RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ”Сит илдән килгәнһең икән, законды һанла”

24.02.2012 ”Сит илдән килгәнһең икән, законды һанла”

”Сит илдән килгәнһең икән, законды һанла”
Башҡортостан мигранттар көсөнә мохтажмы? Сит илдән килеүселәргә нисек гражданлыҡ хоҡуғын алыр­ға? Шәхеснамәңде юғалтһаң йәки урлатһаң, нимә эшләргә? Гәзит уҡыусылар­ҙың үтенестәре буйынса ошо һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатында „Йәшлек” гәзитенә „тура бәйләнеш”кә Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, эске эштәр полковнигы Илдан Тәлғәт улы ЙОМАҒОЛОВТЫ ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

Зөһрә Йәһүҙина:
– Әйҙәгеҙ, «тура бәйләнеш»те редакцияға килгән хаттарҙан башлайыҡ. Әбйәлил районынан Гөлдәр исемле ханым (фамилияһын яҙмауҙы һорай), әллә күпме документ йыйып та, Белоруссия гражданы булған иренә һаман да йәшәүгә хоҡуҡ (вид на жительство) ала алмауҙарына борсолоп, мөрәжәғәт итә. Белоруссия граждандарына Рәсәй гражданлығы алыу өсөн ниндәй документтар кәрәк? Теркәүгә ҡуйыу тәртибен аңлатһағыҙ ине, тигән ул.
Илдан ЙОМАҒОЛОВ:
− Гөлдәрҙең хатында иренең ҡасан Рәсәйгә килеүе, үкенескә күрә, күрһәтелмәгән. Рәсәй гражданлығы алыу халыҡ-ара килешеүҙәргә лә ярашлы башҡарыла. Бөгөн бындай документ Рәсәй Федерацияһы менән ҡаҙағстан, Беларусь, ҡырғыҙстан Республикалары араһында төҙөлгән. Үрҙә һанап үтелгән илдәрҙең граждандарына РФ гражданлығын алыу өсөн тәүҙә ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт (разрешение на временное проживание) алырға һәм был документ буйынса шул теркәлеү урынында бер йыл йәшәргә, һуңынан йәшәүгә хоҡуҡ (вид на жительство) алып, халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы ябайлаштырылған тәртиптә Рәсәй гражданлығын алыу тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Бының өсөн түбәндәге шарттар үтәлергә тейеш. Улар − Рәсәйгә даими йәшәүгә күскәндә элекке йәшәгән урыныңдан мотлаҡ теркәлеүҙән төшөү, Рәсәй Федерацияһында тыуыуың йәки унда Рәсәй гражданы булған атай-әсәйең, улың-ҡыҙың, апайың, тормош иптәшең, өләсәй-олатайыңдың булыуы. Шуға ла, Гөлдәр, тормош иптәшегеҙ урындағы федераль миграция хеҙмәте талап иткән документтарҙы йыйып килтер­һен.
− Өфөнән Зилә Вәлиева шылтырата. Һеҙҙең федераль миграция хеҙмәте урындарға йөрөп тә сит ил паспорттары эшләй, тип ишетеп ҡалғайным. Коллективтарға килеп, шундай хеҙмәт төрөн күрһәтмәйһегеҙме? Беҙҙең ойошмала ла сит ил паспортын алырға теләүселәр күп…
Илдан ЙОМАҒОЛОВ:
− Яңы ҡорамалды һынар өсөн Өфөлә ҡайһы бер урындарға сит ил паспорттарын эшләргә йөрөнөк, әлегә был эш туҡталып торҙо. Яңы комплексты һынау маҡсатынан сит ил паспорттарын алырға документтарын биреүгә мөмкинлектәре булмағандар – инвалидтар, алыҫ райондарҙа йәшәгәндәр өсөн эшләнелде ул. Әгәр ҙә ойошма менән күпләп сит ил паспорты алырға теләһәгеҙ, беҙҙең хеҙмәт граждандарҙы ҡабул итмәгән шаршамбы көндө Красин урамындағы 21-се йорттоң 4-се ҡатында урынлашҡан Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына килә алаһығыҙ. Сиратһыҙ ҡабул итәсәкбеҙ.
− Тағы бер һорау. ҡыҙым былтыр, 14 йәш тулғас, паспорт алды. Фотоға бер урында төштө, шәхеснамә өсөн дәүләт пошлинаһын икенсе урында урынлашҡан банкыға барып түләне. Шул тиклем уңайһыҙ. Граждандарҙың мәнфәғәтен уйлап, барыһын да бер урында эшләп булмаймы ни?
− Тәҡдимегеҙ урынлы. Әммә беҙ бит бары дәүләт хеҙмәтен генә башҡарып ултырыусылар, үҙебеҙҙә бер нисек тә фотоға төшөрөү бүлмәһе аса алмайбыҙ.
Граждандарға паспорт юллау еңел булһын, уларға уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында тиҙҙән «Паспорт-виза сервисы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы асыу күҙ уңында тотола.
З. Й.:
− Ике паспорт менән йөрөгән кешеләргә ниндәй яза ҡаралған?
− Бер ниндәй ҙә яза юҡ. Барыбер юғалтҡан тип иҫәпләнгәне беҙҙәге базанан ғәмәлдән сығарыла. Иҫке паспорт менән кредит алып булмаясаҡ, сит кеше лә ала алмаясаҡ. Элек эске эштәр органдарында тәфтишсе, иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлегендә эшләгән кеше булараҡ әйтәм, банкыла яҡшы ғына танышың булмаһа, табылған паспорт менән бер нисек тә кредит алыу мөмкинлеге юҡ.
− Паспортты урамда юғалтыуға, урлатыуға бәйле ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
− Урлатыу буйынса эске эштәр органдарына хәбәр итегеҙ. Улар биргән белешмә менән федераль миграция хеҙмәтенә, яңы паспорт биреүҙе һорап, ғариза яҙырға кәрәк. Юғалтҡан хәлдә, ниндәй шарттарҙа юғалтыуың тураһында федераль миграция хеҙмәтендә ғариза яҙыу шарт.
− Илебеҙ бер нисә тапҡыр паспорт реформаһын үткәрҙе. Шунда ла һаман да иҫке паспорттар менән йөрөүселәр бар ине. Әле лә үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа шәхеснамә алмаған кешеләр осрай…
− Был кешенең үҙ-үҙенә битарафлығы һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Үҙем Өфөнөң Киров районының паспорт-виза хеҙмәтендә эшләгәндә лә һуңғы паспорт реформаһы ваҡытында 50-се йылдарҙағы йәшел паспорттарын алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр булды. Улар араһында инвалидтар ҙа бар ине.
Яңы паспорт биргәндә, бөтә тикшереүҙәрҙе үткәреп, кешенең кем икәнен иҫбат итеп, гражданлығын ҡарап, яңы шәхеснамә бирҙек. Әле лә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа паспорт алмай йөрөүселәр бар икән, уларға суд аша ғына үҙҙәренең кем икәнлектәрен иҫбатларға тура киләсәк.
− Илдан Тәлғәтович, һаумыһығыҙ. Нуриман районының Һатлыҡ ауылынан Гөлсинә Әбүсева борсой. Мин бынан ете йыл элек ҡаҙағстандан Нуриман районында йәшәүсе ата-әсәйемдәргә күсеп ҡайттым. ҡулымда ваҡытлыса ғына танытмам бар. Гражданлыҡ алыу өсөн иҫәптән төшмәгәнмен. Хәҙер миңә кире ҡаҙағстанға барырға ҡушалар. Унда барырға бөтөнләй мөмкинлегем юҡ.
– Урындағы федераль миграция хеҙмәтенә барҙығыҙмы?
Һеҙҙең документтарығыҙҙы ҡарамайынса, телефон аша бер нәмә лә әйтә алмайым.
ҡулығыҙҙа ниндәй документтарығыҙ бар, шулар менән миңә килегеҙ. Шәхсән ҡабул итеп, кәңәш бирермен.
З. Й.:
− Башҡортостан мигранттар көсөнә мохтажмы ул? Беҙгә ҡайһы илдәр­ҙән күберәк киләләр?
− Күп ҡара эште беҙҙең халыҡ эшләмәй, ә ситтән килеүселәр уны башҡарырға әҙер. Аҙ эш хаҡы түләнгән урында бигерәк тә элекке союздаш республикалар халыҡтары күп эшләй, йәшелсәлектә лә күптәр. Өфө – төҙөлөш ҡалаһы. Шуға ла төҙөлөш фирмаларына юғары квалификациялы төҙөүсе төрөктәр күп килде. Дөйөм алғанда, былтыр миграция иҫәбенә 93 мең сит ил гражданы ҡуйылған. Был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 1,3 процентҡа күберәк. Сит ил кешеләренең күпселеге Өфө ҡалаһы, Өфө районы, Туймазы, Иглин, Шишмә райондарында эшләй. Миграция ағымына күҙ һалһаҡ, иң күп кеше Урта Азиянан, айырыуса Үзбәкстандан килә. Уларға етә, Тажикстан, ҡаҙағстан, Әзербайжан, Германия, Төркиә, Вьетнам кешеләренең күпләп килеүе күҙәтелә. 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республика биләмәһендә рәсми рәүештә 27031 сит ил гражданы теркәлгән.
З. Й.:
− Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса хәбәрҙарбыҙ: ситтән килеүселәр йә бер-береһен үлтерә, йә улар кеше талай. Мигранттар араһында енәйәт ҡылыусылар күпме?
И. Й.:
− Үткән йылда сит ил граждандары ҡатнашлығында 287 енәйәт теркәлгән. Был һан, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 22,2 процентҡа кәмерәк. Иң күп енәйәт урлашыу менән бәйле, кеше үлтереүҙә биш кеше ғәйепләнә.
З. Й.:
− Мигранттарҙың беҙҙең республикаға күпләп ағылыуы эпидемиологик хәлгә нисек йоғонто яһай?
И. Й.:
− Араларында асыҡ формалағы туберкулез сирлеләр, ВИЧ-инфекциялылар осрай. Ғәҙәттә, уларҙың сирҙәре эшкә, ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт алған ваҡытта медицина комиссияһы үткәндә асыҡлана. «Роспотреб­надзор» Рәсәй Феде­рация­һында был граждандың йәшәүен сикләү тураһында ҡарар сығара. Йоғошло сирҙәре булғандар­ға ваҡытлыса йәшәүгә, эшләүгә рөхсәт бирелмәй. Улар 15 көн эсендә беҙҙән сығарыла. Патент буйынса эшләүселәр медицина комиссияһы үтмәй.
− Әнфисә Закирова булам. Бер йыл элек Үзбәкстандан ғаиләбеҙ менән ҡариҙел районына күсеп ҡайттыҡ. Унда йәшәүсе атайымдың йортонда теркәлгәнбеҙ. Әммә Өфөлә патент менән эшләйбеҙ. Үзбәк­стандағы фатирыбыҙҙы һатманыҡ. Бында йәшәүгә хоҡуҡ (вид на жительство) алһам, Үзбәкстан паспортын үҙемдә ҡалдыра аламмы? Ни өсөн беҙ бер урында теркәлгәс, шунда ғына эшләргә тейешбеҙ?
И. Й.:
− Өфөгә эшкә килгәнһегеҙ икән, бында ете көн эсендә теркәлергә тейешһегеҙ. Әгәр ҙә йәшәүгә хоҡуҡ алһағыҙ, эшкә рөхсәт ҡағыҙы алыу һәм патент кәрәкмәй. Ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәтегеҙ булһа, эшкә рөхсәт алыу шарт. Минең аңлауымса, һеҙ патент менән эшләйһегеҙ. Патент менән ойошма-предприятиела эшләй алмайһығыҙ, был документ һеҙгә физик шәхестә эшләү хоҡуғы ғына бирә. Йәғни берәйһенең шәхси водителе, өй йыйыштырыусыһы, йорт төҙөүсеһе, баҡса ҡараусыһы булып ҡына йөрөй алаһығыҙ. Йәшәүгә хоҡуҡ (вид на жительство) алһағыҙ, Үзбәкстанда алған паспортығыҙ үҙегеҙ менән ҡала.
− Ләлә, Өфөнән шылтыратам. Өфөләге дөйөм ятаҡтарҙың береһендә йәшәйем, унда даими пропискам бар. Бала ата-әсәһенең береһе менән теркәлергә тейеш булһа ла, бәлиғ булмаған ҡыҙыма прописка эшләмәйҙәр. Бының өсөн мин йәшәгән ятаҡ ҡараған учреждение етәксеһенән рөхсәт һорарғамы, әллә тура миграция хеҙмәтенә барырғамы?
И. Й.:
− Йәшәү урынына теркәлергә ятаҡ ҡараған учреждение етәксеһе рөхсәт бирә. Әгәр ҙә ул рөхсәт бирмәй икән, суд аша үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай алаһығыҙ.
З. Й.:
– Сит ил граждандарына патент тураһында ла ентекләберәк аңлатып китегеҙ әле...
И. Й.:
− Рәсәй Федерацияһы граждандары беҙҙең илгә килгән сит ил граждандарын хеҙмәт йәки гражданлыҡ- хоҡуҡ килешеүе буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән бәйле булмаған шәхси, йорт эштәренә йәлеп итә ала. Сит ил граждандарының был осраҡта ҡулында патент булырға тейеш. Был документ мигрант ғариза биргәндән һуң 10 көн эсендә 1 айҙан 3 айға тиклем ваҡытҡа бирелә. Уның ғәмәлдә булыу ваҡыты 12 айға тиклем оҙайтылыуы ла мөмкин. Сит ил гражданы патент менән эшләгән ваҡытында 3 айға 3 мең һум күләмендә һалым түләй. Әгәр ҙә уның ваҡыты сыҡһа, сит ил гражданы патенттың ваҡытын оҙайтмаһа, ул Рәсәй Федерация­һынан 15 көн эсендә сығып китергә тейеш. Патент менән шәхси предприятие, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙә, фермерҙарҙа эшләп булмай. Әгәр ҙә сит ил гражданы физик шәхестә патентһыҙ эшләй икән, уға 2 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф һалыу һәм илдән ебәреү ҡарал­ған. Эшкә йәлеп итеүсе физик шәхестәргә лә шундай штраф бар.
− Баймаҡтан Илгиз шылтырата ине. Һорауым шундай: мин паспортымды юғалттым. Федераль миграция хеҙмәтенә, яңы паспорт биреүҙәрен һорап, ғариза яҙҙым. Әле ваҡытлыса танытма менән йөрөйөм. Яңыраҡ ҡына юғалтҡан паспортымды табып алдым. Хәҙер нимә эшләргә икән?
− Илгиз, беҙҙең базаға һинең табылған паспортың ғәмәлдән сыҡҡан тип ингән инде. Шуға мин һиңә иҫке шәхеснамәңде тапшырып, яңыһын алырға кәңәш итер инем. Сөнки банкынан кредит ала башлаһаң, проблемалар тыуыуы мөмкин.
З. Й.:
− Паспортты йәшең тулып алмаштырмаһаң, штраф күләме лә аҙ түгел. Граждандарға уның суммаһын әйтеп китһәгеҙ ине.
И. Й.:
− РФ гражданы паспорты тураһындағы положениеға ярашлы, граждандың паспорты 14 йәштән 20 йәшкәсә, 20 йәштән 45 йәшкәсә, 45 йәштән сикләүҙәрһеҙ ғәмәлгә яраҡлы. Әгәр ҙә граждандарҙың шәхеснамә алмаштырырға йәше еткән икән, ул бер ай эсендә яңыртылырға тейеш (йәғни 10 февралдә 45 йәш тула икән, 10 мартҡа тиклем алмаштырырға кәрәк). Ваҡытында алмаштырмаған өсөн штраф күләме − 1500 һумдан 2500 һумға тиклем.
З. Й.:
− Белеүебеҙсә, федераль миграция хеҙмәтенең адрес-белешмә эше бүлеге туғандарын, яҡындарын эҙләүселәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Ә табыл­ған кеше үҙе хаҡында белдерергә теләмәһә…
И. Й.:
− Адрес-белешмә эше бүлегендә граждандар тураһында иң дөрөҫ һәм рәсми мәғлүмәт һаҡлана. Элек бер-береһен эҙләүселәр телефон аша ғына мәғлүмәт ала алһа, хәҙер, «Шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау тураһында»ғы законға ярашлы, ғариза буйынса ғына мәғлүмәт бирелә. Эҙләнелгән кеше рөхсәт бирһә генә эҙләүсегә мәғлүмәттәрен әйтә алабыҙ. Әгәр ҙә граждандар туғандарын, таныштарын, яҡындарын эҙләй икән, Өфөләге Аксаков урамындағы 96 а һанлы йортта урынлашҡан адрес- белешмә эше бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. Күптән түгел был бүлеккә Һарытау өлкәһенән бер ғаилә үткән быуаттың 90-сы йылдарында Тажикстандан Башҡортостанға күсеп килгән туғандарын табышыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Беҙҙә булған мәғлүмәттәр буйынса улар бер-береһен табышты. Туғандар 20 йыл буйына күрешмәгән булған.
− Илдан Тәлғәтович, Өфөнән Әлфиә борсой. Кәңәш бирегеҙ әле. Минең инәйем 1994 йылда беҙгә Өфөгә күсеп килде һәм даими йәшәүгә теркәлде. Яңыраҡ йәше етеп, паспорт алғайны, прописка штампында 1994 йыл урынына 2004 тип яҙып ҡуйғандар. Был хатаны нисек төҙәтергә икән?
− Инәйегеҙ ҡайһы районда теркәлгән?
− Өфөнөң Октябрь районында.
− Был райондың федераль миграция хеҙмәте начальнигына мөрәжәғәт итеп, хатаны төҙәтеүен һорағыҙ. Улар мәғлүмәттәрҙе тағы бер тапҡыр тикшереп, төҙәтеп бирерҙәр.
Илфат Ишмөхәмәтов:
− Мин ай һайын фамилия, исемемде алмаштырып, яңы паспорттарҙа йөрөй аламмы?
− Теләйһегеҙ икән, ун паспорт алығыҙ, тик тәүҙә һеҙгә исем-фамилияғыҙҙы үҙгәртеүегеҙ тураһында, ЗАГС органдарына мөрәжәғәт итеп, яңы танытма алырға кәрәк. Тик шуның менән паспорт алырға мөмкин.
З. Й.:
− Сит ил паспорттарын алыу тураһында ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине? Халыҡ дөйөм гражданлыҡ сит ил паспорттарынамы, әллә биометрик паспорттарға өҫтөнлөк бирәме?
− Граждандарҙың 75 − 80 проценты ғәмәлдә булыу ваҡыты ун йыл булған биометрик паспорт ала. Сөнки оҙаҡламай Рәсәй Федерацияһы Европа Союзына инергә тора. Ә унда төп шарт − мотлаҡ биометрик паспорт­тар­ға эйә булыу. Дөйөм гражданлыҡ паспорттары биш йылға бирелә. Граждандар Европаға сәйәхәткә сығырға теләй икән, был сит ил шәхеснамәһенең ғәмәлдән сығыуына 6 ай ҡалһа, виза биреүҙән баш тартыу­ҙары мөмкин. Төркиә, Мысыр кеүек илдәргә, өс ай ҡалһа, сығармай­ҙар. Өфөлә биометрик паспорттар Красин урамы, 21, Тыныслыҡ урамы, 16, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 50 адрестары буйынса, Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама, Сибай, Межгорье, Салауат, Октябрьский ҡалаларында бирелә. 18 йәштән үткән граждандарға анкета тултырыр­ға, 3,5х4,5 см ҙурлығындағы төҫлө ике фото, гражданлыҡ паспортының оригиналы һәм күсермәһе, хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе, ир-егеттәргә хәрби комиссариаттан справка (федераль миграция хеҙмәте үҙе һорап ала), дәүләт пошлинаһын түләү тураһында квитанция кәрәк.
Биометрик паспорт өсөн 14 йәштән үткән граждандарға – 2500 һум, 14 йәшкә тиклемге балаларға – 1200 һум, дөйөм гражданлыҡ сит ил паспортына 1000 һум аҡса түләргә кәрәк.
− Һаумыһығыҙ, Илдан Тәлғәтович. Өфөнән Роза һеҙгә һорау бирергә теләй. Мин баш ҡалала С. Перовская урамы, 25 адресы буйынса теркәлгәнмен. Элек шунда йәшәгәйнек. Хәҙерге көндә икенсе урында торам. Берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә ғаилә хәле тураһында справка һорап барғайным, белешмә бирә алмайбыҙ, сөнки һеҙ унда йәшәмәйһегеҙ, «үле йәндәр» булараҡ ҡына иҫәпләнәһегеҙ, тип яуапланылар. Уларҙың миңә справка бирмәүҙәре дөрөҫмө?
И. Й.:
– Улар хаҡлы. Элек был ятаҡ сауҙа өлкәһендә эшләүселәрҙеке ине. Хәҙер ҡала ҡарамағына тапшырыл­ғас, һәр кем бүлмәләрен хосусилаштырып бөттө. һеҙгә әлеге ваҡытта ҡайҙа тораһығыҙ, шул адрес буйынса теркәлергә кәрәк.

«Тура бәйләнеш»те
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ойошторҙо.


Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»