RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Балаларымдың граждандар һуғышы осоронда йәшәүен теләмәйем…»

10.02.2012 «Балаларымдың граждандар һуғышы осоронда йәшәүен теләмәйем…»

йәки Халыҡ исеменән һөйләп, йортобоҙҙо емерергә теләүсе бушбоғаҙҙарға ышанмайыҡ
«Балаларымдың граждандар һуғышы осоронда йәшәүен теләмәйем…»
«Ышанмағыҙ февраль буранына», – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәрипов. Февраль тыныс быйыл, ҡар ҙа юҡ, еле лә. Әммә йәмғиәтебеҙ буранлап тора. Һәр төрлө митингылар көндәлек торМошобоҙҙоң, йәшәйешебеҙҙең ғәҙәти бер күренешенә әйләнеп бара. Кемдер нимәгәлер ҡаршы, бәғзеләр кемделер яҡлай. Ирекһеҙҙән Бабичтың да шиғри юлдары иҫкә төшә: «Күктә Алла, ерҙә иблис, мин – малай…» Ошо ваҡиғаларға яҙыусы, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың ҡарашы нисек икән?
− Азамат, лирик сигенеү кеүек шартлылыҡтарҙан баш тартайыҡ та, һүҙҙе туранан-тура башлайыҡ: һин митингыларҙың ҡайһыныһына барҙың?
− Береһенә лә барманым… Уйламаным да, йыйынманым да. Күптән инде үҙемде ундай майҙан шау-шыуынан азат иткәнмен. Һәр бер урам манифестацияһы кемдәрҙеңдер тарафынан ойошторола, тимәк, бәғзеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғырта. Был мәнфәғәт йә шәхсиәткә бәйле, йә ул айырым бер төркөмдөң ихтыяжы, сәйәси ангажемент. Ни өсөн мин ана шул спектаклдә массовкала йөрөргә тейешмен? Мин инде яңғыҙаҡ, берәү бик тапҡыр ғына билдәләүенсә − снайпермын. Тик шуны асыҡларға кәрәк, майҙандарға сығыусыларҙы һис тәнҡитләмәйем, уларҙың әлеге хоҡуҡтарын инҡар итмәйем. Был бит демократияның сағылышы. Әйҙә, теләгәндәр урамға, майҙанға сыҡһын, теләгәндәр шунда йәшәһен. Ингәнгә лә ихтыяр, сыҡҡанға ла ихтыяр.

− Тимәк, һуңғы осорҙа Рәсәйҙең ижтимағи тормошоноң баяғы урам манифестацияларын да тәнҡитләргә, уларҙа ҡатна­шыу­сыларҙы битәрләргә лә йыйынмай­һың?..
− Ә ни өсөн?.. Был, беренсенән. Икенсенән, кем миңә уларҙы тәнҡитләргә, битәрләргә хоҡуҡ биргән?.. Өсөнсөнән, майҙандарҙа әйтелгән һүҙҙәр­ҙә, һөйләнгән телмәрҙәрҙә хаҡлыҡ та бар бит. Тамам хаттин ашып шашҡан чиновниктар, йәмғиәт йәшәйешен солғап алған ғәҙел­һеҙлек, битһеҙлек, бар тармаҡтарҙы ла солғап алған коррупция, тотошлайы менән ришүәткә ҡоролған система, әшнәлек үә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, милләтте ҡурсалауҙы милләтселек, хатта экстремизм менән бутаған чекистар – быларҙың барыһы ярай­һы уҡ туйҙырҙы ла, бүктер­ҙе лә. Шуға күрә процесс мине ғәжәпләндермәй, аптыратмай. Рәсәй өсөн быуат башы һайын бындай ығы-зығы тәбиғи күренеш: ун туғыҙынсы быуат башында – Сенат майҙаны, егерменсе быуат башында – «ҡанлы йәкшәмбе». Тик… Беләһегеҙме, мине һөҙөмтә шикләндерә, ығы-зығының ахыры шомға һала…
− Һөҙөмтәлә революция булып ҡуйыр, тип ҡурҡаһыңмы?
− Революция ғына булһа ярай ҙа бит. Әлегә революцияға объектив ерлек юҡ. Мин хаостан ҡурҡам. Пушкин иҫкәрткән «бессмысленный һәм беспощадный бунт»тан, беҙҙең заманда он-лайн режимда барған «Египет футболы»нан ҡурҡам. Халыҡты урамға сығарыу өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, уларҙы кире өйҙәренә таратыу, бер «ҡан еҫен» тойоп алған массаны ҡабаттан һәүетемсә тормошҡа ҡайтарыу еңел булмаясаҡ. «Долой!» – тип тамаҡ ярыу өсөн артыҡ зиһен талап ителмәй, ана шул «долой»ҙан һуңғы хәлдәрҙән ниҙәр булыр икән? Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Бәлки?.. Тик алымдар ғына үҙгәрә. Прокламацияларҙан башланған стачкалар, забастовка һәм герман аҡсаһына эшләгән подполье ун етенсе йылда илде ҡанға батырҙы, самиздаттан һәм «Азатлыҡ» радиоһынан башланған демонстрациялар, митингылар СССР тигән бөйөк илдең башына етте. Әле «Твиттер», «Фейсбук» һәм башҡа социаль селтәрҙәр. Һәм тағы ла урам, майҙан, ораторҙар… Мине нимә аптырата: хәтеребеҙҙең ҡыҫҡа, иҫебеҙҙең сонтор булыуы. ҡарағыҙ тарихтан, ун етенсе йылдан һуңғы ваҡиғаларҙы. Хәтерегеҙҙе саҡ ҡына йонсотоп, туҡһанынсы йылдарҙы күҙ алдынан үткәрегеҙ. Бахырлыҡ менән меҫкенлектең сигендә йөрөнөк. Килешәм, әле бик алыҫ китә алмағанбыҙ. Ул йылдарҙа мин мәктәптә эшләнем. Эш хаҡын шәкәр һәм вермишель менән алыуға барып еткәйнек бит һуң. Хәҙер ҙә уҡытыусыларҙың, коллегаларыбыҙ – журналистарҙың, артист-ак­тер­ҙарҙың һәм башҡа бюджетсыларҙың, ярым бюджетсыларҙың хеҙмәттәрен баһалаған хаҡтар менән килешмәйем. Әммә, ике тоҡ макаронға ҡарағанда, йәки эшләгән аҡсаңды өс-дүрт айҙан һуң алғансы, әлегеһе барыбер яҡшыраҡтыр, тип уйлайымсы. Күрәһең, беҙ яйлап «шөкөр итеү»ҙән тиҙ тайпылабыҙ. Кемдер, ун етенсе йылда большевиктар власҡа килде, тип тәҡрарлай. Өйрәнегеҙ тарихты! Большевиктар власҡа килмәне, ул осорҙа ысынтылап көрәшергә көстәре аҙ, мөмкинлектәре самалы ине әле. Ленин бары урамға сығарып ташланып, ерҙә ҡанһырап, бер кемгә лә кәрәкмәй аунап ятҡан власты күтәреп алды. Эләктереп алды. Асылда, ул ваҡытта власть бер кемгә лә кәрәкмәй ине.

− Ә хәҙер кемгә кәрәк һуң власть?
− Әңгәмәне шуға табан алып барам да инде… ҡарағыҙ әле оппозиция тигәндәрен. Кемеһенә кәрәк? Күптән ил башлығы исеменә дәғүәләшеп йөрөгән таныш икәүгә хәҙер үк тоттор власты, ҡулдарына эҫе кәстрүл тотҡандай ташлап ебәрәсәктәр. Ә башҡалар? Трибуналарҙан «халыҡ» исеменән хәбәр һатыусыларҙың исемлеген барлағыҙ ҙа, уларҙың ни тиклем халыҡҡа яҡын булыуын самалағыҙ. Был осраҡта, хөрмәтле уҡыусылар, йә мин дә, һеҙ ҙә халыҡ түгел, йә улар бер аҙ мутлаша, хәрәмләшә. Йә әле, Артур, бына һин үҙең күҙ алдынан үткәр баяғы майҙандарҙа тамаҡ ярғандарҙы берәм-берәм… Законға ярашлы һайлау алдынан береһенең дә исемен телгә алып тормайыҡ. Юҡ шул. Юҡ бит. Власть йәнә бер кемгә лә кәрәкмәй. Уларға тик бутарға, болғарға… Беҙҙең заман Базаровтары. Беҙҙең эш төҙөү түгел, беҙҙең эш – емереү. Беләм, аңлайым: йәшәгән йортобоҙ бар яҡтан да ҡәнәғәтләндермәй, бәлки, бөтәбеҙгә лә йылы урын етмәйҙер, теләгәндәр­ҙең барыһын да түргә үткәрмәйҙәрҙер. Урыны менән ел үткән, ямғыр һыуы һарҡҡан, һыуыҡ бөрккән урындары ла барҙыр. Тик уны бөгөн үк емереп ташлап, яңынан һалырға мөмкинлегебеҙ ҙә, матди хәлебеҙ ҙә самалы. Советтар заманынан ҡалған бол бөттө, яңы йыйыла башлаған тотороҡлоҡ фондын 2009 йылғы көрсөк йотто. Әле бар донъяны йә революция, йә иҡтисади, сәйәси тетрәнеүҙәр ҡаҡшата, Яҡын Көнсығышта дары еҫе аңҡый. Донъяны яңынан бүлгеләргә теләйҙәр. Ә беҙ бар ауыл сабын бүлешкәндә, өйҙә кем хужа, ирме, ҡатынмы, тигәндәй, янъял сығарыр­ға маташабыҙ. Ошо янъял арҡаһында бесәнһеҙ ҡалһаҡ, көҙөн бар малды һуйып, бер ҡыш ит ашап ҡына йәшәрбеҙ ҙә ул. Ә артабан? Бәлки, килер бер көн, шаулатып яңынан өй туйларбыҙ, шул яңы нигеҙҙә бар халайыҡтар ҡәнәғәт үә бәхетле булыр. Был йәһәттән мин оптимист. Хатта ки утопист. Әлегә, әйҙәгеҙ, барын һипләп, йүнәтеп, ипләп торайыҡ. Кемдер коттедж йә вилла вәғәҙәләп, бөгөн үк өйгә үрт һалыр­ға ҡотҡо тарата икән, үҙегеҙ самалағыҙ инде. Әфәнделәр, һеҙ нимәнелер емерер алдынан, башта үҙ ғүмерендә унға яҡын батшаны алмаштырған әсәйем менән һөйләшеп ҡарағыҙ. Шул тиклем ҡатмарлы донъяның үтә лә ябайлығын бер-ике һүҙ менән аңлатыр. «Ошо барыштан айырмаһын Хоҙай». Эй, әфәнделәр, илде болғар алдынан кисен тыныс ҡына мышнап йоҡлап ятҡан балағыҙға ҡарағыҙ. Һәр бер аңһыҙ бунттың артында тәү сиратта балаларҙың һәм әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре ята.

− Ғәфү ит, аңлап етә алмайым, һинеңсә, майҙандарға бөтөнләй сығырға кәрәкмәй инеме ни?..
− Мин шулай тип әйттемме әллә? Сығыу кәрәк, хатта мотлаҡ та булғандыр. Объектив сәбәптәр тураһында алданыраҡ әйттем бит инде. Түҙемлектең дә сиге бар. Милли мәсьәләләргә күҙ йомоп, ҡолаҡ ҡаплап йәшәүҙең ахыры була. Тик, күренеүенсә, власть әлегә диалогҡа һәләтле, ишетә, күрә. Һәм, иң мөһиме, тыңлай һәм аңлай башланы. Һәм үҙгәрә. Тап ошоноң өсөн Болотная майҙаны менән Сахаров проспекты кәрәк ине. Тик теләктәрҙә лә, талаптарҙа ла сама, маҡсаттарҙа ысынбарлыҡ кәрәктер. Юғиһә тараҡандарға үс итеп өйҙө үртәү, кәритәләге һыу менән ҡуша баланы сығарып түгеү Рәсәйҙең милли йолаһына әүерелеп китеүе бар. Әйҙә инде, Мысырҙағы һымаҡ, квартал һайын яңы революция. Ә унан? Рәйес Түләксә әйткәндә, «көтөү боролғанда, алға сыға малдың аҡһағы»… Мин үткән быуаттың һикһән туғыҙынсы йылында институт тамамланым. Шунан бирле үҙгәртеп ҡороуҙар, реформалар, модернизациялар осоронда йәшәйем. Ярай инде үҙем… Балаларым, исмаһам, тотороҡло илдә йәшәһен ине. Юҡҡа ғына Шәреҡ илдәрендә иң ҙур ҡарғыш: «Һиңә үҙгәрештәр осоронда йәшәргә тура килһен», − түгелдер. Минең дә Рәсәйҙә, тыуған Башҡортостанымда, әммә Швециялағы социаль ғәҙеллек, Америка ҡушма Штаттарындағы тигеҙ мөмкинлектәр, Германиялағы закон­дар­ҙың өҫтөнлөгө, Франциялағы азатлыҡ менән йәшәгем килә лә. Күрәһең, бөгөн түгел. Ә кемдер әле үк бар нәмәне тар-мар итеү менән әле һанап үтелгән тиңлек, ғәҙеллек буласаҡ тип хәбәр һата икән, уларға бер яуап: үткәндәрҙән фәһем алығыҙ.

− Һин заманында геосәйәсәт менән шөғөлләнеп тә алдың бит әле. Әлеге бар митингылар һәм «башҡа ҡоштар»ҙың нигеҙендә сит ил аҡсаһы ята, тиҙәр.
– Аҡса… Бәлки, аҡса ла барҙыр. Ә бына сит мәмләкәттәрҙең мәнфәғәте барлығы асыҡ. Быны бер кем дә йәшермәй. Хатта сенатор Маккейндың үҙе лә. Бына американдарҙың үҙҙәренең һүҙҙәре: «Дәүләттәрҙең дуҫтары булмай, уларҙың мәнфәғәте генә була». Бая әйттем бит, әле донъяны ҡабаттан бүлгеләү процесы бара. Югославия, Грузия, Украина, ҡырғыҙстан һәм хәҙер ғәрәп илдәре… Был сылбыр артабан дауам итһен өсөн бары ике ил ҡамасаулай. Рәсәй менән ҡытай. Сүриә буйынса резолюцияға ла ошо ике ил генә ҡаршы сыҡты. Бер аҡыллы фекер бар: «Әгәр ҙә һеҙҙең менән иҫәпләшмәҫкә мөмкин икән, бер кем дә иҫәпләшмәйәсәк». Туҡһанынсы йылдарҙа, ысынлап та, Рәсәй менән иҫәпләшмәҫкә мөмкин ине. АҡШ кеүек ҙур дәүләттәр генә түгел, беҙҙең Белорет районы хәтлем генә Балтик буйы илдәре лә Рәсәйгә «аяҡ һөртөп» маташты. Сәйәсәттә, иҡтисадта ғына түгел, хатта спортта ла. Олимпиадаларҙа спортсыларыбыҙҙы кәмһетеп ҡан ҡаҡшат­ҡандарын иҫләй­һегеҙҙер? 2002 йылғы ҡышҡы уйындарҙан һуң фигуристка Ирина Слуцкая өсөн рәнйеүем һаман бөтмәй әле. Шуға күрә әйтәм, ҡеүәтле, көслө Рәсәй берәүгә лә кәрәкмәй. Рәсәйҙәрҙең үҙҙәренән башҡа. Хәйер, һуңғы ваҡиғаларҙан күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең дә барыһына ла түгел шикелле. ҡасандыр совет илен яманлап сит илгә таялар ине, хәҙер ил башҡа, батшалар башҡа. Тик бәғзеләрҙең мәнфәғәттәре шул уҡ. Хәҙерге заман Гапондарына нисек тә нығыраҡ шаулап, тауышланып сик аша юлланырға. Сөнки шулай тегендә дивидендтар ҙурыраҡ буласаҡ. Әммә 140 миллион Рәсәй халҡының, шул иҫәптән башҡорттоң да Лондонға эмиграцияға тайырға мөмкинлеге юҡ шул. Әлеге мәлдә Рәсәй өсөн генә алыш бармай. Бөгөн беҙҙең илебеҙҙе тубыҡландырып ҡуйһалар, иртәгә Белоруссия, ҡабаттан Украина, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, йәнә ҡырғыҙстан, Әзербайжан… Шунан Иран… Донъя буйлап шәүлә йөрөй, ул – глобализм шәүләһе. Ә «ҡыҙыл», «һары», «аҡ» революциялар – шул глобализмдың күләгәһе. Глобализмдың маҡсаты – бөтә офистар һәм банкылар бер илдә, бер ҡалала, бер урында. Ә башҡа илдәр бары тик филиалдар. Оло бер корпорацияның филиалдары. Мин Рәсәйҙе ниндәйҙер Уолл-стритта урынлашҡан берәй интертеймендтың йә корпорейшендың өҫтәмә офисы итеп күрергә теләмәйем.
Мин сәйәсмән түгел. Бер фирҡәлә лә тормайым. Әлеге әңгәмәлә тик үҙемдең шәхси фекерҙәремде, шәхси уйланыу­ҙарымды һәм күҙәтеүҙәремде еткерҙем. Бәғзеләр, әһә, был заказ буйынса яҙылған бит, тиер. Йәшермәйем, бөтә һөйләгәндәрем заказ буйынса. Әсәйем һәм балаларымдың һүҙһеҙ заказы, уларҙың иртәгәһе именлегенең заказы. Мин яҡындарымдың, туғандарымдың граждандар һуғышы осоронда йәшәүен теләмәйем. Хатта иң бөйөк маҡсаттар хаҡына ла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»