RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Наркомания ауынан сығып буламы?

02.03.2012 Наркомания ауынан сығып буламы?

Наркомания ауынан сығып буламы?
Былтыр БР буйынса Наркотик­тарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү идаралығы ошо өлкәлә 1772 енәйәт осрағын асыҡлаған, 112 наркопритон юҡ ителгән. Законһыҙ әйләнештән 288 кг наркотик һәм психотроп матдә тартып алынған. Һуңғы йылдарҙа, шөкөр, республикаға кокаин, героин, әфиүн, гашиш кеүек ағыуҙар әҙерәк үтеп инә. Закон һаҡсылары каналдарҙы тикшереп, енәйәтселәрҙе туҡтатып тора. Әммә хәҙер “ҡара баҙар”ҙы синтетик наркотиктар яулай башланы. Бигерәк тә дезоморфин ҡулланыусылар арта. Бөгөнгә уларҙың һаны дүрт меңдән аша (сағыштырыу өсөн: 2005 йылда утыҙ кеше булған).
Наркоман үҙен генә юҡ итеп ҡалмай, ғаиләһенең, яҡындарының тормошон да тамуҡҡа әйләндерә. Энәгә ултырыуы еңел, ә был ҡуласанан сығып буламы? Ошо һорауға яуап эҙләп, БР буйынса Нар­котиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәр­ҙәре менән Иглин районындағы реабилитация үҙәктәренә юл тоттоҡ.

Айыҡ тормошҡа тәүге аҙым

Аҡбирҙе ауылына килеп ингәс, береһе икенсеһенән күркәм мөһабәт йорттарға ҡарап, бер килке һоҡланып торҙоҡ. «Донъяның артына тибеп йәшәй белә ҡайһы берәүҙәр», – тигән уй йүгереп үтте баштан. Шунан ике ҡатлы йорт алдында туҡталдыҡ. Ыҫпай кейенгән утыҙ биш йәштәр самаһындағы ир ҡаршы алды. Ул үҙен, Тимур, тип таныштырҙы. Бында «Айыҡ тормош өсөн» шәфҡәтлек фонды урынлаш­ҡан икән. Ул ярты йыл элек эшләй башлаған. Тимур үҙе – элекке наркоман. Оҙаҡ ваҡыт энәлә ултыр­ған. Яҡындары уны был бәләнән ҡотҡарыу өсөн дауаханаларға, дәүләт реабилитация үҙәктәренә һалған.
– Был ауырыуҙың ни тиклем зәһәр икәнен һәм унан, ысынлап та, ҡотолор­ға теләүемде аңламайынса туҡтаманым, – тип һүҙ башланы Тимур. – Юлымда изге кешеләр осраны. Улар миңә ныҡ ярҙам итте, наркотиктан ҡотолоу юлын күрһәтте. Хәҙер йәмғиәттә тулыһынса үҙ урынымды таптым. Ғаилә ҡорҙом, балабыҙ бар, бизнесым ярайһы уҡ табыш килтерә. Ошо тамуҡты үткәс, реабилитация үҙәге асырға ҡарар иттем.
Был йортта бөтәһе туғыҙ кеше йәшәй, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороу ҡәтғи тыйылған. Йортто тәртиптә тотоу, ашарға бешереү сират буйынса башҡарыла.
– Ә улар ниндәй һауыҡтырыу курсы үтә? – тип ҡыҙыҡһындыҡ Тимурҙан.
– Һәр кешегә индивидуаль ҡарайбыҙ, фәнни эштәргә таянабыҙ. Наркомания ауынан ҡотолған кешеләр килеп, төрлө әңгәмәләр үткәрә. Уларҙың өлгөһөндә аяҡҡа баҫыуы күпкә еңелерәк. Бер ниндәй ҙә медицина белгестәрен саҡырмайбыҙ. Наркотикһыҙ йәшәүе күпкә ҡыҙыҡлыраҡ икәнлеген аңлағас, 12 аҙымдан торған психологик эш әҙерләргә ҡушабыҙ. Унда реабилитация үтеүсенең маҡсаттары, артабанғы тормошо, холоҡ-фиғеле сағыла, – тине Тимур.
Сирлеләр (эйе, уларҙы шулай тип йөрөтөргә кәрәктер) ике ай дауаланыу курсы үтә, теләк буйынса уны дауам итергә лә мөмкин. Бер курс 35 мең һум тора. Был сығымдар йортто тотоуға (бер айға йортто ҡуртымға алыу хаҡы 50 мең һум тора), аҙыҡ-түлеккә китә. Тимур әйтеүенсә, шулай уҡ изге әҙәмдәр фондҡа матди ярҙам ҡулы һуҙа.
Үҙен Рим тип таныштырған 36 йәшлек ир һүҙгә һаран булманы. Ул Өфө ҡалаһынан. «Героинды тәүге тапҡыр 17 йәшемдә тәмләнем. Шундуҡ уға ултырманым. Ваҡыты-ваҡыты менән, кәйеф асыр өсөн ҡуллана инем. Ғаилә ҡорҙом, һәүетемсә генә йәшәнек. Фатирҙарҙы ремонтлау менән шөғөлләнгән компанияла эшләнем. Тора-бара дозаһыҙ йәшәй алмай башланым. Әсәйем, ҡатыным менән аралар һыуынды, йыш ҡына урлаштым, хатта өйҙәге әйберҙәрҙе һата инем. Етмәһә, ҡалала героинды табыуы ауырлаша башланы, уның сифаты ла насарайҙы. Иртәме-һуңмы дезоморфинға күсеүем көн кеүек асыҡ ине. Шуны ҡуллан­ғандар­ҙың ни рәүешле серегәнен, яфаланғанын белә инем. Ғү­мерем өсөн ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килде. Бына шуға һауығырға булдым. Йәшәгем килә...» – тине ул.
Бындағы шарттар хаҡында ҡыҙыҡһынғас, Рим: «Мине берәү ҙә көсләп тотмай. «Үлгең килһә – ҡалаға сыҡ», – бары шулай тиҙәр. Ә тегендә мине тағы ла шул уҡ «дуҫтар» көтә. Бында дәүләт медицина клиникаларындағы кеүек мөхит юҡ. Һиңә береһе лә ерәнеп ҡарамай. Беҙҙең хәлде тик элекке наркоман ғына аңлай ала. Фәлсәфә һәм медицина терминдары менән маҙаһыҙлаған психолог-табиптарҙан файҙа юҡ», – тип теҙҙе.
Йорт дан ине: ҙур бүлмәләр, заманса дизайн, иркен бассейн, сауна. Стеналарҙы оптимистик рух уятҡан тезистар биҙәй. Аҙғынлыҡ ниндәй сирҙәр килтереүе хаҡында бай материал тупланған. Был кешеләр ошо мөхиттә йән тыныслығы табып, моғайын, аяҡҡа баҫыр. Теләктәре генә булһын.
Тимур менән хушлашҡанда ул: «Изгелек ҡылғандан һуң алған ләззәтте бер нәмә менән дә сағыштырып булмай икән. Яҡшылыҡ эшләгәс, үҙемде шул хәтлем бәхетле итеп тоям. Башҡаларҙың ҡыуанысын күреү – үҙе бер шатлыҡ! Мин тере, кемгәлер кәрәкмен, кешеләр минән йөҙ бормай – ошо тойғоно һатып алып булмай. Күберәк изгелек эшләгеҙ!» – тине.

Иман – күңел дауаһы

Райондың Ауструм ауылында машинаны ҡалдырып, Эҫем йылғаһы буйлап ике саҡрым­ға яҡын ерҙе йәйәү тәпәйләгәс, лагерь кеүегерәк ергә барып еттек. Өрә-өрә беҙҙе ҙур эт ҡаршыланы. Тыштан мөсһөҙ генә күренгән ике ҡатлы өйгә үтәбеҙ. Тәүҙәге хан һарайы алдында был йорт бик фәҡир күренә.
Йөҙҙәрендә – ябайлыҡ, күҙҙәрендә тирә-яҡтағыларға изгелек теләү сағылған әҙәмдәр сәләмләне беҙҙе. Бында христиан-баптистар­ҙың үҙәк евангелие сиркәүҙәре дини ойошмаһының реабилитациялау үҙәге урынлашҡан. Әле ете кеше йәшәй, шуларҙың икәүһе – ҡатын-ҡыҙ. Үҙәк ике йыл эшләй икән. Йәйгеһен христиан балалары өсөн лагерь ойошторола, ә башҡа ваҡытта наркомандар һәм алкоголиктар дауалана. Биләмәлә иҫерткес эсемлек ҡулланыу, тартыу, һүгенеү (наркотик тураһында һүҙ ҙә юҡ) ҡәтғи тыйыла. Был ҡанунды бер нисә тапҡыр боҙған кешене ҡайтарып ебәрәләр.
– Һауығырға теләүселәргә Тәүрат тәғлимәтенә таянып тормош мәғәнәһен табырға ярҙам итәбеҙ, ҡылыҡтары хаҡында уйланыр­ға мөмкинлек бирәбеҙ. Артабан нисек йәшәргә – был хаҡта һәр кем тик үҙе хәл итә. Мин үҙем дә оҙаҡ ваҡыт наркотик ҡулландым. Оло бәхеткә, унан баш тартырға көс таптым. Шуға ла был кешеләрҙең хәлен аңлайым, – тип һөйләне үҙәк етәксеһе Сергей. – Бер кемде лә көсләп тотмайбыҙ. ҡайһы берәүҙәр ике-өс көн йәшәгәс тә бынан китә, ҡайһылары бер нисә айға ҡала. Беҙҙең хаҡта www.narcostop.org сайтында мәғлүмәт табырға мөмкин.
«Ошолай дауалауҙың һөҙөмтәһе бармы?» – тип ҡыҙыҡһындыҡ. «Әгәр ҙә бында булғандарҙы 100 процент тип алһаҡ, шуларҙың ҡап яртыһы бында оҙаҡ тормай – шундуҡ китә, 20 проценты һауыға, тулы ҡанлы тормошҡа ҡайта. Ә теге 30 проценттың йөрәгендә иман ҡалалыр тип ышанам», – ти пастырь Евгений. Әйткәндәй, ул ете йыл наркоман булған. Һуңғы ун ике йылда айыҡ тормош менән йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә ғаиләле булған, дүрт балаһы бар.
Улар иртән торғас та, элекке кеүек, ҡайҙан доза табырға йәки «баш төҙәтергә» тип баш ватмай, ә доға ҡыла. Бында йәшәү, тәүге үҙәктән айырмалы, бөтөнләй бушлай. Улар йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, ҡышҡылыҡҡа запас туплай. Ваҡ-төйәк сығымға сиркәү аҡса бирә.
Дауаланыусылар менән танышабыҙ. Нефтекаманан 29 йәшлек Ольга тиҫтә йылға яҡын наркоман булған. «Бында килгәс миңә: «Туҡта! Тирә-яғыңа ҡара һәм икенсе юлды һайла», – тинеләр. Элек ҡылған эштәрем хаҡында уйлана башланым. Хәҙер ул тормош­ҡа кире ҡайтмаясағымды яҡшы беләм», – ти Ольга.
Татар егете Руслан бында тыныслыҡ тапҡан. «Һинең ниндәй диндән булыуың мөһим түгел – Аллаһ бер. Тик ул ғына беҙҙе яуызлыҡтарҙан һаҡлар. Ошонда эләгеүемә шатмын, үҙемә рухташтар һәм фекерҙәштар таптым», – тине ул.
Бер нисә тиҫтә йыл ғүмерен эскелеккә арнаған Рауил хәҙер бөтөнләй эсмәй (ул Пермь өлкәһенән килгән). Ир ғаиләһен, мал-мөлкәтен юғалт­ҡан. Ошо үҙәктә йәшәргә ҡалған, уға хужалыҡ эштәре йөкмәтелгән.
Ун биш йыл хәмер ҡоло булған Лариса: «Бында эләгеүем – үҙе бер мөғжизә. Иң алда улым дин юлына баҫты, күп тә тормай, уның артынан эйәрҙем. Әле ике ай йәшәү дәүерендә күп нәмәгә күҙем асылды», – тине.
Артур 1998 йылдан бирле «энәлә ултыра». Был алама бәйлелектән ҡотолоу өсөн бихисап клиникала, хатта Новосибирск ҡалаһының реабилитация үҙәгендә булған. Үҙе әйтеүенсә, нәҡ ошонда тулыһынса һауыҡҡан.
Бында ла бер ниндәй ҙә белгестәр йәлеп ителмәй. Бары элекке наркомандар төрлө әңгәмәләр үткәрә. «Психолог-наркологтар менән күп һөйләшелде. Әммә әллә ни фәтүә булманы. Улар күңелдә ниҙәр ятҡанын белмәй. Ә бына шул ҡурҡыныс ҡуласаны үтеүселәр менән аралашыу күп нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирә», – ти Артур.
Әйткәндәй, Өфөлә байтаҡ ваҡыт «Нәсихәт» мосолман реабилитация үҙәге эшләй. Унда ла дин ярҙамында сирлеләрҙең күңелен дауалайҙар. ҡөрьән, доға уҡырға өйрәнәләр, намаҙға баҫалар. Әлеге мәлдә һигеҙ кеше курс үтә. Дүрт айҙан бер йылға тиклем үҙәктә йәшәгәс, күптәре наркотикһыҙ тормошҡа ҡайта.

Мөхәббәт донъяны ҡотҡарыр

Иглин ауылына юл тоттоҡ. Унда «Мөхәббәт» төбәк-ара хәйриә фонды бар. Уға балалары заман афәттәренә бирешкән әсәләр нигеҙ һалған.
Ябай, зауыҡһыҙ, әммә ныҡ нигеҙле ике ҡатлы йорт алдында туҡтаныҡ. Бында иректән мәхрүм ителеү урындарында ултырып сыҡҡан туғыҙ ир-егет йәшәй. Улар – элекке наркомандар һәм эскеселәр.
Төрмәнән яңы сыҡҡан кеше элекке бәйләнештәрен юғалтҡан була. Эшһеҙ, ғаиләһеҙ, маҡсатһыҙ ары-бире һуғылғас, тағы ла енәйәт юлына баҫа. «Мөхәббәт» төбәк-ара хәйриә фонды президенты Ольга Смирнова әйтеүенсә, бында яңынан яратырға, кешеләргә ышанырға, башҡаларҙы аңларға өйрәнәләр. «Емерелгән яҙмышлы, иртәгәһе көнгә өмөтө булмаған ир-егеттәр ике ай эсендә үҙгәрә, маҡсат барлыҡҡа килә. Улар – көслө зат – донъя тотҡаһы, шуны аңлатырға тырышабыҙ», – тине ул.
Бында ла Тәүрат нигеҙҙәрен өйрәнәләр, хеҙмәт терапияһы киң ҡулланыла. Йәшәү – бушлай. Гәзиткә иғлан биреп, Иглин ауылы халҡының төрлө эштәрен башҡаралар. Был үҙәктә йылына 35 – 40 кеше дауалана икән. ҡайһы берҙәр ошонда йәшәргә лә ҡала. «Тегендә (йәғни үҙ аллы тормошта) йәшәүе ҡурҡыта, бында хәүефһеҙерәк», – ти улар.
Ошо туғыҙ ир – «юғалған быуын» вәкилдәре. Малай саҡтарында бөйөк күргән идеологиялары ҙур тормошҡа яңы аяҡ баҫҡанда «дөрөҫ түгел» тип инҡар ителде, хатта бысраҡҡа буятылды (СССР тарҡалыу мәле).
Шул саҡ хыял-ниәттәре буш ҡыуыҡ кеүек шартланы. Улар ҡайҙа баҫыр­ға, артабан нимә эшләргә белмәй, албырғап ҡалған. Шуға ла ошо быуын вәкилдәре араһында тайғаҡ юлға баҫыусылар, үҙҙәрен юғалтыу­сылар күп. Ошо үҙәктә күңелдәрендә ышаныс тойғоһо уяныр, ә тиҙҙән йәмғиәт уларҙы ҡабул итә башлар, тигән өмөт бар.

Яратырға өйрәнәйек

Һуңғы ике үҙәктә булыу шуны асыҡ раҫланы: тик иман ғына кешене төрлө боҙоҡлоҡтарҙан ҡурсалар. Шуға күрә лә йәмғиәтебеҙҙә динде көсәйтергә кәрәк. Дауаланыусы кешеләр әйтеүенсә, уларға бер ниндәй ҙә клиникалар, ҡиммәтле да­рыу­ҙар, квалификациялы табиптар ярҙам итә алмаған. Тик иман, ышаныс ҡөҙрәте ярҙамында наркомания ауынан ҡотола алғандар.
Эйе, донъя менән мөхәббәт идара итә. Күңелендә ҡәрҙәштәренә һөйөү тойғоһон йөрөтмәгән кешенең бер нисә юғары дипломы, юғары дәрәжәһе, орден-миҙалы булыу менән ни файҙа? Яңылыш юлға баҫҡандарҙы яратырға өйрәнәйек. Уларға ярҙам ҡулы һуҙып, аяҡҡа баҫырға ярҙам итһәк, яҡындарыбыҙҙы ла ошо хәүефтән аралаясаҡбыҙ – шуны аңлаһаҡ ине.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»