RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар хистәр, бар хәстәр бала өсөн

23.03.2012 Бар хистәр, бар хәстәр бала өсөн

Етен сәсле Таня − иң яҡын дуҫтарына ғына лирик шиғырҙарын уҡыр­ға батырсылыҡ иткән алсаҡ һәм ярҙамсыл ҡыҙ. Мәктәптә башлан­ғыс синыф уҡыусыларын уҡытҡан ошо уңышлы һомғол һылыуҙың үҙ әсәһе менән уртаҡ тел тапмауына ышанғы ла килмәй. Ул яңыраҡ ҡына, иң кәрәкле һәм ҡәҙерле, иҫтәлекле әйберҙәрен сумкаһына тултырып, ата йортон ташлап сығып киткән. Бөтөнләйгә киттем, башҡаса бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмайым, ти.
− Ә һин ни эшләр инең минең урында, әгәр һине үҙ әсәйең бөтөнләй яҡлауһыҙ, бәпес кенә сағыңда саҡ үлтермәһә? − Таняның күҙҙәрен йәш пәрҙәһе ҡаплай. − Ярай ҙа үгәй атайым ҡотҡарып ҡалған, әгәр ул булмаһа...
Бер аҙ тынысланғас, башҡа кешенең тормошон бәйән иткәндәй, әллә ниндәй сит, битараф тауыш менән бала сағына әйләнеп ҡайта. Бәләкәйҙән өлкән апаһы менән һыйышмай улар: юҡ ҡына ерҙән дә талаш сығаралар, хатта бер-береһенең сәсенә йәбешәләр − олоһо оло булараҡ тыйыла, кесеһе кесе булараҡ туҡтай алмай. Шулай бер ирешкәндәрендә апаһы, юҡҡа ғына әсәй һине бәләкәй сағыңда дөмөктөрөп ҡуйманы, эй мин рәхәт йәшәр инем, тип асырғанып ҡысҡыра. Һүҙ артынан һүҙ сығып, Таня үҙе өсөн бик ҡурҡыныс ваҡиғаны асыҡлай. Кескәй сағында ул бик илаҡ булған, тәүлек әйләнәһенә тиерлек аҡырып күҙ йәштәрен түккән. Илаған бәпесен нисек тынысландырырға белмәй алйы­ған ҡатын бер көн уның өҫтөнә ауыр мендәрҙе ташлай... Бәләкәсте үлемдән йәш балта оҫтаһы ҡотҡара: алыҫ ауылдан килгән был егет эш белешеү ниәтенән уларҙың йортона килеп инә һәм хәүефте тойоп, ни булғанын тулыһынса аңлап та бөтмәйенсә, тупһа төбөнән бер һикереүҙә карауатҡа етә, ҡатынды ситкә этеп, мендәрҙе иҙәнгә алып бәрә һәм сабыйға яһалма һулыш алдыра...
− Миңә ул ваҡытта биш кенә йәш ине, әммә был хәлде бик яҡшы хәтерләйем! − тип ҡысҡырыуын дауам итә апаһы, ә 12 йәшлек Таня, ишеткәндәренән ҡото алынып, ваҡытлыса телдән яҙа. Әлбиттә, һуңынан үгәй атаһы, уны үлемдән ҡурсалап ҡалған теге балта оҫтаһы, үҫмергә хәлдең айышын төшөндөрөргә тырыша: «Әсәйеңә ул ваҡытта еңелдән түгел ине, шуны аңла... Әсәйең һиңә ауырлы саҡта атайың бөйөрҙәре эшләмәүҙән ыҙаланып йән бирә. Шуға ла һин ваҡытынан алда тыуғанһың. Әсәйеңдең ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына килтерәһеңме?» Таня ысын күңелдән әсәһенең ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына килтерергә маташһа ла, ғәзиз кешеһенең ҡылығын ғәфү итә алмай, уға ҡарата йөрәге һыуына. Үгәй атаһы, әсәйең һине ныҡ ярата бит, тип күпме генә тылҡымаһын, ҙурайғас та Таня әсәһенә ҡарашын үҙгәртә алмай. Саҡ ҡына уңышһыҙлыҡҡа осраһынмы, күңеле тиктән-тиккә толҡа тапмай болоҡһоһонмо, хәтер ебе уны шул арала бала сағына әйләндереп алып ҡайта, әсәһенә үпкәһен ҡар йомарламы кеүек ҙурайта һала...
− Йәшлек максимализмы үтеү менән, ул әсәһен аңлап, уны ғәфү итергә үҙендә көс табасаҡ, яраларҙы уңалтырға ваҡыт кәрәк бит, − тип ошо хәлгә ҡарата психолог Антонина Заһретдинова үҙ фекерен белдерҙе. − Үкенескә күрә, ауырға ҡалыу, бәпесләү осоро шау бәхетле мәлдәрҙән генә тормай шул, ҡайһы ваҡытта был осор­ҙа ҡатындың психикаһы ныҡ ҡаҡшай. Йөҙҙән бер-ике ҡатында күҙәтелгән психоз бәпесләүҙән һуң башланған депрессияның киҫкенләшеүе, тип һанала. Әйткәндәй, йәш әсәләрҙең яҡынса ундан етеһе бала тапҡандан һуң төшөнкөлөккә бирелә, ярһыу­ға әйләнә, ләкин бик тиҙ арала хәлдәре дарыуһыҙ-ниһеҙ арыу­лана.
Психологтың һүҙе буйынса, психоз ваҡытында ҡатын аффект хәлендә хатта яңы тыуған балаһының ғүмерен өҙә ала. Шулай уҡ айыҡ аҡыл менән сабый­ҙарын үлтереүселәр ҙә бар – аҡылдары теүәл булыу менән дә, уларҙың күңелдәре ғәрип.

Кемдә ғәйеп?

Күренеүенсә, һуңғы йылдарҙа арабыҙҙа шундай «дефектлы» шәхестәр артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, Рәсәйҙең тикшереү комитеты статистикаһы буйынса, илебеҙҙә ҡатил әсәләрҙең һаны кинәт артҡан − быйылғы алты ай эсендә генә ошо юҫыҡта 64 енәйәт эше асылған. Күпселектә улар сабыйҙарын рәхимһеҙ рәүештә үлтерә: кемдер бәпесте бау менән һыға, кемдер биҙрәләге һыуҙа тонсоҡтора, кемдер полиэтилен пакетҡа тыға… Ни ҡылдым һуң, тип сәстәрен йолҡор, үлтерелгән сабыйҙарын йәлләр урынға ҡатындар үҙҙәрен аҡлап маташа: «Беҙ ғәйепле түгел − тормош шундай», − тип ауыр йәшәү шарттарына, торлаҡ булмауына, тыума бала өсөн оялыу хисенә һылтана. Әммә ҡатилдарҙы аҡыл да, йөрәк тә ярлыҡамай. Әллә ҡайҙа алыҫта ла йәшәмәй сабыйҙарын үлтереүселәр, арабыҙҙа йөрөйҙәр. Әйтәйек, районыбыҙҙа тыуып үҫкән 28 йәшлек ҡатын былтыр иҫерек килеш Белорет районының Абҙаҡ ауылы янындағы йылғала ике йәшлек ҡыҙын саҡ батырып үлтермәне. Әлдә ҡурҡыныс хәлгә шаһит булған үткенсе ир бәләкәсте һыуҙан сығарып, ҡотҡарып ҡала. Судта ҡатын, мине был аҙымға өмөтһөҙлөк этәрҙе, тип аңлата: яңғыҙ әсәнең ни торлағы, ни эше булмай. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре, оло гонаһ ҡылған әсәләргә һис тә йомшаҡлыҡ күрһәтергә ярамай, тип уға ҡаты яза талап итте, суд төрлө хәлде иҫәпкә алып, уны дүрт йылға иркенән мәхрүм итте. Дөйөм режимдағы колонияла ул ҡатын үҙенең ҡылығы өсөн күңел язаһына дусар булырмы, һуңынан, төрмәнән сыҡҡас, балаһының күҙенә нисек ҡарар − был һорауҙар асыҡ ҡала.
Ошондай енәйәт эштәре менән булышҡан юристар фекеренсә, сабыйҙарын үлтереүсе әсә­ләр­ҙең артыуы тотош йәмғиәттең ауыр сиргә батыуына ишаралай.
− Был әле − сәскәләре генә, емештәре аҙаҡ була, − юридик академияла уҡып йөрөүселәрҙең береһе асылып китте, − көнө-төнө атыш-үлтереш уйындарын уйнаған тотош быуын үҫеп килә, улар өсөн кеше үлтереү бер ни тормаясаҡ. Бөгөн балаларҙың күңеленә яуызлыҡ, рәхимһеҙлек орлоҡтарын сәскәс, иртәгә ни урырыбыҙ билдәле инде. Беҙ киҙеү эпидемияһына ҡаршы көрәшкән булабыҙ, ә ысынында иһә битарафлыҡ пандемияһына ҡаршы көрәш башларға кәрәк. Үкенескә күрә, ата-әсәләр балаларына йоҡлар алдынан әкиәттәр уҡымай, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тураһында һөйләмәй, баланы монитор алдына ултырта ла вәссә­ләм, сөнки шулай еңелерәк, тынысыраҡ...
− Ундай әсәләрҙе аңламайым, ғөмүмән, ундай күренеште йөрәгем ҡабул итмәй! − береһенән-береһе аҡыллы һәм һылыу өс ҡыҙҙың әсәһе Луиза Нуриева бындай енәйәттәр тураһында ишетергә лә теләмәй. − Әлбиттә, бала бағыу − оло яуаплылыҡ. Бөтә замандарҙа ла балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмаған. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, әсәләр биш баланы ла, унауҙы ла үҫтергән, ауыҙҙарынан һуңғы ҡабымды өҙөп, уларға ҡаптыр­ған... Мин үҙем дә яңғыҙым өс баланы үҫтерҙем. Ләкин улар хаҡына көнө-төнө эшләргә риза инем, сөнки береһе лә артыҡ түгел. Ә бөгөн йәштәрҙең башына тормошҡа ҡарата ҡулланыусылар мөнәсәбәте һеңдерелә, уның девизы: «Тормоштан бар нәмәне лә ал, үҙең өсөн йәшә, матур йәшә!» Телевидение, һары матбуғат аша зомбиландырылған кешеләр матди байлыҡтар артынан ҡыуа, рухи ҡиммәттәргә урын ҡалмай, шул иҫәптән ысын әсә һөйөүенә лә. Ә әсәлек − тәү сиратта үҙеңде тулыһынса бәләкәс балаларыңа бағышлау. Йәл, быға буласаҡ әсәләрҙе өйрәт­мәй­ҙәр.

Үҙ ҡайғың менән яңғыҙ ҡалма

Ошо уҡ темаға һөйләшкән ҡатындарҙың береһе илап уҡ ебәрҙе: «Ниңә генә үлтерергә инде?! Беҙгә бирерҙәр ине, беҙгә бик тә ныҡ бала кәрәк...». Ул оҙаҡ йылдар түлһеҙлектән дауаланып та ауырға уҙа алмағас, баланы уллыҡҡа алыуға сиратҡа торған. Учалы дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Арыҫлан Фәйзуллиндың әйтеүенсә, быйыл һигеҙ ай эсендә ике бәпестән баш тартҡандар (бер ҡатын, һаулығым юҡ, тигән сәбәпте күрһәткән, икенсеһе − ауыр матди шарттарҙы). ҡағиҙә булараҡ, бындай сабыйҙарҙы бик тиҙ арала уллыҡҡа алалар, тимәк, ошо арала ике түлһеҙ ҡатын әсә булыу бәхетенә ирешәсәк, ике тын йортто балалар тауышы йәмләйәсәк.
− ҡотолғоһоҙ хәлдәр булмай, − тип иҫәпләй табип. − Иң мөһиме, ҡатын үҙенең ҡайғыһы менән яңғыҙы ҡалмаһын. Хәҙерге ваҡытта психологтар, социаль ведомстволар күп, улар килеп тыуған мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк. Хәйер, беҙҙең барыбыҙға ла бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк.
…Билдәле шағирә Марина Цветаеваға бер юлы ике ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләргә тура килә. ҡыҙҙарымды аслыҡтан үлтермәйем, тип ул балаларын приютҡа тапшыра. Ләкин бәләкәстәр унда ауырып китә һәм шағирә өлкәнен кире алып ҡайтырға мәжбүр була, ә приютта тороп ҡалған кесе ҡыҙы кинәт кенә үлеп ҡала. Цветаева балаһының үлеме өсөн үҙен ғәйепле һанап, үҙен бала үлтереүсе итеп тойоп, үлгәнсе үҙен-үҙе язалай («Детоубийцей на суду, стою − немилая, несмелая...»). Бәләкәстәр тураһындағы ғәжәп гүзәл шиғри юлдар ҙа йөрәген ҡайғы телгеләгән шағирә-әсәнеке:
Балалар − ҡурҡып баҡҡан
ҡараштар,
Тыптыр-тыптыр йүгергән аяҡтар.
Балалар − болоҡһоу көндө ҡояш...
Беҙ балалар өсөн йәшәйбеҙ, улар хаҡына бөтә ауырлыҡтарҙы еңәбеҙ, тормош мәғәнәһен улар­ҙа табабыҙ. Шулай түгелме ни?










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»