RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бер бөтөн булып йәшәргә Мин етегә кителәм...”

09.03.2012 «Бер бөтөн булып йәшәргә Мин етегә кителәм...”

«Бер бөтөн булып йәшәргә Мин етегә кителәм...”
«Йәшлек» ҡунағы – билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ ҡОТОЕВА.
– Гөлназ, ҡыҙыл буйындағы бала саҡтағы ҡыҙсыҡты һағынаһыңмы?
– Һағынғанғалыр, йыш-йыш шиғырҙарымда бала саҡҡа əйлəнеп ҡайтам. Ул ваҡытта əһəмиəт биреп еткермəгəн хəл-ваҡиғаларҙы, кешелəр менəн мөнəсəбəттəремде ҡайтанан баһалайым, бөгөнгө көн күҙлегенəн улар яҡтыраҡ та, яҡшыраҡ та күренеп ҡуя. Ғəмһеҙ саҡ, юҡтан ғына бəхетле була белгəн саҡ. Тынғыһыҙ саҡ, юҡҡа-барға ҡайғырып үҙемде үртəгəн саҡ.
Донъя миңә түп-түңәрәк кенә, –
Йылы миңә әсәм ҡосағында.
Өләсәйем – әсәм арауығын
Күбәләктәй генә осамын да –
Йылы миңә әсәм ҡосағында.

Ел-дауылдан,
Буран-рашҡыларҙан
Әсәм ҡуйынына боҫамын да,
Шундай рәхәт,
Инде шундай рәхәт –
Йылы миңә донъя ҡосағында.
Өләсәйем ҡыҙы!
Уға оҡшап,
Күрегеҙ, күр,
Ниндәй оҫтамын да.
Баһа ҡуйып, һоҡланыусы барҙа,
Йылы миңә донъя ҡосағында.
Таш атҡанға, ғәрлегемдән илап,
Яуап бирер өсөн тоҫҡаным да, –
Иҫкә төштө һинең һүҙең, әсәй,
ҡайырылдым кире.
Боҫманым да.
Йылы миңә донъя ҡосағында.
Сәмле ҡатын!
Өләсәмә шулай
Өндәшерҙәр ине йәше-ҡарты.
Күҙҙәремде йомғас арып-талып,
Шул,
Шул ҡараш миңә һынап баҡты.
Тыумышымдан һалынғандыр ул
сәм,
Донъя ҡосағында миңә йылы.
Юҡһыныуҙан әсәм-өләсәмде
Илай-һыҡтай ҙаһа күңел ҡылы...
Яҡты донъянан йəшлəй генə киткəн əсəйемде, өлəсəйҙəремде һағынам, уларҙың күңел йылыһы, яҡты ҡараштары етмəй китə ҡайһы ваҡыт.
42 генə йəшендə йөрəк сиренəн ҡапыл вафат булған əсəйемдең бөтмөр, уңған булыуы уның шулай ҡабаланып йəшəргə тырышыуы инеме, əллə үҙ-үҙен яндырыуымы – һаман аңлап етə алмайым. «Сəкинə килен үлеп ҡалған икəн…» – тигəс, кисə генə ошонда йүгереп йөрөй ине лə баһа, елберлəтеп ап-аҡ итеп керҙəрен йыуып элгəйне, тип аптыраш­ҡайны ауылдаштарым. Ике мейес итеп бешергəн икмəге лə етеһен уҡытҡансы үҙен һуңғы юлға оҙатыр­ға килгəндəргə етте.
Əсəйемдең атаһы Сөлəймəндең əсəһе – 1901 йылғы Ғəлимə өлəсəйем беҙҙең менəн йəшəне. Уның рухи тəрбиəһендə, əкиəттəрен тыңлап үҫтек. ҡыҙҙар мəҙрəсəһендə белем алған өлəсəйем аша Хоҙай, ислам дине хаҡында ишеттек, ул һөйлəгəн хəҙистəрҙе тыңларға ярата инек.
Тəүге ейəнсəр булғанғамы, өлəсəй-олатайҙарым, апай-ағайҙарым мине бер мөғжизə кеүек ҡабул итте, бəлки, миңə шулай тойолалыр. Уларҙың йəндəй күреүе, əсəйемдең əсəһе Сания өлəсəйемдең миңə аллы-гөллө итеп күлдəктəр тегеүе, айырыуса ул ваҡытта балаларҙа һирəк күренгəн башҡорт милли кейемен тегеп биреүе һаман да күҙ алдымда, əйткəн һүҙҙəре йөрəккə уйылған. Атайымдың атаһы Әхмәт олатайым мине күреү менән, шаяртып, иркәләп шиғыр сығарып һөйләй башлай торғайны, исемемде һәр ваҡыт иркәләп, үҙенсә үҙгәртеп әйтер булды. Әсәйемдең атаһы Сөләймән олатайым да бер тигән оҫта, мейессе, үҙенең һуңғы һандығы ла минең өсөн тәғәйенләнгәйне.
Миңә 5 – 6 йәш самаһы булғанда атайымды Украинаға командировкаға ебәрҙеләр. Унан йөрөп ҡайтҡас, ҡыҙымды күрмәйенсә йоҡламайым, тип, күршеләрҙә уйнап ҡунырға ҡалған мине төн уртаһында ҡайтарып алыуы, әсәйемдең, атайың һиңә сәсеңә үрергә тип ҡарҙан да аҡ таҫма алып ҡайтҡан, тип әүрәтеп алып ҡайтып барыуы, аръяҡҡа Сәкинә өләсәйемдәргә мунсаға йөрөүебеҙ хәтирәләре мәңге онотолмаҫ.
Тəбиғəткə яҡынлыҡ һағындыра. ҡыҙыл ярында ғына йəшəгəс, йəйҙəрен уянғас та ялан аяҡ ысыҡ кисеп битемде йыуырға йылғаға йүгерə инем, уны тере йəн итеп күҙ алдыма килтереүем дə шунандыр. Беҙҙең яҡтағы һəр тау-таш, урман, үҙəн тарих һаҡлай, элек уның риүəйəт-легендаһын белгəндəр, быуындан-быуынға тапшыра килгəндəр, мин дə ул тарихтарҙы тыңлап үҫтем, тыуған ауылыма ҡайтҡанда ул ваҡиғалар тере булып күҙ алдыма баҫа.
Көн дə ҡоштар йыры менəн уянған, сыйырсыҡтарҙың парлашып ояларына ҡыуанып осҡанын күҙəткəн, урманда бер хəсрəтһеҙ емеш-елəк йыйған ваҡыттарымды һағынам.

– Ул ҡыҙсыҡ шиғри тулҡындарҙа ҡасан йөҙə башланы? Шатлыҡ йылғаларын кискəсме, əллə хəсрəт даръяларын йөҙөп сыҡҡасмы?
– Тəүге шиғырым яҙ етеү, тəбиғəт уяныу, йылғаның боҙҙан əрселеүе ҡыуанысынан яҙылғайны. Ошо һөйөнөстө башҡалар менəн уртаҡлашыр­ға телəү ҡулыма ҡəлəм тотторғандыр. Беҙҙең Ишҡол урта мəктəбендə «Бөрөлəр» тип аталған йəш ижадсылар түңəрəге эшлəне. Уны Зөһрə апай Кашапова башлап ебəргəйне, аҙаҡ уның һеңлеһе Мөнирə Əғлəм ҡыҙы дауам итте. Уларҙың ҡулына барып элəккəс, ижади тəрбиə алдым, «Башҡортостан пионеры» – хəҙерге «Йəншишмə» гəзите, «Пионер» – хəҙерге «Аманат» журналдарына яҙыша башланым.
Тəүге хистəр, күңелемде яндырып алған тәүге мөхəббəт кисерештәре миңə ижад ҡапҡаларын асҡандыр. Тəүге китабым БДУ-ның 1-се курсын тамамлағанда уҡ әҙер ине, 1992 йылдың 1 апрелендə йəш ижадсы­лар­ҙың республика конференцияһында ул тикшерелеп, ыңғай баһа алды. Əммə уны шунда уҡ нəшриəткə алып барырға ашыҡманым. Тағы ла ике йыл эшлəп, яңыларын өҫтəп, бушағыраҡ тип һанағандарымды алып, өсөнсө йылға ғына алып барҙым. «Сəскə булып атайым» тип аталған тəүге шиғри йыйынтығым мин 4-се курсты тамамлағанда донъя күрҙе.
Яҙмыш һынауҙары, юғалтыуҙар, хəсрəт-ҡайғылар мине сыҙам, ҡайһы бер осраҡтарҙа тəүəккəл булырға, тормошто тəрəнерəк аңларға өйрəтте. Үҙемдең əсə булыуым ҡатын-ҡыҙ бəхетен бар тулылығында татытты, əсəйемде, бер аҙҙан бер туған ҡустымды юғалтыу хəсрəте донъя­ның фанилығы, кеше ғүмеренең ни хəтлем ҡыҫҡа һəм аяныслы булыуы хаҡында уйлатып тетрəндертте.
– Мөхəббəт тигəн илдең серҙəренə төшөнөп бөттөмө икəн шағирə күңеле?
– Мөхəббəттəн яралғанбыҙ, мөхəббəт беҙҙе йəшəтə: кемдер уны өмөтлəнеп көтə, эҙлəй, кемдер уның өсөн көрəшə – уйлап ҡараһаң, унһыҙ тормоштоң мəғəнəһе лə юҡ. Ике енес араһындағы мөнəсəбəт кенə түгел, мөхəббəт – ул тормошто, кешелəрҙе, балаңды, йəшəгəн ереңде, илеңде һəм үҙеңде яратыу. Ə яратыу ул тəбиғəттəн һалынған һəлəт кенə түгел, яратырға мəңге өйрəнергə кəрəк, күңелдə булған мөхəббəтте йəшəйешең, булмышың, эшең менəн иҫбатларға… Ул кешене сүкей, йүгертə, маҡсаттар ҡуйҙырта – ҡанат ҡуя. Мөхəббəт – бик һирəктəр иңенə ҡуна торған бəхет ҡошо, бик һирəктəр өлөшөнə яҙа, тигəн менəн дə килешəм. Уны өркөтмəй, үҙеңə эйəлəштерə белергə лə кəрəк бит əле. Тоғролар, тəүəккəлдəр өлөшө ул.

– Иренəн һөйөлөп, иленəн һөйөнөп йəшəр өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙы бөгөн нишлəргə тейеш?
– Үҙе булып, ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға, үҙенең урынын, баһаһын белеп йəшəргə тейеш. Бер ҡасан да рəхəт булмаған. Əле лə ҡыйын. Сөнки бик һирəк ҡатындар хəҙер бала, ир ҡарап өйҙə ултыра, ауыр, яуаплы эшкə егелгəн улар, сүп түгергə сыҡҡанда ла ҡатын-ҡыҙҙың өҫ-башы таҙа, ҡаралған булырға тейеш. Бəхет өсөн беҙгə күп тə кəрəкмəй ул: эргəңдəге яҡының һинең матурлығыңды, тырышлығыңды, хистəреңде баһалай белгəндə, саҡ ҡына иғтибарҙан да ирейбеҙ, ҡанатланып китəбеҙ. Үҙенең күңелен һаҡларға, юҡ-барҙан ҡыйралмаҫҡа, бөтөн булырға ынтылырға тейеш ул. Бер шиғырымда Етегәнгә өндәшеп әйткәнсә, бөтөн булырға беҙгә нимә ҡамасаулай һуң?
Етегән!
Ете бөртөккәй,
Ярыламын етегә.
Бөп-бөтөн булып йәшәргә
Нимә етмәй кешегә?
Етегә ярылғанымда,
Етемһерәй күңелем.
Ниңә һуң мин уның өсөн
Тик бер бөртөк түгелмен?

Ниңә беҙ бөтөн түгелбеҙ,
Бөтәймәй күңел ниңә?!
Етегән,
Ете бөртөккәй,
Әйтсе, өндәшәм һиңә?!

Һинән бөтөнлөк эҙләүем
Сәйерҙер шул, Етегән!!!
Һинең дә сүмесеңдең
Бер яҡ сите кителгән...

Етегән!
Ете бөртөккәй
Ете ятҡа емелдәй...
Бөтөнлөк юҡ, тип уйлаһаң,
Йәшәү ҙә бит еңелдәй...

Бөтөнлөкә ынтылыуым
Һинәндер ул,
Етегән!
Бер бөтөн булып йәшәргә
Мин етегә кителәм...
– Иреңдең күңелен шиғыр менəн күреүе еңелерəкме, əллə тəмле аш менəнме?
– Шиғыр ҙа яҙылмай, аш та тəмле булмай, əгəр ҙə минең күңелемдə бөтөнлөк булмаһа. Тормош көткəндə лə илһам кəрəк. Күңел һалып бешергəн аш ҡына тəмле була, шиғыр ҙа шунһыҙ һүҙҙəр теҙмəһенə əйлəнə.
ҡатын-ҡыҙ аш-һыуға оҫта ул. Бешергəнен тəмле, йəмле итеп биҙəп өҫтəлгə ҡуя белеүе, ғаилə ағзаларын тəмле итеп ашатыуҙы ғына түгел, ə уларҙың ваҡытында, сифатлы һəм хəлəл ризыҡ менəн туҡланыуын да уйларға тейеш. Шиғыр – күңел емеше. Ас кешелә шиғыр ҡайғыһы юҡ. Ваҡытында ашарға бешмәһә, өй йыйыштырылмаһа, шиғыр һөйләп ултырған ҡатынды кем аңлаһын, ҡабул итһен?! Шулай уҡ барыһын да етештереп, күңеле буш, мәрхәмәтһеҙ, мөхәббәтһеҙ, хисһеҙ, шиғырһыҙ ҡатын да таш ҡурсаҡ кеүек. Уның янында йылылыҡ тойоп булмай. Мәңге нимәгәлер борсолоп, йөҙө йәмрәйеп йөрөгәндең дә ашы тәмле тойолмай…
– Нишлəп ҡатын-ҡыҙ: «һин мине яратаһыңмы?» – тип, ирҙəр менəн сағыштырғанда, йышыраҡ һорай икəн?
– Ир кеше, бер тапҡыр əйттем бит инде, əгəр яратмаһам, уның менəн булыр инемме, уны кәләш итеп алыр инемме, тип уйлай. Аҡылы уға шулай ти. Ə ҡатын-ҡыҙға эмоциональ яҡынлыҡты, йылылыҡты тойоу мөһимерəк. ҡатын иренең күңелендəге һəр хəрəкəтте һиҙə, «интуиция» тип атала ул. Гүзәл заттың был һəлəте борон-борондан ирҙәрҙе шаҡ ҡатырған, ғаилə усағын һаҡлаусы башҡаса була ла алмай. Сөнки уға балаларының үҙҙəрен тотошонан уҡ асығыуын, ауырыуын, депрессияға бирелеүен, агрессияһын аңлап, шундуҡ сараһын күрергə кəрəк. Ə ирҙəр тəбиғəттəре менəн һунарсы, аулаусы. Ирҙəр азатлыҡ ярата: өйҙəн сығыу менəн улар үҙҙəренең өйлəнгəн булыуын «онота». Пенсильвания штаты университеты профессоры, нейропсихолог Рубен Гур ҡатындың һəм ирҙең ял ваҡытындағы мейеһен сканерлап ҡарай. Баҡтиһəң, бындай ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙың мейеһе 10 процентҡа ғына ойой, ə ирҙəрҙеке 70 процентҡа əүҙемлеген юғалта. ҡатын-ҡыҙ балаһының кем менəн дуҫлашыуын, өмөт-хыялдарын, уның нимəнəн ҡурҡыуын иренə ҡарағанда яҡшыраҡ белə.

– Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар йыйыл­һағыҙ, үҙ-ара нимə тураһында йышыраҡ һүҙ алып бараһығыҙ?
– Ирҙəрҙе, ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда күберəк һөйлəшə, тиҙəр. Ə шулай ҙа, ҡыҙыҡһыныуҙарға ҡарап, төрлө өлкəлəр – өйҙəге ремонт, мебелдəн башлап, балалар тəрбиəлəү, ир менəн мөнəсəбəт ҡороу, ҡайҙан ниндəй кейем алыу, мода, һаулыҡ (ябығыу, һимереү, кəүҙə зифалығын, бит тиреһен ҡарау), дин, автомобилдəр, əҙəбиəт, сəйəсəт, сəйəхəт темалары тирəһендə ҡорола əңгəмə башлыса. Әммә һәр береһе менән ошолар хаҡында һөйләшеп була, тигән һүҙ түгел был. Һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуы төрлө өлкәлә өйрөлә бит. Берәү яҡшы хужабикә, әммә сәйәсәт уны бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, уға был хаҡта уйлап баш ҡатырырға кәрәкмәй ҙә. Икенсе берәү тик сәйәсәт хаҡында ғына һөйләргә мөмкин. Шуға ла кемгә ниндәй ҡырың менән тап киләһең бит. ҡайһы тема менән ҡасан ҡыҙыҡһыныуы кешенең күңел халәтенә, өлгөргәнлегенә лә бәйләнгән.

– Нишлəп ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙəр «эйе» тип яуаплаһа, ышанмай икəн? «Юҡ» тиһəң, ышана?
– Алан менəн Барбара Пиздың «Нишлəп ирҙəр алдай, ə ҡатындар илай?» тигəн китабын ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡҡайным. Баҡтиһəң, күҙгə күҙ ҡарап аралашҡанда мəғлүмəттең 7 – 10 процентын – һүҙҙəр, 60 – 80 процентын – һүҙһеҙ сигналдар, 20 – 30 процентын тон ярҙамында алабыҙ икəн. ҡатын-ҡыҙҙың зирəклеге мəғлүмəтте йəһəт кенə эшкəртеп, анализ яһарға, ə уларҙың мейеһенең ярымшарҙарының бер-береһе менəн мəғлүмəтте тиҙ алмаша алыу һəлəтлеге, һүҙ, күҙ һəм башҡа сигналдарҙы сағыштырып, «тағата» алыу мөмкинлеген бирə, имеш. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙы күҙмə-күҙ ҡарап алдауы бик ҡыйын. Гүзəл заттан нимəнелер йəшереп ҡалдырырға уйлаһаң, уға бындай мəғлүмəтте йə телефон аша, йə ҡараңғыла, башың аша юрғаныңды бөркəнеп əйтəһең инде, Мөнир.

– ҡатын-ҡыҙҙың машина йөрөтөүе, салбар кейеүе, тəмəке тартыуы – ғəҙəти күренеш… Гүзәл заттың асылы нимəлə? Шул турала уйлан­ғанда, беҙ белгəн ҡатын-ҡыҙҙың асылы үҙгəреш кисерəме, юғала барамы?
– Хоҙай ҡатынды ирҙең ҡабыр­ғаһынан, уға иптəш һəм ҡайғыртыу­сы булһын өсөн яралтҡан. Бер хəҙис тə бар хатта, Хоҙай үҙе өлгөрмəгəс, əсəне яралтҡан икəн, тиелə унда. Ир кешенең нəҫелен дауам итеп, белгəндəрен вариҫтарына тапшырыу ҙа ҡатын-ҡыҙҙың тəбиғəтенə һалынған. Әммә бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙы, һин өйҙә генә ултыр, тип бикләп ҡуйып булмай. Заман үҙгәрә. Күп эште ҡатын-ҡыҙ өсөн автомат башҡара. ҡулында эш кәмей ҡатын-ҡыҙҙың. ҡыҙыҡ­һыныусан, уңған булыуы уны үҙен яңы өлкәләрҙә һынап ҡарауға этәрә. Күптәр, модаға эйәреп, үҙе хаҡында, үҙенең һәм ҡалдырасаҡ нәҫеле хаҡында ҡайғыртырға онота. Шуға ла хисле, нескә күңелле, ҡыҙыҡһыныусан гүзәл затҡа эргәһендә үҙен көсһөҙлөгө менән көслө итеп тойорға мәжбүр иткән көслө рухлы терәк, ир кеше кәрәк. Ул саҡта ҡатын-ҡыҙ гүзәл дә, сибәр ҙә, һөйкөмлө лә, уңған да… һеҙ теләгәнсә, көсһөҙ ҙә буласаҡ. Һәм ул шулай булырға теләй ҙә.

Мөнир ҡУНАФИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»