырыштар таба инде сүллектә лә һыуҙы.
Ринат ағайҙарҙа булғандан һуң һүнеп барған ауыл берсә яҡтырып киткәндәй тойолдо.

«За Родину обидно»

ҡайтыр саҡта Димгә килеп, уның ағышын күҙәттек. Талғын аға йылға. Уның эсенә күпме быуат, күпме быуын һыйған. Аға, ағасаҡ та әле.
Ауыл урамы һиллектә. Кемдер өйө алдын таҙарта, кемдер эскәмйәгә ултыр­ған да яҙ ҡояшында наҙлана.
Бер ағай мине үҙенә саҡырып алды. Йөҙө йонсоу. Ауыҙынан Дим һыуы ғына еҫе лә килмәгән кеүек... ҡайҙан килгәнде белгәс, биш улым бар, тағы берәүҙе көтәбеҙ, ти. «Өйөм нигеҙенән ярға табан күсә. «Әсәлек капиталы»н алырға ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?» – тип һорап ҡуйҙы.
– Икенсе генә түгел, алтынсыһы булғас, «Йәшлек»һеҙ ҙә бирәләр инде уны, – тип ҡуйҙыҡ. – Молодец, башҡорттарҙы арттыраһың икән. Һинең ата-бабаң Брагиндың үҙен дөмөктөргән.
– Брагинды белмәйем, бражканы беләм, – тип көлөп ҡалды абзый.
Әлеге яртылаш емерек ике ҡатлы мәктәп базаһында ҡасандыр күңел ауырыуҙары менән интегеүселәр өсөн интернат булдырырға уйлағандар ҙа, тик ауыл халҡы ҡаршы килгән, иҫәрҙәр беҙгә кәрәкмәй, имеш. Бөгөн үкенә дүртөйлөләр, күпме эш урынынан ҡолаҡ ҡаҡҡандарын аңлайҙар. Унан бигерәк, һыуын да табырҙар, автобус та булыр ине. Беҙҙә иҫәрҙәргә пачут күберәк бит. Иҫәндәргә ҡарағанда... Рәсәйҙә йәшәйбеҙ ҙә инде беҙ.
Өфөгә ҡайтҡас, пенсионер Сафура апай Арыҫланова шылтыратты. Беҙҙең килгәнде белмәй ҡалғанына үкенес белдерҙе. Минең бер генә фекеремде өҫтәгеҙ әле, тип үтенде: «Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Дим бысратыла, тиҙәк түгелә. Ауыл яйлап ҡына һүнеп бара. Заманында иң алдынғы хужалыҡ, иң күркәм ауыл ине. Обидно за Родину!».

Мөнир ҡУНАФИН.
Дәүләкән районы.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»