RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Мәңгелек сер булып ҡалһын театр»

23.03.2012 «Мәңгелек сер булып ҡалһын театр»

«Мәңгелек сер булып ҡалһын театр»
«Йәшлек»тә ҡунаҡта – ошо көндәрҙә ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләүсе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр УСМАНОВ
– Бала сағыңды йыш иҫкә алаһыңмы?
– Йыш тип, Мостай әйтмешләй, беҙҙе ғүмер буйы оҙатып килә инде ул. Архангел районының ҡыҙғы ауылында үтте бала саҡ. Ерек ағасын толпар итеп, саң-туҙан күтәреп ауыл урамынан тағы бер үт ине ул, ә, Мөнир? Бар донъяны онотоп, бар хәсрәт-мәшәҡәттән азат булып, ә? Беҙ бит ҡара яҙҙан ҡара көҙгәсә урамдан инмәнек. Аяҡ ҡата күрмәне, ер йылыһын тойоп йүгерҙе лә йүгер­ҙе был табандар. Ой, шәп саҡтар. Ул аяҡ-ҡулдар «балалап» бөтә. Ятыр алдынан, өлгөрөп ҡалһалар инде, апайҙар йылы, наҙлы ҡулдары менән йыуып майлаһа, ул ҡайышҡа әйләнгән табандар бала тәпәйҙәренә оҡшап ҡуя әле (рәхәтләнеп көлә).
Инйәр йылғаһы ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта ята. Ағайҙар велосипед менән бара, беҙ улар артынан сабабыҙ. Иң мөһиме – уларҙан тороп ҡалмаҫҡа. О, ауылдан ситкә ағайҙар менән бергә барыу ул – ышыҡ та, бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел кеүек. Һәм ғүмер ҙә шулай үтәлер инде, ағайҙар­ҙан артта ҡалырға ярамай.
ҡайтҡан ваҡытта... ярты юлға етәһең дә, эҫе бит, яңынан йылғаға табан сабаһың. Муйыл, бөрлөгән дә ауыҙ итеп өлгөрәһең, балыҡ тотоп, уны талғын ғына утта өтөп ашайһың. Көн шулай үтә. Хикмәтле инде ул бала саҡ.
1974 йылда Тирәкле мәктәбенә күстек. Әсәйемдең тыуған ауылы. Атай-әсәй нигеҙен бөгөн дә һыуытмай, ҡайтып торабыҙ. Изге күңелле кешеләре менән ҡәҙерле был ауыл. Алты бала буй еткерҙек. Шуныһы ҡыҙғаныс, барыбыҙ ҙа иҫән түгел хәҙер. Иҫән­дәребеҙ үҙ-ара аралашып йәшәйбеҙ.
– Театр, сәнғәт донъяһы һинең тормошоңа нисек килеп инде?
– Мөғжизәгә ышаныу, илаһилыҡ донъя­­һы булыптыр. ҡыҙғыла радио ғына була торғайны. Шу­нан мөкиббән китеп әкиәт тыңлай инек. Атаҡлы Мә­ғәфүр ағай Хис­мәтуллиндың хәләл ефете Сөйөмбикә әбей бигерәк килештереп һөйләй. Ошоғаса минең өсөн унан да йәнлерәк, балаларҙы әкиәт иленә әйҙәп, әүрәтеп алып китерҙәй һөйләүсе юҡ. Әйткәндәй, минең исемемә үк сәнғәт һалынған.
– Нисек? Мәғәфүр сәнғәт һүҙен аңлатмай, буғай.
– Эйе, Мәғәфүр һүҙе ғәрәпсәнән кисерелгән, ғәфү ителгән тигәнде аңлата. Атайым мәрхүм Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырлауын үҙ иткән, уның талантын ҡәҙерләгәндер ҙә, кинйә улына уның исемен ҡушҡан. Йырсы исеме миндә.
– Йырсы булһын, тип тә юрағандыр ҙа.
– Юрағандарҙыр. Сөнки әсәйем яғы йыр-моңға бик әүәҫ нәҫел. Мин йырсы булып китә яҙҙым да... Уныһы һуңғараҡ.
Шунан һуң радиопостановкалар тыңлау. Мәҙәк ерендә көләһең, ҡыҙғаныс ерендә илайһың – был да бер донъя. Әле уйлайым да, шул тапшырыуҙар тыңлаусы күңеленә күпме зауыҡ биргән, телгә күпме һөйөү уятҡан. Ул саҡта артистарҙың телмәре лә таҙа, һөйләгәндәре лә бик-бик әҙәпле ине. Ә инде артистар килһә, ауылда оло байрам. Һәр кем һандыҡ төбөндә генә һаҡлаған, йылына бер-ике тапҡыр ғына кейергә форсат тапҡан затлы күлдәк-костюмдарында клубҡа ашыға. Сәнғәткә, йырсыларға оло ихтирамын да шулай күрһәткән яҡташтарым. Йыр-моң икән, тимәк, байрамса булырға тейеш. Был йәһәттән бәхетебеҙ булғандыр – яҡташыбыҙ Фәтих Иҡсанов йыш алып ҡайта ине артис­тарҙы.
Ә телевизор? Ул бары мәрхүм Һибәт ағайҙарҙа ғына. Электр уты юҡ әле, уныһы ниндәйҙер двигатель-ҡоролма менән эшләтелә ине. Кис етеү менән бар ауыл телевизорлы өйгә йыйыла. Кешеләрҙең ихлас, киң күңеллелеген әйт – ҡыуған кеше юҡ. Иҙәнгә теҙелеп ултырабыҙ ҙа ҡарайбыҙ. Шул тиклем күп йыйылабыҙҙыр инде, ҡайтырға сыҡҡанда аяҡ кейемдәре алышынып бөтә торғайны. Иртәгә­һенә ауыл буйлап ҡатаңды эҙләйһең (көлә). «Три танкиста и собака» фильмын яратып ҡарағанды иҫләйем...
– Тимәк, бала саҡтан сәнғәт юлынан китереңде белә инең?
– Белә инем. Ул саҡтағы ауыл, мәктәп тормошонда Мәғәфүр абзыңдың сығыштарын иҫләүселәр барҙыр әле (көлә). Бейеүсе булырға ине минең иҫәп.
– Был бәһлеүән кәүҙәңә ҡарап, нисектер бейеүсене күҙ алдыма килтерә алмайым.
– Улай тимә, һомғол, осоп йөрөр саҡтар ҙа бар ине. Мөкиббән бирелгәйнем мин был сәнғәт төрөнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына ошо йүнәлеш буйынса уҡырға инергә килдем. Ике турҙы уңышлы үттем. Өсөнсөһөндә әллә аяҡтарымдың кәкре икәнен күреп ҡалдылармы... шаяртам, үтмәнем инде, Хоҙай, был һинең юлың түгел, Мәғәфүр, тип аралағандыр, күрәһең. ҡайтып, урта мәктәпте тамамлап, тағы килдем. Тик был юлы ҡурай класына. Баһауетдинов Ихсан бабайым ҡурайҙа бик оҫта уйнай ине. Уның өйөнә барып бер нисә көй өйрәнгәйнем. Ғата ағай Сөләймәнов тәүҙә уйнатып, шунан йырлатып ҡараны ла, йыр бүлеге етәксеһе Рәйсә апай Әхмәҙиеваға алып китте. Тағы йырлатып ҡаранылар. Шунан Ғата ағай: «Һинең, егет, тауышың бар, йырға өйрән. Ә буш ваҡытыңда ҡурайға ла килерһең», – тип кәңәш итте. Һәм шул юлдан киттем дә инде.
– Тимәк, һин – йырсы...
– ...булырға тейеш инем дә, тик яҙмыш тигәнең башҡа юлдан алып китте. Йыр бүлегендә ихлас уҡыным, Баймаҡ егеттәре менән аралашып, ҡурай серҙәренә лә ярайһы уҡ төшөндөм. Бөгөн дә был изге ҡоралым ҡулымдан төшмәй, һәйбәт, ышаныслы, моңло дуҫыма, юлдашыма әйләнде ул.
Өсөнсө курста атаҡлы режиссер Рифҡәт Исрафиловтың училищела театр сәнғәте буйынса әҙерлек курсы асыуын ишеткәс, унда ла йөрөй башланым.
– Йыр бүлегендә лә уҡыйһың инде?
– Әлбиттә, төп уҡыу унда. Йәш саҡта нисектер тормоштан күберәк алып ҡалырға, ҡайҙа ла өлгөрөргә тырышаһың бит. Педагогҡа театр буйынса йөрөгәнде әйтмәйем, ҡайҙа, уҡыуҙан ҡыуылаһыңмы ни? Был әҙерлек курсында эш бирәләр, шуны әҙерләп киләһең, ай һайын этюдтар күрһәтәһең. Май айында уңышлыраҡтарын тамашасыларға ла күрһәттек әле. Ни­сектер театр донъя­һы ла оҡшай башланы бит. Шул йылда сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инеп киттем.
Өсөнсө курсты тамамлағас, педагогыма, театр йүнәлеше буйынса китергә булдым, тинем. Рәй­сә Рәхимовна тәүҙә аптырап китте, шунан уйлап торҙо ла:
– Фатихамды бирәм, күңелең һорағанға кәртә була алмайым, – тине. Зирәк кеше ине мәрхүмә.
Театр факультетында ла уҡытыу­сыларымдан уңдым, Гөлли Мөбәрәкова, Олег Ханов, Тамара Хоҙайбирҙина, Суфия Күсимова, Александр Дыбо һәм башҡаларҙы рәхмәт әйтеп иҫкә алам. 1987 йылда институтты тамамлағас, Сибай театрына ебәрҙеләр. Ике йыл унда эшләнем. Шул ике йылда мине ундағы актерҙар, һөнәрем серҙәре менән бергә, шул тиклем үҙ телебеҙҙә, әҙәби камил телдә һөйләргә өйрәтте. Күрәһең, диалект һүҙҙәрен йыш ҡулланғанмындыр инде. Рәх­мәтлемен сибайҙарға. Атаҡлы режиссер Ғабдулла Ғиләжев идеяһы менән Өфөлә Йәштәр театры асыл­ғас, бында килдем. Театрҙың тәүге художество етәксеһе Олег Ханов, үҙ янына йәштәрҙе йыйып, был сәнғәт усағын гөрләтеп эшләтеп ебәрҙе. Ике тиҫтәнән ашыу йыллыҡ ижад ғүмеремдә илленән ашыу образды башҡарырға яҙҙы. Һандар теле менән әйтһәң, барыһы ла ябай – бер һөйләмгә генә һыйырлыҡ, ә инде һәр геройҙың «тиреһенә инеп» ниндәй кисерештәр кисергәнде һөйләһәң, китап яҙырлыҡ.
– Остаздарыңды һанап үттең. Улар, әйтәйек, Гөлли апай, Олег ағай һинең эшең менән ҡәнәғәтме?
– ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк осрашабыҙ. Элек театр фестивалдәре йыш үтте. «Туғанлыҡ», «Театр яҙы», «ҡолонсаҡ» һәм башҡалары – актер­ҙар үҫеше өсөн дә, үҙ-ара аралашыу өсөн дә бик һәйбәт сара ине. Бөгөн был фестивалдәрҙең туҡтап ҡалыуы хәүефкә лә һалып ҡуя, театр сәнғәтенә иғтибарҙың кәмеүе хаҡында һөйләй, минеңсә. Шул сараларҙа остаздар ҙа, коллегалар ҙа бер-беребеҙҙең эшкә баһа биреп, тәжрибә уртаҡлашып, мәж килә инек. Ә хәҙер һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай тигәндәй, театрынан сығып китә алмай. Осрашыу мөмкинлеге тыуғанда, әлбиттә, хәлдәрҙе белешеп, эштәребеҙ менән ҡыҙыҡһынмай ҡалмайбыҙ. Ниндәй генә оҫта һәм өлкән, тәжрибәле булма, кеше һәр саҡ ата-әсәһенең йылы ҡарашына, остазының хуплау йә тәнҡит һүҙенә мохтаж.
Тәнҡит тигәндән, ул бөтөнләй бөттө. Үҫеш һәм алмаш тураһында уйлағанда, сәнғәт кешеләре бөгөн шул тиклем тәнҡитселәргә мохтаж. Йүнәлештәрҙе, ҡиблаларҙы юғалтҡан саҡтар ҙа була, бөгөнгө үҙгәрештәр заманында бигерәк тә. Шул ваҡыт тәнҡитселәр заман менән бәхәскә инергә, театр эшмәкәрҙәрен дә бәхәскә саҡырып, йүнәлеш табырҙай офоҡто күрһәтергә тейеш кеүек күрәм. Үҫәбеҙ тиһәк, тәнҡиттән баш тартырға ярамай.
– Бала саҡтағы театр хаҡындағы илаһи тәьҫораттарың менән театр хаҡындағы бөгөнгө уйҙарың тап киләме? Әллә хәҙер эш тип кенә ҡарайһыңмы?
– Бала саҡта ул, театр – хыял, буй етмәгән хыял... (Уйлана). ҡыҙғы эргәһендә Маймыҡ тигән тау бар ине. Эйе, әле лә бар. Их, шул тауға йүгереп менһәң ине, тип уйлай торғайным сабый саҡта. Ваҡыт үтә, артылдым мин ул тауҙы. Артылдым да хайран ҡалдым, Маймыҡтың артында унан да бейегерәк тауҙар бар икән дәһә. Театр – миңә ана шул тауҙар кеүек һаман да асылмаҫ сер, һаман да артылаһы яңы үрҙәр ул. Уның осона мәңге етеп булмайҙыр ҙа...
Спектаклдән сығып, гримеркама килеп ултырғас, күңелемде һәр саҡ бушлыҡ биләй. Мәғәнәле бушлыҡ ул. Нисек уйнаным, тамашасым йөрәгенә барып етә алдыммы, тигән генә уйҙарҙан ғына хасил түгел ул тулы бушлыҡ, ә шул уйнаған геройымды сәхнәлә етем итеп, етлекмәгән килеш ҡалдырып китеү ҡурҡынысымы?.. Белмәйем. Бәләкәй генә персонажды ла тулы һәм асыҡ килеш кәүҙәләндерергә ынтылыу йөгө шулай быуынға төшәме – аңламаҫһың. Әйҙә шулай мәңгелек сер булып ҡалһын әле театр. Ул саҡта сәхнәгә сыҡҡы килеп торасаҡ бит. Шулаймы, Мөнир?
– Сер тота бит инде донъяны былай ҙа. Уйнаған ролдәреңдең ҡайһыһы Мәғәфүрҙең эске донъяһына яҡын?
– Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә Мәхмүт Юлбирҙин тегенсе лә, райком секретары ла һәм бер үк ваҡытта тормошта ябай кеше лә. Ул минең күңелемә яҡын, шуға уйнауы еңел дә булды. Ә бына Вампиловтың «Өлкән ул»ында Сарафанов күңелемде бала йәнле булыуы менән арбай. Ул үҙе музыкант, төрлө ауырлыҡтар күрһә лә, кәмһетелеүҙәргә барһа ла, балаларын һәр саҡ ҡурсып йәшәй. Ул эскер­һеҙ, шуға кешеләргә ышана. Хатта алдаҡҡа ла ышана. Быларҙы барыһы ла минең холҡома тура килә, тип улайым. Мин дә тормошто яратам, ябаймын. Унан һуң үҙемдекенән бигерәк, башҡаның бәхете менән нығыраҡ бәхетлемен шикелле (көлә). Һәм, ғөмүмән, донъя мәшәҡәтенән, ығы-зығыһынан әҙ генә булһа ла бейегерәк, өҫтөн булайыҡ. Геройҙарым исеменән дә, үҙемдән дә шулай тип өндәшкем килә һеҙгә

Мөнир ҡУНАФИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»